Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » ДИНИ ТӘРБИӘ ОРЛОҠТАРЫ КҮҢЕЛ АША ҒЫНА ҺАЛЫНА
Ун бишенсе дәрес

1. "Ислам мәҙәниәте нигеҙҙәре"

"Мәккәгә хаж ҡылыу"

Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм Мәккәлә тыуған һәм йәшәгән, шуға ла был ҡала изге һанала, мосолмандың хажға барып ғибәҙәт ҡылыуы ла иң мөҡәддәс бурыстарҙан иҫәпләнә. Элегерәк был сәфәр ифрат ҡиммәткә төшкән һәм оҙайлы ваҡыт талап иткән. Мәккәгә барып ҡайтҡан кешенең даны киң таралған, исем-шәрифе алдына "хаж" тигән һүҙ өҫтәлгән: Хажмөхәммәт, Хажғәли, Хажсолтан, Хажинур кеүек исемдәр, аҙаҡ фамилиялар шулай барлыҡҡа килгән.
Әле лә изге сәфәр ойошҡан рәүештә башҡарыла, Мәккәгә теләгән һәр кем барып ҡайта ала. Зөлхизә айында башҡарылған хаж ғибәҙәте һәр йылда төрлө ваҡытҡа тура килә. Быйыл, мәҫәлән, октябрҙә булды. Хаж ғибәҙәтен үтәү айырым тәртиптә алып барыла һәм зөлхизә айының 13-сө көнөндә икенде намаҙы менән тамамлана. Был көндә донъяның төрлө төбәгенән йыйылған миллиондарса мосолман бергәләп тәҡбир әйтә.

2. "Донъя диндәренең мәҙәниәт нигеҙҙәре"

"Дини мәҙәниәттә сәнғәт"

Был дәрестә дини мәҙәниәттәге сәнғәт ҡаҙаныштары менән таныштырыу мөһим. Икона, арабеска, шәмдәл, Будда статуяларының һүрәттәрен йәки видеояҙмалар ҡулланып, уҡыусының белемен тикшерергә мөмкин. Уларҙан теге йәки был сәнғәт әҫәренең, башҡарған эштәрҙең ниндәй дингә ҡарағанлығы хаҡында һөйләтеп, белемен нығытыу яҡшы булыр. Мәҫәлән, урамдарҙа, скверҙарҙа, йорт ихаталарында таштар өйөмө яһап, унда сәскә, ҡыуаҡтар үҫтерәләр. Бындай баҡсаның, шулай уҡ башҡа төрлө биҙәүҙәрҙең ниндәй дингә хас булғанын белеү уҡыусыларға яңы мәғлүмәт өҫтәр.

3. "Донъяуи этика нигеҙҙәре"
"Әхлаҡлылыҡ нимә ул?"

Башҡорт халҡының данлыҡлы "Урал батыр" эпосында төп фекер — яҡшылыҡ менән яуызлыҡтың алышы. Һөҙөмтәлә тәүгеһе еңеп сыға, әммә икенсеһе лә үлмәй. Тимәк, ерҙә яҡшылыҡ менән бергә яуызлыҡ та йәшәүен дауам итә. Ә инде уларҙың ҡайһыныһына өҫтөнлөк биреү кешенең үҙенән тора. Мәҫәлән, Урал батыр ағаһын яҡшылыҡ юлына баҫтырырға теләй, ә Шүлгәндең яман ҡаны еңә.
Һин һүҙеңдә торманың,
Яҡшыға юл борманың,
Атам һүҙен тотманың,
Әсәм һүҙе йоҡманы.
Бөтә илде һыу иттең,
Кеше ҡанын ҡойорға
Дейеүҙәрҙе өҫкөттөң.
…………………………
Яманлыҡты яҡшылыҡ
Еңгәнен хәҙер белдеңме?
Кешеләрҙең донъяла
Өҫтөнлөгөн күрҙеңме?
Халыҡ аҡылы Урал менән Шүлгән образы аша яҡшылыҡҡа ынтылыуҙың, әхлаҡлылыҡтың ниндәй булырға тейешлеген күрһәтә. Эпоста изге һәм яман ғәмәлдәрҙең ниндәй эҙемтәгә килтереүе аныҡ миҫалдар аша бирелә.
Кластағы, үҙ-ара мөнәсәбәттәге төрлө күренешкә яҡшылыҡ, яуызлыҡ төшөнсәләре аша анализ яһарға мөмкин. Әммә, тура һүҙле булам, йәшерә белмәйем тип, иптәшеңдең кире яғын әйтеп, йөҙөнән алыу дөрөҫ булмаҫ. Айырым кешенең яҡшы сифаттарын әйткән саҡта ла, насарлыҡты дөйөмләштереп һөйләү мөһим.

Ун алтынсы —
ун етенсе йомғаҡлау дәрестәре

1. "Ислам мәҙәниәте нигеҙҙәре"
"Уҡыусыларҙың ижади эштәре"

Предмет буйынса дәреслектәр IV кластың — өсөнсө һәм дүртенсе, V кластың беренсе һәм икенсе сиректәрендә уҡытыуға иҫәпләнгән. Әммә бының бик күп уңайһыҙлыҡ тыуҙырырын күҙ уңында тотоп, дәрестәрҙе бер генә класта үткәрергә хәл ителде. Ә әсбаптың йөкмәткеһе шул килеш ҡалды. Шуға күрә уҡыу йылы уртаһындағы ике дәрес үтелгәндәрҙе ҡабатлау өсөн бүленгән. Уларҙа балалар менән ирекле әңгәмә алып барырға, теманы аңлаған-аңламағаны хаҡында һорашырға, яңылыш фекерҙәрен төҙәтергә кәрәк.
Кешелек донъяһы һәр ваҡыт яҡшылыҡҡа ынтылған, киләсәк быуынды һәр яҡлап изгелекле итеп тәрбиәләргә тырышҡан. Диндәр ошо маҡсатты күҙ уңында тота, әммә ғәмәлдәрҙе һәр ҡайһыһы төрлөсә башҡара. Береһе лә яуызлыҡҡа өндәмәй — уҡыусылар ошо хәҡиҡәтте аңларға тейеш.

2. "Донъя диндәренең мәҙәниәт нигеҙҙәре"

"Уҡыусыларҙың ижади эштәре"

Әйтеп китеүебеҙсә, был предметты уҡытыу IV кластың йыл аҙағына һәм V кластың тәүге ике сирегенә иҫәпләнгән. Уҡытыу тәртибенең үҙгәртелеүе, әммә әсбаптың йөкмәткеһенең шул уҡ ҡалыуы сәбәпле, 16-17-се дәрестәр икенсе сирек аҙағына тура килә. Уларҙы үтелгәндәрҙе ҡабатлауға бағышлау дөрөҫ булыр. Һүҙлек менән эшләү мөһим: уҡытыусыға һәр төшөнсәгә ҡарата бик һаҡ булырға кәрәк.

3. "Донъяуи этика нигеҙҙәре"
"Йомғаҡлау дәрестәре"

Үткән дәрестәргә байҡау яһап, уҡыусыларҙан яҡшылыҡ менән яманлыҡ тураһында һөйләтергә, был төшөнсәләргә тормоштан миҫалдар килтерергә, ҡылған ғәмәлдәреңдең үҙеңә кире ҡайтырын аңлатырға кәрәк. "Кешегә соҡор ҡаҙыма, үҙең төшөрһөң", "Һауаға ҡарап төкөрмә, үҙеңә төшөр", "Бер алдаған гел алдар", "Изге эштең иртәһе яҡшы", "Сүлдең ҡамышы булмаҫ — ямандың намыҫы булмаҫ" кеүек мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен тикшереп, балаларҙың үҙҙәренән ошондай кинәйәле төшөнсәләр яҙҙырып ҡарау маҡсатҡа ярашлы булыр. Яҡшылыҡ менән яуызлыҡ көрәше башҡорт халҡының ниндәй эпостарында, әкиәттәрендә сағылдырыла? Уларҙы иҫкә төшөрөп, төп идеяһын билдәләү яҡшы булыр.
Мәҡәлдәрҙең береһен исем итеп алып, ҡыҫҡа ғына инша яҙҙырыу ҙа һөҙөмтә бирер.


Автор: Мәрйәм БУРАҠАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә