Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Нисек “аферист” булдым
Баҡсанан ҡайтып киләбеҙ. Шишмәнән Өфөгә йөрөгән маршрут автобусына ултырҙыҡ. Беҙҙең менән бергә туҡталышта өлкән йәштәге инәй ҙә инде. Күреп торам: миңә кәрәк кеше. Ни өсөн? “Һуғыш балалары — тарих яралары” тигән китабымдың икенсе томына ветерандарҙан иҫтәлектәр туплап йөрөйөм. Һуғыш ваҡытында бала һәм үҫмер булған, тылдағы бөтә ауырлыҡты үҙ иңдәрендә күтәргән, аслыҡ-яланғаслыҡты кисергән быуындың хәтирәләре бөгөнгө балаларға, йәштәргә, киләсәк быуынға фәһем, ғибрәт бирһен тигән ниәттән тотонғайным был эшкә. Ата-бабаларыбыҙ тарихы онотолорға тейеш түгел. Тылда ҡалған ҡарт-ҡоро, ҡатындар, балаларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте арҡаһында яуланған бит Бөйөк Еңеү.

— Инәй, һеҙ нисәнсе йылғы? — тип һорайым. Ул миңә аптырап ҡарағас, ҡолағы ла ҡатыраҡ ине, буғай, ҡабатлап өндәштем:
— Һеҙгә нисә йәш?
— Һикһәнде үттем инде.
— Улай булғас, һуғыш осорон иҫләйһегеҙҙер?
— Хәтерләмәгән ҡайҙа!.. 12 йәштә инем. Бер көн, әсәйем ауырығас, эшкә сыҡмағайным, саҡыртып әрләнеләр.
Үҙемдең ниндәй маҡсаттан һорауымды аңлатып, яйлап осрашып һөйләшергә теләгемде әйттем дә адресын һораным. Инәйҙең яуаптарын яҙып алғас:
— Яңғыҙ ғына тораһығыҙмы? — тип ҡыҙыҡһындым.
— Юҡ, бабайым да бар. Минән дүрт йәшкә кесерәк...
— Улайһа, һуғышты ул да иҫләйҙер, уның иҫтәлектәрен дә яҙып алырмын.
Шул саҡ маршрут автобусын яңғыратып, уҫал тауыш ҡолаҡты шаңҡытты:
— Етәр, аферистка! Ҡарт кешенең башын ҡатырып ултырма. Беләбеҙ һеҙҙең кеүектәрҙе: имеш, кем менән тораһығыҙ, адресығыҙ нисек? Әбейҙе алдарға йыйындыңмы?
Эргәмдә ултырған, ҡарап тороуға зыялы ғына күренгән ҡатындың ҡысҡырыуынан башта тертләп киттем хатта. Шунан уның әйткәндәре бер килке башыма ла барып етмәне. Нисек, миңә аферистка тип ғәйеп тағалармы? Ярай, баҡсаға барһам да, эштән тура киткәс, кеҫәмдә журналист танытмам бар ине. Күрһәттем дә:
— Нисек оят түгел һеҙгә, бер белмәгән кешегә шулай тип әйтергә? — тип саҡ өндәшә алдым.
— Ауыҙыңды яп! — тине был баяғынан да зәһәрерәк итеп. — Беләбеҙ ундай “ҡағыҙ”ҙарҙы нисек эшләп алғандарын.
Алда, водитель янында ултырған иптәшем, артҡа боролоп, был ҡатынға минең хаҡта әйтеүҙе кәрәк тапты:
— Белгегеҙ килһә, ул яҙыусы, журналист, ихтирамлы кеше. Һуғыш балалары тураһында бер китап сығарҙы инде, әле икенсеһен әҙерләй. Оло йәштәге кешеләрҙе ҡайҙа күрһә лә, адресын һорашып яҙып ала ла аҙаҡ барып һөйләшә. Яңыраҡ ҡына Шишмә районында ла булдыҡ, Келәш, Әри, Ҡараяҡуп ауылдарына барҙыҡ.
— Ә-ә, һеҙ икәүме ни әле, бергә эшләйһегеҙме? Өфөлә генә булышҡанығыҙ етмәгән, инде ауылға сығып киттегеҙме? — тип тағы ябырылды был һәм йәнә үҙенең “яратҡан” һүҙен өҫтәп ҡуйҙы: ауыҙыңды яп!
Ошо тиклем хаяһыҙлыҡты беренсе тапҡыр күреүҙән, нахаҡ һүҙ, бысраҡ ялған ишетеүҙән күҙҙәремдән йәш атылып сыҡты.
— Был һүҙҙәрегеҙ өсөн һеҙгә яуап бирергә тура килер, — тинем, яуыз ҡатындың йөҙөнә ҡарамай ғына.
— Кем алдында? — тип ҡысҡырҙы ул йәнә. — Ҡурҡытма мине! Шөрләй торғандарҙан түгелмен.
— Хоҙай алдында. Үҙегеҙҙең алдығыҙҙа, намыҫығыҙ алдында.
Тауышым ҡалтыранды. Башҡа дауам итә алманым.
— Әйҙә, ила, ила! Кеше ышандырып ултыраһың.
Был ҡатын һаман зәһәр уғын ҡаҙауын белде.
Ярай оҙаҡламай “Ял” кафеһы” туҡталышында төшөп ҡалды.
Әммә унан һуң да Өфөгә тиклем тыныслана алманым. Ғөмүмән, был төндә бөтөнләй йоҡламаным. Ҡолағымда бер һүҙ яңғырап тик торҙо: “Аферистка!”
Иң аптыратҡаны һәм ғәжәпләндергәне ул яһил ҡатын да түгел ине, ә шул салондағы кешеләрҙең битарафлығы хайран итте. Береһе-бер ҡатынға ҡаршы өндәшһәсе! Барыһы ла уның кеүек уйланымы икән ни? Әгәр шулай булмаһа, ниңә, исмаһам, береһе бер мине яҡлап һүҙ әйтмәне? Өндәшмәү — һүҙһеҙ килешеү түгелме? Иң ҡурҡыныс сир — битарафлыҡ. Йәмғиәтебеҙгә үтеп ингән яман күренеш. Күпме шундай хәлдәр тураһында яҙылып тора, Интернетта күпме видеояҙма бар: кемделер урамда туҡмайҙар, башҡалар тыныс ҡына үтеп китә йә ҡарап тора. Кемгәлер ауыр, ә кешеләр быға иғтибар ҙа итмәй йә иҫерек тип уҙа, авариялар ваҡытында, ашығып ярҙамға киләһе урынға, тиҙерәк телефондарына видео төшөрөргә тотоналар... Битарафлыҡ үлтерә. Кәрәк ерҙә өндәшмәй ҡалыу енәйәткә тиң түгелме ни?
Аҙаҡ, ғәфү үтенгәндәй, маршрут автобусы водителе:
— Нисә йыл эшләп, Өфө — Шишмә юлында көн дә йөрөгән даими пассажирҙарҙы танып бөткәнбеҙ. Был ҡатынды мин тәүгә күрәм. Осраҡлы юлсылыр инде, — тип ҡуйҙы.
Ул да бит, автобус хужаһы булараҡ, ҡатынға иҫкәрмә яһай ала ине, әммә өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙе, бәлки, үҙенә лә ябырылыр тип шөрләгәндер. Кемдең юлда тик торғандан әр ишеткеһе килһен...
Бер ҡарағанда, ул ҡатынды ла аңлайым. Үҙенсә, бәлки, теге әбейҙе ҡурсаламаҡсы булғандыр. Хәҙер, ысынлап та, кемгә ышанырға, кемгә ышанмаҫҡа ла белмәҫһең. Оло кешеләрҙе алдап йөрөүселәр ҙә әҙ түгел. Ләкин ундай изге ниәтең бар икән, ипләп кенә әйтергә лә була бит. Айыҡ аҡыл менән уйлап ҡараһаң, аферистар маршрут автобусында бөтә кеше алдында шулай һөйләшәме, хәбәрсе танытмаһын күрһәтәме? Улар бит ниндәйҙер юлдар менән табып алған адрестар буйынса оло кешеләрҙең өйҙәренә йөрөй, яңғыҙ инәй-бабайҙарҙы урамда тотоп ала. Уларға артыҡ шаһиттар кәрәкмәй...
Эй, бахыр ветерандар... Һеҙ күрмәгәнегеҙҙе күрәһегеҙ, ишетмәгәнегеҙҙе ишетәһегеҙ. Аслыҡ-яланғаслыҡты кисергән, ауыр һуғыш йылдарын үткәргән өлкән быуын хәҙер килеп кешеләргә ышанысын да юғалтырға тейешме ни? Бер-береңә ышаныс та бөтһә, артабан нисек йәшәргә һуң?


Автор: Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә