Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Матди байлыҡ рухиәтте үҫтереү өсөн бирелә"
"Матди байлыҡ рухиәтте үҫтереү өсөн бирелә"Бер саҡ бай ир үҙенең улын ярлы ғына йәшәгән кешенең йортона алып бара. Ҡайтҡас, улынан һорай:
— Күрҙеңме, кешеләр нисек ярлы йәшәй?
— Эйе.
— Һин бынан ниндәй һабаҡ алдың?
Улы яуап бирә:
— Мин шуны күрҙем: беҙҙең йортта бер генә эт бар, уларҙа — дүртәү. Беҙҙең баҡса уртаһында — бассейн, уларҙың иге-сиге күренмәгән күлдәре йәйрәп ята. Беҙҙең баҡсаны лампалар яҡтырта, уларға ай һәм йондоҙҙар нурын һибә. Беҙҙе ҡойма уратып алған, ә уларҙың офоғо сикһеҙ...
Был ҡытай риүәйәтен иҫкә төшөрөүем юҡҡа түгел, сөнки әлеге әңгәмәсем "Тибет медицинаһы ғилми-тикшеренеү үҙәге"нең генераль директоры Азат Фәйзулла улы Фәйзуллиндың да рухи донъяһының күгендә һәр саҡ йондоҙҙар балҡый, хыялдар диңгеҙе сайҡала, уны сикһеҙ офоҡ уратып алған.
Азат ағай менән Башҡорт дәүләт университетында уҡып йөрөгән саҡта танышҡайным. Ул университеттың хужалыҡ эштәре буйынса проректоры ине. Һирәк-мирәк осрашҡанда, яҡташ булараҡ, хәл-әхүәл һораштыра. Аҙағыраҡ уның аспирантурала уҡыуын, хатта ҡул һуғышы буйынса секция ойоштороуын белдем.
Бөгөн Азат Фәйзуллин — билдәле эшҡыуар, “Красноусол” шифаханаһы янында урынлашҡан минераль һыу ҡойоу заводының һәм "Тибет медицинаһы ғилми-тикшеренеү үҙәге"нең етәксеһе. Күптән түгел ул Ҡытайҙа булып ҡайтты. Әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

— Азат ағай, Ҡытайға ниндәй маҡсат менән барҙығыҙ?
— Быйылғы йәйге сәфәрем ике өлөштән торҙо. Беренсеһе — Сиань ҡалаһындағы мейе ауырыуҙары дауаханаһы менән килешеү төҙөү, икенсе ниәтем донъялағы иң изге һаналған Кайлас тауын күреү ине. Сәфәремдең ике өлөшө лә уңышлы булды. Алла бирһә, Сиань ҡалаһынан беҙҙең үҙәккә табиптар килергә тейеш. Шуны әйтер инем: Ҡытайҙағы был дауахана балаларҙа церебраль фалиж сирен дауалау буйынса иң билдәлеһе һанала.
Артабан Тибеттың баш ҡалаһы Лхасаға юлландыҡ. Унда беҙҙең 18 кешенән торған төркөмдө "Яңы юл" тигән Тибет туристик компанияһы ҡаршыланы. Сәфәребеҙ туғыҙ көн дауам итте. Тәүге өс көндә диңгеҙ кимәленән 3670 метр бейеклектә урынлашҡан Лхасала туҡталдыҡ, ҡала менән таныштыҡ, монастырҙарҙы, Далай-Ламаның резиденцияһын ҡараныҡ. 900 бүлмәнән торған был бина Потала тип атала.
— Ишетеүемсә, Тибетҡа беренсе тапҡыр барыуығыҙ түгел шикелле?
— Эйе, икенсегә. Тәүге барғанда Лхаса эргәһендәге бөтә изге ерҙәрҙе ҡарап сыҡҡайным. Был юлы Гималай, Тибет тауҙарында, диңгеҙ кимәленән 5300 метр бейеклектә, 53 саҡрым йәйәү үтергә тура килде. Сәфәр барышында Шигадзе, Сага ҡалаларында булып, кешеләрҙең тормошо, мәҙәниәте менән таныштыҡ. Үҙем философия буйынса докторлыҡ эше яҙғас, халыҡтың йәшәү рәүеше тураһында көндәлек алып барҙым.
— Улар беҙҙән ныҡ айырыламы?
— Тибет халҡы беҙҙең халыҡ кеүек төрлө ҡәбиләләрҙән тора, мәҙәниәттәре лә төрлөсә. Көнкүреш шарттары еңелдән түгел. Әйтеүҙәре буйынса, ундағы кешеләрҙең үпкәһе беҙҙекегә ҡарағанда һауаны өс тапҡырға күберәк үҙләштерә. Шуға улар тауҙарҙа үҙҙәрен еңел тоя.
Манасаровар тигән күлде барып ҡараныҡ. Ул – Ер шарындағы һыу ятҡылыҡтары араһында диңгеҙ кимәленән иң юғарыла урынлашҡаны. Эргәһендә тағы ике күл бар. Береһе Тере күл тип атала, икенсеһе — Шайтан күле, уны үле күл тип йөрөтәләр. Ошо ике күл, риүәйәттәр буйынса, береһенән икенсеһенә ҡойоп, Ер шарының балансын тигеҙләп тота икән.
Ғөмүмән, Тибетта донъяуи фәлсәфәгә ҡоролған төрлө риүәйәттәр ишетергә була.
— Һеҙ ҡайҙа йәшәнегеҙ? Ҡунаҡханалар бармы?
— Туристар өсөн ҡунаҡханалар төҙөлгән, әлбиттә. Төрлө кимәлдә. Бетон иҙәнле, 15-20 карауат ҡуйылғандары ла бар. Аҙыҡ-түлекте үҙебеҙ менән Лхаса ҡалаһынан алғайныҡ. Нигеҙҙә, киптерелгән емеш-еләк, шоколад һәм башҡа еңел аҙыҡтар. Сөнки тауҙар араһында, үҙебеҙсә әйтһәк, йәйәүлегә янсыҡ та йөк тигәндәй, йөкмәнеп йөрөп булмай.
— Бына, Азат ағай, Тибет тигәс, нисектер мөғжизәләр менән тулы донъя күҙ алдына баҫа. Һеҙ сәйер ваҡиғаларға юлыҡманығыҙмы?
— Мин Тибет менән бала саҡтан ҡыҙыҡһына инем. Байтаҡ китап уҡыным. Ысынлап та, ул — Аллаһы Тәғәләнең изге һәм мөғжизәле урыны. Унда булған кеше Хоҙайҙың ниндәй сикһеҙ ҡөҙрәткә эйә булыуын аңлайҙыр, моғайын. Тауҙар араһында тәбиғәт менән күҙгә-күҙ ҡалғанда, үҙеңдең аяҡ аҫтындағы бөжәктән бер айырма ла юҡлығына төшөнәһең.
Тауҙарҙа тын алыуы бик ауыр. Беҙҙең йөктәрҙе, яктарға артмаҡлап, Тибет кешеләре йөрөттө. Кеше сәфәрҙә юлдағы саңдан ҡарашын алмаҫҡа тейеш, тигән һүҙҙәрҙе уҡығаным бар. Ысынлап та, уңға баҡһаң — текә ҡаялар, һулға ҡараһаң, ғәйрәтле йылғалар көсөңдө ала. Шуға ла аяҡ аҫтына ҡарап, үткән һәм бөгөнгө тормошоңдо уйлап, һығымта яһап, борсоған һорауҙарыңа яуап табып, тәбиғәт менән бергә атлайһың да атлайһың...
Тибет тәбиғәте сәйер, әлбиттә. Ҡояш ҡыҙҙырып тора ла, дөбөр-шатыр ямғыр яуырға тотона. Ямғыр тынып, бер сәғәт үттеме-юҡмы, боҙ яуа башлай. Үҙемде әкиәт донъяһына барып ингәндәй хис иттем. Мөғжизә тигәндән, шундай бер урын бар. Унда һин теләктәр теләп, берәй әйбереңде ҡалдырып китергә тейешһең. Ғәжәбе шул: Тибеттан ҡайтыу менән теләктәрем тормошҡа аша башланы.
— Сер булмаһа, ниндәйерәк теләктәр ине?
— Иң беренсе, бөтә кешеләргә, туған-тыумасаға иҫәнлек-һаулыҡ юраным. Шунан инде үҙем асҡан "Тибет медицинаһы үҙәге"нең һәйбәт эшләп китеүен теләгәйнем. Өфөгә ҡайтыуымдың иртәгеһенә ярты йыл элек башлап, бойомға ашмай ҡалған проектыбыҙ буйынса Мәскәүҙән килеп төштөләр.
Әлбиттә, теләктәрҙең барыһын да әйтеп булмай. Иң мөһиме – илебеҙгә именлек, халҡыбыҙға бәрәкәтле тормош насип итһен Хоҙай.
— Һеҙҙең һөйләүегеҙ буйынса, бындай сәфәрҙе Аллаһы Тәғәләгә яҡынайыу һымаҡ ҡабул иттем...
— Беҙҙең төркөмдә Бөйөк Устюгтан бер егет бар ине. "Ошо сәфәрҙә күңелемде өйкәгән һорауҙарға яуап таптым", — тине ул. Икенсе берәү бында былтыр ҙа килгән, ләкин был бейеклеккә күтәрелә алмаған. Рухи яҡтан әҙер булмаған, күрәһең. Ул — урыҫ егете. Тауға менер алдынан Ҡөрьәндән бер нисә сүрә уҡыны. Канаданан йога менән шөғөлләнгән Стив исемле егет булды.
Ҡыҫҡаһы, Тибет тәбиғәтен күреп, һоҡланыр өсөн генә түгел, ә рухи байлыҡ, күңел тыныслығы алырға килгәндәр ине. Уларҙың барыһы ла рухи үҫештең ниндәйҙер баҫҡысында торған кешеләр.
Ысынлап та, унда үҙеңде Аллаһы Тәғәлә менән аралашҡандай тояһың.
— Дингә булған ҡарашығыҙ үҙгәрҙеме?
— Юҡ. Беҙ Будда диненә табынып барманыҡ. Аллаһы Тәғәлә — берәү, дин — уға инаныу юлы. Буддизм бөтә диндәрҙең яҡшы яҡтарын үҙ эсенә алған диндәрҙең береһе булып торалыр тип уйлайым. Ҡабатлап әйтәм: Аллаһы Тәғәлә — берәү. Яҡшылыҡ — бөтә ерҙә лә яҡшылыҡ, яуызлыҡ яуызлыҡ булып ҡала.
— Теләгән һәр кеше Тибетҡа бара аламы?
— Юҡтыр. Кеше ниндәйҙер бер рухи кимәлгә күтәрелһә, уға саҡырыу була, тиҙәр. Мин үҙем, шул саҡырыуҙы алғанмындыр, тип уйлайым.
Барған рәүештә лә, төрлө-төрлө ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар тап булыуы ихтимал. Миндә лә булды ундай хәл. Дарчен ҡасабаһына еткәс, автобустан төшкәндә аяҡты ҡаймыҡтырҙым. Шул тиклем шешеп китте, төрлө ҡытай майҙарын һөртөп, туғыҙ көн аҡһап йөрөргә тура килде. Был үҙенә күрә бер һынау булғандыр.
— Азат ағай, матди яҡтан ҡытлыҡ кисергән кеше юғары рух тураһында уйлаймы икән? Тегенеһе кәрәк, быныһы кәрәк тигәндәй, донъя мәшәҡәтенә күмелеп йәшәй улар.
— Матди байлыҡ рухиәтте үҫтереү өсөн бирелә, тиҙәр. Әлбиттә, йәшәү кимәлең түбән, ғаиләң мохтажлыҡ кисерә икән, күңелем бай тип кенә йәшәп булмай. Тибет халҡы бөгөн бик ауыр хәлдә көн күрә. Тик уларҙың йөҙөндә һәр ваҡыт йылмайыу, сөнки береһе лә эшһеҙ ултырмай. Хатта ете-һигеҙ йәшлек бәләкәй генә малайҙар, ат менән туристарҙың йөгөн ташып, аҡса эшләй. Мохтажлыҡ кисереп йәшәһәләр ҙә, уларҙан зар һүҙҙәре ишетмәнем.


Редакциянан. Ошо көндәрҙә гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы Азат Фәйзулла улына 50 йәш тулды. Тыуған төйәгебеҙгә тере һыу бөрккән Урал батыр кеүек халҡыбыҙға сихәт биреүсе уҙаманыбыҙҙы күркәм байрамы менән ихлас тәбрикләйбеҙ. Хөрмәтле дуҫыбыҙ, бәхеттең үрендә, һөйөп-һөйөлөп йәшәү тәхетенең түрендә бул, ғаилә шатлығы татып оҙон ғүмер йәшәргә яҙһын!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 798

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872