Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » "Ауыл табиптарын нимә борсой?"
"Ауыл табиптарын нимә борсой?""Берҙәм Рәсәй" партияһының съезы алдынан Дәүләт Думаһы депутаты, Һаулыҡ һаҡлау комитеты ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында булды. Урында медицина ярҙамы сифатын баһалау, ауыл табибының тормош-көнкүреше, уларҙы борсоған мәсьәләләр менән танышыу ине сәфәрҙең маҡсаты. Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһындағы дауалау учреждениелары хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙар барышында тармаҡтағы байтаҡ проблемалар әүҙем тикшерелде.
Һаулыҡ һаҡлауға күпләп инвестиция һалына, әммә шул уҡ ваҡытта кадрҙар мәсьәләһе иң әһәмиәтлеләрҙең береһе булып ҡала тигән фекерҙә медицина йәмәғәтселеге. 57 мең самаһы кешене хеҙмәтләндергән Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында ни бары 90 табип эшләй. Өҫтәмә рәүештә тағы ла шул тиклем үк белгес талап ителә. Сибайҙағы дауалау учреждениеһында Көньяҡ Урал райондарынан 172 меңдән ашыу кешегә махсус ярҙам күрһәтеү буйынса муниципаль-ара үҙәктәрҙең эше яйға һалынған. Ләкин белгестәр етешмәй, табиптар менән тәьмин ителеү ни бары 60,1 процентты тәшкил итә. Травматолог, невролог, акушер-гинеколог кеүек белгестәрҙең эшен тәүлек әйләнәһенә ойоштороу ҡыйынға төшә.
Былтырҙан башлап тормошҡа ашырылған "Ауыл табибы" программаһы табиптарҙы ауылға йәлеп итеү мөмкинлеген бирҙе. Ләкин Баймаҡ һәм Сибай кеүек бәләкәй ҡалалар программанан әлегә ситтә ҡала. Дәүләт Думаһындағы Һаулыҡ һаҡлау комитетының "Ауыл табибы" проектын эшселәр ҡасабаларына, ауылдарға ғына түгел, шулай уҡ бәләкәй ҡалаларға ла таратыу тураһындағы тәҡдимде "Берҙәм Рәсәй" партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың хуплауы өмөт уята. "Тиҙҙән был мәсьәләнең урынынан ҡуҙғалырына ышанабыҙ", — тине депутат.
Медицина хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырмай тороп, кадрҙар проблемаһын хәл итеү мөмкин түгел. "Росстат" мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2013 йылдың тәүге яртыһында Рәсәйҙә табиптарҙың уртаса эш хаҡы 38,7 мең һумға еткән. Ул иҡтисадтағы уртаса эш хаҡының 134,5 процентын тәшкил итә. Урта медицина персоналының хеҙмәт хаҡы — 22,4 мең һум (77,8 %). Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, Баймаҡ районы табиптары был осорҙа 34,2 мең, Сибайҙа 39,7 мең һум алған. Ләкин шуныһын да оноторға ярамай: иҫәпләнгән эш хаҡына 1,5-2 ставканы бергә алып барыу, билдәләнгән эш көнөнөң оҙайлылығынан тыш дежурлыҡ өсөн түләү ҙә инә. Хеҙмәт хаҡы артҡан һайын, эш тә күбәйә, медицина ярҙамының сифаты түбәнәйә, ғаиләгә, белемде камиллаштырыуға ваҡыт аҙ ҡала. Өҫтәүенә, төп оклад күләме бик аҙ, ә өҫтәмәләр һәм дәртләндереү түләүҙәрен хакимиәт хәл итә.
Сәлиә Мырҙабаева билдәләүенсә, хеҙмәтте нормалаштырыу өлкәһендә лә етешһеҙлектәр байтаҡ. Тармаҡтағы нормалар һуңғы тапҡыр 80-се йылдар башында яңыртылған. Әле Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәр берләшмәһе менән хеҙмәт нормативтарын әҙерләй, октябрь-декабрҙә илдең ун төбәгендә ошо йәһәттән тәүге проектты ғәмәлгә индереү ҡарала. Медицина хеҙмәткәрҙәрен һөҙөмтәле контрактҡа эҙмә-эҙлекле күсереү маҡсатында һаулыҡ һаҡлау системаһы структураһын үҙгәртеүҙе, хеҙмәткәрҙәр араһында функцияларҙы ҡайтанан бүлеү зарурлығын иҫәпкә алған һөнәри тармаҡ стандарттары эшләнелә. Бөгөн бер табипҡа ике урта звено хеҙмәткәре тура килә. Әле урта медицина хеҙмәткәрҙәре функцияларын киңәйтеү, уларҙың һанын арттырыу бурысы ҡуйыла.
Рәсәй төбәктәре тәжрибәһенән күренеүенсә, медицина хеҙмәткәрҙәренә төбәк кимәлендәге социаль ярҙам саралары ла кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләһен хәл итеү мөмкинлеген бирә.
Төрлө документтарҙы ҡулдан тултырыу, отчет төҙөү кеүек эштәргә ваҡыт күп сарыф ителгәнгә күрә, табип пациенттарына етерлек иғтибар бүлә алмай. "Мәсьәләне хәл итеү юлы — ул мәғлүмәтләштереү. Һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыуҙың ошо мөһим йүнәлеше буйынса эш дауам итә", — тине Сәлиә Мырҙабаева. Октябрҙә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Интернет селтәрендәге сайтында "Табиптың электрон эш урыны" сервисы асылды. Унан пациентҡа ҡағылышлы, шулай уҡ белешмә мәғлүмәтте алырға мөмкин. Был хеҙмәттән медицина персоналының федераль регистрында теркәлгән белгестәр файҙалана ала.
Медицина ярҙамының сифаты хеҙмәткәрҙең белем кимәленә туранан-тура бәйле. Шуға күрә уларға талапты көсәйтеү, әҙерлек сифатын яҡшыртыу — һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүҙәге өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. "Рәсәй Федерацияһында граждандарҙың һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында"ғы Федераль законға ярашлы 2016 йылдан медицина хеҙмәткәрҙәрен аккредитациялау системаһына күсеү, уларға эшмәкәрлектең аныҡ төрҙәре менән шөғөлләнеүгә рөхсәт ҡағыҙҙары биреү күҙаллана. Тәүгеләрҙән һынауҙы юғары уҡыу йортонан участка терапевы, участка педиатры, дөйөм стоматолог булып сыҡҡан белгестәр үтәсәк. Ҡалған 96 йүнәлеш буйынса әҙерлек ординатурала дауам итәсәк. Уның оҙайлылығы 2 — 5 йыл буласаҡ. Табиптарҙы даими аккредитациялау медицина өлкәһендә өҙлөкһөҙ белем биреү селтәрендәге мөһим йүнәлештәрҙең береһенә әүереләсәк. Дистанциялы уҡыу технологияларын да ғәмәлгә индереү ҡарала. Ул эштән китмәйенсә һөнәри үҫеш алыу мөмкинлеген бирәсәк. Милли электрон медицина китапханаһы ойошторолдо. Ул Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми сайтында урынлашҡан.
Һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыу һөҙөмтәләрен тикшергәндә, Көньяҡ Урал табиптары учреждениеларҙың структураһын үҙгәртеүгә бәйле борсолоу белдерҙе. Тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационар, шул иҫәптән акушерлыҡ койкаларының һаны кәмей, аҙағынаса дауаланыу, реабилитациялау урындары ла етмәй. Ә бит улар диспансерлаштырыу барышында сәләмәтлегендә етешһеҙлектәр асыҡланған пациенттарҙы һауыҡтырыу өсөн бик мөһим. Был һорауға яуап биреп, депутат, стационар ярҙамдың структураһын үҙгәртеү урындар фондын кәметеүҙе түгел, ә уны ҡулайлаштырыуҙы күҙаллай, тип билдәләне. Яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыу амбулатор тикшереү, дауалау мөмкинлеген арттыра. Ошо маҡсатта сирҙәрҙең клиника-статистика төркөмдәре буйынса стационарҙа күрһәтелгән медицина ярҙамы өсөн хаҡ түләү күҙаллана. Уның ҡарауы, стационарҙа дауаланыу ваҡытын ҡыҫҡартыу хаҡында һүҙ юҡ.
Реабилитация ярҙамы күрһәтеү көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Бөгөн республикала ул ғәмәлдәге ихтыяжға яуап бирмәй, үҫтереүҙе талап итә. Киләһе йылдан медицина реабилитацияһы тәүге тапҡыр Дәүләт гарантиялары программаһына индерелә. Һөҙөмтәлә пациенттар билдәле бер операцияларҙан һуң амбулаторияла, реабилитация үҙәгендә йәки медицина ойошмаларының махсус бүлегендә бушлай дауаланасаҡ.
Осрашыуҙарҙың күбеһендә халыҡ араһында эскелектең таралыуы, ошоға бәйле үлем осраҡтарының артыуы тураһындағы мәсьәлә күтәрелмәй ҡалманы. Табиптар иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы сикләү, ялған продукция сығарған, көмөшкә ҡыуған өсөн яуаплылыҡты көсәйтеү йәһәтенән сара күрергә тәҡдим итте. Бынан тыш, иҫерек кешеләргә ярҙам ойоштороу, эскелек менән сирләгәндәрҙе мәжбүри дауалау тураһында ла әйтелде.
Сәфәр йомғаҡтарына аңлатма биреп, Сәлиә Мырҙабаева медицина хеҙмәткәрҙәренең юғары әүҙемлеген, үҙ һөнәренә тоғролоғон, сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн һаулыҡ һаҡлау учреждениелары эшен камиллаштырырға әҙер булыуын билдәләне.


Автор: Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә