Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күңелгә күңел тоташты
Күңелгә күңел тоташтыУҡыусыларыбыҙ менән осрашыу, борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү – гәзитебеҙҙең матур йолаһы. Был юлы ла изге маҡсатыбыҙға тоғро ҡалып, Белорет яҡтарына юлландыҡ.

Сәфәребеҙ ҡаланың Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһынан башланды. Халҡыбыҙҙың рухи яңырыу йылдарында барлыҡҡа килгән белем усағында бөгөн өс йөҙҙән ашыу бала уҡый.
Барыбыҙ өсөн матур байрамға әүерелде бындағы осрашыу. Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсуринаның сығышы, моғайын, һәр баланың йөрәгендә урын алғандыр.
– Ҡәҙерле уҡыусылар, һеҙ күренекле яҙыусы исемендәге гимназияла уҡыуығыҙ менән бәхетлеһегеҙ. Тырышып белем алығыҙ, киләсәктә һеҙҙең аранан халҡыбыҙҙың яҙмышын билдәләрҙәй талантлы шәхестәр, етәкселәр сығыр тип ышанам, – тине ул.
Ә инде гәзитебеҙ хәбәрсеһе, йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов һүҙ алғас, зал тағы ла йәнләнеп китте. Баҡтиһәң, барыһы ла уның “Ҡалдырма, әсәй!” тигән повесын ҡыҙыҡһынып уҡып сыҡҡан. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Мәүлиә Сафиуллина был әҫәргә ҡарата үҙенең фекерен белдерҙе.
– Бөгөн ҡайһы берәүҙәр, халыҡ китап уҡыуҙан ситләште, ти. Мин был фекер менән килешеп етмәйем. Бөтәбеҙҙе борсоған, көн ҡаҙағына һуҡҡан, тетрәнергә мәжбүр иткән әҫәрҙе берәү ҙә ситкә һалып ҡуймаясаҡ. Повестың өҙөгө менән гәзиттә таныштыҡ та аҙағын көтә башланыҡ. Ярай, китап итеп сығарҙылар әле, илай-илай уҡыныҡ, – тине ул.
Шунан китте авторға һорау биреүҙәр!
– Атайығыҙ бүләк иткән бетеүҙе әле лә йөрөтәһегеҙме?
– Фәрит менән, ысынлап та, шундай фажиғә булдымы?
– Әлимәне күргәнегеҙ бармы?
Күңелгә күңел тоташтыУҡытыусыларҙың да, уҡыусыларҙың да әҫәрҙәге бөтә эпизодтарҙы хәтерендә ҡалдырыуын әйт әле! Шул саҡ бер үҫмер:
– Ильясты йыр-моң ярата тип яҙғанһығыҙ, беҙгә лә йырлап күрһәтегеҙ әле, – тигәс, Айгиз ағайҙары һис инәлтеп торманы.
Талантлы шағир, драматург Салауат Әбүзәрҙе лә яҡындан күреүгә бөтәһе лә шат ине. Шиғырҙарын барыһы ла алҡыштар менән оҙатты.
Барлыҡ уҡытыусылар исеменән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, ике китап авторы Зөһрә Үтәғолова:
– Гәзитте дәрестә файҙаланабыҙ, әхлаҡ, тәрбиә темаһына сыҡҡан мәҡәләләр хаҡында фекер алышабыҙ. Ғөмүмән, яратҡан баҫмабыҙ әҙәбиәткә, мәҙәниәткә ҙур иғтибар бүлә. Коллектив менән “Башҡортостан”ға яҙыласаҡбыҙ, – тип вәғәҙә биреп тә ҡалды.
Сер түгел: бөгөн оло юлдан йыраҡта урынлашҡан ауылдар йыш ҡына иғтибарҙан ситтә ҡала. Ундай төбәктәрҙе артистар ҙа урап үтә. Шуға ла бер килгәс, Мөхәмәткә барып китмәү яҙыҡ булыр ине.
Ауылға килеп инеү менән уның матурлығы күҙгә ташланды. Зауыҡ менән төҙөлгән ҙур йорттар. Ҡайһылары семәрләп, һырлап эшләнгән. Ул арала ауыл уртаһындағы мәсетте күреп ҡалдыҡ та һоҡланыуҙан “ах” иттек. Республика буйлап күпме йөрөп тә, был тиклем дә күркәм иман йортона тәүгә тап килеүебеҙ. Баҡһаң, уны ауыл эшҡыуарҙары Гөлнара менән Илшат Мансуровтар төҙөткән.
Ул арала иҫкерәк кенә мәктәп бинаһына килеп еттек. Клуб юҡ икән. Урман өҫкә ауып килгән төбәктә ауылға мәҙәниәт усағы төҙөп бирә алмауҙары ғәжәп тойолдо.
– Тере артист, яҙыусыларҙы күрер көнөбөҙ бар икән, – тип уйынлы-ысынлы шаяртып алырға ла онотманы мөхәмәттәр.
Беҙҙе бында Абҙаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Байрас Фазылов, “Урал” гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажетдинова һәм хеҙмәткәрҙәре көтөп тора ине. Улар район гәзитендә “Башҡортостан”ға, осрашыуға арналған махсус бит тә сығарып өлгөрткән. Афарин, ҡәләмдәштәр! Артабан да шулай бер-беребеҙгә терәк булып йәшәргә яҙһын.
– Әлфиәне күреүебеҙгә бик шатбыҙ. Талантлы йырсының Бөрйәндә генә ҡалыуына ҡурҡып та ҡуя инек. Әлдә генә Өфөгә киттегеҙ. Һеҙҙәге моң – бөтә халыҡ байлығы, – тине клуб мөдире Гөлниса Мансурова.
Беҙҙең менән осрашыуҙа ҡатнашҡан Сермән ауылы уҙаманы, хеҙмәт ветераны Әсҡәт Хәйернуров һүҙ алып:
– “Башҡортостан”ға, үҙебеҙҙең “Урал”ға күптән яҙылып ҡуйҙым. Ҡәҙерле яҡташтарым, был гәзиттәрҙе алдырһағыҙ, һеҙ ҙә отолмаҫһығыҙ, – тип квитанцияһын сығарып уҡ күрһәтте. Унан ауылдарҙа егеттәрҙең өйләнмәй йөрөүенә борсолоуын белдерҙе.
Һөйләшеү, аралашыу шул тиклем йәнле барҙы, хатта ваҡыт үткәне лә һиҙелмәне.
Ә кисен беҙҙе билдәле йырсы Роза Аҡкучукова, рәссам Әхмәт Лотфуллиндың тыуған ауылы Абҙаҡта көтәләр ине. Халыҡ хәҙер клубҡа йөрөп бармай тигәс, кеше булырмы икән тип хафаланып ҡуйғайныҡ та, зал шығырым тулы. Өлкәндәр ҙә, уҡыусылар ҙа килгән. Бауырһаҡ, ҡымыҙ менән йырлап-бейеп ҡаршы алдылар.
– Вәт, Айгиз, һине ауылдаштарың ҡайһылай ихтирам итә, – тинек, хеҙмәттәшебеҙ өсөн ҡыуанып.
Абҙаҡтар бай йөкмәткеле концерт әҙерләгән. Сәхнәлә уҡыусылар менән бергә инде һикһәнде уҙған инәйҙәр ҙә дәртләнеп сығыш яһаны. Ә осрашыуҙы уҡытыусы Хәтижә Ғайсина менән китапхана мөдире Сәлиә Мәхмүтова йәнле итеп алып барҙы.
– Кескәй саҡтан гәзит-журнал уҡып үҫтек. Был йәһәттән беҙгә атайыбыҙ өлгө булды, – тине мәктәп директоры, Рәсәйҙең почетлы мәғариф хеҙмәткәре Гөлшат Йомағужина. – Әле лә бөтә милли баҫмаларҙы алып барабыҙ. Улар менән бергә республика һулышын тойоп йәшәйем.
Был көндә беҙгә Абҙаҡта мөғжизәле ағасты ла күрергә насип булды. Уны урындағы халыҡ “Түңәрәк ҡарағай” тип тә йөрөтә. Ағас хөрмәтенә хатта ауылдағы бер урамға исем дә биргәндәр.
Абҙаҡтарҙың ойоштора белеү һәләтенә һоҡландыҡ. Был йәһәттән ауыл хакимиәте башлығы Байрас Фазыловтың тырышлығы иғтибарға лайыҡ.
Күңел менән күңел тоташты күкһел тауҙар төбәгендәге Белореттағы осрашыуҙарҙа. Бөтә ерҙә лә Салауат Әбүзәрҙең шиғырҙарын уҡынылар, Айгиз Баймөхәмәтовҡа һорау артынан һорау яуҙырҙылар. Ә инде һандуғасыбыҙ, гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсуринаның моңло йырҙары барыһының да күңеленә үтеп инде.


Автор: Венер ИСХАҠОВ. Район: Белорет районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте

Комментарий өҫтәргә