Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һөйкөмлө кешенең тоғролоғо
Һөйкөмлө кешенең тоғролоғоЙәшлектә ни өсөн бөтә нәмә лә ихласыраҡ була икән: көлөү ҙә, һөйләшеү ҙә, үҙ-ара мөнәсәбәттәр ҙә. Ярып һалып әйтеү, алдыңды-артыңды уйламау…
Йәшлектәге һәр күренештән, һәр ваҡиғанан йылылыҡ бөркөлә: ул саҡта беҙ ябайыраҡ та, еңелерәк тә, эскерһеҙерәк тә булғанбыҙ. Йәшлектәге ҡайһы хәтирәне, ваҡиғаны алма, шулай. Эйе, беҙ йыш ҡына үткәндәге фотоһүрәттәргә бағабыҙ, фотолар уҙғанды сағыуыраҡ, асығыраҡ итеп күҙ алдына баҫтыра. Бына беҙҙең төркөм – университетта бергә уҡыған ҡыҙҙар, егеттәр. Барыбыҙ ҙа шат, бәхетле, әйтерһең дә, ерҙә бер ниндәй ҙә хәүеф юҡ һәм булмаҫ та. Һөйөнөс йөҙҙәребеҙгә сыҡҡан, сигенән ашып, йәнәһе, бүтәндәрҙең сырайына, зәңгәр күк битенә күскән.

Был тормошта дуҫлыҡты, үҙендең үҙлегеңде һаҡлап ҡалыуы ҡыйын. Һин ниндәй генә образға керһәң дә, ниндәй генә битлек кейһәң дә, тормош аяуһыҙ: ул ҡасан да бер шул битлекте йыртып ташлаясаҡ, һине шыр яланғас ҡалдырасаҡ. Ә яһалма рәүешкә ингәнсе, бүтәндәр фашлағансы, үҙең булып ҡалыу, үҙ булмышыңа хыянат итмәү хәйерлерәк түгелме?
Дуҫлыҡ, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр тураһында уйланғанда һабаҡташым Миңлеғәле Нәҙерғоловҡа туҡталам. Филология фәндәре докторы, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының әҙәбиәт секторы мөдире. Йәмәғәте Фәнүзә менән өс бала – Ләйсән, Лилиә, Булатты тәрбиәләп үҫтергән хөрмәтле атай. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт университетында уҡытып йөрөй. Мәҙәниәтебеҙҙә һирәк һәм бик тә ҡиммәтле бер белгес – халҡыбыҙҙың уҙған быуаттарҙа тыуҙырған рухи байлыҡтарының телен белә. Мәғлүм булыуынса, төрки халыҡтарының боронғо әҙәби, мәҙәни, сәйәси, ғилми ҡомартҡыларының барыһы ла ғәрәп графикаһы нигеҙендә иҫке фарсы, ғәрәп, сығатай (иҫке төрки телендә) яҙылған. Ул өлкәне археография фәне өйрәнә. Миңлеғәле Нәҙерғоловты белгес булараҡ төрлө сәфәрҙәргә, кәңәшмәләргә саҡыралар, төрлө симпозиумдарҙа, радио, телевидение тапшырыуҙарында ҡатнашырға турап килә уға.
Әҙәбиәт секторы оҙаҡ йылдар башҡорт әҙәбиәтенең күп томлығын яҙыу өҫтөндә эшләй, революцияға тиклемге әҙәби ҡомартҡыларҙы, кириллицаға әйләндереп, шуның айырым өлгөләрен хрестоматия итеп, китап рәүешендә бөгөнгө уҡыусыға еткерергә ынтыла. Был антологияларҙың ике томы баҫылды ла инде. Шулай уҡ башҡорт шәжәрәләренең яңыртылған йыйылмаһы ла әҙерләнде, аңлатмалар менән донъя күрҙе. Изге эштәр! Ошоларҙы ойоштороу, йәш белгестәрҙе үҫтереү бөтәһе лә сектор мөдире иңенә төшә… Әйткәндәй, Миңлеғәле Хөсәйен улының докторлыҡ диссертацияһы башҡорттарҙың ХVI–ХХ быуат башы тарихи, әҙәби ҡулъяҙмаларын барлауға арнала. Бында башлыса тарих менән әҙәбиәт араһында торған шәжәрә, тәуарих, тарихнамә жанрҙарын тикшерә. Ғалим раҫлауынса, урта быуаттарҙа, һуңғы ХVI–ХIХ быуаттарҙағы әҙәбиәттә лә дастан, ҡисса, ризәлиә, хикмәт, ғәҙел, ҡасыда, мәснәүи, робағи, мәрҫиә, мурабба, мәдхиә, нәсихәт, тәмҫил, хитап, мәктүп, хажнамә, сәйәхәтнамә, латиф, мөнәжәт, хикәйәт, нәҙирә, ғаризнамә, шикәйәтнамә, шәжәрә, тәуарих, тарихнамә ише жанрҙар бик әүҙем булған. Ул осорға (ул осор жанрҙарына) башлыса функционаллек йәки нәғеҙ әҙәбиәттән башҡа сифаттарҙың булыуы ла хас. Мәҫәлән, эш ҡағыҙҙары, рәсми донъяуи хәл-әхүәлдәр хаҡында яҙмалар, дини йолаларҙы үтәү буйынса күрһәтмәләр-күнегеүҙәр ҙә хас. Миңлеғәле Нәҙерғолов был хеҙмәтендә ошоларҙан шәжәрә, тәуарих һәм тарихнамә жанрҙарын ғына айырып алып тикшерә. Иң мөһиме — ғалим был башҡорт әҙәбиәте жанрҙарын башҡа төрки ҡәүемдәре, дөйөм төрки мәҙәниәте миҫалдары менән сағыштырып өйрәнә. Был ғилми алым авторға мәсьәләне тулыраҡ күҙалларға ярҙам итә. Шунлыҡтан Миңлеғәле Хөсәйен улының һуңғы хеҙмәте менән – “Башкирские историко-литературные сочинения ХVI – начала ХХ века” (вопросы зарождения жанровой системы и традиции) китабы (урыҫса сыҡты) – башҡа илдәрҙең төркиәтсе белгестәре лә таныша ала. Уның электрон нөсхәһе бар. Шулай итеп, хеҙмәт дөйөм төрки фәненә тос өлөш булып баһалана.
…Бына инде нисә йыл ҡатышабыҙ, һаман дуҫбыҙ, араларыбыҙ боҙолмай. Күҙ теймәһен. Хәйер, был йәштә дуҫлыҡ хаҡында ауыҙ тултырып һөйләргә лә ҡурҡыта, сөнки ул бик тә ҡиммәт, бик тә нескә бер әйбер. Кешеләр араһындағы мөнәсәбәт бик тә ҡатмарлы, ҡаршылыҡлы бер өлкә. Йәшәй-йәшәй йән дуҫтарыңдан айырылаһың, әүәл һыу үткеһеҙ аралар кинәт ҡаҡшай. Бер-береһенә яҡын кешеләр бер-береһенең кәмселектәрен, эс серҙәрен белә; һуңынан, мөнәсәбәттәр һыуынғас, уларҙың шул белеме хәтәр “ҡорал”ға әйләнеүе лә бар. Йәшәй-йәшәй дәғүәләр арта, ҡайһы бер сифаттарың оҡшамай башлай… Бөтәһе лә тәбиғи, ләкин шул мәлдә лә сабырлыҡ кәрәк. Миңлеғәле Хөсәйен улы һәр саҡ үҙе булып ҡала, сабыр, түҙемле: мәғәнәһеҙ дәғүәләр ҡуймай, көнсөллөк тә ят уға. Дуҫҡа ла гел ярҙам итеп булмай, әммә уңышы менән ризалаша белергә кәрәктер. Миңлеғәле тормошҡа, кешеләргә тыныс ҡарай: шатлыҡта осоноп китмәй, бәләләр килгәндә бөгөлөп төшмәй. Сыҙамлыҡ, тигеҙ холоҡ, тормоштағы үҙгәрештәрҙе аҡһаҡалдарса ҡәҙимге ҡабул итеү, үҙеңдең тәүге принциптарыңдан яҙмау – бына ошолар билдәләй уның тәбиғәтен.
Әүәлерәк уның тураһында “һөйкөмлө һөйәк” тип яҙғайным. Яҡты сырайлы, мөләйем кеше, ғөмүмән, һөйкөмлө зат… Сабыр, әммә гармунда уйнай, һалмаҡ ҡына итеп йырлап та ебәрә. Уны ҡайҙа ла үҙ итәләр, әҙәбиәт ғилемендә лә ул һөйкөмлө үә ҡәҙерле бер белгесебеҙгә әйләнде: беҙҙең бындай фән әһелдәребеҙ бигүк күп түгел. Ул Ғәли Соҡорой, Ғарифулла Кейеков, Фазыл Туйкин, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Ризаитдин Фәхретдинов, Ғизетдин Иҫәнбирҙин, Сафуан Яҡшығолов, Ғәли Рафиҡи, Фәйзи Вәли, Фәтхелҡадир Сөләймәнов (Инан) ише үткәндәге мәшһүр фән һәм әҙәбиәтебеҙ әһелдәре ижадын өйрәнде, хатта ҡайһы берҙәре тураһында китап та баҫтырҙы, уларҙың үҙҙәренең хеҙмәттәрен сығартты. Остаздары Әхнәф Харисов, Ғайса Хөсәйеновтарға тоғро булды, уларҙың ышанысын аҡланы.
…Эйе, беҙ уның менән бергә уҡыныҡ, йәшлек йылдарыбыҙ бергә үтте, һуңынан иңгә-иң терәшеп йәшәнек, ижад иттек. Шул йылдарҙа, ниндәй генә хәлдәргә тарымайыҡ, бер-беребеҙҙән айырылманыҡ, дуҫлыҡ тигән бик тә нескә, бик тә шартлы ҡиммәттәргә тоғро ҡалдыҡ, шунан һуң (быныһы, бәлки, иң мөһимелер) Миңлеғәле Хөсәйен улы Нәҙерғолов үҙенең инаныстарына, үҙенең йәшәү принциптарына, тормошо асылына, барыр юлына, кешеләргә, халҡына, мәҙәниәткә, фәндәге үҙенең күңел зауыҡтарына тоғро ҡалды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20