Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » «Мәңгелек менән бәхәсләшмәйҙәр»
«Мәңгелек менән бәхәсләшмәйҙәр»Башҡортостандың баш ҡалаһына нигеҙ һалған Өфө-II ҡаласығы бөгөн ҙур бәхәс тыуҙыра. Урта быуаттарҙа башҡорттоң ҡалаһы булған тигән фекерҙе инҡар итеүселәр генә түгел, уны һаҡлап ҡалыуға һәм өйрәнеүгә аяҡ салыусылар бөгөн дә юҡ түгел. Боронғо башҡорттарҙың иҡтисади, сәйәси, мәҙәни тормошон ентекле өйрәнергә ҙур мөмкинлек биргән әлеге тарихи ҡомартҡы хәүеф аҫтында. Үткәндәргә, тамырҙарыбыҙға битараф булған кешеләр, был урында күп ҡатлы йорттар һалып аҡса эшләү маҡсатында ҡаласыҡ биләмәһенән ер бүлеүҙәрен һорап, Хөкүмәт тупһаһынан китмәй. Әйтерһең дә, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың тарихи-мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау тураһындағы закондары уларға ҡағылмай. Ни өсөн урта быуаттарҙағы Башҡортостандың баш ҡалаһын – уникаль археологик ҡомартҡыны вәхшиҙәрсә ҡыйратыуға юл ҡуйыла? Әлбиттә, республика Президенты 2010 йылда ҡаласыҡ биләмәһендә булғандан һуң, уны һаҡлап ҡалыуҙа, ғилми йәһәттән өйрәнеүҙә һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә вәғәҙәләне һәм һүҙендә торҙо: 2011 йылда Башҡортостан Хөкүмәтенең бойороғо менән «Боронғо Өфө» музей-ҡурсаулығы» дәүләт-бюджет ойошмаһы булдырылды. Әммә Президентыбыҙ берәү, ә дәүләт ойошмалары – күп тармаҡлы. Тимәк, ҡайһылыр власть органдарында алда әйтеп кителгән закондар ҙа, бойороҡтар ҙа үтәлмәй.
Көньяҡ Уралдың иң ҙур, уникаль тарихи-археологик ҡомартҡыһы тураһында беҙгә Рәсәй Фәндәр академияһы Археология институтының төп ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре докторы профессор Игорь Леонидович КЫЗЛАСОВ һөйләне.

– Игорь Леонидович, Өфө-II ҡаласығының әһәмиәтен нисек баһалайһығыҙ?
– Бындай ҡомартҡы башҡа бер ерҙә лә юҡ. Көнсығыш Европала ул айырым урын биләй, сөнки дүрт метр тәрәнлектәге ҡатламдар башҡа ерҙә осрамай. Был әлеге ҡаланың III – XVI быуаттар дауамында йәшәгәнен иҫбатлай. Башҡалар, әйтәйек, Киев, Мәскәү, Новгород, Ҡазан бер урында ул тиклем оҙаҡ тормаған. Әммә бында кемдер менән ярышыу түгел, ә объекттың уникаль булыуын аңлау мөһим. Ҡаласыҡты асыҡлау һәм өйрәнеү ғалимдарҙың урта быуаттар дәүеренә ҡарашын бөтөнләй үҙгәртә. Беҙ Днепр, Волга сауҙа юлдары тип һөйләргә өйрәнгәнбеҙ, ә бында, Ҡариҙел йылғаһының Ағиҙелгә ҡойған урынында, Византиянан алып Урта Азияға тиклем иҡтисади ғына түгел, сәйәси, мәҙәни бәйләнештәрҙең дә булыуы асыҡ сағыла. Өфө-II Көнсығыш менән Көнбайыш араһында бик етди майҙан булған.
«Мәңгелек менән бәхәсләшмәйҙәр»Ҡаласыҡтың әлегә бәләкәй генә бер өлөшө тикшерелгән. Бында ҡыҙыҡлы һәм, иң мөһиме, көтөлмәгән әйберҙәр бик күп. Ысынын әйткәндә, археология, фән булараҡ, Көньяҡ Уралда бындай ҡомартҡы табылырын һис тә көтмәгәйне. Башҡортостандың баш ҡалаһы һәм, ғөмүмән, республика ҙур тарихи-мәҙәни өҫтөнлөк ала. Тикшеренеүҙәр барышында боронғо ҡаланың әһәмиәте тағы ла артасаҡ. Бында табылған археологик материалдарҙың тарих фәнендә төрлө биләмәләргә ҡарата булған күҙаллауҙарға төҙәтмәләр индереүе генә түгел, ә ҡайһы бер яңылыш фекерҙәрҙе кире ҡағыуы тураһында ла әйтергә мөмкин. Бында тик бер генә мәсьәләне хәл итеү мөһим: ҡомартҡыны һаҡлап ҡалырға һәм артабан өйрәнергә кәрәк.
– Ни өсөн ҡайһы бер археологик ҡомартҡыларҙы өйрәнеү өсөн дәүләт ҙур күләмдә аҡса бүлә, улар тураһында документаль фильмдар төшөрөлә, ә бәғзе берәүҙәренә, атап әйткәндә, Өфө үҙәгендә табылған боронғо ҡаласыҡҡа иғтибар самалы?
– Барыһы ла йәмғиәттең аң-фекерләү кимәленән тора. Ә аң-фекерләү кимәлен, аңлауығыҙса, формалаштырырға була. Бының төрлө юлдары бар, әммә, минеңсә, аң кимәлен мифологияға таянып түгел, ә аныҡ материалдарға нигеҙләнеп үҫтереү зарур. Өфө-II ҡаласығы тап ана шундай күренеш булып тора ла инде. Уның күләме, кимәле профессионалдарҙы хайран ҡалдыра. Бында тәүге тапҡыр аяҡ баҫҡанымда, ике-өс көн һушыма килә алмай йөрөнөм.
Дәүләт – абстракция түгел, ул билдәле бер чиновниктар аппараты. Бөгөн чиновник аҡыллы икән, иртәгә ул аҙ белемле йәки бөтөнләй аҡылға һай булыуы ихтимал. Ул саҡта ни эшләргә? Ҡабаттан уларға аңлатырға, дәлилдәр килтерергә. Дәүләткә мәҙәни йәһәттән йоғонто яһау – гуманитар фәндәр иңенә ятҡан иң ауыр эштәрҙең береһелер, минеңсә. Әммә беҙгә сигенер урын юҡ.
– Киев, Мәскәү, Ҡазан, Болғар кеүек тарихи ҡалаларҙың йәше, статусы тап ошо Өфө-II кеүек ҡаласыҡтар нигеҙендә билдәләнгән. Тик ниңәлер Өфөнөң йәшен – ер аҫтынан ҡаҙып сығарылған хәҡиҡәтте әле булһа танырға теләмәйҙәр, шик аҫтына ҡуялар...
– Йәмғиәттә танылыу алыу менән фәнни йәһәттән иҫбатланыуҙы айырып ҡарарға кәрәк. Ҡаласыҡтың IV быуатта уҡ булғаны ғалимдар тарафынан күптән раҫланған. Улай ғына ла түгел, сит ил лабораторияларында үткәрелгән тикшеренеүҙәр бөгөн III быуат тураһында ла ышаныслы әйтә ала. Археологик йәһәттән танылыуға килгәндә, бында ла белгестәр араһында бәхәс юҡ: материалдарҙың ниндәй быуатҡа ҡарауы теп-теүәл билдәләнә, сөнки улар күпселек тарихи ҡомартҡыларҙа оҡшаш. Ә бына бында табылған Византия ҡомартҡылары (һүҙ V быуатта Византияла ҡойолған алтын аҡса тураһында бара. – Авт.) Башҡортостанды бөтөнләй икенсе киңлеккә сығара, боронғо тарихҡа алып барып бәйләй. Шуға күрә был уникаль урын күп йәһәттән ҙур әһәмиәткә эйә. Шул иҫәптән бик ҡатмарлы археологик эштәр үткәреү полигоны булараҡ та. Был тәңгәлдә республиканың ҡайһы бер интеллектуаль өҫтөнлөктәре бар. Беҙҙең биләмәлә бер экспедиция ла бындай ҡомартҡыны осратҡаны юҡ, тимәк, Өфө археологтары, миҙгелгә бер нисә тапҡыр тикшеренеү эштәренең яңы методикаһын булдырыу өҫтөндә уйларға мәжбүр. Археологик полигон булараҡ, бында донъя кимәлендәге мәктәп ойошторорға, сит ил белгестәре менән халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте яйға һалырға.
Европа тарихы фәнендә Урта быуаттар IV быуаттың 70-се йылдарынан башлана. Боронғо башҡорт ҡалаһында иһә урта быуаттарҙың башы, үҫешкән һәм үҫешеп еткән осоро, бихисап дәүләттәр һәм мәҙәни традициялар алмашыныуы күҙәтелә. Боронғо Европа карталарында хәҙерге Өфө урынында Башҡорт исемле ҡаланы табырға була. Ҡалаға халыҡ атамаһын биреү, тәү сиратта, VIII – IX быуаттарҙа формалашҡан ғәрәп географик традицияһына хас. Хатта тарихи картография өсөн дә Башҡортостанда яңы мөмкинлектәр асыла.
Ә инде ошондай бай тарихлы урында торлаҡ йорттар төҙөүгә килгәндә, шуны әйтер инем: төҙөлөш ойошмалары ниндәй ҡомартҡыны йәки ниндәй ерҙе аҡтарыуҙарын белергә бурыслы түгел, был уларҙың профессиональ эшенә, белеменә ҡарамай. Әммә уларға хәлде аңларға ярҙам итергә кәрәк. Утыҙ ҡатлы йорт һалыу – ҙур оҫталыҡ, тик үҙен ысын оҫта тип һанаған кеше икенсе оҫтаның да эшен күрә белергә тейеш. Әлбиттә, йорттар һалырға, ҡаланы төҙөкләндерергә кәрәк, тик бындай ҡомартҡыны емерһәк, уны бер ҡасан да тергеҙеп булмаясаҡ! Бер нисә йылға уңайлы шарттар булдырам тип, мәңгелекте юҡҡа сығарасаҡбыҙ. Үҙ милләтеңдең, башҡа халыҡтарҙың мәҙәни һәм тарихи тамырҙарын өҙә сабыу аңлы кешеләрҙең эше түгел. Мәңгелек менән бәхәсләшмәйҙәр.
Үҙенең интервьюларының береһендә Игорь Кызласов: «Тарихи процестың юғары выжданлылығы ата-бабаларыбыҙҙың, ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, киләсәк быуындар өсөн йәшәүендә. Улар нәҫел-нәсәбенә бер ҡасан да хыянат итмәй, тик киләсәктең дә үткәндәргә тоғро булыуы мөһим», – тигән. Бөгөн күп өлөшө юлдар, йорттар аҫтында ятып ҡалған Өфө-II ҡаласығын ҡыйратып йәки быға юл ҡуйып, ошо юғары выжданлыҡ сылбырын өҙәбеҙ түгелме? Ата-бабаларыбыҙҙың йән, көс, аҡыл һалып йәшәгән донъяһын ергә күмһәк, иртәгә үҙебеҙҙең йәнтөйәктең киләсәк быуындарҙың башҡа һыймаҫлыҡ сит-ят техника-технологиялары аҫтында ятып ҡалыуы ихтимал. Өйрәнелмәйенсә, ҡомартҡы итеп бер ус тупраҡ та һаҡланмайынса...
«Мәңгелек менән бәхәсләшмәйҙәр»




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873