Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күҙ йәштәре йәш үләнгә тамды…
Ауыл тып-тын. Саҡ ҡына тауыш сыҡһасы! Тау битләүендә Гөлнәфис апаһы һәм өләсәһе менән еләк йыйып йөрөй. Уларға Нургөл апай һәм уның улы Данил да килеп ҡушылды. Бергә һөйләшә-һөйләшә йөрөһәң, күнәгеңде “һә” тигәнсә тултырып та ҡуяһың. Балалар, бергәләшеп алғас, бар донъяларын онотто. Улар төрлө класта уҡый: ҡыҙ – дүртенселә, малай – өсөнсөлә. Данил Гөлнәфисте ныҡ ярата, тик ҡыҙ бының ысын һөйөү икәнен белмәй. Улар етәкләшеп урам буйлап йөрөһөнмө, йә тау башына менеп сәскә йыйып төшһөнмө — быға ауыл халҡы күнегеп бөткәйне. Был йәштә ниндәй мөхәббәт булһын инде?!

Шулай йылдар үтте. Данил менән Гөлнәфис өлкән класҡа күсте. Ҡыҙ егеттең мөхәббәтен барыбер аңламаны, бергә йөрөүҙәрен дә бары дуҫлыҡ тип ҡабул итте. Данилдың йөрәген мөхәббәт уты яндырҙы, күңеле әрнене: “Ни өсөн һуң ул мине аңламай?” Ошо һорауға яуап эҙләп, егет төндәр буйы уйланып сыға ине. Тик Гөлнәфистең күңеле башҡала булды шул. Үҙенән бер класҡа ҙур Илшатҡа ғашиҡ булғайны, ә егет уға иғтибар бирмәне. Ҡыҙ барыбер нимәлер өмөт итте, ҡасан да Илшат килеп һөйөүен белдерер тип көттө. Юҡҡа ғына: егет Гөлнәфискә әйләнеп тә ҡараманы.
Данилдарҙың күршеһенә ҡаланан Наҙгөл исемле ҡыҙ килеп йөрөй ине. Үҙен эре тота. Ауылдағы тиҫтерҙәре менән аралашмай. Һәр ваҡыт магазин юлын тапауҙан башы сыҡмай. Ҡала ҡыҙы шундай инде.
Бер мәл Данилдың башына бер насар уй килде. “Әгәр мин Гөлнәфискә үс итеп Наҙгөл менән йөрөй башлаһам, нисек булыр икән? Минең менән булырға теләһәң дә, һуң булыр шул, ҡыҙыҡай!” – тине эстән генә. Шул көндән башлап Гөлнәфис менән Данилдың аралары өҙөлдө. Данил Наҙгөлдө клубҡа алып сыҡты. Ҡала ҡыҙы үҙенең насар холҡон күрһәтергә лә өлгөрҙө: һыра һатып алды, Данилды эсергә әйҙәне, тик егет ҡаты торҙо. “Юҡ”, – тип ҡырт киҫте. Наҙгөл Данилға:
– Егет түгелһең икән. Йә, ярар, мин башҡа егеттәр менән эсеп киләм. Тик һин мине оҙатырға онотма. Аҙашып ҡуйһам, үҙеңә эләгер, – тип әҙәпһеҙ көлдө, клуб алдында йыйылышып торған егеттәр төркөмөнә юлланды. Егет, әрнеүле ҡараштарын ҡыҙға төбәп, яңғыҙы тороп ҡалды. Ә йөрәге һаман да “Гөлнәфис” тип ярһып тибә ине. Ләкин Данил: “Егет һүҙе бер булыр”, – тип үҙалдына әйтеп ҡуйҙы. Гөлнәфисте кисерә алмай ине шул. Шуға ла Наҙгөлдө көтөргә булды. Байтаҡ ваҡыт үткәс, ҡыҙ аяғында саҡ баҫып килеп етте. Үҙе һөйләшә лә алмай, егеттән көлөп маташа. Нисек кенә уңайһыҙ булһа ла, Данил Наҙгөлдө өйөнә тиклем оҙатып ҡуйҙы. Әйҙә, башҡалар күреп, быны Гөлнәфискә еткерһен!
Данил Наҙгөлдөң ҡылығына түҙеп теүәл бер йыл йөрөгәс, араларын тамам өҙҙө. Гөлнәфискә кире ҡайтырға уйланы. Тик һуңланы шул. Гөлнәфис, уҡырға инеүе еңел булыр тип, ҡала гимназияһына киткәйне инде. Һәр фәндән яҡшы билдәләргә генә өлгәште, республика олимпиадаларында призлы урындарҙы яуланы. Ләкин Гөлнәфистең күңеленә ниҙер етмәй төҫлө. Һәр саҡ бойоҡ, моңһоу йөрөнө. Ваҡытында Данилдың һөйөүен аңламағанына үкенде. Был бит ысын мөхәббәт булған! Тик хәҙер һуң инде… Күпме илап ялбарһаң да, үткән йылдар аҡҡан һыу кеүек кире ҡайтмаясаҡ. Үкенес!
Бер мәл Гөлнәфис йәйге каникулға ҡайтты. Ауылын шул тиклем һағынғайны. Хатта күңелендә йыр тыуҙы. Ҡайтыу менән компьютерҙа көй яҙҙыра башланы. Әсәһе:
– Ҡыҙым, әллә һиңә лә компьютер “ене” ҡағылдымы? – тип һораны. Гөлнәфис өндәшмәне, бары йылмайҙы ғына. Әсәһе уны үҙ ихтыярына ҡуйҙы. Байтаҡ ваҡыт үткәс, йыр әҙер булды. Гөлнәфис уны өйҙәгеләргә лә ишеттерҙе. Шул тиклем илһам менән һуғарылғайны ижад емеше. Линар ағаһы иһә клубта концертта йырларға тәҡдим итте. Гөлнәфис бер аҙ уйланып торғандан һуң риза булды.
Кис Гөлнәфис ағаһы менән клубҡа концертҡа юлланды. Юл ыңғайы улар төрлө ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы һөйләй-һөйләй барҙы. Ағаһы ҡапыл:
– Һине Данил һораша ине. Киләһе йыл ул да ҡалаға уҡырға барырға йөрөй, – тине. Был һүҙҙәр Гөлнәфискә аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай тәьҫир итте. Ул теманы ситкә борорға ашыҡты.
Бына улар клубҡа килеп тә етте. Мәҙәниәт йорто алдында егеттәр тора. Данил да улар араһында. Тик Гөлнәфис уны абайламаны. Егет ҡыҙҙы күҙ ҡараштары менән генә оҙатып ҡалды…
Бына Гөлнәфистең йырларға сираты етте. Ҡыҙ тулҡынланды. Сәхнәлә уны күреү менән Данилдың башы әйләнде, йөрәге ярһып тибергә тотондо. “Мотлаҡ бөгөн һөйләшәм, аңлашам. Ул минеке генә булырға тейеш”, – тигән ҡәтғи ҡарарға килде егет. Һәм шулай эшләне лә. Үҙ һүҙендә тора белгән Данил концерттан һуң Гөлнәфис янына барҙы. Улар бер-береһе менән еңел аңлашты. Тәүге әтәстәр ҡысҡырғансы урам буйлап йөрөнөләр, тауға ла менеп төштөләр. Данил менән Гөлнәфискә ай һоҡланып ҡараны, йондоҙҙар шаярышып күҙ ҡыҫты. Ергә бәхет, шатлыҡ эйәреп, яңы таң тыуҙы.
Гөлнәфис бөгөн бик шат йөрөй. Ағаһы уға машина йөрөтөргә өйрәтәм тип вәғәҙә бирҙе. Һеңлеһе техника менән ныҡ ҡыҙыҡһына – Линар быны яҡшы белә. Гөлнәфис машина менән эш итергә тиҙ өйрәнде. Үҙен һынап ҡарар өсөн хатта яңғыҙы ғына йөрөп ҡарарға булды. Ағаһын ҡалдырып, ҡуҙғалып китте.
Машина алға ынтылыу менән Линарҙың йөрәге урынынан ҡупты. Ниҙер һиҙенде уның күңеле. Шомланыуҙы тағы ла арттырып, йөк автомобиленең тауышы ишетелде. Әлбиттә, Линар машиналарҙың бер-береһенә ҡаршы килеүен күрҙе, тик һылыуына ярҙам итергә өлгөрмәне… Гөлнәфис ҡаршыға килгән машинаны күргәс тә ҡайҙа борорға белмәне. Ауыл юлы тар ғына: йә – ул, йә – мин. Ҡыҙ оҙаҡ уйлап торманы: үҙ хыялдарын селпәрәмә килтереп, рулде яр яғына табан борҙо. Йөк машинаһындағы кешеләр уны эҙләп тапҡанда, ҡыҙ яҡты донъя менән хушлашҡайны инде…
Ауыл халҡы Гөлнәфистең үлемен бик ауыр кисерҙе. Айырыуса Данил үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне. Уның өсөн яҡты көн ҡараңғы төнгә әйләнде. Кемдәр генә уларҙың бәхетенә аяҡ салды һуң? Ни өсөн?! Бына Данил Гөлнәфистең ҡәбере янында тора. Егеттең ниҙәр кисергәне ҡайғылы йөҙөндә сағыла. Данилдың ҡайнар күҙ йәштәре йәш үләнгә тама. Ҡапыл, әйтерһең дә, уны йыуатырға теләгәндәй, көньяҡтан ел иҫеп ҡуйҙы…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872