Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡайҙа һин, йылғам?
Ҡайҙа һин, йылғам?Беҙҙең халыҡта: “Ниндәй йылғаның һыуын эсеп үҫтең?” — тип һорау бар. Яуабы ла бер төрлөрәк: Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим, Ашҡаҙар, Өршәк... Китә һаналып ҙур һәм кесе йылғалар. Һәр береһенең исеме таныш, күптәренең ярында йөрөлгән, һыуына керелгән. Шундай һорау торһа, гелән һыуының муллығы, татырлығы эпостарҙа телгә алынған йылғаны — Өршәккә ҡойоусы Үҙәнде атайым. Сөнки бала сағым быуаһында һыйырҙар туплаған, шунда уҡ беҙ һыу инеп үҫкән Янбай йылғаһын береһе лә белмәй, ишеткәндәре лә юҡ.

Әлеге мәлдә ошо бәләкәй генә йылғаның яры буйлап китеп барам. Йылға инеш булып сыҡҡандан алып ошондай уҡ Әләңке йылғаһы менән ҡушылғанға, ҡушарлап алда исемен телгә алған Үҙәнгә ҡойған ергә тиклем. Яр буйлап барам да йылғаның һыуы ағырға тейешле төбөнә төшөп атлайым. Тел төбөнән һиҙгәнһегеҙҙер: урыны-урыны менән йылға бөтөнләй юғала. Һуңғы ике йылда буйынан-буйына тиерлек ҡороп, үлән менән ҡапланған урындары бихисап. Тик һирәк ерҙә генә үҙенең шишмәлеген һиҙҙереп, быуылып, дымлыраҡ, һаҙлыҡҡа оҡшаш урындар булып ала. Эйе, беҙҙең Янбай йылғаһы ҡороно! Һуңғы йылдарҙа яуым-төшөмдөң аҙлығы касафаты ғынамы был? Әлбиттә, кемгәлер, нимәгәлер һылтауы еңел. Бигерәк тә тәбиғәт шарттарына. Яйлап ҡына йылға төбө буйлап барам, өс-дүрт тиҫтә йыллыҡ хәтер төйөнөн сисергә тырышам.
Беҙ бәләкәй саҡта, бынан 40 йыл самаһы элек (ҡалай ваҡыт тиҙ үтә икән!), атай менән әсәй мунса ташын ошо йылғаның ярынан, төбөнән йыя торғайны. Әле мунса мейесенә ярарлыҡ түгел, бөртөк тә тиерлек ҡырсынташ тапмаҫһың. Ҡайҙа ҡарама — ҡап-ҡара тупраҡ, яҙғы ташҡын тәрәнәйткән соҡорҙарҙа балсыҡ күренә. Таштар ҡайҙа булған һуң? Әлбиттә, береһе лә йыйып бөтмәгән уларҙы, ә төптә — ләм, балсыҡ аҫтында — ҡалғандар. Ошо таштар өҫтөндә кескәй генә тулҡындарын уйнатҡан, хәҙер быуылып ятҡан йәки бөтөнләй күренмәгән шишмәләр ҙә төптә. Быларҙың барыһы ла — сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү заманы касафаты. Хәйер, әле лә йылға ярына тиклем һөрөлә был баҫыуҙар, хатта ҡайһыһының сите ярға терәлеп үк тора йәки юл ҡалдырылып, 10–15 метр самаһы ғына һыҙат тейелмәгән. Ярай әле соҡорҙары бар, юғиһә...
Ҡайҙа һин, йылғам?Янбай йылғаһы башындағы шишмә буйҙарын да, ҡалғандарын да мал тапаны. Колхоздың көслө сағында Илтуған һөтсөлөк фермаһының башмаҡ-үгеҙҙәре йылға башында ғына кәртәлә торҙо. Бәләкәй генә шишмә буйын — йылғаның төртөп кенә сыҡҡан ерен — нисәмә йөҙ баш мал тапаһын әле! Ярҙар тапалыу ғына етмәгән, ағас-маҙар ҙа ҡалманы. Хәҙер ярҙы емерелеүҙән һаҡларлыҡ ерек, муйыл һымаҡ ағастарҙың әҫәре лә юҡ. Тик һуңғы тиҫтә йылда ғына уйҙым-уйҙым таллыҡтар хасил була башланы — мал бөттө, хатта ауыл халҡыныҡы ла.
Халыҡта мал һаны ныҡлап (элек Иҫке Муса халҡында ғына ла бишәр йөҙ баш һыйыр малы тотолһа, быйыл 60-тан саҡ ҡына арта) кәмеүе үкенесле, әлбиттә. Уларҙың зыяны әллә ни булмаҫ ине. “Теге” заманда колхоздың йөҙәр-йөҙәр баш малы йылға башланған ерҙә — Янбай ауылы эргәһендә тотолоуы, йылға Әләңкегә ҡушылған ғына урында тағы Яңы Муса һөтсөлөк фермаһы урынлашыуы, улар араһында меңәр башҡа етерлек Иҫке Муса һарыҡсылыҡ фермаһы булыуы аҡылға һыймаҫлыҡ. Алты-ете саҡрым арауыҡ ерҙә!
Яр буйлап һыу ағышы яғына төшөп барам. Шуныһы иғтибарҙы йәлеп итә: сүп әҫәре күрмәҫһең. Заманында, бынан 10–15 йыл элек, йылға буйҙары сүплек менән тулғайны. Иҫке Муса ауылының сүплеге ошо яр өҫтөндәге карьерҙа ғына ине. Әле иһә ауыл хакимиәте был йәһәттән ҙур эш башҡарған: сүплек күсерелгән, яр буйҙары тәртиптә тотола.
Йылға ҡороуының, шишмәләрҙең быуылыуының тағы бер сәбәбе бар — ағышын, үҙәнен үҙгәртеү. Үткән быуаттың 70-се йылдарында нефть эҙләү маҡсатында бер нисә урынға тәүҙә вышка ултырттылар, һуңынан Сағыл башы тип йөрөтөлгән урынға “качалка” ҡуйҙылар. Ана шуны хеҙмәтләндереү өсөн юл кәрәк ине. Уныһы һуңыраҡ булһа ла, быуаһын алдан ҡайғырттылар. Быуыуын-быуҙылар, әммә торба һалманылар. Йәнәһе, былай иткәндә һыу күберәк тула. Тәүге ташҡындар уҡ уны һыу менән тултырҙы. Тик артығы ҡайҙа барырға тейеш һуң? Көслө, ауыр техника менән быуылған быуаны йыра алманы — һөҙәк яры яғынан юл алды. Һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәне — юлында булған Ҡушкүлде йырып китте (бөгөн ул юҡ), Хәннән ҡулы тип аталған уйһыулыҡта 5–7 метрлыҡ йырын барлыҡҡа килде. Етмәһә, был яҡта шишмәләр юҡ ине, элек йылғаға йәшәү һуты биргәндәре быуаның аҫҡы өлөшөндә ҡалды. Яҙын тәбиғи таҙарып торғанлыҡтан, хәҙер һыу бармағас, улар ләм, тупраҡ менән ҡапланды. Артерияһы юғалғас, ағастар ҡороно. Бына шул.
Йылға төбө буйлап барам. Күҙҙәр тереһыу бөркөр шишмә эҙләй. Башта бер генә уй ҡайнай: беҙ, кешеләр, артығынан тыш тәбиғәткә һылтанып, үҙ ғәйебебеҙҙе йәшермәйбеҙме? Янбай йылғаһының ҡороуына һауа торошо ғына ғәйеплеме? Рәсәй, Башҡортостан буйлап аҙмы ни исемен йөрөтөп тә төптәре күренеп ятҡан йылға-күлдәр...


Автор: Рәлис УРАҘҒОЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә