Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күңел һис тә ҡартаймай
Күңел һис тә ҡартаймайҠартлыҡ бер кемде лә урап үтмәй. Тәбиғәт әҙәм балаһын үҙе шулай яратҡан. Яҡты донъяға тәүге ауаз һалғандан һуң, ошо фанилыҡта һөйөнөс-көйөнөсөн кисереп, әсе-сөсөһөн татып, үткән ғүмеренә йомғаҡ яһап өлгөрөр-өлгөрмәҫтән, бер көн килеп кеше баҡыйлыҡҡа китеп тә бара. Нимә көтәлер беҙҙе теге донъяла — билдәһеҙ. Әммә тереләргә ошо йәннәттәй ер өҫтөндә үтелгән ғүмер юлы мөһимерәк тә, әһәмиәтлерәк тә.

Ете класты тамамлаған үҫмер, сирле әсәһенә ярҙам итеү өсөн, уҡыуын ташлап, ауыр почтальон сумкаһын артмаҡларға мәжбүр була. Үрге Бикбирҙе ауылында һәр көн өйҙән-өйгә йүгереп гәзит-журнал, хат, открыткалар, посылка таратыу өс йылға һуҙыла. Ә ул йылдарҙағы почтальон йөгөнөң ауырлығы тос була: ауылды бер урап үткәнсе, бушаған сумкаңды ҡайтанан тултырыу өсөн өйөнә биш-алты тапҡыр кире ҡайтырға тура килә үҫмергә.
Колхоздарҙың гөрләп торған сағы. Егет ҡорона етеп килгән Марат киләсәге тураһында ныҡлап уйлана башлай. Күгәрсен районының Мораҡ ауылындағы һөнәрселек училищеһына юллана. Ул заманда тракторсы булыуҙан да ҡулайыраҡ эш булмай — ҡулына танытма алғас, училище етәкселеге тырыш егеткә тағы ла бер йылға трактор бригадаһы бригадиры курсын үҙләштерергә тәҡдим итә. Нәҡ ошо хәл егеттең киләсәген билдәләй ҙә инде.
Йәш белгесте колхозда ҡуш ҡуллап ҡаршы алалар. Тәүҙә бригадир ярҙамсыһы, бер йылдан бригадир вазифаһын йөкмәтәләр уға. Эшләй килә егет белемен артабан камиллаштырыу ниәте менән яна башлай. Бәләбәйҙәге ауыл хужалығы техникумында механик һөнәрен үҙләштерә, Башҡортостан ауыл хужалығы институтына инженерлыҡҡа уҡырға инә. Ойоштороу һәләте булған белемле уҙаман, шулай итеп, етәксе вазифаһына үрләй.
Ул йылдарҙа ауыл хужалығы тармағында сәсеүлектәрҙең уңдырышлылығын күтәреү мәсьәләһе киҫкен тора. “Ауыл хужалығы химияһы“ предприятиеһында байтаҡ йылдар директор булып эшләгәндән һуң, Марат Әбйәлил улы тиҫтә йылдан ашыу ул ваҡытта районда алдынғы хужалыҡтарҙың береһе һаналған Ленин исемендәге колхоздың рәйесе йөгөн тарта. Тәжрибәле етәксенең ҡул аҫтында күп кенә егеттәр ауыл хужалығының көслө баш белгестәренә, артабан етәкселәргә әүерелә. Әйткәндәй, ундайҙар әле лә осрашҡан һайын уға рәхмәтен белдерә, колхоздар тарҡалып, тормош ҡатмарлашып киткән йылдарҙа ла атайҙарына тиң остазының кәңәш-ярҙамына мохтаж булғанын йәшермәй. Бөтә нәмәне лә алдан фаразлай белгән уҙаман йәштәргә, дөрөҫ йүнәлеш биреп, көн күреү әмәлдәрен өйрәтеп ебәрә.
— Хаҡлы ялға сыҡҡас, донъямды әҙерәк ҡарап, нығытып алдым. Юғиһә, колхоз тип саба торғас, йортомда эштәр өйөлөп киткән булған, — ти Марат Әбйәлил улы, сәскә тулы ихатаһына ымлап. – Байыу маҡсатында түгел, ә күңел өсөн эшләйем барыһын да. Апайығыҙ Миңһылыу Әхмәтғәли ҡыҙы менән өс балабыҙ, ейән-ейәнсәребеҙ тип тырышабыҙ. Былтыр бергә йәшәүебеҙгә 50 йыл тулды. Әле икенсе иллебеҙҙе башлап торабыҙ...
Таҙлар ауылы ветеранының әле лә егеттәрсә төҙ кәүҙәле, йәш сырайлы булыуы һоҡландыра. Тормошҡа, йәмғиәтебеҙҙә барған үҙгәреш-яңылыҡтарға ҡарата ҡыҙыҡһыныуы ҙурлығы ла шатландыра. Хәйер, ул бына ун биш йыл инде Таҙлар ауыл Советына ҡараған ауылдарҙың һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советын етәкләп, өлкән йәштәгеләрҙең тормош-көнкүреше менән ҡыҙыҡһынып, мәсьәләләрҙе яйға һалырға ярҙам итә.
— Элек беҙҙең советта 300-ләп кеше бар ине, хәҙер улар яртылаш кәмене. Миңә ярҙам һорап килеүселәр ҙә ҡырҡа аҙайҙы, сөнки элек пенсионерҙар башлыса утын, бесән, һыу, телефон мәсьәләһе менән йөрөһә, бөгөн һәр ауылда тәбиғи газ янып тора, телефон элемтәһе лә яҡшы. Яңғыҙаҡ ҡарттарҙы социаль хеҙмәткәрҙәр ҡарай. Медицина хеҙмәтләндереүе лә һәйбәт. Күптәр мал аҫрамай, картуф сәсмәй. Бөгөн башлыса байрамдарҙа, юбилей танталарында осрашабыҙ, — ти ветерандар советы рәйесе.
74 йәшлек Марат Сәйфуллин үҙе лә, ҡартайҙым инде тип, ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай. Күңелен, ҡулдарын әүрәтер эш-ғәмәлде табып ҡына тора. Тракторға ултырып, бесәнен саба, тырмата, өйә, уны ташый. Кәртәһе тулы — мал, ҡош-ҡорт. Бал ҡорттарын тәрбиәләргә лә өлгөрә. Буш ваҡытында гәзит-журнал уҡый, телевизор ҡарай. Кәңәш-төңәш һорап килгән ауылдаштарына ярҙам итергә тырышып йәшәй ветеран.


Автор: Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА. Район: Күгәрсен районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә