Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Алыҫтан төшкән яҡын килен
Алыҫтан төшкән яҡын киленАлтын көҙҙә алтын юбилейын билдәләне Миңзәлә Хәлилова. Үткән ғүмеренең сирек быуаттан ашыуы йәмле Асылыкүл буйҙары менән бәйле.
Беҙҙең халыҡта кейәүгә сыҡҡан ҡыҙға, килен булып төшкән ереңә таш булып бат, тиҙәр. Ныҡлап төпләнде Миңзәлә, тамыр йәйҙе һәм гөрләп йәшәп китте. Ул сығышы менән Баймаҡ районының Ирәндек ҡуйынына һыйынып ултырған Байыш ауылынан. Ауылда һигеҙ йыллыҡ белем усағын тамамлағандан һуң, Сибай мәктәп-интернатында уҡый. БДУ-ны тамамлап, Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ урта мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта башлай. Эшен яратып, ысын күңелдән башҡара Миңзәлә. Ошонда уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып барыу эше лә йөкмәтелә йәш белгескә. Шиғри күңелле уҡытыусы балаларҙа тыуған яҡҡа, уның тәбиғәтенә, ер кешеләренә һөйөү тәрбиәләй. Үҙе лә бәләкәй сағынан республика матбуғатында йыш күренгән Миңзәлә “Илһам” шиғри түңәрәген ойоштороп, уҡыусыларының шиғырҙарын бер йыйынтыҡҡа индереүгә өлгәшә. Мәктәптә, ауылда бер сара ла уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй – сценарий авторы ла, ойоштороусы ла, алып барыусы ла ул. “Сәхнә оҫталығы” түңәрәген ойоштороп, уҡытыусы тәрбиәләнеүселәрен сәхнә серҙәренә өйрәтә, халҡыбыҙҙың бай мәҙәниәте менән таныштырып тора.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейы ҡарамағында эшләп килгән “Дим” ижади берекмәһенең әүҙем ағзаһы ул беҙҙең Миңзәлә. Бөгөн берекмәнең өс шиғри йыйынтығына ингән уның шиғырҙары. Дәүләкән типографияһында “Аҡ елкән” исемле айырым китабы ла донъя күрҙе.
Үҙегеҙ беләһегеҙ ауыл ерендә эштең күплеген: шәхси хужалыҡ, мал-тыуар, ҡош-ҡорт тулы ихата, мәктәптәге уҡытыу-тәрбиә эштәре, балалар бағыу... Баһадирҙай ике улдың әсәһе ул Миңзәлә. Ҡайҙан ғына өлгөрә лә, нисек бөтәһенә лә ваҡыт таба икән тип хайран ҡалам, уға ҡарап. Һәр ваҡыт хәрәкәттә, ашыға, йүгерә, барыһына ла өлгөрөргә тырыша. Йәшлек дәрте, илһам тулы күңеле уны ижади үрҙәргә лә әйҙәй. Район үҙәгендә үткән сараларҙан да ситтә ҡалмай. Үҙе яҙған сценарийҙар буйынса концерттар ойоштороп, призлы урындар алып ҡайта ул етәкләгән коллектив. Миңзәлә Хәлилованың шуға бүләктәре лә етерлек – “Рәхмәтлемен һиңә, әсәй!” ижади конкурсының “Иң яҡшы шиғыр” номинацияһы, Әлшәй районында үткән “Сәсәндәр, килегеҙ!” төбәк-ара конкурсы дипломдарына лайыҡ. Үҙешмәкәрҙәр конкурсында әүҙем ҡатнашҡан, балаларҙы район смотрына яҡшы әҙерләгән, район олимпиадаһына призерҙар тәрбиәләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса “Йыл уҡытыусыһы-2013” конкурсында еңеүсе лә, “Аҡмулла нәсихәттәре” республика фольклор байрамындағы сәсәндәр бәйгеһендә диплом менән бүләкләнеүсе лә ул.
Иң ҡыуандырғаны шул: быйыл Миңзәлә Бәләбәйҙән “Илһам шишмәләре” төбәк-ара конкурсында I дәрәжә дипломға лайыҡ булып ҡайтты. “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы ойошторған “Көндәлек” тапшырыуында ла иң юғары һөҙөмтә — уныҡы! “Әйләнә орсоҡ, әйләнә” район конкурсының “Ҡул эше серҙәрен – йәш быуынға” номинацияһында еңеүсе лә беҙҙең Миңзәлә. Уңдыҡ килендән: гөрләтеп донъя көтә, балаларҙы уҡыта, улдарына ныҡлы терәк.
Тормош иптәше Вәрис тә – бик ихлас кеше. Татыу тормош ҡорған улар. Ике улдарының да матур итеп туйҙарын үткәреп, бөгөн инде өс ейән-ейәнсәргә олатай-өләсәй булып, ҡыуанып йәшәйҙәр. Ә тормоштоң бар асылы, матурлығы ла тап шунда бит инде аңлаған кеше өсөн...
Миңзәләнең “Аҡ елкән” китабын уҡып сыҡһаң, бөтә тормош юлы күҙ алдына баҫа. Төрлө хистәр уята был йыйынтыҡ. Уйландыра ла, һағышландыра ла шиғырҙары. Уларҙа кешеләр араһындағы яҡты мөнәсәбәттәргә дан йырлау, татыу тормошҡа өндәү, Асылыкүл буйҙарының хозурлығына һоҡланыу, һәр миҙгелдең матурлығын күрә белеү, килен булып төшкән ерен яратыу ярылып ята. Ире Вәрискә, улдарына арнап яҙылған шиғырҙары бөтмәҫ һөйөү хистәре, оло ихтирам, ҡурсалау менән һуғарылған! Төшкән еренә тамыр йәйеп, ошо яҡтың кешеләрен дә үҙ итеп йәшәй белгән, бәхетен үҙе ҡойған ҡатынға ҡарап нисек итеп “алыҫтан төшкән яҡын килен” тип әйтмәйһең инде!


Автор: Гөлшат САМАТОВА. Район: Дәүләкән районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә