Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Эй, мосолман донъяһы
Эй, мосолман донъяһы
1. Мосолмандар өсөн мотлаҡ булған ҡанундар йыйылмаһы. 2. Ҡөрьәнде дөрөҫ уҡыу ҡағиҙәһе. 3. "Ҡөрьән"дең беренсе бүлеге һәм шул бүлектән уҡылған доға. 4. Ҡәберҙең һул яҡ ҡабырғаһынан өңөп эшләнгән мәйет урыны. 5. Махсус дини белеме булған дәрәжәле мулла. 6. Кешене ерләгәндә фатиха биреү рәүешендә уҡыла торған доға. 7. Ҡала йәки ауылдың бер мәсеткә ҡараған өлөшө. 8. Пәйғәмбәр күрһәткән мөғжизә. 9. Намаҙ, ғибәҙәт. 10. "Ҡөрьән"гә телен "биргән" халыҡ. 11. Дин әһелдәренең халыҡты өйрәтеп, өгөтләп һөйләгән һүҙе. 12. Намаҙ уҡып үткәрелә торған дини байрам. 13. Тәһәрәт алғанда еүеш ҡул менән башты, ҡолаҡтарҙы, муйынды, намаҙ алдынан өс бармаҡ менән ситек йөҙөн һыйпап өлгәшелгән таҙалыҡ. 14. Мосолмандарҙың йыйылып намаҙ уҡый торған махсус йорто. 15. Шайтандар башлығы. 16. "Фәрештә"нең синонимы. 17. Нимә ул ғөсөл? 18. Документтарҙа ғәрәп хәрефтәренең айырым бер тәртиптә урынлашыуы. 19. Йәннәттән ҡыуылған бер фәрештәнең исеме. 20. Мосолман семинарияһы. 21. Аллаһтың барлыҡ кешегә хөкөм яһаған көнө. 22. "Белемле барҙа (...)ең тый". 23. Мөхәммәт пәйғәмбәр әйткән фәһемле һүҙҙәр. 24. Нимә ул Ислам? 25. Миғраж ваҡыты. 26. Вәғәз һөйләү оҫтаһы. 27. Мәҙрәсә ятағындағы ял итә торған бүлмә. 28. Мосолман ирҙәренең баш урамаһы. 29. Ҡорбанға тәғәйенләнгән мал. 30. Кеше үлгәндә белдерелә торған ҡайғы. 31. Мәсеттә аҙан әйтеүсе. 32. "Бай бар ерҙә, малым бар, тимә, ғазраил бар ерҙә, (...)ем бар, тимә. 33. Шәриғәтле дин. 34. Ислам дине өсөн асылған һуғыш. 35. Ураҙа тотҡан мосолмандың таң алдындағы ашы. 36. Хоҙайҙан ниҙер үтенеү йолаһы. 37. Соҡорҙа йыйылып ятҡан һыу. 38. Нимә ул күләткә? 39. Зәйнулла ишан. 40. Ниндәйҙер эштең шәриғәт буйынса дөрөҫмө-түгелме икәнлеге тураһында дин әһелдәре тарафынан аңлатып бирелә торған рәсми рөхсәт. 41. "Ҡөрьән"де яттан белгән кеше. 42. Исламдың таянысы булараҡ, ураҙа тотоу, намаҙ уҡыу, хаж ҡылыу. 43. Мәҙрәсә уҡыусыһы. 44. Намаҙ мәлендә аяғүрә тороп уҡыла торған доға. 45. Аллаһтың ярлыҡауын һорап, доға ҡылдырып биргән нәмә. 46. Ожмахтағы татлы һыулы күл. 47. Кеше үлгәндә йәнен ала торған зат. 48. Ураҙала кискегә ҡушып уҡыла торған өҫтәмә намаҙ.


Автор: Илдар Ғәбитов төҙөнө.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә