Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » МӘҢГЕЛЕККӘ СЫҠМА ЮЛДАРҒА...
МӘҢГЕЛЕККӘ СЫҠМА ЮЛДАРҒА...«Атай үлгән...»

…Яңы йортта беренсе тапҡыр икмәк һалған көн ине. Ағай-апайҙар ҡайҙа булғандыр, хәтерләмәйем, өйҙә әсәй, өләсәй менән өсәү генәбеҙ. Өләсәй тышта ҡош-ҡорт ҡарай, мин тәмле әпәкәй менән һыйланыуҙы көтөп, мейес янында булышҡан әсәйҙе күҙәтәм. Шул саҡ Ханнан исемле туғаныбыҙ килеп инде. Күҙ тирәһе ҡыҙарған, үҙе бер туҡтауһыҙ тамаҡ ҡыра. «Ней… Зәйтүнә килен… Рәшит ҡусты ауып үлгән бит…»
Һөйләшеүҙең аҙағы нимә менән тамамланғандыр, белмәйем, был ваҡытта өйҙән алыҫта инем – үҙем әллә ҡайҙа йүгерәм, үҙем үкһеп-үкһеп илайым. Ә башта тик бер уй мейене сүкей: «Атай үлгән...»
Техника боҙоҡ булған, тинеләр аҙаҡ. «Беларусь» тракторының ҡарарлыҡ ере лә ҡалмағайны, хәйер, ерләгәндә мәйетте лә кешегә күрһәтеп торманылар. Бына шулай, береһенән-береһе кесе алты балаһын етем ҡалдырып, атай йүнһеҙ техникала «мәңгелек юл»ға сыҡты. Шуныһы хәтерҙә уйылып ҡалған: үҙемде йыуатыпмы, атайым үлмәгән, уның урынына икенсене ерләгәндәр, ә ҡәҙерле кешем берәй серле махсус ойошмаға эшкә киткән дә ҡасан да булһа унан әйләнеп ҡайтыр, тип ышандырғайным. Саҡ дүртенсе класҡа барған малай инем шул. Их, бер ҡатлы сабый күңеле, ысынбарлыҡты ҡабул иткеһе килмәгәндер инде.
Әлбиттә, тыуым барҙа үлем бар. Тик шуныһы үкенесле: ваҡытынан алда ғүмерҙәр өҙөлә.

Ат менән ишәк заманы түгел

Техниканың ҡеүәте лә, һаны ла арта. Был иһә әҙәм балаһын ҡоторта, тағы ла рәхәтерәк йәшәге килә. Шуға «тимер ат» еккән алты йәшлегенә лә, алтмыш йәшлегенә лә аптырайһы түгел хәҙер. Һәммәһенә лә яҡшы машина-мотоцикл булһын да юлдар тип-тигеҙ торһон. Ана бит, Рәсәйҙә ярты йылда 83 меңдән ашыу юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Тик ниңә юлдарҙағы яуаплылыҡ тураһында иң һуңғы сиратта уйлайбыҙ икән? Юҡһа, юл ҡорбандарының һаны һуғыштыҡы менән тигеҙләшеп бара.
Һуғыш тигәндән, яу йылдарында ғаилә менән һәләк булғандар. Был йәһәттән юл әжәле лә ҡалышырға теләмәй, бер йорттан бер юлы ике-өс кешене тартып алған осраҡтар теркәлә. Мәҫәлән, йәйгеһен Борай районында ҡот осҡос фажиғә була. 26 йәшлек егет «Жигули»ҙа юл ситендә торған «КамАЗ»ға килеп бәрелә. Һөҙөмтәлә 28 йәшлек ҡатыны, ике йәшлек улы һәм тағы бер пассажир үлә. Ә былтыр, мәҫәлән, тотош бер ғаиләнең ғүмере өҙөлгән саҡта балаға ни бары бер йәш була. Бигерәк тә донъяның тәмен дә тойоп өлгөрмәгән сабыйҙарҙың ғүмере ҡыйылыуы үкенесле. Тәүге ярты йыллыҡта республикала шулай туғыҙ баланың ғүмере өҙөлгән.

Иҫеректәр ғәйепле

Күп осраҡта авария яһауҙа руль артына эскән килеш ултырыусы ғәйепле. Иң күп ҡорбандар ҙа нәҡ иҫерек водителдәр намыҫында. Мәҫәлән, 2013 йылдың тәүге алты айында Башҡортостанда «ҡырын тейәгән» водителдәр ҡатнашлығында 49 авария теркәлгән. Был ваҡиғаларҙа 14 кешенең ғүмере өҙөлгән, 67 кеше йәрәхәтләнгән. Ҡануниәт камиллаша ла был йәһәттән, тик ҡорбандар һаны бер ҙә кәмергә теләмәй.
Аварияла ғәйеплеләр араһында иҫеректәр менән бер рәттән йонсоған водителдәр ҙә шаҡтай урын алып тора. Улар – күп осраҡта йөк машинаһын бер илдән икенсе ергә ҡыуыусылар. Оҙон аҡса тип ике-өс тәүлек йоҡламағандар осрай араларында.
Ашыҡҡан – ашҡа бешкән, ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та, тиҙлеген арттырыусылар арҡаһында ла күпме автоһәләкәт сыға. Бер йүләр ғәйебе менән 60-70 кеше ҡорбан булған саҡтар бар. Мәҫәлән, ошо йәйҙә Италияла 25 метр бейеклектәге күперҙән юғары тиҙлектә барған автобус ҡоланы, унда 30-ҙан ашыу кеше һәләк булды.
Юл хәүефһеҙлеге шулай уҡ автомобилдең техник хәленән дә тора. Тәгәрмәс, тормоз, руль, мотор (ҡапыл һүнеүе) – бына нимәләр йыш ҡына аварияға сәбәпсе. Әйтәйек, Яңы Мәскәүҙә булған ҙур фажиғәлә тормоз системаһы ғәйепле. Автобусҡа “КамАЗ” бәрелеүе арҡаһында 18 кешенең ғүмере өҙөлгәйне.
…Өҫтә юл фажиғәләренең ҡайһы бер сәбәптәрен иҫкә төшөрҙөк, һандарға ла туҡталдыҡ. Әлбиттә, был йәһәттән ниндәй генә миҫал килтермә, күпме генә сәбәп эҙләмә – проблеманың осона сығыу мөмкин түгел. Юлдағы хәүефһеҙлек – йәшәү гарантияһы, шул ҡанунды онотмайыҡ. Беҙҙе лә бит ҡайтыр юлдан кемдер көтә…


Принцесса Диана
1997 йылдың 31 авгусында бар ғәләмде шаҡ ҡатырып, донъя теле-радио каналдары, гәзит-журналдар: «36 йәшендә Англия принцессаһы Диана юл һәләкәтендә вафат булды», – тип хәбәр итә.

Сита Чань
Билдәле йырсы үҙенең «Lexus»ында юғары тиҙлектә бетон стенаға килеп бәрелә. Ҡотҡарыусыларға салондан «йондоҙ»ҙоң кәүҙәһен сығарыр өсөн машинаны урталай киҫергә тура килә.

Виктор Цой
«Цой тере». Рәсәйҙә ошондай яҙыу биҙәмәгән ҡала юҡтыр. 1990 йылдың 15 авгусында ул «Москвич»та юғары тиҙлектә ҡаршыға килгән «Икарус» автобусына төкөлөп, һәләк булды. «Йондоҙ»ға ни бары 28 йәш ине.

Михаил Евдокимов
Юмор оҫтаһы, актер, йырсы һәм сәйәси эшмәкәр ине ул. Үҙен сәйәси карьера көтә, тип юранылар күптәр. Әммә Алтай крайының башлығы вазифаһында оҙаҡ та эшләп өлгөрмәне, Бийск — Барнаул трассаһында «Мерседес»ы ағасҡа бәрелеп үлде.

Райман Ишбаев
Бынан бер нисә йыл элек моңло йырсы, береһенән-береһе бәләкәс ике ҡыҙ атаһы Райман Ишбаев Дүртөйлө яҡтарынан Өфөгә ҡайтып барғанда шәхси машинаһында аварияға осрап һәләк булды.

Флүр Яхин
Билдәле әкиәттәр оҫтаһы Флүр Яхиндың да ғүмере юлда өҙөлдө. Күпме әкиәттәре һөйләнмәй, әҫәрҙәре яҙылмай ҡалды Флүр ағайҙың...


Автор: Рәмил МАНСУРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә