Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күберәк таратылһын ине
Сәләхетдин Суҡбаевтың “Иман. Әхлаҡи ҡиммәттәр” исемле китабын бер тынала уҡып сыҡтым. Ул бик оҡшаны — авторға ҙур рәхмәт!

Дингә битараф булмағандар был шәхесте күптән белә. Сәләхетдин Хөсәйен улы оҙаҡ йылдар “Башҡортостан” радиоһында эшләне, “Иман” тапшырыуын уңышлы алып барҙы. Ошо хеҙмәтен туплап, баҫтырып сығарыуы халҡыбыҙ өсөн тағы ла ҙур бүләк булды.
Китаптың тиражы — ике мең дана. Ул 80 бүлектән тора, һәр береһе айырым темаға арналған. Ябай, халыҡсан тел менән яҙылған, еңел уҡыла. Әммә тиражының аҙ булыуы борсоуға һала. Мәҫәлән, беҙҙең ауыл китапханаһына ул килеп етмәне. Иманым камил: башҡа төпкөлдәрҙә лә юҡ. Беҙҙең район халҡының яртыһынан күберәген мосолмандар тәшкил итә, Рәсәйҙә иһә улар — 20 миллиондан ашыу. Ике мең тираж менән донъя күргән китап ҡоро ергә ямғырҙың бер-ике тамсыһы төшөүгә тиң бит. Уны, минеңсә, яңынан сығарып, республика мәсеттәрендә һатыуҙы ойошторорға кәрәк: был маҡсатҡа ярашлы буласаҡ. Әйтәйек, һуңғы йылдарҙа беҙҙең районда ғына тиҫтәнән ашыу иман йорто төҙөлдө.
Сәләхетдин хажиҙың китабында инсафлы, тәүфиҡлы, миһырбанлы, илтифатлы, изгелекле, шәфҡәтле, рәхимле, кеселекле, тәүбәгә килеү, ихласлыҡ, хәләл, хәрәм, ғөсөл ҡойоноу, тәһәрәтләнеү һәм башҡа ҙур мәғәнәле һүҙҙәр йыш осрай. Совет осоронда уларҙың күбеһе телмәрҙә ҡулланылмай ине. Әле шуға төшөнәм: бындай тыйыуҙар айырыуса йәш быуынға ҡарата енәйәт ҡылыуға тиң булған.
Бөгөн, Аллаға шөкөр, дәүләт менән диндең тәрбиәүи маҡсаты ҡырҡа айырылмай. Мәктәп программаһына айырым дәрес индереүҙе ыңғай күренеш тип иҫәпләйем. Әммә, минеңсә, уның бер генә класта һәм бер генә сәғәт үткәрелеүе аҙ.
Ҡайһы берәүҙәрҙең: “Дәүләт диндән айырылған”, — тиеүе дөрөҫ түгел. Миҫал өсөн, 2000 йылда ауылыбыҙҙа бынамын тигән мәсет төҙөп ултырттыҡ. Әгәр район етәкселеге ярҙам итмәһә, иман йортон һалыуы, ай-һай, ауыр булыр ине. Рәхмәт уларға!
Шул уҡ ваҡытта “Ҡөрьән”де башҡортсаға тәржемә иткән белгестәргә ҙур рәхмәтемде еткерәм. Уны ашыҡмайынса, һәр әйтелгәндең мәғәнәһенә төшөнөргә тырышып уҡыным. Ҡатмарлы урындарын аңларға алда һүҙ алып барған “Иман. Әхлаҡи ҡиммәттәр” китабы ярҙамға килде. Шуға күрә “Ҡөрьән Кәрим”гә асҡыс кеүек күрәм мин уны.
Сәләхетдин Суҡбаевты “Башҡортса дини календарь” сығарыуҙы ойоштороусыларҙың һәм әүҙем авторҙарының береһе итеп тә беләбеҙ. Әйткәндәй, “Башҡортостан” гәзите редакцияһы мине өс йыл рәттән ошо календарь менән бүләкләне. Шулай бер-беребеҙҙең хеҙмәтен күреп, күтәреп, берҙәм йәшәйек, мосолман ҡәрҙәштәр!


Автор: Шәмсимөхәммәт РӘШИТОВ, хеҙмәт һәм тыл ветераны. Район: Архангел районы, Оҙондар ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә