Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ҡабаҡтан компот ҡайнат

Йыл да күпләп ҡабаҡ үҫтерәм. Ҡышҡылыҡҡа унан, икранан тыш, тағы ла нимәләр әҙерләп була?
Зилә ВӘЛИШИНА.
Мәләүез районы.

Ҡабаҡтан бик тәмле компот эшләргә мөмкин. Уртаса ҙурлыҡтағы йәшелсәнең ҡабығын әрсеп, эсен таҙалағыҙ. Уны ваҡлап турап, кәстрүлгә һалығыҙ. Өҫтөнә 2 литр һыу ҡойоп, ҡайнатырға ҡуйығыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, 2,5–3 стакан шәкәр һалығыҙ. Ҡабаҡ һарғылт төҫ алғас (үтә күренмәле һымаҡ), уға өс ҡәнәфер ҡушығыҙ. Уттан алғас, килеп сыҡҡан компотҡа 1/2 сәй ҡалағы һеркә өҫтәргә. Әҙер массаны банкаларға тултырып, стерилләгеҙ ҙә нығытып ябығыҙ. Әҙер компот ананас тәме бирә.




Гөлйемеште һаҡларға өйрән

Витаминдарын юғалтмаҫ өсөн гөлйемеште нисек дөрөҫ итеп ҡайнатырға?
Юлиә ЯҠУПОВА.
Белорет районы.

Витаминдарын һаҡлау өсөн гөлйемеште ваҡлап, термосҡа тултырығыҙ ҙа өҫтөнә эҫе һыу ҡойоғоҙ. Мәҫәлән, 15-ләгән емешкә 2 литр һыу етә. Термоста төнәтмә 35 сәғәттән артыҡ ултырмаһын. Юҡһа, ундағы С витамины юғала башлай.




Йомортҡа бешерһәң...

Ни өсөн йомортҡа бешергәндә сатнап ярыла?
Сәлиә БУЛАТОВА.
Өфө ҡалаһы.

Йомортҡаны тоҙло һыуҙа бешерһәгеҙ, ул ярылмаҫ. Аҙаҡ уны әрсеүе лә анһатыраҡ.




Балдың датөрлөһө була

Бал һатып алғайным, ашап ҡарағас, уның саф булыуына бер аҙ шик тыуҙы. Шәкәр ҡушылған, буғай...
Р. СӘЛИХОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Белгестәр әйтеүенсә, магазин кәштәләренә сығарылған балдың 50–70 проценты яһалма, йәғни сауҙаға шәкәр сиробы ҡушылғаны күберәк эләгә. Тимәк, ҡорттарҙы болонға һирәк сығарып, күберәк сироп менән туҡландырғандар. Балда глюкоза менән фруктоза нисбәте нормаға тура килмәһә, дауалау сифаты ҡалмай, ул тәмләткес “кәнфит” кеүек булып сыға. Йыш ҡына яҡшы балды, “тауар йөҙө” булдырыу өсөн сироп ҡушып, яңылыш боҙоп ҡуялар. Һатып алыусылар ни өсөндөр үтә күренмәле шыйыҡ балды ярата, шуның менән алдана. Ысын аҙыҡ айыртҡандан һуң кристаллана башлай, шуға ла һатыусылар, шыйығайтайым тип, уны йылыта. Был һис кенә лә ярамай, сөнки 55 градус йылылыҡта бал файҙалы сифаттарын юғалта. Һатып алыусыға ул әле генә айыртҡан һымаҡ күренә. Ошо юл менән алынған аҙыҡ башҡаса ҡуйырмай, шуның өсөн дә һатып алғанда кристалланғанды һайларға кәңәш итәбеҙ. Ысын бал иһә өс-дүрт ай эсендә ҡуйыра. Ошо ваҡыт үткәндән һуң да банкаға һалғанда әле бер, әле икенсе яҡҡа сайҡалһа, шәкәр сиробы ҡушылған йәки һыу өҫтәлгән тигән һүҙ.
Тағы бер үҙенсәлек: бал аҫтан кристаллана башлай, шуға банка төбөндә — ҡуйы, ә өҫкө яғында шыйығыраҡ икән, шикләнергә түгел.
Бал һатып алғанда умартасыларҙың сертификатлы тауарын һайларға кәрәк, сөнки һәр оҫта үҙенең “марка”һын хурламаҫҡа тырыша. Ә осраҡлы урындан алһағыҙ, төрлө мутлыҡҡа юлығыуығыҙ бар: тауар “йөҙө” булдырыр өсөн аҡбур, шәкәр, аҡһым, он ҡушыуҙары ихтимал, шыйығайтҡансы йылытыу ҙа файҙаға түгел. Ҡайһы береһе шул тиклем оҫтарған, хатта ысын балды яһалмаһынан айырмаҫһың да.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә