Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Баҫыу буйлап... Ҡыш бабай килә!
1976 —1980 йылдарҙа Дүртөйлөнөң балалар йортонда директор булып эшләргә тура килде. Инде байтаҡ ғүмер уҙһа ла, һәр Яңы йыл яҡынлашҡан һайын шунда оҙаҡ йылдар фельдшер булып эшләгән Николай Яковлев иҫкә төшә. Нәҡ Пушкиндың әкиәтендәге кеүек, ул унда утыҙ өс йыл хеҙмәт һалған.
Һуғыштан ҡайтыу менән балалар йортона эшкә урынлашҡан һәм, башҡа бер ҡайҙа ла китмәйенсә, шунда эшләгән. Хеҙмәт кенәгәһендә, маҡтау һүҙҙәренән башҡа, бер ниндәй ҙә яҙма юҡ. Үкенескә ҡаршы, пенсия йәшенә лә етә алманы: 59 йәшен дә тултыра алмай кинәт кенә вафат булды.
Ә тормошта иҫ киткес әҙәпле, тыйнаҡ кеше ине. Бер ваҡытта ла үҙе тураһында уйламаны. Күңелендәге бөтөн яҡшылыҡты, йөрәк йылыһын балаларға бағышланы. Берәйһе ауырып китһә, тыныслығын юғалтып, бала һауығып аяҡҡа баҫҡансы уның карауаты янынан китмәй ине.
Һәр саҡ шат, асыҡ күңелле был кеше, төп вазифаһын башҡарыуҙан тыш, аҙ ғына буш ваҡыты булһа, балалар менән төрлө уйындар ойоштора. Ҡыш көндәрендә шыуғалаҡ яһаша. Уларҙы тимераяҡта шыуырға өйрәтә. Үҙе лә ҡыҙ һәм малайҙар менән мәш килә, ҡушылып уйнай. Йәйге эҫе көндәрҙә бергәләп һыу ҡойона, йөҙөргә өйрәтә. Был эштәрҙе балалар тамам өйрәнеп еткәнсе дауам итә.
Ул балаларҙы фото төшөрөргә лә өйрәтте. Машинкала документтар, белешмәләр баҫтырырға кәрәк булһа ла, уға мөрәжәғәт итә инек.
Ваҡыт туҡталып тормай. Ул замандар үтте, тәрбиәләнеүселәр ҙә үҫеп таралышты. Хәҙер инде улар үҙҙәре балалар үҫтереп, атай-әсәйгә, һуңыраҡ олатай, өләсәйгә әүерелде. Әммә “Дядя Коля” кеүек кешеләр (уны, яратып, шулай тип йөрөтәләр ине) бер ҡасан да онотолмай.
Мин хәҙер ҙә балалар йортонда йыш булам. Иҫтәлекле байрамдарға саҡыралар. 2001 йылда Дүртөйлө балалар йортон ойоштороуға 60 йыл тулды. Унда “Дядя Коля” — Николай Яковлевты айырыуса ҙурлап иҫкә алдыҡ. Мәҫәлән, Рәйсә Иҙрис ҡыҙы Гуреева (ҡыҙ фамилияһы Сәлимханова) сығышында:
— Ул йылдарҙағы ваҡиғаларҙан иң иҫтә ҡалғаны Яңы йыл ҡаршылау булды. Мин икенсе синыфта уҡый инем. Барыбыҙ ҙа ашханала йыйылдыҡ. Яңы йыл кисәһен башлап ебәреү өсөн Ҡыш бабайҙы көтәбеҙ. Шунда бер тәрбиәсе йүгереп кереп, тулҡынланған шат тауыш менән: “Ҡыш бабай килә!” — тип хәбәр итте. Беҙ бер-беребеҙҙе этә-төртә урамға сығырға ашыҡтыҡ. Ул ваҡытта балалар йорто Дүртөйлөнөң көньяҡ өлөшөндә, баҫыу янында урынлашҡайны. Барыбыҙ ҙа беҙгә табан саңғыла шыуып килеүсе кешегә төбәлдек.
Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ! Был шундай тәьҫирле тамаша ине. Беҙ үҙебеҙҙе әкиәт донъяһындағылай хис иттек. Төнгө баҫыу. Һалмаҡ ҡына ҡар яуып тора. Ҡыҙғылт төҫтәге тун, башына аҡ бүрек кейгән, бүләктәр тултырған ҡапсығын ҡулбашына һалып, Ҡыш бабай беҙгә табан килә. Беҙ түҙмәнек, уға ҡаршы йүгерҙек. Күҙҙәребеҙҙән шатлыҡ йәштәре бәреп сыҡты. Һикерә-һикерә, бейей-бейей көлөшәбеҙ, сәпәкәй итәбеҙ. Ҡыш бабай — “Дядя Коля” беҙҙең барыбыҙға ла бүләктәр таратып сыҡты. Бөгөн дә шундағы тамашаны, сикһеҙ һөйөнөүҙәребеҙҙе күҙ алдына килтерәм дә, йөрәгем әллә нишләп, ҡыҫылып, сымырҙап ҡуя, йыш-йыш тибә башлай, — тип хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Эйе, “Дядя Коля” балаларҙы ихлас күңелдән яратыусы ысын кеше, табип та, тәрбиәсе лә ине.
Етем балаларҙы тәрбиәләүгә йөрәк йылыһын һалған Николай Яковлевты һис кенә лә онота алмайым. Ғәжәйеп дәрәжәлә үҙ эшенә бирелгән, тынғыһыҙ күңелле, тыйнаҡ кеше ине ул.
Мулланур ТИМЕРӘЕВ,
мәғариф ветераны.
Дүртөйлө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 5

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 03.11.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 4

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы 02.11.2026 // Йәмғиәт

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 6

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә