Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өй туйланы ололар
Өй туйланы ололарВетерандарҙың Нефтекама ҡала ойошмаһы күп йылдар республикала өлгөлөләрҙән һанала. Был, беренсенән, ойошторолоуынан башлап бөгөнгәсә уға тәжрибәле һәм халыҡ араһында ихтирамлы, әүҙем шәхестәрҙең етәкселек итеүенән булһа, икенсенән, ҡала хакимиәте башлығы Илүс Ғарифуллиндың һәм уның беренсе урынбаҫары Шамил Хәлитовтың ололарға мөмкин тиклем күберәк иғтибар бүлергә ынтылыуынан, йәмәғәт ойошмаһы эшмәкәрлегенә битараф булмауынан килә.

Шуның бер дәлиле – күптән түгел, Нефтекаманың 50 йыллыҡ юбилейын билдәләгән көндәрҙә, ҡала ветерандар советының “өй туйлауы”. Быға тиклем көндәлек эшен ҡыҫынҡы шарттарҙа алып барған оло йәштәгеләр ойошмаһы заманса йыһазландырылған иркен биналы булды.
Офистың Нефтекаманың үҙәгендә, ҡала хакимиәтенән, халыҡты социаль яҡлау идаралығынан йыраҡ түгел урынлашыуы, маршрут автобустары туҡталышына яҡынлығы ла оло йәштәгеләр өсөн уңайлы. Бында, эш кабинеттарынан тыш, төрлө сара үткәреү өсөн ҙур, яҡты зал, ял бүлмәһе йыһазландырылған, күп каналды күрһәтеүсе заманса телевизор, Интернетҡа тоташтырылған компьютерҙар, интерактив таҡта, телефон ҡуйылған.
Бер нисә ай элек кенә икенсе маҡсатта файҙаланылған бинаны төҙөкләндереү – “НефАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ҡалалағы байрам айҡанлы ветерандар ойошмаһына бүләге ул. Йыһазландырыуҙы ҡала Советы депутаты Әлфәт Нәжмиев етәкселегендәге “Интеграл” фирмаһы үҙ өҫтөнә алған.
Өй туйланы ололар— Беҙҙең эшмәкәрлеккә ҡала етәкселегенең иғтибары бер ваҡытта ла кәмемәй, — тип һөйләй ветерандар советы рәйесе Людмила Байрамова. – Төрлө предприятие, ойошма һәм учреждение башлыҡтары ла пенсионерҙарҙың мәнфәғәтен һәр саҡ күҙ уңында тота, хаҡлы ялдағылар тураһында даими хәстәрлек күрә. Оло йәштәгеләр көнөнә арналған саралар ҙа ҡалабыҙҙа ойошҡанлыҡ менән үтә, бер кем дә тейешле ҡәҙер-хөрмәттән ситтә ҡалмай.
Өлкән быуын вәкилдәренең төрлө проблемаһын хәл итеү буйынса киң йүнәлешле эштәр бының менән генә сикләнмәй, йыл әйләнәһенә тормошҡа ашырыла. Ҡала хакимиәте, предприятие һәм ойошма етәкселәре һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын, тыл хеҙмәткәрҙәрен шәхсән ҡабул итә, уларға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә, ҡыҙыҡһындырған һорауҙары буйынса консультациялар үткәрә, матбуғат баҫмаларына ташламалы яҙылыу ойоштора. Уҡыу йорттарында ветерандар менән осрашыуҙар үтә, уҡыусылар һәм студенттар көнкүрештә ярҙамға мохтаж булғандарға хәстәрлек айлығы уҙғара. Үҫмерҙәр клубтарында, китапханаларҙа, мәҙәниәт усаҡтарында төрлө кисәләр, күргәҙмәләр, ололар өсөн сәй табындары һәм башҡа саралар ойошторола. Көҙөн һәм ҡышын, тәү сиратта оло йәштәгеләр мәнфәғәтен ҡайғыртып, ауыл хужалығы йәрминкәләре үткәрелә.
“Социаль туризм” һәм “Өсөнсө быуын халыҡ университеты” республика программаларына ла әүҙем ҡушылған ҡала.
— Ветерандар үҙҙәре лә ҡул ҡаушырып ултырмай. Күптәр, мөмкинлеге булһа, сараларҙа ҡатнашырға тырыша. Йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә ҡулдан килгәнсә булышлыҡ итеү – беҙҙең төп бурыстарыбыҙҙың береһе, — ти Людмила Михайловна. — Уҡыу йорттарындағы “Батырлыҡ дәрестәре"нә теләп барабыҙ. Ватанды һаҡлаусылар көнө, Еңеү байрамы, Хәтер көнө кеүек саралар уртаһында ла һәр саҡ — ветерандар. Ололар өмәләргә лә теләп сыға. Ҡыҫҡаһы, йәшкә ҡарамай, әле лә әүҙем тормошта йәшәйбеҙ.


Автор: Ансар НУРЕТДИНОВ Район: Нефтекама ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә