Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » ӘЖӘЛ ҠАМАУЫН ҮТЕП СЫҠҠАН
ӘЖӘЛ ҠАМАУЫН ҮТЕП СЫҠҠАНТормош шулай ҡоролған: берәүҙәргә «бәхет ҡояшы» күберәк яҡтыртһа, икенселәргә «ел-ямғыры» йышыраҡ яуа. Юрматының ағинәйе Әсмә Йәһүҙинаның ҡәһәрле һуғыш йылдары хаҡындағы хәтирәләрен тыңлағандан һуң, ғүмерендә күпме генә “ел-ямғыр” ҡойондормаһын, түҙһә, түҙә икән әҙәм балаһы, тип уйламайынса булдыра алманым.

Әңгәмәсем бынан 90 йыл элек (1923 йылдың 8 майында) Ишембай районының Ҡалмаҡ ауылында донъяға килгән. Атаһы Беренсе донъя һуғышында аяғын ҡалдырып ҡайтҡас, ҡыҙ балаға ирҙәр менән бер рәттән бесәнен дә сабырға, утынын да бысырға тура килә. Ҡусты-һеңлеләрен (алты сабый) ҡарашыу ҙа ғаиләлә иң өлкән бала иңенә ята.
Эшкә баҫылып үткән ғүмер һиҙеләме ни – Әсмә “һә” тигәнсе буй еткерә. Төҫкә-башҡа сибәр ҡыҙға күрше генә ятҡан Түбәнге Әрмет ауылы егете Йәғәфәрҙең күҙе төшә. Егет кеше күп уйлап тормай, башҡаларҙың танауына сиртеп, ҡыҙҙы кәләшлеккә “урлай”.
Бик мауыҡтырғыс һәм матур башланып китә йәш ғаиләнең тормош юлы. Тик бергә егерме генә көн йәшәп ҡала улар – илде яу баҫа, Бөйөк Ватан һуғышы башлана.
Махсус әҙерлек үткән һәм хәрби дәрәжәһе булған Йәғәфәр һуғышҡа алына, командирҙар сафын тулыландыра.
Әсмә иренән хәбәрҙе бик һирәк кенә ала. Хәйер, баш осонда пулялар һыҙғырғанда хат алышыу ҡайғыһы ла булмағандыр. Ә өйҙә йәш кәләш ут йотоп, ҡош телендәй булһа ла яҙыу көтә...
Тылдағы ҡыҙыулыҡ та фронттыҡынан ҡалышмаған, әлбиттә. Әсмә, ауыл ҡатындары менән бер рәттән, көнө-төнө эштә була, Еңеү таңы тиҙерәк атһын тип хеҙмәт итә.
— Эй, ул ҡәһәрле һуғыш йылдары! Эшләнек, эшләнек, ә тамаҡ барыбер ас ине — барлыҡ аҙыҡ-түлек фронтҡа китеп торҙо. Шул аслыҡ афәте әсәйемде, ике һеңлемде, ике ҡустымды тартып алды, — тип күҙ йәштәренә быуыла Әсмә инәй утлы йылдар хәтирәләренән.
Әммә тормош һынауҙары бының менән генә тамамланмай: Әсмә 1943 йылдың 22 июнендә һуғышҡа алына. 20 йәшлек йәш ҡатын фронтҡа йүнәлә.
…Өфөнән 363 кешене поезд менән Сталинградҡа оҙаталар. Тейешле урынға егерме ике көн тигәндә генә барып етә улар, сөнки поезд төнөн генә хәрәкәт итә ала, көндөҙ иһә, дошман самолеты килеп сығып, бомба ташлауы ихтимал. Әммә йоҡоһоҙ төндәр, оҙатып килгән атыш-шартлау тауыштары, юлдағы аслыҡ алдағы күрәсәктәр менән сағыштырғанда бәхетле мәл һымаҡ ҡына тойола аҙаҡ.
Поездан төшкәс, Сталинградтағы мәхшәрҙе («фронт ҡалдыҡтарын») күреп, ҡайһы берәүҙәр һуштан яҙа, баҫып торған еренән йығылып китә. Барыһының да күңелен тәрән шом биләп ала. Икенсе көнөндә окоп соҡорҙары ҡаҙыла. Биш ай буйына Әсмәләр шунда йәшәй, һуғыш эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша.
Биш ай тигәндән, мәңгелеккә һуҙылғандай был ваҡыт арауығында бер тапҡыр ҙа йыуынырға насип булмай «йыйыштырыусылар»ға. Эргәлә Волга аға ла бит, тик фронт һыҙығы өҫтәрәк үтеү сәбәпле, һыу ҡан менән буталған, мәйеттәр йөҙә. Эшсе-һалдаттар менән бер рәттән, командирҙар ҙа бетләп бөтә шул арҡала. Тиф сире тарала. Ике-өс айҙан бер аҙна эсендә окопта 70-ләп кеше тап ошо ауырыуҙан донъя ҡуя.
«Окопта ла — үлем, окоптан сыҡһаң да – шартлау-атыш, тағы үлем. Әйтерһең дә, әжәл ҡамауында ҡалдыҡ. Был йәһәттән 70 саҡрым йыраҡлыҡта ғына ятҡан фронттан бер айырма ла юҡ һымаҡ ине», — тип иҫләй дәһшәтле йылдарҙы геройыбыҙ.
Эшкә килеүселәр араһында Әсмәләрҙең төркөмө «туғандар ҡәберлеге» ҡаҙып, шунда һәләк булған һалдаттарҙы күмеү өсөн яуап бирә. Көн дә был ҡатын-ҡыҙҙар ҡала буйлап мәйеттәрҙе йыйып йөрөй.
— Ишелгән һәр йорт аҫтында унарлаған мәйет табыла ине. Ҡайһы саҡта яртылаш кәүҙәләр, баштар, аяҡ-ҡулдар килеп сыға. Янған самолеттар һәм танктар өҫтөндә лә мәйеттәр шул көйө аҫылынып тора. Ҡайһы берәүҙәрҙең кем икәнлеген дә танып булмай. Бер ҡәбергә 500-ләп кешене күмә торғайныҡ. Әле булһа төшөмә инеп йонсоталар, — тип йәшен һөртә Әсмә инәй.
…Сталинградта әңгәмәсем ҡырҡ алтынсы йылға тиклем була. Һуғыш тамамланһа ла, уларҙы ҡайтармайҙар: ҡаланы төҙөкләндереү эшенә ҡалдыралар. Бер йылдан һуң ғына килен булып төшкән тупһаны аша атлап инә «һалдатка» Йәһүҙина. Унда ла бәхетле осраҡ ярҙамы менән – ирҙәре һуғыштан ҡайтҡандарҙы демобилизациялау башлана: яраланған Йәғәфәр өйөнә һуғыш тамамланғас та ҡайтып төшә. Сталинградтағы хәрби етәкселек, беҙ нисек эшләп йөрөгән кешене ҡайтарайыҡ, тиһә лә, ныҡыш ҡатын һүҙен һүҙ итеп, өйөнә ашҡына.
— Ҡайтырға сыҡҡанда ғинуар айының сатлама һыуығы ине. “Стәрлетамаҡ” станцияһына килеп етеүгә, ҡапыл әсе ел, буран сыҡты. Юлды көрт ҡапланы. Әммә ҡайтыу теләге был бурандан да, ҡышҡы 45 саҡрымлыҡ юлды үтеү ҡурҡынысынан да көслөрәк булып сыҡты. “Һә” тигәнсе ҡайтып та еттем, — ти еңеүсе, һүҙен йомғаҡлап.
Һуғыш тамамланғас та ябай халыҡ барыбер балда, майҙа йөҙмәй шул. Ауырлыҡтарҙы йыра-йыра донъя туплай Әсмә менән Йәғәфәр Йәһүҙиндар. Ете балаға ғүмер биреп, уларҙы аяҡҡа баҫтыралар. Бөгөн иһә баларының балалары ла атай-әсәй булып бөткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әсмә инәй бынан бер нисә йыл элек алтмыш йыл бергә ғүмер кисергән бабайын ерләгән. Аҙағы шул булһын ине лә бит, күрәһең, ҡайғы яңғыҙы йөрөмәй тигәндәре ошолор – ете балаһының дүртеһе (типһә тимер өҙөрлөк дүрт ир-егет) бер нисә йыл эсендә генә төрлө сәбәптәр арҡаһында донъя ҡуйған.
…Һуғыш ғазабы, яҡындарын юғалтыу ҡайғыһы, барыһы ла үткән фронтовик Әсмә инәйҙең башынан. Тик һынмаҫ рухлы ҡатын бирешмәй — түҙһә, түҙә икән әҙәм балаһы...


Автор: Рәмил МАНСУРОВ. Район: Ишембай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде

Комментарий өҫтәргә