Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Был ҡыҙыҡлыШаһит кәрәкме?
Бер кеше сәйханала ултырғанда дуҫтарына хәсрәтен һөйләй:
— Фәлән кешегә бурысҡа көмөш аҡса биргәйнем, ләкин ул саҡта шаһиттарым булманы. Хәҙер "Һинән аҡса алғаным юҡ" тип бурысын ҡайтарыуҙан баш тартыр тип хәүефләнәм, — ти ул, бошоноп.
Тыңлаусылар уның менән килешә, меҫкенде йәлләп, баш ҡаға. Тик мөйөштәрәк ултырған бер суфый ғына:
— Ул әҙәмде саҡыр һәм бөтәбеҙ алдында егерме алтын аҡса биргәнеңде иҫенә төшөр, — тип фарман бирә.
— Мин бит уға бер генә көмөш биреп торҙом, — тип төҙәтмә индерә теге кеше.
— Әлбиттә, бер көмөш. Ул да беҙҙең күҙ алдында һиңә тап шулай тип ҡысҡырасаҡ. Ә һиңә шаһиттар ғына кәрәк ине бит, шулай түгелме ни? — тип яуаплаған суфый.

Гранат ашаһын

Суфыйға табиплыҡ серҙәренә өйрәнергә теләгән бер үҫмер килә. Бер көндө ул остазына:
— Мөғәллим! Сирлегә үҙем дарыу һайлап бирәйемсе, — тип үтенә.
—Ярай, улай булғас, хәҙер һин үҙаллы дауалай алырһың, ләкин рөхсәт бирер алдынан тағы бер нәмәне өйрәтергә тейешмен... Хәйер, уны үҙең аңларһың, — ти суфый.
Оҙаҡ та үтмәй улар берәүҙең үҙҙәренә табан йүнәлгәнен күрә.
— Ауырыуын еңер өсөн уға гранат ашарға кәрәк, — ти табип. Теге кеше яҡынлашҡас, үҫмер урынынан тора ла:
— Ауырыйһығыҙ бит! — ти.
— Дөрөҫ, сәләмәтлеккә туймаған өсөн табипҡа килдем дә инде, — ти мосафир.
— Һеҙгә гранат ашарға кәрәк, — ти егет. Аптырап ҡалған ир:
— Үҙегеҙ ашағыҙ! — ти ҙә боролоп китә.
— Нимәне дөрөҫ эшләмәнем һуң? — тип ҡыҙыҡһына өйрәнсек.
— Аҙ ғына сабыр ит, бөтәһен дә аңлатырмын, — ти суфый.
Күпмелер ваҡыттан һуң йәнә бер ауырыу мөрәжәғәт итә.
— Нимә тип әйтергә, нисегерәк дауаларға кәрәклекте күрерһең. Был кешегә лә гранат ашарға кәрәк, — ти табип шәкертенә.
Ауырыу килеп ултырғас, табип былай тип һүҙ башлай:
— Һирәк осрай торған сиргә юлыҡҡанһың бит. Ҡана, ҡарайыҡ әле, ҡарайыҡ... Эйе, ниндәй ҙә булһа берәй үҫемлекте йәки емеш-еләкте өлөшләп кенә ҡапҡанда... Лимон түгелме икән? Юҡ, ул әсерәк булыр. Туҡта, туҡта... Һуң, шулай булмай тағы! Һеҙгә бит гранат ашарға кәрәк!
Табип пациентҡа яңы асыш яһаған кешеләй балҡып төбәлә. Сикһеҙ ҡыуанған ауырыу өҙлөкһөҙ рәхмәт әйтә-әйтә сығып китә.
— Айырма нимәлә һуң? Мин дә гранат тәҡдим иткәйнем дә баһа! — ти шәкерт.
— Бөтә ғиллә шунда, — ти суфый, — пациентҡа гранат ҡына түгел, ә ваҡыт та кәрәк.
Ниндәй ҙә булһа фекер нығынһын, кеше аңлаһын өсөн ваҡыт талап ителә. Халыҡ та юҡҡа ғына "ашыҡҡан — ашҡа бешкән" тимәй бит.


Автор: Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә