Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡала “тапҡан” ғалим
Ҡала “тапҡан” ғалимАкадемик, тарихсы-археолог Нияз Мәжитов 80 йәшлек ғүмер байрамын туйланы
Филармонияның фойеһында ғалимдың ғилми хеҙмәттәренән бай күргәҙмә ҡуйылған: “Башҡорттарҙың археологияһы һәм этнографияһы”, “Башҡортостан энциклопедияһы”, “Башҡорт хандары, бейҙәре, солтандары шәжәрәһе”, уҡыусылар өсөн дәреслектәр… Тамашаға килгәндәр улар менән таныша, һоҡлана.
– Ошо тиклем китап яҙсы әле.
– Барлығы биш йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы икән!..

Тамашаны асып, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова:
– Үткәнде белмәйенсә, бөгөнгөнө белеп булмай, тиҙәр. Нияз Абдулхаҡ улы – беҙгә тарих серҙәрен асҡан шәхес, башҡорт археологияһының атаһы. Бөгөнгө тантана оло ғалимдың ғына түгел, тотош Башҡортостандың байрамы, – тип юбилярҙың күкрәгенә Салауат Юлаев орденын ҡаҙаны.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова Константин Толкачевтың ҡотлауын еткереп, парламенттың Почет грамотаһын тапшырҙы.
Тантанаға билдәле археолог, Рәсәй Фәндәр академияһы Археология институты профессоры Игорь Кызласовтың килеүе үҙе бер мәртәбә ине. Ул Нияз Мәжитовты ғүмер буйы үҙенең остазы итеп күреүе, уның ил тарихындағы биләгән урыны хаҡында ғорурланып һөйләне.
Ҡотлау өсөн ҡайҙан ғына килмәгәндәр! Һарытау, Һамар, Пермь, Екатеринбург, Татарстандан… Ҡасандыр үҙе Рәсәй төбәктәре буйлап, урындағы башҡорттарҙы туплап ҡоролтайҙар ойошторорға ярҙамлашҡан шәхескә рәхмәтен әйтергә теләүселәр ифрат күп ине.
Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов ҡала етәксеһенең ҡотлауын уҡып ишеттерҙе, Почет грамотаһын тапшырҙы.
Нияз Абдулхаҡ улы – әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән булараҡ та танылған шәхес. 1995 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәрелә. Уның Башҡарма комитетын кем етәкләргә тейеш? Тәүәккәллек тә, батырлыҡ та талап иткән вазифа әлеге лә баяғы Нияз Мәжитовҡа йөкмәтелә. Был эште лә уңышлы атҡара ул. Фиҙаҡәрлек менән Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәргә лә һибелгән ҡәрҙәштәребеҙҙе бер ҡорға туплау башлана. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, “Башҡортостан урман сәнәғәте” компанияһының күҙәтеүсе советы рәйесе Хәләф Ишморатов уны губернаторҙар менән аяҡ терәп һөйләшкән, үҙ һүҙен һүҙ итә белгән шәхес булараҡ телгә алды, тиҙҙән академик тураһында китап сығасағы хаҡында белдерҙе.
Баймаҡтар ғалимға ҡамсат бүрек кейҙерҙе. Арҙаҡлы яҡташын ҡотларға Ғафури районының Сәйетбаба, Имәндәш ауылдары хакимиәттәре башлыҡтары, яҡташтары килгәйне. Ләкин район хакимиәтенән вәкилдәр булмауы ғәжәп тойолдо. Сәнғәт әһелдәре, Сәйетбабаның “Асанай” фольклор ансамбленең сығышы тантанаға йәм өҫтәне.
Ташҡа яҙылғанды тарих та, ваҡыт та юя алмай, тип әйтергә яратһаҡ та, ҡайһы саҡ аҡты – ҡара, ҡараны аҡ тип әйтергә теләүселәр ҙә юҡ түгел. Тарихи ысынбарлыҡты асып биреүгә өлгәшкән ғалим милләтебеҙҙең йәшәйешенә яңы һулыш өрҙө. Башҡорттарҙың боронғо тарихын ҡайтанан яҙҙы.
Бөтә ғүмерен халҡыбыҙ тамырҙарын өйрәнеүгә бағышлаған шәхескә был көндә иң ҙур бүләк халыҡ һөйөүе, уларҙың йөрәк түренән сыҡҡан ҡотлауы, алҡыштар булғандыр, моғайын.


Марат ҠОЛШӘРИПОВ, тарих фәндәре докторы, БДУ профессоры:
– Уҙған быуаттың 60 – 70-се йылдарында, башҡорттар ғүмер буйы Уралда йәшәмәгән, улар был яҡтарға XII – XIII быуаттарҙа ғына килгән, тигән фекерҙе алға һөрҙөләр. Хатта бер фән әһеле ошо хаҡта ғилми хеҙмәт тә яҙҙы. Нияз Абдулхаҡ улы үҙенең тынғыһыҙ хеҙмәте менән ошо хата ҡарашты кире ҡағып, фәнни яҡтан нигеҙләне, башҡорт ҡалаһын асты. Халҡыбыҙҙың беҙҙең эраға тиклем үк ошо ерҙә йәшәүен иҫбатланы.

Әхнәф НОҒАЙҒОЛОВ, Ғафури районының Имәндәш ауылы хакимиәте башлығы:
– Нияз Мәжитов тыуған яғы, яҡташтары менән тығыҙ бәйләнештә бергә йәшәй. Уның ярҙамы менән ауылыбыҙ матурланды, өр-яңы заманса мәктәп төҙөлдө.


Автор: И. ӘХМӘТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә