Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Һаман йәш булып ҡалам”
“Һаман йәш булып ҡалам”Вадим Ахун улы Йәркәев Ҡыйғы районынан, ун бер балалы ябай ғаиләлә һигеҙенсе булып донъяға килгән. Өфө нефть институтын тамамлағас, 1976 – 1979 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Нефтекама ҡала комитетында беренсе секретарь булған. Йәштәр ойошмаһының юбилейы алдынан уның менән комсомол ойошмаһы тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– ВЛКСМ-дың ҡала комитетын етәкләү совет заманы өсөн ярайһы уҡ юғары вазифа ине. Нисек барып эләктегеҙ унда?
– Бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда, ысынлап та “эләктем” тип әйтергә булалыр. Икенсе яҡтан, совет осоронда ниндәйҙер вазифаға, шул уҡ комсомол эшенә лә инеп китеү еңел түгел ине. Кадрҙар һайлау эше юғары кимәлдә булды, бигерәк тә хәҙерге менән сағыштырғанда. Бының менән башлыса партия комитеттарының ойоштороу бүлектәре шөғөлләнде. Вазифаға һайланғансы мине төрлө кимәлдә тикшергәндәрен, һәр яҡтан һынап ҡарағандарын аҙаҡ ҡына аңланым. ВЛКСМ һәм КПСС-тың ҡала комитеттарында, аҙаҡтан Өфөлә төрлө кимәлдәге етәкселәр менән әңгәмәләшеүҙең нимә икәнен үҙҙәре кисергәндәр яҡшы белә. Нисек кенә булмаһын, Арлан нефть үткәргестәр идаралығында инженер һәм бер үк ваҡытта комсомол комитеты секретары булып эшләп йөрөгән егерме дүрт йәшлек сағымда ВЛКСМ-дың Нефтекама ҡала комитетына беренсе секретарь итеп һайландым. Йылдар арауығынан ҡарайым да шундай һығымта яһайым: атай-әсәйҙән, уҡытыусыларҙан ул заманға ярашлы дөрөҫ тәрбиә алып, бала саҡтан бар эшкә өйрәнеп, оло яуаплылыҡ тойғоһон аңлап үҫкән күптәрҙең яҙмышы шуға оҡшаш. Юғары уҡыу йорттарында ла йәштәрҙе күп төрлө йәмәғәт эштәренә йәлеп итеү тейешле кимәлдә ине. Уҡыу йылдарында комсорг булып, студент төҙөлөш отрядтары һәм профсоюз эштәре менән шөғөлләнеп ниндәйҙер тәжрибә туплағанға, нефтселәр ҡасабаһы Күтәрәмдә комсомол секретары булып үҙемде яҡшы күрһәткәнмендер инде, шуға ла бер нисә кеше араһынан мине һайланылар.
– Ул саҡтағы Нефтекамала комсомол эшмәкәрлеге ниндәйерәк ине?
– Ун биш йәшлек ҡаланың тормошо гөрләп тора. Автомобиль заводы, яһалма күн берекмәһенең мамыҡ иләү фабрикаһы удар комсомол төҙөлөштәре тип иғлан ителгәйне. Йәштәрҙең көндәлек эшен, ялын ойоштороу, социаль-көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә объекттар өсөн яуаплылар менән бер рәттән комсомол етәкселәре лә шөғөлләнде. Миңә тиклем дә, беҙҙең осорҙа ла, һуңыраҡ та тәүге комсомол ойошмаларынан башлап ҙур вазифа биләүсе етәкселәргә тиклем барыһы ла бик әүҙем, киң ҡарашлы булды, үҙ бурыстары өсөн оло яуаплылыҡ тойҙо. 1978 йылда Кремлдең Съездар һарайында ВЛКСМ-дың алтмыш йыллыҡ юбилейына арналған тантаналы йыйылышта Башҡортостан комсомолының ун бер вәкиле араһында ҡатнашыуымды дөйөм хеҙмәтебеҙгә бирелгән юғары баһа тип һанайым.
– Һеҙҙең тормошта комсомол ниндәй урын биләй?
– Киң билдәле йыр юлдарын башҡортсаға әйләндереп әйтһәм, минең яуап күптәрҙеке менән ауаздаштыр, тип уйлайым: “комсомол – түгел ул йәш, комсомол — минең яҙмыш!” Ысынлап та, күп милләтле Советтар Союзының бер нисә быуын халҡы өсөн был – оло мәғәнәгә эйә һүҙҙәр. Йәмәғәт башланғысында эшләүселәрҙән алып йәштәр ойошмаһында етәксе вазифа биләүселәргә тиклем һәр кем бөгөн дә “комсомол миңә күп нәмә бирҙе” тип оло ғорурлыҡ менән әйтә. Төрлө йылдарҙа комсомолға ҡағылышлы булғандарҙың барыһы ла үҙ яҙмышына рәхмәтле. ВЛКСМ ҡала комитетында алған эш һәм тормош тәжрибәһе артабан миңә оло таяныс булды: партияның Нефтекама ҡала комитетында агитация һәм пропаганда бүлеге мөдире, аҙаҡтан ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесенең урынбаҫары һәм беренсе урынбаҫары булып эшләгәндә лә бер ҡыйынлыҡ тойманым, йөкмәтелгән бурыстарҙы комсомолда алған яуаплылыҡ һәм көс-дәрт менән, күңел биреп башҡарҙым, шуғалыр ҙа принципиаль тәнҡиткә дусар булманым, яман телгә эләкмәнем. Ул осорҙа тапҡан дуҫ-иштәр менән әле лә тығыҙ аралашып йәшәйем – был да күп нәмә тураһында һөйләй. Дөйөмләштереп әйткәндә, икенсе билдәле йырҙағыса, комсомолдан айырылмайым, һаман йәш булып ҡалам.
– Бөгөнгө йәштәргә теләктәрегеҙ...
– Тарихыбыҙҙы, оло быуындарҙың матур эштәрен онотмаһындар. Йәмәғәт тормошонда ихлас ҡатнашһындар, әүҙем һәм дәртле булһындар. Комсомол кеүек бөтөн ил йәштәрен үҙ артынан эйәртерлек ойошмаға берләшһендәр ине.


Автор: Ансар НУРЕТДИНОВ әңгәмәләште. Район: Нефтекама ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә