Ниндәй генә сағыу, күркәм булмаһын, ҡапылғара күҙгә ташланмай ялан сәскәһе. Эргәһендә бағып-тәрбиәләп, үҙ мәлендә һыу һибеп, ҡояш яратҡанын — көньяҡҡа, күләгә һөйгәнен төньяҡҡа ҡаратып ултыртып үҫтерелгән баҡса гөлдәренең эргәһенә тура килһә, баҙыҡлығынан тартыныбыраҡ, хатта оялыбыраҡ ултырғандай, бына-бына шиңерҙәй тойола. Ә инде әллә ҡайҙарҙан осоп килгән бал ҡорттары ҡуна башлаһа, ябай ялан сәскәләрен танып та булмай: хуш еҫ кенә түгел, моң һирпеп ултырғандай күренә улар. Тупраҡтан, ямғыр тамсыларынан, таңғы ысыҡтан көс-ҡеүәт алып үҫкәнгә күрә, тәбиғи матурлығы менән һоҡландыра бит ул ялан сәскәһе. Бирешмәй, ҡурсалауға, айырым иғтибарға ымһынмай, мохтажлыҡ тоймай, маһаймай, баһаһын белеп йәшәй бирә. Бәй, шулай булмай ни: ул бит ялан йәмләү өсөн генә түгел, ә кешеләргә йәшәү көсө-ҡеүәте булған бал биреү өсөн дә яратылған.
Ейәнсура биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Нәзирә Кәримова менән һөйләшеп ултырған саҡта тап ошо ялан сәскәләре менән бал ҡорттары һәм донъя биҙәге өсөн генә яратылған, туҡтауһыҙ иғтибар, хәстәр-бағыу талап иткән баҡса гөлдәре күҙ алдына килде. Ул холоҡ-фиғеле, бар булмышы менән ялан сәскәһенә оҡшаһа, эшһөйәрлеге, әрһеҙлеге, бөхтәлеге, егәрлелеге менән бал ҡортон хәтерләтте.
Ялан сәскәһе
Райондың йөҙө, ғәҙәттә, китапхананың һәм уның хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлегендә асыҡ сағыла. Китап яратҡан, гәзит-журналдан айырылмаған халыҡ йәшәгән төбәктәрҙә мәҙәнилек кимәле һәр саҡ юғары. Шуның өсөн дә яҙыусылар, журналистар һәм башҡа мәғрифәтселәр район тураһында һүҙ йөрөткәндә иң элек китапхана директорын телгә ала.
Был йәһәттән Ейәнсура районы китапханаһы ыңғай фекер уята. Ниндәй генә сара үткәрелмәй бында: Рәсәй кимәлендәге әһәмиәтле байрамдар, Башҡортостанда тыуған бөйөк әһелдәрҙең юбилейҙары, яңы сыҡҡан китаптарҙың исем туйҙары, йәш ижадсылар менән эш, данлыҡлы, күп балалы ғаиләләр, күренекле яҡташтар ҡатнашлығындағы кисәләр, мәғлүмәт-белешмә эшмәкәрлеге...
Мотлаҡ үтәлергә тейешле бурыстарҙан тыш, Нәзирә Кәримованың үҙ теләге менән башҡарған эше лә бихисап. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бал ҡорто һиҙгерлеге менән тап уны райондың ағинәйҙәр клубы етәксеһе итеп һайлаған. “Берҙәм Рәсәй” партияһының штабы урындағы секретары вазифаһын да башҡара ул. Шулар араһында “Башҡорт шәле” тип аталған республика конкурстарының әүҙем ҡатнашыусыһы ла. Ул ғынамы?! Әллә ҡасандан бирле йөрәген өйкәп, тынғылыҡ бирмәгән тағы бер башланғысын телгә алмау ярамаҫ. Ул “Ейәнсура шәле” тигән конкурс ойоштороп ебәргән. Анау тиклем оҫталығы, быуаттар буйы тупланған тәжрибәһе менән дөйөм ярышта ғына ҡатнашып, бер мөйөштә генә баҫып тороу Ейәнсура оҫтабикәләренең сәменә тейә. Ул ғына ла түгел, энә тотоп, шәл ситенең күҙҙәрен эләктереп, тел ҡайтара алғандан башлап дебет шәл бәйләгән ҡыҙҙар, килендәр, инәйҙәр ауыл һайын, өй һайын — уларҙы ла күрһәтергә, баһаларға кәрәк. Ысынлап та, борон-борондан Ейәнсура ҡатын-ҡыҙы шәл бәйләп, Ырымбур, Һарыҡташ, Ҡыуандыҡ баҙарҙарында һатҡан. Шуға күрә Ырымбурҙыҡы тип тарала данлыҡлы дебет шәле. Башҡорттоҡо, Эйек буйыныҡы, Ейәнсураныҡы ул! Быны иҫбат итеү кәрәк икән, дебет тарап, шәл итеп ябынғанға тиклем һәр аҙымдың, хәрәкәттең, биҙәктең үҙ атамаһын һанап сығыу ҙа етә: кәзә тарау, дебетен тәҫләп һалыу, уны эретмәү сараһын күреү, дебет ҡыллау, дебет аялау, дебет иләү, сираҡ иләү, һүлпән иләү, ҡатлау, сиратыу, йомғаҡлау, шәл сите бәйләү, мөйөш ҡайтарыу, тел ҡайтарыу, биштән ҡайтарыу, алтынан ҡайтарыу, биҙәк һалыу (һалма биҙәк, арҡысаҡ, ырғаҡ, ҡойошҡан, кәкерсәк биҙәк һ.б.), шәл уртаһы (ике йөҙ күҙҙән, ике йөҙ илле күҙҙән), шәл һыры (һирәк бәйләү, йыш бәйләү). Атамалары һанап бөткөһөҙ шәл эшенең. Ә һатып алыусыға быларҙың береһе лә кәрәкмәй, шуға белмәйҙәр ҙә.
Унан һуң “Ырымбур шәле” тигән йырҙа ла бит әҙер шәл тураһында әйтелә, һүҙҙәре башҡорт халҡының “Шәл бәйләнем”ендәге кеүек түгел. “Энә кейҙер, энә кейҙер генәйем” (аҙаҡ мәғәнәһенә төшөнөп етмәгәндәр, еңелләштереп, “Әннәгиҙер, әннәгиҙер” тип үҙгәртеп йырлай башлағандар). Заманында үҫәргән ҡыҙҙары кис ултырған саҡта сығарған йыр бит ул! Был мәсьәләне ярты быуат элек Башҡортостандың халыҡ шағиры Александр Филиппов та күтәреп сыҡҡан, хатта китап та баҫтырған, әммә ни өсөндөр хуплаусылар табылмаған. Ошо мәсьәлә борсой Нәзирә Фәтхелислам ҡыҙын. Шуға күрә ҡайҙа шәл йәрминкәһе үткәрелә, шунда барып, йә китапханасыларын ебәреп, Ейәнсура шәленең, был шөғөл буйынса оҫталарҙың данын күтәреү сараһын күрә.
Районға ҡараған барлыҡ китапханаларҙа ла үҙешмәкәр түңәрәктәр, ойошмалар эшләй, тимәк, халыҡҡа аралашыу, фекер алышыу, күңелеңде бушатыу, хатта ауыр, икеле-микеле хафалы уйҙарҙан бушаныу мөмкинлеге бар. Ә Нәзирә Кәримованың төп маҡсаттарының береһе ошо ла инде — кешенең күңеленә, ауыл тормошона йән өрөү. Был ниәтен төрлө юл, ысул менән тормошҡа ашыра. Китапханасылары алдында ла маҡсатын аныҡ аңлата:
— Ҡыҙҙар, шул тиклем матур һөнәр һайлағанбыҙ: белемгә ынтылғандарҙы, тормош матурлығын аңларға тырышҡандарҙы хеҙмәтләндерәбеҙ, рухлы, зыялы, талантлы кешеләр менән осрашып, аралашып, күңелебеҙгә туҡтауһыҙ нур өҫтәйбеҙ. Эш хаҡы аҙыраҡ, әммә рухи байлыҡтың ҡаҙанында ҡайнауыбыҙ менән хатта уныһын да ҡаплайбыҙ.
Был һүҙҙәрен булмышы, белеме, мәғлүмәтле булыуы менән үҙе үк раҫлай. Китапханаларҙа, мәктәптәрҙә, мәҙәниәт йорттарында халыҡты йыйып, төрлө осрашыу үткәрәләр икән, инеш сығышты һәр саҡ Нәзирә Кәримова һөйләй. Осрашыуға килгән һәр ҡунаҡ, район, ауыл тормошо тураһында мәғлүмәтте ҡасан туплап өлгөрәлер — уныһы үҙенә генә билдәле. Кисәнең йөкмәткеһенә, йүнәлешенә бәйле шиғырҙарын да, ҡанатлы һүҙҙәрен дә таба белә Нәзирә һылыу, зиһене яҡты булғыры!
Китап уҡыуҙы бәләкәйҙән яратҡан ул. “Йорт эштәрен йүгереп йөрөп тамамлайым да уҡырға ултырам. Иҫ китмәле шул донъяның тәмен-татын белеп йәшәгәнем өсөн үҙемде иң бәхетле кешеләрҙең береһе тип иҫәпләй аламдыр. Эшем дә, ялым да, күңел байрамым да китап менән бәйле”, — ти Нәзирә.
Бал ҡорто
Хеҙмәте, башҡарған эштәре менән, ысынлап та, бал ҡортон хәтерләтә Нәзирә Фәтхлислам ҡыҙы.
— Тауҙай хеҙмәтең баһаланамы һуң? – тип һорайым унан, 2009 йылда тапшырылған “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән исемдән башҡа күҙгә салынырлыҡ бер ниндәй баһа ла күрмәгәс. Бөтөнләй үк иғтибарҙан ситтә ҡалған тип әйтерлек түгел икән: төрлө йылдарҙағы конкурстарҙа урындар алғаны өсөн бирелгән диплом, грамоталары бар.
— Бер генә урындағы хеҙмәт стажың 35 йылдан ашыу икән дә…
Хәйер, һорауыма яуап көтмәйем. Үҙем бит уны бал ҡортона оҡшаттым: эштән башҡаны белмәй. Иң ҙур баһа – халҡының һөйөүе, районға килгән ҡунаҡтарҙың ихлас рәхмәте, уларҙың тағы килергә талпынып тороуы. “Әлдә һин бар, Нәзирә Фәтхелислам ҡыҙы, коллективың иҫ китмәле, үҙең алтын. Бындай етәксе — төбәк өсөн хазина ул”, — тип ҡул ҡыҫыуҙары үҙе ни тора! Хеҙмәтеңдең баһаланыуын күреү — күңел байрамы ғына түгел, ниндәйҙер кимәлдә ғәҙеллек тантанаһы ла.
Районға ҡунаҡҡа килеүселәр бындағы китапханасыларҙың һәм китап һөйөүселәрҙең берҙәм, татыу ғаилә булып ойошоуына иғтибар итә һәм уны ҙур ҡаҙаныш тип баһалай.
— Нисек өлгәшелде һуң ошолай үҙ-ара ярты һүҙҙән аңлашыуға?
— Кешенең күңел донъяһын аңларға өйрәндем. Коллективымды ғаиләм һымаҡ күрәм. Ә күркәм мөнәсәбәттәрҙе яйлау серенә бейемемдән өйрәндем. Ул кешене үҙ иркенә ҡуя ла аҙаҡ, эшенә ҡарап, ипле генә итеп төҙәтә ине. Ҡатмарлыраҡ һөйләшеүҙәр килеп сыҡҡан ваҡытта өндәшмәүҙе хуп күрәм. Иң тәүҙә хәлгә анализ яһайым, үҙемде башҡалар урынына ҡуйып ҡарайым: шул саҡта кемдең хаҡлы булыуы асыҡлана. Үҙ хатамды танырға ла көс табам. Башҡаларҙыҡын иһә аңлата алмаһам, ныҡышмайым, “ваҡыт үҙе күрһәтер” тип тынысланам һәм сабыр ғына көтәм.
Етәксенең булмышын сағылдырған бер ваҡиғаны телгә алып китеү ҙә отошло булыр. Район үҙәгенән бер төркөм журналист, үҙешмәкәр түңәрәктә ҡатнашыусылар Йылайыр районының Юлдыбай ауылына осрашыуға юл ала. Көҙ. Иҫ китмәле төҫтәр балҡышы. Нәзирә Фәтхелислам ҡыҙы түҙмәй: “Ҡарағыҙ әле, ниндәй хозурлыҡ, ҡайһылай матур көҙгө балҡыш!” — тип башҡаларҙың да иғтибарын тирә-йүнгә йүнәлтә. Юлдаштары иғтибар итә, үҙ тойғоһон белдерә. Әммә, аҙ ғына ара үткәс, машина боҙола. Барыһы ла төшөп, тау битләүенән тирә-яҡҡа һоҡланып ҡарап тора. Машинаны төҙәтеү оҙаҡҡа һуҙыла. Көн һалҡыная төшә, ашағылары ла килә башлай. Шул саҡ Нәзирә Фәтхелислам ҡыҙына, күк ҡабағы асылғандай, бер фекер килә: “Бәй, үҙешмәкәр артистар бит бында, ни эшләп күшегеп ултырырға!” Тау битендә уйын ҡороп ебәрә Нәзирә һылыу. Машинаны төҙәтеү бер нисә сәғәткә һуҙыла, ә уйын ҡыҙа. Осрашыуҙың барып сыҡмауы өсөн Нәзирә Кәримоваға бер кем дә үпкәле һүҙ әйтмәй. Киреһенсә, йылдар үткәс, был иҫтәлекле көндө “Көҙгө балҡыш” тип иҫкә алалар. Бына шундай Нәзирәнең булмышы: зарланып-ҡайғырып ултыра торған ерҙә уйнатып-бейетеп ебәрә, көҙгө һыуыҡ-батҡаҡтың да матурлығын күрә белә ул!
Килен, ир ҡатыны, әсәй…
Ә бит… Нәзирә һылыу – район китапханалары, китап һөйөүселәр өсөн яуаплылыҡ тойған етәксе генә түгел, ир ҡатыны, килен, еңгәй, өс бала әсәһе лә. Өҫтәүенә, хәҙер инде — бейем, өләсәй.
Өйҙәгеләрең ялан сәскәһеләй булмышыңды тояларҙыр ҙа ул, ә бына бал ҡортондай эшмәкәрлегең ғаиләгә бүлә торған ваҡытыңды урламаймы икән? Эшеңдең яуаплылығын аңлайҙармы?
Ҡатын-ҡыҙ өсөн һынау — һыналыу, ҡулайлашыу — үҙеңде раҫлау, һыр бирмәү — күнеү, бирешеү — сәмләнеү һәм башҡа бихисап ҡапма-ҡаршылыҡты дөрөҫ хәл итеү — етәкселек менән ғаилә тормошон йәнәш, тигеҙ, бер-береһенә зыян килтермәй алып барыуҙың асылы. “Ир менән йәшәү өсөн әртис булырға кәрәк”, — тип аҡыл өйрәтә бер аҡыллыһы. Былай итә алмай Нәзирә. Фиғеле икенсе уның: асыҡлығы, ихласлығы менән алдыра. Күңелендә ялған, икейөҙлөлөк, ялағайлыҡ, ярамһаҡланыу, уңышһыҙлыҡтарың өсөн кемгәлер һылтаныу, ғәйепләү, аҡланыу кеүек сифаттарға урын юҡ, сафлыҡ, инсафлыҡ ҡына. Ихлас ул Нәзирә. Һәр эшкә мөкиббән китеп тотона — күңеленә генә ятһын. Ире, балалары менән дә ихлас. Бындай сифат — атаһы менән әсәһенәндер. “Уларҙың да йәне йәннәттә булмаһа, кемдәр генә эләгәлер инде унда?!” — ти Нәзирә.
Ихлас күңелле булыу — мөнәсәбәт ҡороуҙа иң төп шарт. Шуға ла бейеме менән дә тиҙ аңлаша Нәзирә. Ул үҙе лә аҡыл менән эш итә торған ипле ҡатын була.
— Аҡылы — алдан, асыуы арттан булды бейемемдең. Бер ваҡытта ла: “Шулай ит, былай эшлә”, — тип өйрәтмәне. Берәй нимәгә тотонһам, төҙәтмәне. Әммә үҙе шул уҡ эште өлгө алырлыҡ итеп башҡарып ҡуя торғайны. Әлбиттә, ҡарап тораһың да үрнәк алаһың. Сикһеҙ рәхмәтлемен бейемемә, бикәстәремә. Шулай уҡ, әлбиттә, ирем Ғәзинурға: ул мине аңламаһа, бер ни ҙә атҡара алмаҫ инем, иртәнсәк барып, кис ҡайта торған эш һайларға тура килер ине, моғайын. Йәш ваҡытта, һуң ҡайтырға тура килгән саҡтарҙа, кәйефе боҙолғандай булһа, бейемем дә, бикәстәрем дә: “Ул районыбыҙҙың йөҙөн билдәләй торған хеҙмәттә. Яңғыҙы күңел асып йөрөмәй бит, эштән ҡайта”, — тип абруйымды күтәреп ебәрерҙәр ине. Бына шулай бер-беребеҙҙе аңлашып ғүмер иттек.
Өй мәшәҡәттәренә лә ваҡытын таба, донъяһын да көтә, балаларын да баға, баҡсаһын да үҫтерә, йорт-ҡаралтыһын да тәрбиәле тота Нәзирә.
— Артыҡ мәшәҡәттән, йәғни йәнең, тәнең өсөн кәрәге булмағандарҙан ҡотола барам. Мәҫәлән, бер осрашыуҙа: “Кәрәкмәгәнгә ваҡытты сарыфламайым, мәҫәлән, гәлсәр һауыттарҙың туҙанын һөртөүгә ваҡыт әрәм итмәйем”, — тигәйнегеҙ. Мин дә ундай һауыттарҙан ҡотолдом. Ваҡытты ҡәҙерен белеп файҙаланырға тырышам. Әммә “Балаларыма иғтибар аҙыраҡ булдымы икән?” тигән үкенесем бар. Район үҙәгендә урыҫ телле мөхит өҫтөнлөк итә бит инде. Шуға күрә балаларым, башҡортса белһә лә, үҙ-ара урыҫса аралаша. Хәҙер инде ейәндәрем үҫеп килә. Ғаиләләрендә урыҫ теле нығыныуы борсоуға һала мине. Ейәндәрем артабан нисек аралашыр, йырлар, күңел сәләмәтләндереү сараһын ҡайҙан табыр? Үҙебеҙҙең арала — ят, яттар араһында үҙ була алмай ҡалырҙармы?
Әлбиттә, ҡәрсәй-өләсәй булараҡ, ейән-ейәнсәргә иғтибарҙы күберәк бүлергә, уларҙы, ысынлап та, телһеҙ, рухһыҙ ҡалдырмау сараһын күрергә кәрәктер. Һәр баланың яҙмышы милләттеке икәнлеге Нәзирәгә яҡшы билдәле, шуға ла был мәсьәлә борсоуға һалған уны.