Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Гәзит-журналға аҡса юҡ”, — тиеү урынһыҙ
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
“Һине юҡтан бар иткән Аллаһ Тәғәләнең исеменән уҡы!” — тип башлана “Ҡөрьән Кәрим”дәге тәүге аят-кәримә. Раббыбыҙ әҙәм балаһын Ерҙә ғилем өйрәнеү, уны таратыу, киләһе быуындарға еткереү өсөн яратҡан. “Һәр нәмә биреү менән кәмей, ә инде белем уртаҡлашҡан һайын арта ғына бара, — тигән Пәйғәмбәребеҙ үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. — Мосолман ғилемле, аҡыллы, зирәк булырға тейеш”. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, белем алыуға етди ҡарарға бурыслыбыҙ.
Бөгөн, әл-хәмдү лил-ләһ, ғилем туплау юлдары бихисап. Шуларҙың береһе — гәзит һәм журналдарыбыҙ. Улар төрлө телдә донъя күрә. Республикабыҙ мосолмандары, әлбиттә, милли баҫмаларға өҫтөнлөк бирергә, уларҙың яҙмышына битараф ҡалмайынса, үҫешенә үҙ өлөшөн индерергә тейеш. Төбәгебеҙҙең һулышы сағылған, тарихнамәһе яҙылған, халҡыбыҙға рух, иман, дәрт, ғәйрәт биргән, кәңәш-фекергә бай гәзит-журналдарыбыҙ һәр мосолмандың тормошонда ышаныслы юлдашҡа әйләнһен ине. Милли матбуғатыбыҙҙа туған тел, тыуған ер, милләт мәсьәләләре күтәрелеүе бурыстарыбыҙҙы тағы ла киңәйтә: быларҙың барыһын да бергәләп хәл итергә, рухи һәм матди ҡиммәттәребеҙҙе һаҡларға бурыслыбыҙ.
Ошо йәһәттән гәзит-журналдарыбыҙ, шул иҫәптән төп баҫмабыҙ “Башҡортостан”, үҙебеҙҙә генә түгел, хатта ки төбәгебеҙҙән ситтә йәшәгән ватандаштарыбыҙға ла таратылһа, иншаллаһ, Аллаһ Тәғәлә изге эшкә тағы ла ҙурыраҡ бәрәкәтен бирер. Битараф булмайыҡ, милләтебеҙҙе, рухыбыҙҙы, телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр! Милли матбуғат баҫмаларына яҙылып, уларҙы, кәрәк икән, бер-беребеҙгә бүләк итеп, алынған ғилемде таратып, берҙәм йәшәргә насип ҡылһын.
“Аҡса юҡ”, — тип ҡаршы төшөр ҡайһы берәүҙәр. Уларға яуап итеп бер миҫал килтерәм. Өйләнер йәштәге егет: “Эш хаҡым үҙемә лә саҡ етә, әгәр инде өйләнһәм, кәләште, унан сабыйҙы ашатырға, йорт төҙөргә кәрәк буласаҡ...” — тип оҙон-оҙаҡ уйланып йөрөһә, ғүмер буйы яңғыҙ йәшәүе ихтимал. Уның тапҡанына Аллаһ Тәғәлә бәрәкәт тә бирмәйәсәк. “Ҡөрьән”дә был йәһәттән: “Өйләнегеҙ, өйләндерегеҙ, фәҡир икәнһегеҙ, Хоҙай һеҙҙе ярҙамынан айырмаҫ”, — тиелгән. Ошоға бәйле, аҡса юҡлыҡҡа һылтанһаҡ, “юҡ”тан уҙа алмаясаҡбыҙ. Ә инде булғанына шөкөр итеп, матди килемде дөрөҫ тотонһаҡ, Аллаһ Тәғәлә тормошобоҙға бәрәкәтен юллар. Бала донъяға килгән һайын ғаиләлә ҡот арта бит, шуның шикелле, аҡса гәзит-журналға яҙылыуға ғына түгел, башҡа кәрәк-яраҡҡа ла етер. Шунлыҡтан, “матбуғат алдырыу өсөн аҡса юҡ” тип һылтаулау урынһыҙ.
Милли баҫмаларҙы үҙебеҙ генә түгел, балаларыбыҙ ҙа уҡыһын ине. Элек, нисектер, ғаиләлә быуындар бәйләнеше ныҡлыраҡ була торғайны. Хәҙер быға иғтибар кәмеп барғандай: һәр кем үҙ яйына йәшәй. Ә ғаилә ағзалары һәр саҡ бергә булырға, ҡыуаныстарҙы уртаҡлашырға, күмәкләшеп ултырып фекер алышырға, һәр төрлө мәсьәләне уртаға һалып һөйләшергә, бер аҙ бәхәсләшеп тә алырға тейеш. Милли матбуғатты ла ошолай бергәләп уҡыһаҡ, балаларыбыҙ, иншаллаһ, телһөйәр, илһөйәр булып үҫеп, халҡыбыҙҙың яҡты киләсәген тәьмин итәсәк. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә