“Юл хаҡын түләгеҙ!” – көн дә транспортта шулай тип ҡаршы алалар беҙҙе
Йәмәғәт транспортына ингән һайын ошо һүҙҙәрҙе ишетәбеҙ, эйеме? Сос, осҡор күҙле кондуктор яныңа килеп тә етә. Һиңә билет йыртып бирә лә һорауын ҡабатлай-ҡабатлай ары китә. Октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләнгән Автомобиль һәм ҡала пассажир транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тыуҙы был яҙмалар.
Мин йыш ҡына иҙән йыуыусы, урам һепереүсе, төҙөүсе, слесарь кеүек һөнәр эйәләренең ауыр хеҙмәтен күреп, уларҙы йәлләйем. Йә ҡырыҫ һауа шарттарында эшләйҙәр, йә бөтмәҫ-төкәнмәҫ бысраҡ, сүп-сар таҙартыу менән мәшғүлдәр, йә аҙ ғына аҡсаға бил бөгәләр. Тик күптәр быны күреп-аңлап, башҡарылған хеҙмәтте баһалай, ҡәҙерләй белмәй. Хатта һәләттәре буйынса шунан артыҡҡа ярамаһалар ҙа: “Мин ғүмерҙә ундай нәмәгә тотонмаясаҡмын”, – тип ебәрәләр.
Ысынында ошондай һөнәр эйәләре нисек йәшәй? Нисек эшләй, ҡайҙа ял итәләр? Ҡыҙыҡ күреп, бер көнгә лә түгел, тотош отпуск ваҡытына ябай эшсе, ябай хеҙмәткәр булырға ҡарар итәм. Тәүҙә балалар лагерында 6 мең 500 һумға иҙән йыуырға ризалашам. Ҡала ситендә тәбиғәт ҡосағында ике көн эшләп, ике көн ял итәһең – ҡыйын түгел шикелле. Әммә, ҡатын-ҡыҙ былай ҙа көн һайын өй йыйыштырыу менән мәшғүл тип, был уйымдан кире ҡайтам. Шунан магазинда тауар төрөүсе, уны кәштәләргә теҙеүсе һөнәренә туҡталам. Аҡсаһы ике тапҡырға күберәк, шулай ҙа һатып алыусылар урлашҡан, тауар иҫкереү сәбәпле, табыш юғалтыу арҡаһында билдәле бер сумманы тотоп алып ҡалалар икән. Миңә 12 сәғәт буйы ултырырға ла ярамағаны оҡшаманы. Варикоз сиренә тура юл бит был. Ахыры, йортом эргәһендә генә трамвай депоһы барлығын иҫкә төшөрөп, кондуктор булырға хәл итәм. Улар иң беренсе булып эш башлай. Иртә торған – уңған, ти бит халыҡ та.
Депоның кадрҙар бүлегенә йүнәләм. Ишеккә “Водителдәр, кондукторҙар, монтерҙар талап ителә” тигән белдереү эленгән. “М-дә, теләүселәр сират тормай икән. Тимәк, алырҙарына өмөт бар”, – тип уйлайым.
Бүлмәләге ҡыҙҙар “ваҡытлыса” тигәнде ишеткәс, икенсе ҡатҡа кондукторҙар начальнигы Лидия Илларионовна Бушмелеваға ебәрә. Йәнәһе, ул рөхсәт итһә генә инде. Илларионовна мөләйем генә интеллигент ҡатын булып сыға. Минең өҫ-башыма күҙ һирпеп алды ла: “Күреүемсә, һеҙ – етди, бөхтә кеше. Ышанырға була”, – тип ҡултамғаһын ҡуйып ебәрә.
Кадрҙар бүлегендә кәрәкле документтар исемлеген һәм медицина тикшереүенә йүнәлтмә тотторалар. Уныһы түләүле. Ярай әле, иртәрәк мөрәжәғәт иткәнмен. Документтарҙы тиҙ йыйһам да, медосмотрҙы үтә алмайым. Ҡанымда гемоглобин кимәле түбән икән. Эйе шул, һыуыҡ тейҙереп, ауырып йөрөгән саҡ ине. Тиҙ генә антибиотик дарыу һатып алып, өс көн ҡабул итәм дә ҡабаттан анализ тапшырырға китәм. Ур-ра! Был юлы гемоглобин нормала! Ниһайәт, рөхсәт биреп, ҡултамға ҡуйып, мисәт һуғалар.
Тегендә эшкә ҡабул итеү тураһында ғариза яҙҙыралар ҙа стажировка үтергә саҡырып ҡалалар. Бөтәһен дә тиҙ генә башҡарырға өйрәнермен тиһәм, тотҡарлыҡтар сығып ҡына тора. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә шунда уҡ төшөнһәм дә, терминалды – билет аппаратын үҙләштерә алмай бер булам. Ун йыл элек троллейбуста кондуктор булып эшләп ҡарағанда йыртмалы билет ҡына һата торғайнылар. Ә хәҙер электрон хеҙмәтләндереүгә күскәндәр. Ләкин уныһы йә боҙола, йә көсө бөтә икән. Шуға ла, ул-был була ҡалһа тип, элекке билеттарҙы ла алып йөрөйҙәр. Ахыры, нимә артынан нимә эшләргә кәрәклеген блокнотыма яҙып ҡуям. Онотһам, ҡарап алырмын. Барлыҡ был мәшәҡәттәрҙе йырып сығырға миңә беркетелеп ҡуйған оҫта-кәңәшсе Наталья Ильина ярҙам итә. Уның иплелегенә, түҙемлегенә һоҡланам. Нарядчицалар, статистар, диспетчерҙар менән таныштырҙы, бөтәһен дә күрһәтеп аңлатты.
Мине 2299 һаны менән теркәйҙәр. Бынан һуң һәр урында исем-фамилиям урынына ошо дүрт һанды әйтергә тейешмен. Водителдәр иһә өс урынлы һан менән йөрөтөлә. Ниндәй график буйынса эшләргә теләүемде белешәләр: 8-әр cәғәтме, 12-шәрме? Буш ваҡытым күп тигәс, һуңғыһын тәҡдим итәләр. Ә минең депонан биш минутлыҡ юлда йәшәүемә бик ҡыуаналар. Беренсенән, трамвайҙар рейсҡа таң менән йүнәлә – тәүгеләре 6-сы яртыла уҡ йөрөй башлай. Икенсенән, ниндәйҙер сәбәп арҡаһында кемдер эшкә сыҡмаҫҡа мөмкин, мине тиҙ генә саҡыртып алырға уңай. “Иртәгә һынар өсөн ҡыҫҡа сменаға яҙабыҙ. Бер сәғәт алдан кил: медицина тикшереүе үтергә, билет продукцияһын, терминалды ҡабул итеп алырға, вагоныңды табып, һыулы сепрәк менән тотҡостарҙы, ултырғыстарҙы һөртөп өлгөрөргә тейешһең”, – тип хушлашалар.
Тәүге эш көнөм байрамға тура килә. Ҡыуанып ҡуям: бындай көндә халыҡ барыбер майҙандарға тамаша ҡарарға барасаҡ, шуға минең “аҡсаһыҙ” 21-се маршрутымда әҙме-күпме табыш булыр әле. Диспетчерҙан наряд ҡағыҙын алып ҡарайым: водителем 044-се икән. Кем ул? Белмәгәнеңде водителдән һораш, тип торған ике ҡатын бер һүҙҙән: “О-о-о, Римма Орлова. Юҡ, уға мөрәжәғәт итмә, нисек тә үҙең тырыш инде”, – тине. Ниңә икәнен аңлатмаһалар ҙа, шөрләй төшәм. Дорфа, уҫал ҡатындыр, кәйефемде төшөрөр инде.
Уф, бисмилла, депонан сығып китәбеҙ. Ҡыҫҡа, тыныс маршрут. Ябыҡ ҡына ҡыҙыл сәсле Риммаға яҡын да бармайым. Ҡапҡылап алырға туҡтағас, үҙе һүҙ ҡуша. Аҙаҡ юлда ла, һорамаһам да, ярҙам итеп, кәңәш-төңәш биреп өлгөрә. “Бына тигән мөләйем, мәрхәмәтле кеше”, – тигән уй-фекергә киләм кискә. Ысынлап та, шулай ҙа тура килә: кемделер һиңә яманлайҙар ҙа, киреһенсә, һуңынан уның изгелекле икәнен беләһең. Ә һин башҡа тәьҫир аҫтында хаталы һығымта яһап өлгөргән булаһың.
Хәҙер отчет яһап, аҡсамды кассаға тапшырасаҡмын. Килемде һанап ҡарайым, планды икеләтә арттырып үтәгәнмен! Эйе-эйе, бында һәр йүнәлештә – эш, ял һәм байрам көндәренә айырым-айырым – билдәле план бар. Иң ҙур талап 5-се, 18-се маршруттарҙа. Сменанан 7–9-ар мең һум килтерергә кәрәк. Бындай ҙур сумманы ғүмерҙә лә йыйып булмаҫ кеүек.
Тәүге көндәрҙә тынысыраҡ йүнәлештәрҙә йөрөп рәхәтләнәм. Әммә артабан иң тынғыһыҙ 5-се маршрутҡа ҡуялар. Унда тын алырға ла форсат юҡ, туҡталыш һайын вагонға 20–30 кеше инә. Һәр береһен хеҙмәтләндереп кенә өлгөр! Юғиһә, беренсенән, табышың аҙ була, икенсенән, контролерҙар тура килеп, билетһыҙ “ҡуян”ды тотһа, һиңә шелтә яҙыла. Ә бер генә шелтә лә айлыҡ премияны киҫтерә. Шуға күрә яныма килгәндәрен көтөп ултырмайым, бер баштан икенсеһенә йүгереп йөрөйөм. Пассажир ҙа алама: ингәс, ҡарашы менән һине эҙләп таба ла тап кире йүнәлештә алыҫҡараҡ барып тора. Ҡайһыныһы халыҡ араһына боҫа ла, эҙләп тапһаң, йөҙө ҡарайып китә. Әйтерһең дә, үҙеңдең кеҫәңә аҡса талап итәһең! Аптырағандан: “Беҙ һеҙгә хеҙмәт күрһәтәбеҙ, килеп түләргә тейешһегеҙ. Магазинда үҙегеҙ кассаға бараһығыҙ, һатыусылар артығыҙҙан баҫтырып йөрөмәй бит”, – тип ҡуям. Халыҡ артыҡ күп түгел икән, кондуктор урынында ғына ултыра – инструкцияла шулай яҙылған.
Бая контролерҙарҙы телгә алғайным. Кондукторҙың иң ҡурҡҡаны – улар һәм ревизорҙар. Эш ҡағыҙыңда бер генә яҙыу дөрөҫ тултырылмаһа, сумкаңда аҡса кәм йә артыҡ булһа, шелтә сәпәргә әҙер торалар. Тәүге мәлдә мәшәҡәттәргә сумып, уларҙы бөтөнләй иҫтән сығарғанмын. Беренсе өс көндә кассаға тапшырған аҡсам гел тулманы. Йә – ете, йә егерме һум. Был бер генә нәмәне аңлата: кемгәлер сдачаны артыҡ тотторғанмын. Аҡса, киреһенсә, тейешенән күберәк икән, биреп еткермәгәнһең. Әммә аҙ булһа була, артыҡ сыҡмай. Сөнки кәмерәк сдача һонһаң, пассажир шунда уҡ дәғүәһен белдерә, ә яңылыш күберәкте бирһәң, усына йома ла ҡуя.
Дүртенсе көнгә кискеһен депоға барып инһәм, өҫтәл янында дүрт ят ҡатын ултыра. Ревизорҙар икән! Теҙ быуындарым ҡалтырап китте. Йәһәт кенә терминал менән сумкамды һалдырып алып, аҡсамды һанарға керешәләр. Ҡалған билет-фәләнемде тикшереп, иҫәп-хисап яһайҙар ҙа: “Маладис! Дөп-дөрөҫ. Бар, кассаға илтеп бир”, – тиҙәр. Бәхетем бар икән, тәүгә теүәл сыҡты ла баһа!
Шул арала Ирина исемле кондуктор тикшереүҙә эләкте. 90 һум аҡсаһы артыҡ сыҡты. Етмәһә, бер хәл, артығы айырыуса насар. Тимәк, һин пассажирҙы алдағанһың! Ҡатын, кәйефе ҡырылып, кассаға табышын тапшыра башлағайны, унда бөтәһе лә дөрөҫ тура килде. Ығы-зығы тоҡанды. Ирина ревизорҙарға барып, хоҡуғын дауларға тотондо. Тегеләр иһә бер ҙә яңылышҡандарын танырға теләмәй ҡырталаша. Ахыры, мәсхәрәгә ҡалған тикшереүселәр бүлмәнән сығып һыҙа.
Ике көн эшләп, икешәр көн ял итергә булһа ла, кеше етешмәгәнлектән, ялымда ла саҡырып шылтыраталар. Шулай өсөнсө көнгә лә депоға йүгерәм. Ваҡытлысамын, түҙермен әле, тим. Ни өсөн халыҡ бында килһен инде, хеҙмәт хаҡы бигерәк әҙ. Юҡҡамы ни, хатта күрше Ырымбур өлкәһенән килеп эшләүселәр бар. Кондукторҙың бер сәғәтлек ставкаһы 27 һум 30 тин генә. Йәғни ошо сумма айлыҡ сәғәттәрең һанына ҡабатлана. Айына 160 сәғәттән алһаң да, 4 368 һум ғына була. 15 көндә яҡынса 5-әр мең һум табыш килтерһәң, дөйөм 75 меңдең 3 проценты һиңә яҙыла. Тимәк, тағы 2 250. 4 368-гә 2 250-не ҡушһаң, 6 618 була. Әгәр шелтә-маҙарһыҙ эшләһәң, өҫтәп бер аҙ премия яҙыла ла – бына шул һинең хеҙмәт хаҡың. 8–10 меңдән артмай инде. Әлбиттә, ялыңда сыҡҡан өсөн икеләтә түләнә, тик гел былай тырышыуың ауырға тура килә. Сараһыҙҙан, күбеһе “һул” табыш ала. Йәғни пассажирға билет бирмәй, аҡсаһын үҙ кеҫәһенә һала. Быға халыҡ та өйрәнеп бөткән. Йә тулы хаҡты, йә 6–10 һум бирәләр ҙә: “Билет кәрәкмәй”, – тиҙәр. Билдәле, ундай “ҡуян”ды алып барыуы үтә хәүефле. Контролер эләктерһә, икегеҙгә лә зыян була. Шуға ла иртүк иртән йә кис йәки тынысыраҡ йүнәлештә генә былай мутлашырға мөмкин. Ә тикшереүселәрҙең линияға сыҡҡанын кеҫә телефонынан да бер-береһенә хәбәр итеп тораларҙыр, моғайын.
Көн дә тиерлек яңы водитель тура килә. Рәмилә Исламова, Венер Ғәбиҙуллин, Миңсара Заһиҙуллина менән эшләүе күңелле. Уларҙың үҙ-үҙҙәрен тотошо ла күркәм. Сер түгел, ҡалала хәрәкәт көслө, трамвай йөрөтөүселәр ғәйәт ҙур стресс кисерә. Түҙмәй, ҡаты итеп һүгенеп ебәргәндәре лә йыш була. Йәш-елкенсәк иһә юл буйы вагонды йән-фарман ҡыуа – эсеңдә йәнең ҡалмай. Шунан ҡулсала торғанда, графиктан алдабыҙ, тип һуҙыла-һуҙыла тәмәке тарталар. Был йәһәттән Зөһрә Ғибәҙуллина оҡшай, ул трамвайҙы йөҙҙөрөп кенә йөрөтә.
Ун ике сәғәт эсендә тын алырға ла ваҡыт юҡ тиерлек. Һәр әйләнештә ҡулсала өс минутлыҡ ял бирелә. Шул арала отчет эшләп, ҡағыҙыңа яҙып ҡуйырға, терминалыңды ябып-асырға өлгөрөргә кәрәк. Йүгереп барып, һабынлап ҡулды йыуып алғы ла килә. Йыумағаны йыумай ҙа, әммә аҡса тотоп бысранған ҡулыңдан 15 минут эсендә сирҡана башлайһың.
Рейста төрлө холоҡло пассажир тура килә. Үҙҙәре 5, 10 йә 50 тинлектәрҙән юл хаҡы түләһә лә, сдачаны шундай аҡса менән алырға теләмәйҙәр. Бәғзеләренең һарыуын терминалдың уларҙың транспорт картаһын оҙаҡ “уҡыуы” ҡайната. Бигерәк тә оло йәштәге бабайҙар түҙемһеҙ. Ахыры, кеше күп булғанда, аппаратты ситкә ҡуйып тороп, ябай катушкалы билет менән хеҙмәтләндерәм. Тиҙерәк тә килеп сыға. Әгәр өлгөрмәһәң, пассажирҙың киләһе туҡталышта төшөп ҡалыуы ла ихтимал бит. Әйткәнемсә, эргәңә килеп билет алыусы һирәк.
Минең планды арттырып үтәп килгәнемде күреп, көн дә 5-се маршрутҡа ҡуя башлайҙар. Дүрт көн рәттән шулай! Етмәһә, урамда 30–35 градус эҫе. Арыйым, эшемде күрә алмаҫ хәлгә етәм. Нисек былай йылдар буйы түҙәләрҙер...
Хеҙмәт тәртибе ҡаты. Графигыңа ҡарап, таңғы 5-6-ла торорға кәрәк. Ә рельстар ремонтлағанда депо ябылғас, көн дә 5-се яртыла уяна башланым. Сөнки транспорт ҡаланың төрлө мөйөштәрендәге ҡулсаларға ҡуйылып, хеҙмәткәрҙәрҙе ташыусы автобус депонан 6-сы яртыла уҡ шул нөктәләргә ҡуҙғала. Кисен өйгә ҡайтып инеүеңә сәғәт 10 була. Аптырайһы түгел, эшемдең туғыҙынсы көнөндә үҙемдең ябыҡҡанымды тоям. Салбарымдың төймәһен күсереп тағам. Быға бошонмайым, киреһенсә, ҡыуанам ғына. Ябығам тип, ашауҙы сикләп, диетала ултырған заттан түгелмен. Ҡыҙҙар, күберәк хәрәкәтләнергә кәрәк икән!
Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлдәр йыш булды. Иң мөһиме, ябай кешеләр араһында йөрөп, шатлыҡтарын да, ҡайғыларын да уртаҡлаштым. Мутлашыусыларға ла осраным. Бер көн 35-40 йәштәрҙәге ҡатын, башҡа аҡсам юҡ, тип бер меңлекте һуҙа. Таушалып, бөтәрләнеп бөтөүе ғәжәпләндермәһә лә, һиҙелер-һиҙелмәҫ һәлмәклеге, еңеллеге һағайта. Ҡағыҙҙы яҙып, ентекләп әйләндереп-тулғандырып ҡарай башлайым. Шунда “был аҡса берәмеге түгел” тигән яҙыуҙы күреп ҡалам. “Ялған аҡса”, – тип кире һонам. Ҡатын күҙен шарҙай итеп асып: “Магазинда биргәйнеләр уны”, – тип аптыраған була. “Э-э, магазинда ялған аҡса йөрөмәй, йә урамда, йә баҙарҙа тотторғандарҙыр, йә иһә мине һемәйтергә уйлағанһыңдыр”, – тип уйлап, икенсе бер меңлеген алып, ваҡлап бирәм. Иншалла, Хоҙай аралағандыр, ваҡытында һиҙеп ҡалмаһам, кис кассала үҙ кеҫәмдән сығарып һалырға тура килер ине бит!
Ғөмүмән, эре аҡса тәҡдим итеүселәр йыш осрай. Таң менән бер егет хатта биш меңлек һонғайны. Иртән сдачалыҡ ундай аҡса ҡайҙан йыйылһын! Ә бер мәл шулай эшләгән иргә, илле-йөҙлөктәр булмағас, тимер тәңкәләр менән сдача һанап биреүемә, ул йәне көйөп, уҡтай атылып сығып китте.
Ниһайәт, һуңғы эш көнөм. Әлеге лә баяғы 5-се маршрут. Смена бөтөүгә ике генә әйләнеш ҡалған. Шөкөр, планым тулған, тынысмын. Был юлы “билет кәрәкмәй” тигән бер тәҡдимде лә кире ҡаҡмайым. Ҡарайыҡ, был кондукторҙар күпме “һул” табыш ала икән? Ике-өс сәғәттә кеҫәгә 500 һумға яҡын аҡса инеп ята, о-һо!
Өс көн аша бер генә тәүлек ял итеп, йәмғеһе 12 500 һум хеҙмәт хаҡы алдым. Сарыф ителгән көскә ҡарағанда, был бик әҙ. Миҙгеленә ҡарап – эҫе йә һыуыҡ, тауыш, хәрәкәт, төрлө холоҡло пассажирҙар, матди яуаплылыҡ... Ҡыҫҡаһы, михнәте күп, рәхәте юҡ. Шунан ниңә хеҙмәтләндереүсе, эшсе һөнәрҙәренең абруйы түбән тип аптырарға?
ҺҮҘ ҺУҢЫНДА.
Һөнәри байрамдары менән ҡотлап, депоға шылтыратам. Лидия Илларионовна ла, Наталья ла эшкә саҡыра. “Ғәфү итегеҙ, яратҡан шөғөлөм бар. Тормош баҫҡыстары һикәлтәле, киләсәктә кем белә, бәлки...” – тип яуаплайым. Эштең ояты юҡ, ти әсәйем.