Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Фатиха инәй япондарҙан ҡалышмай
— Етмеш йәшлек инәй ниндәй ауыр эште башҡара! Ярҙамсыһы юҡтыр инде, — тип йәлләүемде белдерҙем.
— Ҡустым, һис тә аптырама, ул балалары булһа ла, бөтә эште үҙе атҡара. Хәрәкәттә – бәрәкәт, ти ҙә ҡуя. Тик етмеште күптән уҙған инде, туҡһанға етеп килә, — тине ағайым.
…Фатиха инәй бөгөн дә иҫән. Балаларын, ейәндәрен, бүләсәләрен ҡыуандырып йәшәй. Тик хәҙер өйҙә генә ултыра, ни тиһәң дә, 102 йәш булып килә бит.
Фатиха Мирсаяпова 1931 йылда Әрметкә килен булып төшкән. Үҙ ғүмерендә дүрт бала үҫтергән. Ире Ҡотләхмәт, ҡыҙҙары Фәриҙә менән Фәнәне, улы Фәритте етем ҡалдырып, һуғышта вафат булып ҡалған (“хәбәрһеҙ юғалды” тигән хат килгән). Нисек тә артабан йәшәргә кәрәк бит, тол ҡатын Ғайса исемле ир-егет менән яңынан тормош ҡорған. Фәнир исемле ул да табып биргән уға.
Совет осоронда ауыл кешеһенең яҙмышы билдәле — көнө-төнө колхозда. Фатиха Хәбибрахман ҡыҙы ла, имсәк балаһын бишектә ҡалдырып, иртәнге һауындан һуң утауға, аҙаҡ кискеһенә йүгерә. 45 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Стәрлетамаҡ ҡалаһына ылау-ылау иген тейәп барырға ла тура килә.
Боронғо кешеләр ныҡ була тип әйтергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Ысынлап та, 30 — 40 градуслыҡ ҡышҡы һыуыҡта ла, йәйге селләлә лә аслы-туҡлы ғүмере яланда үткән инәй-бабайҙарҙың сәләмәтлегенә, рух көсөнә һоҡланып бөтмәҫлек. Фатиха инәй ҙә бит туҡһан йәштә һыйыр һауған, иҫе теүәл, үҙен тәрбиәләй. Йәш быуын өсөн бына тигән өлгө!
Әйткәндәй, статистика буйынса, оҙаҡ йәшәүселәрҙең күбеһе – япондар һәм американдар (улары ла Япониянан килеүселәр иҫәбенә). Әлеге ваҡытта ла Ер шарының иң ҡарт гүзәл зат вәкилдәре Японияла донъя көтә. Улар – 115 йәшлек Дзироуэмон Кимура менән унан бер йәшкә кесе Мисао Окава (яңыраҡ 115 йәшлек Кото Окубо мәрхүмә булғас, Кимура әбейгә «Донъяның иң оло йәштәге ҡатын-ҡыҙы» тигән исем бирелгән). Йөҙ йәшен тултырған япондар иһә 51 меңгә етеп килә. Ғалимдарҙың асыҡлауынса, япондарҙың оҙаҡ йәшәү сере балыҡтан етештерелгән ризыҡты күпләп ҡулланыуында. Һыуытҡыс уйлап табып, балыҡты тоҙламай, туңдырып ҡына һаҡлай башлағас, уларҙың йәше тағы ла оҙайған. Ә бына беҙ яратҡан ит ризыҡтарын япондар аҙ ҡуллана. Интернет мәғлүмәттәренә ҡарағанда, төрлө йылдарҙа 150, 170, хатта 256 йәшкә тиклем (улары ла — япондар) ғүмер иткәндәр теркәлгән.
Ә беҙҙә хәл нисек һуң? 2007 йылғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Рәсәйҙә йөҙ йәшен тултырыусылар һаны ни бары — 6 800 самаһы. Сер түгел, был күрһәткес йыл һайын түбәнгәрәк тәгәрәй.


Автор: Р. МАНСУРОВ. Район: Ишембай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә