Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Әйткән һүҙ үтәлде
Әйткән һүҙ үтәлдеЙомарт сентябрь айының бер көнөндә Байым мәктәбендә “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов, билдәле шағир һәм драматург Салауат Әбүзәр менән осрашыуҙа мәктәп уҡытыусылары “Коллектив менән – “Башҡортостан”ға!” акцияһында ҡатнашырға һүҙ биргәйне. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ тигәндәй, ошо көндәрҙә дәррәү рәүештә киләһе йылға гәзиткә яҙылып та ҡуйҙылар. Йәнә дуҫтарыбыҙ артыуға ҡыуанып, уларға эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Мәктәп директоры Зилә Шәғәли ҡыҙы Зарипова әйтеүенсә, әле коллективта 31 педагог эшләй, балалар һаны – 230. Байым мәктәбенә Иҫке Балапан башланғыс, Аһылай төп белем биреү һәм Рәхмәт урта мәктәптәре ҡарай.
Һәр белем усағына ғына хас күренештәр була. Был юлы беҙҙе районда тик ошонда ғына ойошторолған гимнастика спортының үҫеше һоҡландырҙы. Гөлниса Йомадил ҡыҙы Ғилметдинова етәкләгән секцияға уҡыусылар теләп йөрөй. Өсөнсө йыл рәттән ҡыҙҙар һәм малайҙар республика ярыштарында призлы урындар яулай. Район буйынса әйтәһе лә түгел: улар һәр саҡ беренсе! Шулай уҡ мәктәптә башҡа һәләттәрҙе үҫтереү буйынса ла түңәрәктәр уңышлы эшләй. “Шатлыҡ” өлгөлө бейеү ансамбле әллә нисәмә быуын бейеүселәрен әҙерләп сығарған, улар араһында профессионалдар ҙа бар. Былтыр “Байыҡ” республика телевизион балалар бейеү конкурсында Динис Әхмәтов гран-при яуланы. Уҡыусылар шулай уҡ Асҡар сәнғәт мәктәбенең Байым ауылындағы филиалына бик теләп йөрөй. Фәниә Ғәскәрованың “Оҫта ҡулдар” түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр сәйләндән төрлө зауыҡлы әйберҙәр яһарға өйрәнә, мода серҙәренә төшөнә.
“Милли ауыл мәктәптәре” республика бәйгеһендә Байым урта мәктәбенең бер нисә йыл призлы урын яулауы ла педагогик коллективтың уҡыу-уҡытыу барышында ғына түгел, ә тәрбиәүи яҡтан да алдынғы тәжрибәләргә таянып, төрлө алымдар ҡулланып эш итеүен күрһәтә. Йыл һайын сығарылыш уҡыусыларының Мәскәү, Силәбе, Ҡазан, Өфө, Магнитогорск һәм Сибай ҡаларында урынлашҡан юғары уҡыу йорттарында белем алыуы ла – уҡытыусыларҙың тырышлығы һөҙөмтәһе. Бигерәк тә Рәсәй Президентының 100 мең һумлыҡ грантына лайыҡ булған Илдар Исламов, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әнүзә Миңлебаева, Рәмилә Сапаева, Йомабикә Яҡупова, Рәйлә Собханғолова кеүектәр йәш быуынды тәрбиәләүҙә ең һыҙғанып хеҙмәт итә.
Шулай ҙа проблемалар ҙа юҡ түгел: ошоғаса спорт майҙансығының булмауы сәләмәт тормош алып барған йәштәргә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. 2009 йылда белем усағы ҡайтанан реконструкцияланып, 2011 йылда яңы мәктәп булараҡ асыла. Әле бында йылылыҡ ҡаҙаны төҙөлә, мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн айырым бүлмәләр асылыу сәбәпле, каникул осоронда ремонт эштәре атҡарылған.


Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә