Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Пенсия реформаһы нимә вәғәҙә итә?
Илебеҙҙе пенсия реформаһы көткәнен беләбеҙ, был юҫыҡтағы ҡануниәттең үҙгәреп тороуы хаҡында ла хәбәрҙарбыҙ, әммә төпсөнә башлаһаҡ, күптәребеҙ беҙҙе ниндәй үҙгәрештәр көткәнен барыбер аныҡ анлатып бирә алмаясаҡ. Уның ҡарауы, пенсияларҙы иҫәпләү һәм тәғәйенләү буйынса 2015 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инәсәк яңы системаны тикшереү һәм камиллаштырыу һаман туҡтамай. 2014 йылдан иһә пенсияның йыйылма өлөшө системаһында ҡатнашҡандарҙың тарифтары үҙгәреүе көтөлә. Шуға ярашлы, ҡайһы бер көнүҙәк һорауҙарға яуаптар бирергә булдыҡ.

— Яңы формула кем өсөн индерелә?
— Әлеге ваҡытта пенсияла булғандар һәм 2015 йылдың 1 ғинуарына тиклем хаҡлы ялға сығырға йыйынғандар айлыҡ түләүҙе элекке күләмдә аласаҡ. Улар өсөн йыл дауамында инфляция кимәленән кәм булмаған индексациялау ҡаралған. Пенсияның страховка өлөшөн яңыса иҫәпләү формулаһы иһә 2015 йылдың 1 ғинуарынан хаҡлы ялға йыйынғандарға ҡарата ҡулланыласаҡ.
— Пенсияны арттырыу мөмкинме?
— Оҙайлы хеҙмәт стажы булғандарҙың пенсия күләмен арттырыу мөмкинлеге бар.
Әгәр ҙә ҡатын-ҡыҙҙың хеҙмәт стажы – 30, ир-аттың 35 йылдан ашыу икән, пенсияны өҫтәмә арттырыу коэффициенттары буйынса иҫәпләйәсәктәр. 30 йәштән 40 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙға һәм 35 йәштән 45 йәшкә тиклемге ир-атҡа хеҙмәт стажының һәр йылы өсөн өҫтәмә рәүештә пенсия коэффициенттары ҡушыласаҡ (балдар). Ҡатындарҙың – 40 йыл, ирҙәрҙең 45 йыл максималь стажы булғанда, уларға 15 премия балы өҫтәләсәк. Бер балдың “хаҡы”н Рәсәй Хөкүмәте әлегә билдәләмәгән.
— Пенсияның йыйылма өлөшө һәм быға тиклем тупланып өлгөргән күләм менән нимә буласаҡ?
— 2014 йылдан пенсияның йыйылма өлөшөн формалаштырыу үҙгәрә. 1967 йылда тыуған һәм унан кесерәк хеҙмәтсәндәр пенсияның йыйылма өлөшө системаһында ҡатнаша, һәм улар һайларға тейеш: артабан йыйылма иҫәпте тулыландыра барасаҡтармы (был осраҡта улар өсөн 6 процентлыҡ әлеге тариф һаҡланасаҡ), әллә был мөмкинлектән баш тартасаҡтармы (тариф 0 процент буласаҡ). Әгәр ҙә һуңғы осраҡ икән, “ирекле” 6 процент хеҙмәтсәндең пенсияһының страховка өлөшөнә китәсәк (тариф 10 проценттан 16-ға етәсәк, тимәк, пенсия ла ҙурыраҡ буласаҡ).
Граждандарҙың быға тиклем формалашҡан пенсия йыйылмаларына килгәндә, улар юғалмаясаҡ: инвестицияланыуын дауам итәсәк һәм граждан пенсияға сығыу менән, инвестиция килемен иҫәпкә алып, уға тулыһынса түләнәсәк.
Ниндәй юлды һайлауға килгәндә, уны быйыл уҡ тормошҡа ашырырға, шулай уҡ 2014 – 2015 йылдарҙа ла эшләргә мөмкин. Әммә 2014 йылда йыйылма компонентты туҡтатып торасаҡтар, иғәнәләрҙе ағымдағы пенсияларҙы түләү өсөн тотонасаҡтар. Барлыҡ операциялар граждандарҙың иҫәбендә сағыласаҡ. Киләсәктә был суммалар граждандарҙың пенсияларының страховка өлөшөн формалаштырғанда иҫәпкә алынырға тейеш.
— Ҡайһылай отошлораҡ: 6 процент тарифлы йыйылма системала ҡалырғамы, әллә, артабан пенсияның йыйылма өлөшөн формалаштырыуҙан баш тартып, берҙәм страховкалау системаһына “ҡайтырғамы”?
— Әгәр ҙә хеҙмәткәр 6 процентлыҡ йыйылма өлөштө формалаштырыу системаһында ҡала икән, бының менән ул киләсәктә пенсияның страховка өлөшөнә хоҡуғын кәметә (был коэффициенттар ярҙамында иҫәпкә алынасаҡ).
Ҡайһы юл отошлораҡ икәнлеген һәр граждан үҙе хәл итергә тейеш. Пенсияның страховка өлөшөнә килгәндә, уның күләме йыл һайын дәүләт тарафынан инфляциянан кәм булмаған күләмгә индексациялана, тимәк, гарантиялы арттырыла бара. Кире яғы – был берҙәм модель, унда барыһын да тигеҙләү элементы бар. Ошонан сығып, юғары эш хаҡы алған хеҙмәткәрҙәргә аҙ килемлеләр менән сағыштырғанда нисбәте яғынан түбәнерәк пенсия түләнәсәк.
Йыйылма пенсияға килгәндә, был граждандың шәхси аҡсаһы, ул уны инвестициялауға идара итә, ә мәрхүм булған осраҡта (пенсия тәғәйенләнгәнгә тиклем) был аҡсаны вариҫтары аласаҡ. Икенсе яҡтан, пенсияның йыйылма өлөшө финанс баҙарында инвестициялана, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул, үҙ сиратында, бик үк тотороҡло түгел. Инвестиция килеме һәр ваҡыт инфляция күләмен ҡаплар тигән ышаныс юҡ. Йыйылма өлөш дәүләт тарафынан индексацияланмай. Пенсияның йыйылма өлөшөнөң килемлелеге тулыһынса инвестициялау һөҙөмтәһенә бәйле (тимәк, юғалтыуҙар булыуы ла ихтимал). Был осраҡта дәүләт номиналды, атап әйткәндә, страховка иғәнәләренең аныҡ суммаһын түләүҙе генә үҙ өҫтөнә ала.
Күптән түгел Рәсәй Хөкүмәте пенсияның страховка һәм йыйылма өлөштәре тураһындағы сираттағы закон проекттарын хупланы. Яңы концепция буйынса, түбән эш хаҡы алғандар ҙа бер ни юғалтмаясаҡ, юғары килемлеләргә иһә өҫтәмә аҡса түләнәсәк.
Страховкалы хеҙмәт пенсияһына хоҡуҡлы булыу өсөн өс шартты үтәү зарур: ҡатындарҙың йәше – 55-кә, ирҙәрҙеке 60-ҡа етергә; хеҙмәт стажы – 15 йылдан һәм эш хаҡы менән билдәләнгән “үткәреү балы” 30-ҙан да кәм булмаҫҡа тейеш. Әгәр ҙә ошо шарттар үтәлмәһә, кеше социаль пенсияға ғына өмөт итә ала, ул да дөйөм билдәләнгән сроктан биш йылға һуңыраҡ бирелә башлаясаҡ.


Автор: Рәсми сығанаҡтар ҡулланылды.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә