Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ташҡа йән өрөүсе
Ташҡа йән өрөүсеРәмилә Фазлыева сәнғәт мәктәбендә балаларға рәсем төшөрөү, бәләкәй скульптура эшләү серҙәрен өйрәтә. Күңеленә яҡын тағы бер шөғөлө бар уның – таштан, ағастан йә боҙ киҫәгенән төрлө фигуралар яһай.

Яңауылда тыуып үҫкән, бәләкәйҙән һүрәт төшөрөргә әүәҫ ҡыҙ башта ташҡа биҙәк яһаусы һөнәре буйынса Көнгөр сәнғәт училищеһын, һуңынан Свердловск архитектура институтын тамамлаған. Юғары белем тураһында диплом алған йәш белгесте факультетта уҡытырға ҡалырға ла өгөтләп ҡарайҙар. Тик ул тыуған яҡтарына юл ала.
Ташҡа йән өрөүсе– Бөгөнгө күҙлектән ҡарайым да «Ниңә ҡалманым икән?” тип үкенеп тә ҡуям ҡайһы саҡ, – ти Рәмилә Нәҡип ҡыҙы, йәшлек хәтирәләренә бирелеп. – Үҙ-үҙемә ышаныс етеңкерәмәгәндер инде. Булдыра алмам тигән тойғо көслөрәк булғандыр. Етмәһә, сит ер бит...
Шулай итеп, дипломы буйынса торлаҡ йорттар һәм йәмәғәт биналары архитекторы, яратҡан шөғөлө менән бәләкәй скульптуралар оҫтаһы Рәмилә үҙ талантын һәм тәжрибәһен балаларға бағышлаған. Төп эшенән буш ваҡытын күңелендә тулышҡан илаһи хистәрҙе таш киҫәктәрендә сағылдырыуға арнай ул. Һуңғы тиҫтәгә яҡын йылда Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында үткәрелгән конкурс һәм фестивалдәрҙә ҡатнашып, призлы урындар һәм лауреат исемдәре алып ҡайтыуы үҙе генә лә күпте һөйләй.
Ташҡа йән өрөүсеБыйыл июнь айында Пермь крайының Ҡыҙыл Ясыл ауылында уҙған ташҡа һүрәт төшөрөүселәрҙең (камнерез) беренсе фестивалендә лә бик теләп ҡатнаша Рәмилә. Бәйгенең был ерҙә уҙғарылыуы бер ҙә осраҡлы түгел. Бында данлыҡлы “Урал таш һырсыһы” (“Уральский камнерез”) комбинаты эшләп килә.
– Училищела уҡығанда беренсе практиканы нәҡ шул предприятиела үттем. Фестивалгә барыу йәшлегемә ҡайтыу булды. Шуға ла ниндәй образ өҫтөндә эшләйәсәгемде алдан уҡ тойомлап ҡуйғайным, – ти оҫтабикә.
Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан, Ҡырғыҙстандан һәм урындағы ундан артыҡ ташты соҡоп һүрәт төшөрөүсе ҡатнашҡан был конкурстан Башҡортостан вәкиле скульпторҙарға арналған “Ҡағылыш” (“Прикосновение”) тигән эше өсөн махсус диплом алып ҡайтты. “Образды ташта философик һынландырыу” номинацияһында Рәмилә Фазлыеваға тиңләшеүсе булмаған.
Ташҡа йән өрөүсе– Ташҡа ҡул тейҙереү менән үҙең дә һиҙмәҫтән уға ғашиҡ булаһың. Эш барышында ҡулдарыңдың ҡанат булып үҫеүен тояһың. Йәнһеҙ ташҡа йән өргән ижади хеҙмәтеңдең емеше шундай хистәр уята, – тип дауам итә ул, бәйге ваҡытындағы кисерештәрен хәтерләп. Башҡалар төрлө хайуан һындары яһағанда ни өсөн үҙенең фәлсәфәүи һәм абстракция йүнәлешен һайлауын да аңлата:
– Ниәтем оҫтаның ҡулы ташҡа ҡағылыуҙан башлап, уға нисек йән өрөп, үҙе теләгән образды тыуҙырыуын күрһәтеү ине.
Конкурстарҙа ҡатнашыу бер яҡтан оҫталыҡты артабан үҫтереү өсөн этәргес булһа, икенсе яҡтан башҡалар өлгөһөндә тәжрибә тупларға ла ярҙам итә Рәмилә Нәҡип ҡыҙына. Ижади дуҫтары менән осрашыуҙар ҙа алдағы эштәр өсөн илһам бирә. Сочиҙа, Архангельск өлкәһенең Вельск ҡалаһында, Өфөлә үткән ошондай бәйгеләрҙән һуң ҡанатланып эшкә тотондо ул.
Күңеле тартҡан шөғөлө булған Рәмилә Фазлыева киләсәккә оло пландар менән йәшәй. Шуларҙың иң ҙуры – үҙенә махсус оҫтахана асыу. Был йәһәттән ул ағаһы Наилдең ярҙамына ышана. Үҙе белгәнде уҡыусыларына өйрәтеү өсөн түңәрәк ойоштороу ниәте лә бар. Оҫтабикәгә бөтә был ынтылыштарында һәм тәү сиратта ижадында яңы уңыштар теләйек.
Ташҡа йән өрөүсе


Автор: Гөлсәсәк ТИМЕРШИНА. Район: Яңауыл районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә