Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көньяҡ төбәккә ҡеүәт
Көньяҡ төбәккә ҡеүәтСибай педагогия училищеһында (хәҙер — колледж) 18 йыл эшләп киттем. Ғүмер үтә барған һайын, уңыштарымдың шишмә башы тап шунда булғанына инанам. Оҙаҡ йылдар бергә эшләгән хеҙмәттәштәремде һағынып иҫкә алам — уларҙың һәр ҡайһыһы күңелемдә айырым урын биләй. Ҡыуаныстар, ҡайғылар, уңыштар, юғалтыуҙар, тынғыһыҙ эҙләнеүҙәр, табыштар — барыһын да бергә үткәнбеҙ. Белем усағының ярты быуатлыҡ юбилейы йылында үткәндәр иҫкә төшә, күңелемдән генә хеҙмәттәштәрем менән һөйләшәм, яҡты донъянан киткәндәрен иҫләп, илап та алам... Шул уҡ ваҡытта, әле дәртләнеп эшләп йөрөгән йәштәрҙе күҙ алдына килтереп, шатлыҡ тойғоһона юл бирәм.

Коллективтың көсө нимәлә?

1974 йылда юғары уҡыу йортон тамамлағас, Сибай педагогия училищеһына эшкә тәғәйенләндем. Яу юлдарын үткән ир-аттан, тыл хеҙмәтендә сыныҡҡан ҡатын-ҡыҙҙан, һуғыш осоронда тыуған быуын вәкилдәренән тупланған коллектив алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып, янып-көйөп эшләй ине бында. Ифрат дәртле, һәр саҡ йүгереп йөрөгән директор Хөснөтдин Хәмитов, уның урынбаҫары, һәр һүҙен уйлап, еренә еткереп һөйләгән Фәриҙә Бикбулатова эш баҫҡысындағы тәүге остаздарым булды. РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәриҙә Ғарифулла ҡыҙының педагог булараҡ формалашыуымда өлөшө айырыуса ҙур. Ул бик талапсан ине, әммә бер ваҡытта ла күңелде һүрелтерлек итеп шелтәләмәне. Дәресеңә инеп сыҡҡандан һуң кабинетына саҡырып, эшеңә яйлап ҡына анализ яһар, етешһеҙлектәргә күскәнгә тиклем яҡшы яҡтарыңды һанап сығыр, шунан ғына теләктәрен кәңәш һымаҡ ҡына итеп әйтеп бирер ине. Һөҙөмтәлә Фәриҙә Ғарифулла ҡыҙының янынан ҡанатланып сығаһың, тағы ла ҙурыраҡ тырышлыҡ менән эшкә тотонаһың. Остазымдың: “Рәсимә, иҫкәрмә алғандан һуң үпкәләп йөрөмәүең оҡшай. Эшләгәндәрҙең генә төҙәтерҙәй кәмселектәре була ул. Үҫергә теләгән кеше үпкәләмәй”, — тигән һүҙҙәрен бер ваҡытта ла онотмайым.
Директорыбыҙҙы "Хәмитов ағай" тип йөрөтәләр ине. Ул училищеға етәксе булып килгәнгә тиклем байтаҡ ваҡыт ябай уҡытыусы, мәктәп директоры, ҡаланың мәғариф бүлеге мөдире булып эшләгән. Был яҡтарҙа танылған шәхес, ысын педагог ине Хөснөтдин Хәйбулла улы. Ул бер ваҡытта ла ваҡланманы, үс алманы, һүлпәнлекте яратманы. Алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәгән директорыбыҙ ауыл балаларынан ысын интеллигенция вәкилдәрен тәрбиәләү өсөн янып-көйөп эшләне. Тура һүҙле, үткер күҙле, саф күңелле кеше ине ул. Һәр студенттың тыуған районын, ауылын, ата-әсәһен белә, уларҙан мәктәптәренең хәлен белешә, ятаҡ тормошон иғтибарҙан айырмай, йәштәр менән бергә шахмат уйнай, волейбол һуға, әҙәби кисәләрҙә шиғыр һөйләп ебәрә, инәлтеп тормайынса бейергә лә төшөп китә...
Былтыр республикала Хөснөтдин Хәйбулла улының 80 йәше ҙурлап билдәләнде. Театр бинаһында уҙғарылған тантана уҡытыусы һөнәренә ысын мәҙхиә булып яңғыраны кеүек. Хөкүмәт етәкселәре, район хакимиәттәренең мәғариф идаралығы башлыҡтары, уҡытыусылар Хәмитовҡа рәхмәт әйтергә сиратҡа баҫты, уға ололап баш эйҙе.
Хөснөтдин Хәйбулла улы ҡатыны Фәниә Зәйнулла ҡыҙы менән һаман да төбәгебеҙ, милләтебеҙ өсөн янып йәшәй: Сибай ҡалаһында мәғарифҡа арналған үҙенсәлекле музей астылар, китаптар яҙалар.
Училищела эшләгән йылдарҙа Үҙәктән бер туҡтауһыҙ яңы уҡытыу методикалары тәҡдим ителде, уларҙы теүәл үтәүҙе талап иттеләр, дәрес конспекттары даими тикшерелде. Һәр кем эшен беренсе урынға ҡуя торғайны: иртәнге һигеҙҙә башланған хеҙмәт күп осраҡта киске сәғәт 10-11-ҙә генә тамамлана. Партия йыйылыштары, сәйәси уҡыуҙар, педагогик кәңәшмәләр, конференциялар, һайлауҙар… Сабый балаңды өйҙә ҡалдырып эшкә сығырға тейешлегеңә лә ҡарамаҫтан, ҡабул ителгән режимға, тәртипкә ҡаршылыҡ, ризаһыҙлыҡ күрһәткән кеше булманы. Партия ойошмаһы секретары Татьяна Палагичева бик ҡәтғи һәм ғәҙел кеше ине.
Училищела Рәсәй, республика кимәлендәге ҙур кәңәшмәләр үтте, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында ғилми конференциялар, махсус урта һөнәри белем биреүсе уҡыу йорттарының йолаға әйләнгән көҙгө осрашыуҙары ойошторолдо. Ғөмүмән, Х.Х. Хәмитов етәкселегендәге училище ил кимәлендә танылды. "Көньяҡ Урал блондины"н (ҡуңыр йөҙлө булғанға күрә, директорыбыҙҙы шаяртып шулай тип йөрөттөләр) һәр ерҙә ихлас ҡаршылап, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торҙолар. Етәксе кешегә һөйкөмлөлөк, кешелеклелек бик мөһим шул. Ҡырҡ ата балаһынан торған ҙур коллективты ошо сифаттары менән үҙенең артынан эйәртә алды етәксебеҙ. Уҡыу бинаһы буйлап көнөнә нисә тапҡыр йүгереп үтте икән ул?
Туҡһанынсы йылдар башында республика кимәлендә уҡытыу оҫтылығы буйынса ярыштар башланды. Х.Х. Хәмитов был идеяны дәртләнеп ҡабул итте. Башта педагогия училищелары араһында дәрестәр конкурсы ойошторолдо. Һынауҙы миңә башларға тура килде. Өфөнөң 1-се педагогия училищеһында башҡорт теленән дәрес үткәреп, II урынды яуланым. Унан мине республика кимәлендә уҙғарылған конкурсҡа ебәрергә ҡарар иттеләр. Баш ҡаланың 20-се мәктәбендә уңышлы сығыш яһап, финалға сыҡтым. Алты еңеүсе Фрунзе урамындағы йәмғиәт йорто сәхнәһендә көс һынаштыҡ. Был заманы өсөн ифрат ҙур яңылыҡ ине. I урынды Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килгән уҡытыусыға бирҙеләр. Конкурста бүләккә алған гәлсәр вазаға һаман да сәскәләр ҡуям.
Аҙаҡ Мәскәүгә Рәсәй конкурсына барып, Маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр менән ҡайттым. Минән һуң хеҙмәттәштәремдән И.К. Илембәтова, Ә.Я. Ғөбәйҙуллина, Ф.Ф. Сарбулатова һәм башҡалар ошондай уҡ һынауҙы үтте. Коллектив өсөн ҡаҙаныштарыбыҙ ҙур шатлыҡ, ғорурлыҡ булды.
Уҡыу йортоноң әлеге уҡытыусылары ла изге йоланы боҙмай, уңыштары менән һөйөндөрә. Мәҫәлән, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Г.М. Шакирова, Г.Д. Харисова конкурстарҙа еңеү яуланы, икеһе лә "Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы" тигән маҡтаулы исем алды. Ғөмүмән, колледжда педагогтарға уңышлы эшләү өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Коллективтың көсө тап ошоноң менән билдәләнә лә инде.

Етәкселәрҙән уңдыҡ!

Тарихҡа килгәндә, Сибай педагогия училищеһы 1963 йылдың 15 июлендә асылған. Тәғәйен бинаһы, матди базаһы булмаған, коллективы ла тупланмаған уҡыу йортон һәр яҡлап үҫтереүҙә Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Ленин ордены кавалеры, бихисап хәрби миҙал, награда, К. Ушинский миҙалы менән бүләкләнгән Б. М. Мәмбәтҡоловтың өлөшө ифрат ҙур.
Тәүге студенттар ҡуртымға алынған мәктәптәрҙә икенсе сменала уҡый. Б. М. Мәмбәтҡолов училищеға йәш уҡытыусыларҙы йәлеп итеүгә күп көс һала. Уның менән бергә эш башлаған Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Н. И. Карпова әле иҫән, ул заманында училище директоры урынбаҫары була. Урыҫ теле һәм әҙәбиәтен өйрәткән педагогтар Е. И. Широкова менән Ф. Ә. Собханғолованы ла оноторлоҡ түгел. Евдокия Ивановна, өлкән быуын интеллигенцияһы вәкиле булараҡ, ифрат белемле, итәғәтле, йыйнаҡ, эш өсөн йәнен фиҙа ҡылырҙай кеше ине. Шул осорҙа Өфөләге 2-се музыка училищеһын тамамлаған С. К. Йәнтүрина (Буранбаева) ла ошонда хеҙмәт юлын башлаған.
Мин эшләгән йылдарҙа бында мәктәп һәм хеҙмәт бүлеге бар ине. Һуңыраҡ ҡыҙҙарҙы ҡул, өй эштәренә өйрәтә торған белгестәр уҡытырға рөхсәт бирҙеләр. Мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеларына тәрбиәселәр әҙерләү бүлеге 1981 йылда асылды. Әсбаптар, методик күрһәтмәләр юҡ кимәлендә, техник саралар тураһында хыялланырға ғына мөмкин. Дәрестәрҙә ҡулланыу өсөн плакаттар, перфокарталар, карточкалар эшләйбеҙ, дәүләт имтиханы билеттары, әҙәби гәзит-журнал да ҡулдан яҙыла.
Студенттарыбыҙ ҙа практикаға шулай әҙерләнеп бара торғайны.
Шулай ҙа бер саҡ ҙур хыялым тормошҡа ашты: Өфөнән башҡортса баҫыу машинкаһы алып ҡайтып, эштә рәхәтләнеп ҡуллана башланыҡ.
Уҡыу йорто 1963 йылдан алып ете меңдән ашыу педагог әҙерләгән. Беҙҙең егеттәр һәм ҡыҙҙар республика мәктәптәрендә алдынғы уҡытыусылар, мәктәп директорҙары, район һәм ҡала хакимиәттәренең мәғариф идаралығы етәкселәре, дәүләт эшмәкәрҙәре, фән кандидаттары, докторҙары булараҡ билдәле. Мәғариф учреждениеһын үҫтереүҙә һәр директорҙың тос өлөшө бар: Б.М. Мәмбәтҡолов, уҡыу йортон асып, эште ойошторһа, Х. Х. Хәмитов биш ҡатлы ятаҡ һалдырып, тамаша залы, оҫтаханаларға өҫтәмә ҡаттар эшләтте, спорт залы, бынамын тигән ашхана, музыкаль блокка төкәтмә төҙөттө. Зәйтүнә Йәнбәкова иһә — директорҙарҙан тәүге фән кандидаты. Ул эште коллективтың тәжрибәһенә таянып башланы, ҡайһы берәүҙәр кеүек "Мин директор булғас, уҡыу йортоноң тарихы яҙыла башланы!” тигән ҡараштан алыҫ торҙо. Зәйтүнә Йәнбәкова белем усағына яңы һулыш бирҙе: фәнгә иғтибар артты. Колледж тормошо өсөн янып йәшәгән, тынғыһыҙ директор ятаҡты, уҡыу корпустарын ремонтлатты. Тағы ла бик матур сифаттарының береһе — өлкән быуын вәкилдәре менән бәйләнеште өҙмәй. "Ололарҙы ололаһаң, ололарҙар үҙеңде!" тип халыҡ бушҡа ғына әйтмәй.

Ғүмерҙең иң гүзәл мәле

15 йәше яңы тулған ауыл балалары урта махсус белем биреү йортона уҡырға килә. Күпме хыял, өмөт уларҙа! Ә күңелдәре аҡ ҡағыҙҙай: ни теләһәң, шуны яҙырға була.
18 йыл эсендә дүрт төркөмгә куратор булдым. Эштең уңышлы барыуында бүлек мөдиренең шәхси һыҙаттары ла бик мөһим. Студентты аҙым һайын эҙәрлекләп, бәләкәй кенә хатаһы өсөн дә ҡыуҙырырға янаған кеше менән уртаҡ тел табыуы ҡыйыныраҡ. Бер төркөмөмдә егеттәр күп ине, араларында армиянан ҡайтҡандар ҙа бар. Бүлек мөдире менән уларҙың һәр ҡайһыһы өсөн көрәшергә тура килде. Һөҙөмтәлә егеттәрҙең барыһына ла диплом биреп сығарҙыҡ, улар төрлө тарафта уңышлы эшләп йөрөй.
Мәктәп бүлегенә 20 йыл буйы Светлана Йәнтүрина (Буранбаева) етәкселек итте. Яғымлы, йомшаҡ һүҙле, әсәләрсә хәстәрлекле педагог кураторҙарҙың яҡын кәңәшсеһе ине, студенттар менән дә тығыҙ аралашты. Ул эшләгән йылдарҙа мәктәп бүлеге бик күтәрелде, уҡыу йорто көньяҡ-көнсығыш төбәктең мәҙәниәт усағына әйләнде. Училище гөрләп тора: яҙыусылар менән осрашыуҙар үткәрәбеҙ, БДУ-ның студенттары практика үтергә килә, төрлө аҙналыҡ, конкурстар даими ойошторола. Ауыл мәктәптәрен шефҡа алыу, халыҡ алдында тәрбиә мәсьәләләре хаҡында сығыш яһау, гәзит-журналға яҙылыу мәлендә ятаҡтарға, цехтарға барып осрашыуҙар уҙғарыу, милли матбуғатты пропагандалау — барыһын да ҙур ихласлыҡ менән башҡарҙыҡ. Был эштәрҙә студенттарыбыҙ ҙа бергә йөрөй, үҙен халыҡ алдында тоторға өйрәнә...
Бөгөн дә уҡыу йорто йолаларҙан тайпылмай, заман менән бергә ҡыйыу атлай. Студенттар республика, Рәсәй конкурстарында әүҙем ҡатнаша, призлы урындар яулай. Колледжда 100-ҙән ашыу педагог эшләй, уларҙың етәүһе — "Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы", 15-е — "Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы", 16-һы "Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы" исемдәрен лайыҡлы йөрөтә. Көслө педагогтар ҡулында төплө белем, ныҡлы тәрбиә алған студенттар остаздары өлгөһөндә бейек үрҙәргә ынтыла.

Ҡанаттар осҡанда нығына

Һәр уҡыу йорто үҙендә уҡып сыҡҡан билдәле кешеләре менән данлы. "Иң яҡшы уҡытыусының да уҡыусыһы үҙенән яҡшыраҡ булырға тейеш", тиҙәр. Сибай педагогия колледжын тамамлағандарҙың араһынан, мәҫәлән, республика Хөкүмәтендә оҙаҡ йылдар эшләгән, әле Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетында халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан Буранбай Күсәбаевты күптәр белә. Юлай Аҡбашев иһә 30 йылдан ашыу Ейәнсура районында яуаплы вазифалар башҡарҙы. Философия фәндәре докторы, "башҡорт Сухомлинскийы" исемен алған Самат Мөхәмәтйәновты кем генә белмәй! Тарих фәндәре докторы Роза Буканова иһә ил инәһе булып танылды. Математика фәндәре докторы Әхтәр Ғайсиндың да исеме киң билдәле; Мәүлиҙә Яҡупова — танылған журналист, бихисап китап авторы; Нәфисә Тулыбаева — Республика халыҡ ижады үҙәгендә директор урынбаҫары, шағирә; Алһыу Сирғәлина — республиканың Мәҙәниәт министрлығы белгесе; Илшат Үтәев — Хәрби дан музейы директоры; Гөлдәр Хәмитова — Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары; Кинйә Күскилдин — Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы —Ҡоролтай депутаты; Рәмил Арыҫланов — тау колледжы директоры; Фирҙәүес Шәйхисламова — Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы белгесе; Фирүзә Исҡужина — филология фәндәре кандидаты, БДУ-ла оҙаҡ йылдар декан урынбаҫары булып эшләне, дәреслектәр авторы; Әнисә Муллағолова — филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның Нефтекама филиалында кафедра мөдире булды, әле Мәғариф министрлығында хеҙмәт итә; Әхәт Мортазин — Башҡортостан телевидениеһы һәм радиоһы алып барыусыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы; Алһыу Бәхтиева — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, танылған йырсы... Сығарылыш студенттары араһында шулай уҡ арҙаҡлы уҡытыусылар, тәрбиәселәр, төрлө яуаплы вазифала эшләүселәр бихисап. Барыһы ла бынамын итеп донъя көтә, балалар үҫтерә, халҡы, милләте өсөн янып йәшәй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873