Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һуң булмағайы...
Һуң булмағайы...Тағы ла тел тураһында
Тауыҡ төшөнә тары керә. Ә тел темаһы яҙыусының теленән төшмәй. Был турала мин дә бер нисә тапҡыр яҙып үткәйнем инде: “Телдән яҙып барабыҙмы?”, "Ни өсөн “Башҡортостан тарихы” уҡытыусылары башҡортса белмәй?” (“Шоңҡар” журналы сайтындағы блогтан).

Урыҫ телендә асылған “УЖ – “Уфимский журнал” порталында тел тураһында, бигерәк тә башҡорт теле хаҡында бик күп темалар күтәрелә һәм алып барыла. Мин дә йыш ҡына унда кереп сығам, ҡыҙыу бәхәстәрҙе күҙәтеп барам, ҡайһы саҡта ҡатнашып та китәм. Әйтергә кәрәк, унда “ултырған” халыҡта һис кенә лә бәхәс мәҙәниәте юҡ, нимә генә башланһа ла, бер яҡҡа борола ла китә. Ул да булһа – йәнәһе, Башҡортостанда башҡа халыҡтарҙың “ҡол хәлендә”, “эт типкеһендә” йәшәүе. Бигерәк тә тел һәм мәҙәниәт өлкәһендә харап икән эштәр. Әйтәйек, бәхәс Сочиҙағы Олимпия уйындары тураһында башлана. Әммә бер нисә өҫтәмәнән һуң ул мотлаҡ Башҡортостанға күсеп (Башҡортостан спортсылары ла, волонтерҙар ҙа ул Олимпиадала ҡатнашасаҡ), тел темаһына төшә башлай. Шунда беҙҙең бахыр олимпиясылар йәл булып китә: уларҙың “алтын” яулай алмаясаҡтары алдан уҡ фаразланған даһа – мәктәптә башҡорт телен көсләп тағыу сәбәпле, спортсыларыбыҙ урыҫса йүнләп белмәй икән! Ә урыҫса һөйләшмәйенсә (Рәсәй ҡалаһында!), шундай оло ярыштарҙа нисек ҡатнашырға һәм еңергә мөмкин – ҡаҙаҡ килеп, башҡортса әйтештә еңә аламы? Тимер логика, әйтәгүр, йүкәлә икән сәтләүек, тигәндәй...
Былары һүҙ араһында ғына, әтәсегеҙ күкәй һаламы, тигән һымаҡ. Әммә Интернеттағы төрлө форумдарҙы байҡай торғас, мин тел мәсьәләһенең ысынлап та етди торғанлығына ышана башланым. Иң ҡыҙыҡ мәғлүмәттәр, ғәҙәттә, мәҡәләләргә комментарийҙар араһында килеп сыға. Мәҫәлән, МДУ-ның журналистика факультетына уҡырға кергән беренсе курс студенттарынан диктант яҙҙырып ҡарағандар икән. Һәм шуны асыҡлағандар: илебеҙҙең ИҢ юғары уҡыу йортоноң ИҢ яҙма факультетына ингән (“гәзит төркөмдәре” тураһында һүҙ бара) ИҢ алдынғы яҙыусылар (яҙышыу һөнәрен һайлайҙар бит) бер һүҙҙә өсәр хата яһай, имеш. (Кереп ҡараһағыҙ, үрҙә телгә алынған порталда был фактты ла “башҡорт телен көсләп тағыу”ға япһарғандарын күрерһегеҙ)!
Һөҙөмтәләр шулай тип күрһәтә журфак уҡытыусылары: студенттарҙың 82 проценты диктантты яҙа алмаған, йәғни унда һигеҙҙән күберәк хата ебәргән (һигеҙҙән әҙерәк хата яһаған кешене был осраҡта ни өсөндөр яҡшы яҙа тип ҡабул иткән булғандар). Рекорд – бер диктантта 80 хата! Иң ҡыҙығы: БДИ-ны 100 балға тапшырып ингән 15 отличниктың да унауһы “икеле” алған!
“Чукча уҡыусы түгел, чукча – яҙыусы!” тигән көләмәстең киреһе килеп сыға бында. Хәйер, мин (яңылыштандыр) журналистика факультетына ингәс түгел, ә инер алдынан диктант яҙҙыралар, тип уйлай торғайным. Һәр хәлдә, үҙем абитуриент саҡта инша яҙғанымды хәтерләйем. Юғиһә был нисектер сәйер тойола – машина йөрөтә белмәгән кешене водитель итеп эшкә алалармы? Хәҙер ни эшләтергә ул хәсрәт абитуриенттарҙы – кире ҡыуып сығарырғамы ни? Ләкин улар законға ярашлы һынау үтеп, ректор әмере менән студент тип иғлан ителгән дәһә!
БДУ-ның журналистика факультетында диктант яҙалармылыр – асыҡлай алманым. Яҙһалар ҙа, уның йомғаҡтарын берәйһе Интернетҡа сығарып ҡуймаҫтыр инде – беҙҙә улай үҙ-үҙеңдән көлөү йолаһы юҡ. Әммә шуны ла билдәләр инем: был донъяла яҙыусылар бик әҙ генә ул, ә бына уҡыусылар күберәк. Шуға ла, бәлки, МДУ журфагының был мәсхәрәле хәлен ҡағиҙә түгел, ә иҫкәрмә тип ҡабул итергә лә (улар үҙҙәре лә аптырап ҡалған) “Артабан ни эшләргә?” тигән һорау ҡуйырғалыр? Тотош илдән йыйып алынған иң яҡшы “яҙыу оҫталары”ның күрһәткесе беҙгә икенсе нәмә хаҡында иҫкәртә түгелме: кәрәкме хәҙерге кешегә, ғөмүмән, заман йәмғиәтенә яҙыу оҫталығы?
Мәктәптәге тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә балаларҙың диктант яҙып ултырыуын мин дә әллә ни хупламайым. Тел дәресе булғас, кеше унда телмәргә, йәғни һөйләргә өйрәнергә тейеш. Матур телмәр, оратор оҫталығы, йәғни риторика борондан уҡыу йорттарының төп предметы булған бит. Әҙәбиәттә иһә – әйҙә, уҡыһын, әҫәрҙе тикшерһен, унда күтәрелгән темаларға бәхәсләшһен. Сөнки әҙәбиәт ул – матур телмәр ҙә, яҙыу өлгөһө лә, тарих та, мәҙәниәт тә, сәнғәт тә, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәре лә. Юҡҡамы ни академик Сахаровтың ҡатыны президент Путин менән осрашҡанда мәктәптә әҙәбиәт дәрестәрен күбәйтеүҙе һорағайны.
“Ә яҙырға ҡайҙа өйрәтергә һуң уларҙы?” – тип һораусылар булыр. Кәрәкмәй уларҙы яҙырға өйрәтеү. Өс һүҙҙән бер һөйләм төҙөп, өс һөйләмде бергә теҙә белһә, еткән хәҙерге кешегә. Күпселеккә ғүмер буйы шунан артығы кәрәкмәй, хәҙер хатта туғандарына хат та яҙмайҙар. Ун бер йыл буйы һабаҡ алып, мәктәптә иң яҡшыларҙан һаналып килеп, ябай диктантты ла (кеше ижекләп уҡып торған кескәй хикәйәне) хәрефтәр ярҙамында ҡағыҙға күсерә алмаған (V класс эше) абитуриенттар миҫалы беҙҙе ана шул хаҡта иҫкәртә: яҙыу мөһим түгел, уны күптән инде береһе лә әллә ни кәрәк нәмә тип һанамай! Яҙыу иң беренсе нәүбәттә ҡағыҙға бәйле, ә ҡағыҙҙан уҡыу әлегә һаҡланһа ла, ҡағыҙға яҙыу тигән төшөнсә тиҙ арала әйләнештән төшөп ҡалырға тора. “Электрон мәғлүмәт йөрөтөүселәр” тип саң ҡаҡҡан ил етәкселеге лә һөйләй был турала, әҙер яуаптарға билдә ҡуйып, БДИ тапшырып ултырған балалар ҙа күрһәтә. Ошо йәһәттән МДУ абитуриенттарының хәлен аңларға мөмкин: улар быға тиклем бит бөтә нәмәһен дә компьютерҙа эшләгән, ә компьютер яҙма барышында хаталарҙы үҙе күрһәтеп, иҫкәртеп бара. “Ҡулдан мин хәҙер бер нәмә лә яҙмайым, берәй нәмәгә ҡул ҡуйырға кәрәк булыр тип кенә ручка йөрөтәм”, – ти торғайны минең бер журналист дуҫым.
Беҙгә хәҙерге заманда белем биреү системаһын үҙгәртергә кәрәклекте аңларға ваҡыт. Күптән ваҡыт. Һуң булмағайы.


Автор: Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә