Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Журналист хаҡлы ялға китмәй
Журналист хаҡлы ялға китмәйУны бер кем дә йөрәгенә ике тапҡыр операция яһатҡан кеше тип уйламаҫ. Һәр ваҡыт хәрәкәттә, йүгереп йөрөй. Бирһен Хоҙай, күҙ теймәһен.
Һүҙем ветеран-журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Нурия Барый ҡыҙы Амангилдина хаҡында.

Хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлаһа ла, аҙаҡ ул яҙмышын журналистика менән бәйләй. Нигеҙҙә, "Башҡортостан" гәзитендә хаҡлы ялға киткәнсе төрлө бүлектә хеҙмәт итә.
Матбуғаттағы ижад юлы күҙ алдында үткәнгә, яҡташым да булараҡ, Нурия Амангилдина хаҡында күп һөйләргә мөмкин. Уға журналист өсөн иң кәрәкле һәм мөһим сифаттарҙың хаслығы ҡыуандыра: ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, эҙләнеүсәнлек, төпсөрләп материал туплау, үҙ бурысына үтә яуаплы ҡарау, яҙғандарын уҡыусыға ҡыҙыҡлы итеп еткерергә ынтылыу.
Йыш ҡына күҙәткәнем бар: ҡайһы бер дөйөм сараларға, уртаҡ байрамдарға төрлө баҫмаларҙың хәбәрселәре килһә, башында ғына була ла ҡайтып китәләр, аҙаҡ, яҙа башлағас, ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙең етешмәүе сәбәпле, Нурия Барый ҡыҙына мөрәжәғәт итәләр. Хәҙер еңел ул: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан, төрлө сайттарҙан кәрәкле хәбәрҙе, һандарҙы, дәлилдәрҙе алырға була. Элек был мөмкин түгел ине. Барыһы ла — журналистың ҡәләме менән теркәлгән блокнотта ғына. Нурия Амангилдина иһә эш ваҡыты менән дә, хеҙмәт көнөнән һуңғы буш сәғәте менән дә иҫәпләшеп тормайынса сара бөткәнсе ултыра һәм уҡыусыға тулы мәғлүмәтле хәбәр еткерә.
Ошо холҡо әле лә уның ғәҙәтенән сыҡмай. Бер ҡараһаң, хаҡлы ялдағы журналисҡа Көйөргәҙе районы мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһендә ултырыуҙың бер кәрәге лә юҡ кеүек. Әммә Амангилдина һымаҡ тынғыһыҙ ҡәләм оҫтаһына барыһы ла мөһим: мәктәп донъяһы, уҡытыусылар тормошо шундай ҙур үҙгәрештәр кисергән бер мәлдә журналист ситтә ҡала аламы? Уның яҡташтары ниндәй борсолоуҙар менән йәшәй, киләсәккә ниндәй маҡсаттары бар — шуларға битараф булыу мөмкинме? Ул үҙенең яҡташтарына ҡулынан килгән тиклем ярҙамды әле лә күрһәтеп тора. Тыуған ауылы Иҫке Морапталдағы башланғыс мәктәпте ябыу тураһында һүҙ сыҡҡас, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр журналист Нурия Барый ҡыҙына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Бәләкәс балаларҙың Баязит Бикбай исемендәге Яңы Морапталдағы мәктәпкә йөрөп уҡыуы өлкәндәр өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра, сөнки Өфө — Ырымбур юлы аша сығыу бик ҡурҡыныс, туҡтауһыҙ машиналар йөрөп тора. Ауыл халҡының әйтеүенә ҡарағанда, ошо урында 60 кеше тапалған. Әлеге факттарҙы килтереп, оло юлда яҙлы-көҙлө бысраҡта, ҡышҡы тайғаҡта йөрөү ни тиклем ҡурҡыныс икәнлеген һөйләп, Нурия Барый ҡыҙы башланғыс мәктәпте япмауҙарын һорап, ауыл халҡы исеменән район хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотләхмәтовҡа мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә белем усағында бөгөн ике уҡытыусы 22 баланы уҡытып, эшләп йөрөй, хакимиәт башлығына ла, ауылдаш апайҙарына ла рәхмәт уҡып бөтә алмайҙар.
Нурия Амангилдина, үҙенең 60 йәшлек юбилейы уңайынан хакимиәт башлығының иртә менән телефондан ҡотлауын тыңлағас, етәксенең шул тиклем иғтибарлы булыуына хайран ҡала.
— Ул бит бер мине генә түгел, ә Өфөләге бөтә билдәле яҡташтарыбыҙҙы юбилейы менән генә түгел, ә ябай тыуған көндәребеҙҙә лә ҡотламай ҡалмай. Нисек барыһын да хәтерендә тоталыр?! Байрамдарҙа ла открыткалар алып торабыҙ. Йыл һайын район һабантуйына саҡыра. Әле лә минең тыуған көндә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың тәүге ултырышына килгәйнеләр. Шунан алда, иҫендә тотоп, ҡотлауына, иғтибарлы булыуына аптырарлыҡ. Был кешенең юғары мәҙәнилеге хаҡында һөйләй. Шөкөр, етәксебеҙҙән уңдыҡ. Ишетеп торабыҙ: ҡайһы райондарҙа хужалар үҙҙәренең яҙыусыларын да белмәй.
Нурия Амангилдина бөтә башҡорт баҫмаларын һәр ерҙә таратып, яҙҙырып йөрөй. Үҙе яҙған мәҡәләләрен авторҙарына хат аша ебәрһенме, ҡулланма материалдар, методик әсбаптар, календарҙар, әҙәби әҫәрҙәр һалһынмы — ҡайҙа нимә етмәй, ҡулынан, хәленән килгәнсә ярҙам итергә тырыша.
— Ауылдарҙа кешеләрҙең гәзит-журнал алдырмауына, китап уҡымауына иҫем китә. Ундай ерҙә үҙеңде кеше аяғы баҫмаған бер утрауҙа кеүек хис итәһең, — ти ул. — Шуға үҙебеҙҙең ауыл мәктәбенә, балалар баҡсаһына кескәйҙәр өсөн сыҡҡан бөтә яңы китаптарҙы, календарҙарҙы ебәреп торам. Бәләкәйҙән уҡырға әүәҫләнеп алһалар, улар ҙурайғас та был ҡыҙыҡһыныуҙарын ташламай. "Китап ене" ҡағылып өлгөрһә, мәңгелек ғәҙәткә әйләнә.
Нурия Амангилдинаның тағы бер сифаты һоҡландыра. Ҡайһы бер кешеләр хаҡлы ялға китеүҙе бик ауыр кисерә, ни эшләргә белмәй аптырай. Ә уның өсөн бөтөнләй яңы тормош башланды. Ул быға тиклем өлгөрә алмаған өлкәләрҙә белемен камиллаштырырға тотондо, төрлө курстарға йөрөнө. Дауалау массажы серҙәрен үҙләштерә, документтар менән дөрөҫ мөғәмәлә итеү өсөн эш башҡарыусы курсын тамамлай, сәс киҫергә лә өйрәнә. Университетҡа уҡырға ингәнсе бухгалтерҙар курсында белем алыуын да иҫәпләһәң, бер үҙенә әллә нисәмә һөнәр булып китә. Әле тағы ла тегеү буйынса курстарға йөрөмәксе. Алып ҡуйған тауарҙары ла бар, үҙенә кәрәк-яраҡты тегеү ҡатын-ҡыҙ өсөн бер ҡасан да ҡамасауламай. "Әҙерәк йәшерәк булһам, логопед һөнәрен дә үҙләштереп, балалар менән эшләр инем", — ти Нурия Барый ҡыҙы.
Журналист хаҡлы ялға китмәйХаҡлы ялға сығыу менән, киреһенсә, ваҡыты әҙәйә, барыһына ла өлгөрә алмай. Тормоштоң йәмен, тәмен белеп йәшәгәнгә ҡартайырға ваҡыты юҡ уның.
Нурия Барый ҡыҙының тағы бер ҡыҙыҡһыныуы бар. Иртә яҙҙан ҡырға сығып төрлө дарыу үләндәре, сәскәләр, тамырҙар йыя. "Сәләмәт тормош рәүеше" кеүек ("ЗОЖ") баҫмаларҙағы төрлө рецепт буйынса дауаланып, һаулығын нығыта, халыҡ медицинаһына ҡағылышлы кәңәштәрҙе йыя. Телефон ашамы, күҙгә-күҙ аралашҡандамы, һаулыҡ хаҡында һүҙ сыҡһа, теләһә ниндәй сир-сырхауға ла уның тәҡдиме тел осонда ғына тора, шунда уҡ һиңә төрлө кәңәшен еткерә башлай. Үләндәрҙең йыйыу ваҡытын да белә, киптереү шарттарын да теүәл үтәй, хәлеңде белешер ҙә бер ҡосаҡ дауаһын тотоп килеп тә етер. Ул хатта майҙар, төнәтмәләр, кремдарына тиклем үҙе эшләй. Уңғанлығына ғәжәп итерһең.
Ә инде тәбиғәт ризыҡтарынан иҫ киткес ашамлыҡтар әҙерләүенә хайран ҡалырһың. Бәпембә балын яһай. Япрағынан салат әҙерләй, һабағын ниндәйҙер система буйынса ашап курс үтә. Ауылда баҡса буйында, йылға янында үҫкән дегәнәк япрағына төрөп, итле дөгөнән голубцы эшләй. Ҡыярҙы майлы табала ҡыҙҙырып, әллә ниндәй ғәжәп ашамлыҡ әҙерләй. Эремсектән яһалған бәлеш, торттарының иҫәбе-һаны юҡ. Бер тапҡыр редакцияға шундай һирәк ҡулланылған ҡәҙимге ризыҡтарҙан ете төрлө аш-һыу әҙерләп килтергән. Ҡарап торһаң, аяҡ аҫтында үҫкән нәмәләр, ә ниндәй тәмле, иң мөһиме, файҙалы улар. Бары тик Нурияның уңған ҡулдары тейеү генә шарт икән. "Ике ай буйы һинең тәмле-томло нәмәләреңде ашап рәхәтләнгәйнек, ҡыйын булып торор әле", — ти ҡыҙын Өфөгә оҙатҡанда әсәһе Миңһылыу апай. Хәйер, әсәһе үҙе лә, һикһәнде үтеүенә ҡарамаҫтан, аш-һыуға бик оҫта. Баҡсаһында үҫкән еләк-емешен, йәшелсәнең береһен дә әрәм итмәй, ҡағын ҡойоп, ҡайнатма яһап, киптереп, тоҙлап ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡуя. Шуға Нурияның уңғанлығына аптырарға түгел, әсәһенә оҡшамай кемгә оҡшаһын!?
Ата-әсәһенә бик иғтибарлы Нурия Барый ҡыҙы. Үткән йыл атаһын инсульт һуҡҡас, дауаханала бер ай буйы янында ултырып, ҡалаҡлап ашатып, тәрбиәләп, табиптар менән бергә аяҡҡа баҫтырышты. Аҙаҡ ныҡлап атлап киткәнсе өйҙә ярҙамлашты. "Өфөгә килегеҙ, янымда ғына булырһығыҙ", — тиһә лә, ризалашмай шул өлкәндәр. Үҙ өйҙәрендә үҙ көйҙәренә көңгөр-ҡаңғыр килеп йәшәүҙе хуп күрәләр. Нурия Барый ҡыҙы шуға улар янына йышыраҡ ҡайтып, хәлдәрен еңеләйтеп, ярҙам итеп килергә тырыша.
Буш ваҡыттарында ҡосаҡ-ҡосаҡ гәзит уҡыһынмы, яңы сыҡҡан әҙәби китаптар менән танышып барһынмы, театрҙарҙағы бер генә премьераны ла ҡалдырмай ҡараһынмы, концертҡа, төрлө тамашаға йөрөһөнмө — барыһына ла өлгөрә Нурия Барый ҡыҙы. Бирһен Хоҙай, ошо әүҙемлегенән айырылмаһын. Битараф булмағандарға, изге күңеллеләргә йәшәүе лә еңелерәк бит ул.
Үҙенең күркәм юбилейын да Нурия Барый ҡыҙы Амангилдина байтаҡ пландар менән ҡаршылай, яҙаһы мәҡәләләре лә йыйылған. Киләсәктә матбуғат биттәрендә уның исем-шәрифен тағы ла күрербеҙ әле. Ысын журналист эш урынынан китһә лә, уның өсөн бер ваҡытта ла хаҡлы ял юҡ. Ҡәләм оҫталары һәр саҡ сафта ҡала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873