Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ноябрь — ҡышҡа инеү айы. Һуң яҡтыра, ҡараңғы иртә төшә. Көндәр һалҡыная, ай аҙаҡтарында сана юлы һалына. Баҡса йоҡоға тала. Әммә был баҡсасының мәшәҡәте бөттө тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, үҫентеләрҙе, ағас-ҡыуаҡтарҙы туңыуҙан һаҡлау сараһын күреү мәле етте.

Ҡар иртә яуһа, ер туңмай ҡала. Был осорҙа ла әле ҡайһы бер үҫентеләрҙең тамыры тын ала, киләһе уңышҡа көс туплай. Шулай ҙа көнгә ышанырға ярамай. Ҡайһы бер йылда ҡар оҙаҡ яумай тора, һалҡындар башлана. Еләк-емеш тамырына туңыу ҡурҡынысы янай. Көҙҙән уларҙың төбө серетмә, бысҡы вағы менән күмелһә, үҫентеләрҙең тамыры һыуыҡтарға бирешмәй.
Мул уңыш биреүҙән айырылып төшкән ботаҡтарҙы тарттырып бәйләү, төҙәлмәҫтәрен киҫеп, урынына баҡса елеме, майлы буяу һөртөп ҡуйыу ҙа — мөһим эштәрҙең береһе. Сүп өйөмдәрен ҡышҡылыҡҡа ҡалдырырға ярамай. Сысҡандар эйәләп, ауырыу таратыуы бар. Баҡсала ҡар тотоуҙы тәүҙән үк башлайҙар. Уның өсөн ер өҫтөнә ағас ботаҡтары ташлана, ҡар өйөмдәре яһала, ҡар канауҙары ҡаҙыла. Асыҡ ерҙә ҡышҡы һыуыҡтарҙа еләк-емеш баҡсаһы ныҡ зыян күрә, шуға ла тәүге көндәрҙән үк плантацияларҙы, түтәлдәрҙе ҡар аҫтында ҡалдырыу мотлаҡ.
Еләк тамыры тупраҡ ҡатламының өҫкө өлөшөнә таралып үҫә, асыҡ ерҙә 15 градус һалҡында ла туңып һәләк була. Ҡар яуғансы уҡ еләклекте 5-7 сантиметр ҡалынлыҡта серетмә, торф йәки бысҡы вағы менән ҡапларға кәрәк. Ҡарҙың йылы “юрған” ғына түгел, дым сығанағы ла икәнен дә оноторға ярамай. Ғалимдар иҫәпләүенсә, көрт 10 сантиметр ҡалынлыҡта булһа, гектарына 300 тоннаға тиклем дым туплана икән. Бына шунан уйлап ҡарағыҙ инде...


Автор: Рәлис УРАҘҒОЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә