Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Аптырағандың көнөнән
Шулай тиҙәр беҙҙең яҡта ниндәйҙер сетерекле мәсьәлә оҙаҡ сиселмәһә... Мин дә бына, аптырағандың көнөнән, ҡағыҙ-ҡәләм алдым ҡулыма. Әйтәгүр, урманлы тауҙар ҡосағындағы Баҡый хәҙер үҙенә күрә харап «данлыҡлы» – заманса юлһыҙлығы, онотола барыуы менән. Ярай әле, теләнселәй торғас, ун биш йыл элек ауылға электр һуҙылды, тик эш-көш бөткәс, туғандар тарала башланы, хәҙер утыҙ биш кенә өйҙә ут ҡабына. Рәхмәт инде Аллаяров, Баҡыев, Вәлиев, Ғилманов, Мөхәмәҙиев, Ишмырҙин, Исмәғилев, Шәрипов, Фәйзуллин, Әхмәҙиев, Әминевтәр нәҫел-нәсәбенә: аталары, «перспективаһыҙ» мөһөрө һуғылғас та, ныҡышып, йәнтөйәк нигеҙен ҡоротманы, ә хәҙер кинйә улдары һәүетемсә донъя көтә. Ғөмүмән, үҙҙәре үҙҙәрен аҫрай баҡыйҙар. Яңы мәктәп ябылыр-ябылмаҫ хәлдә, фельдшер пункты, ярты ставкаға клуб, китапхана ғына эшләй. Әлегә... Ә бер нисә йылдан ни көтә?

Ил күргәнде күрелә инде, тип ҡул һелтәргә лә мөмкин, әлбиттә. Бәғзе бер түрәләр баҡыйҙарға, ауыртмаған башҡа тимер таяҡ һеҙ, ниңә күсенмәйһегеҙ, тип тә ысҡындырғылай. Тик ҡайҙа күсенергә, компенсация биреләсәкме, юҡмы — һис кем аныҡ әйтмәй. Өйҙәрен йөкмәп күсһендәрме? Әҙәмсә юл, техника булмағас... Бына тигән ҡарағай өйҙәр буш ултыра ла һуң...
Үҙем ауылда йәшәгәндә лә ишеткеләнем бындай өгөттө. Белорет райкомы-райсоветы беҙҙе бөтөнләй онота башлағас, Ғафури районының «беренсе»һе, етмеш саҡырым шыр урмандан килеп, ауылыбыҙҙы (атай-ағайҙар бер килке Красноусол леспромхозына тир түкте) үҙҙәренә ҡушырға тәҡдим яһаны, эше лә, ашы ла булыр, тине, тик урындағы «верный»ҙар ҡаршы төштө. Әле иһә яҡташтарға мин, нисек кенә йәпһеҙ яңғырамаһын, властарҙың фатихаһы һәм матди булышлығы менән ауылыбыҙҙы Ишембай районы (Маҡар урмансылығы ерҙәре биш саҡырымдан башлана) биләмәһенә ҡушыуҙы (хатта ки Белорет – Маҡар арауығындағы иҫке юлға яҡын, йәғни Ирмәк йәйләүен ҡабат төйәкләргә) уйларға кәңәш (йәнә аптырағас...) бирер инем. Иҫ китмәле, һәр яҡлап уңайлы, хозур төбәк ул Ирмәк! 1931 йылға тиклем 4 ауыл, 3 утар ҡараған Маҡар волосына; Белоретҡа буйһонғаны бирле был төбәктәр һис мандымай, киреһенсә... Ана, Өмөтбайҙа – ун алты, Һаралыла һигеҙ генә ҡапҡа асыла.
Кемдең баш булыуы мөһимме, әллә кемдең баш була белеүе мөһимерәкме? Һуңғыһылыр, тим. Шулай булмаһа, Баҡыйҙың мәктәп йәшендәге ун ете балаһы бөгөн ике йөҙләп саҡрымдағы Белоретта ятып уҡыр инеме? Ярай, уҡыһындар, ти, интернатта дәрестәр һәйбәт, туҡланыу ҙа, тәрбиә лә арыу. Әммә каникул, атай йортон һағыныу тигән нәмә лә бар ҙаһа донъяла. Ауыл халҡы унда-бында хаттар яҙа торғас, эреле-ваҡлы бала-сағаны Егәҙе ауылына тиклем автобусҡа тейәп, түләүле ташыу ойошторолдо, ә егерме бишләп километр тау-урман юлына һис кем иғтибар итмәй. Байы бар, фәҡире бар тигәндәй, бәғзе балалар йәйәүләргә мәжбүр. Ҡыш ни, яҙ ни, буран тимәй, ямғыр тимәй... Етмәһә, мобиль элемтә юҡ, тарҡау ғына ултырған Баҡыйҙа ни бары дүрт телефон... Ләкин мин, элекке һунарсы булараҡ, үҫмерҙәргә ҡарурманды уҙғанда ҡош-ҡорт бәрлегеп ҡуймағайы, тип айырыуса хафаланам. Һыуыҡ алдырһалар?! Аптырамалы хәл. Нисек тыныс йоҡлайҙыр Белорет түрәләре, Мәғариф министрлығындағы чиновниктар?
Белореттыҡылар, беләм, һайлау-фәлән яҡынлашһа ғына шипандап юллана төпкөл ауылдарға. В.Г. Миронов әфәнденең ғүмерендә бер тапҡыр, хакимиәт башлығы кәнәфиенә ултырғас ҡына, «төпкөл»дәргә «экскурсия» яһағаны мәғлүм. Биш миллион һум аҡса тотоноп, юл проектын әҙерләтеү менәнме ни, тормошҡа ашмаҫтай булғас?! Биш миллионға, асыуым да килмәгәйе, биш йыл буйы тау үткәүелдәрен һөргөсләп торорға мөмкин, Умартасылыҡ, солоҡсолоҡ, йылҡысылыҡ өсөн, һунар хужалығы, заказник йә ҡурсаулыҡ ойоштороуға дан урындарға асфальт түшәүҙең хәжәте лә юҡ. Еҙем буйлап йомро бүрәнә һаллап ағыҙыу кәсебен дә тергеҙһә, отолмаҫтар ине Баҡыйҙар. Күпме аҫыл ағас ҡырҡылмай ауа техника инмәҫтәй битләүҙәрҙә, үҙәктәрҙә, һырттарҙа!
Юғары даирәләргә ҡағылышлы тағы бер үтенесемде лә еткерәйем. Айырыуса төпкөл ауылдарҙа, утарҙарҙа көн иткән замандаштар өсөн әҙ-мәҙ льготалар раҫланһа, әллә ни зыян булмаҫ кеүек. Мәҫәлән, өй һалыуға диләнкә, йыртҡыс йәнлектәр аулауға рөхсәт бүлгәндә, почтальондарға, уҡытыусыларға, медицина хеҙмәткәрҙәренә транспорт, элемтә сығымдарын һәм башҡаларҙы иҫәпләгәндә, льготалар аҫабаларҙың йәшәү дәртен күтәрмәҫ инемени? Күтәрер ине!
Ә юҡ, һүҙем бөтмәгән әле. Аптырағандың көнөнән... Эйе, Баҡый малай-ҡыҙҙарын хәүефле, йонсоу аранан ташыу ойоштороу Белорет һынлы шайлы ҡалаға ауырмы икән? Ҡыйын икән, исмаһам, берәй УАЗ («буханка») бүлеп бирһен ине хакимиәт. Боронғо Баҡыйҙа тыуып үҫкән ауылдаштарымдың ҡалала металлург, төҙөүсе һәм башҡа һөнәрмәндәр сафында ифрат күплеген, йәнә матур ҙа, ҡырыҫ та артылыштарҙы, шарламалы кисеүҙәрҙе бөгөн тәпәйләгән балаларҙың күбеһе иртәгә Иҙел башында төпләнәсәген дә күҙаллаһаҡ, район һәм ҡала хакимиәте, мәғариф әһелдәре ҡырҡыу мәсьәләне оҙаҡҡа һуҙмай, ыңғай хәл итер, тип өмөтләнәм. Шул уҡ транспорт менән кәрәккәндә почта йә медицина хеҙмәте күрһәтелеүе лә ихтимал. Водитель кәрәкмәй, ауылдағы һәммә ир-аттың шофер таныҡлығы бар, алмашлап ултыра алалар рулгә. Намыҫлы, теге-был эшкә һәләк бөтмөр улар.
Һуңғы үтенесем: зинһар, хатты тулыһынса абруйлы гәзиттә бирегеҙ һәм район-ҡала хакимиәтенә, кәрәк тип тапһағыҙ, республика етәкселегенә, мәғариф органдарына ебәрегеҙ, уларҙың яуабын да ташҡа баҫығыҙ. Юғиһә баҡыйҙар күмәкләп ҡул ҡуйған хат-үтенестәр йыш ҡына яуапһыҙ ҡала, аҙаҡ осона ла сығып булмай. Биғәйбә, Мәскәүгә яҙмаҫбыҙ – барыбер ҙә йыраҡ, ҡолаҡҡа ла «ҡаты». Элегерәк “совет власы Елмерҙәк аръяғында ҡалған бит ул” ти торғайныҡ, хәҙер был мәрәкә лә урынһыҙ. Әммә береһенән-береһе бейек тауҙар ғәзиз һәм яҡын беҙгә: Ҡалыу, Алатау, Таҡаты, Олоғор, Елмәрҙәк, Бәштин...


Автор: Рәмил Шәрипов, элекке сым һуҙыусы. Район: Белорет районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде

Комментарий өҫтәргә