Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күршеләргә елдәй елдереп кенә...
Күршеләргә елдәй елдереп кенә...Республикабыҙҙың төньяҡ һыҙатында бай тарихлы, хозур тәбиғәтле Асҡын районы урынлашҡан. Әле ҡасан ғына был төбәктә йәшәүселәр сәфәр сығыуҙың мең ғазап икәнлеген белеп көн итһә, хәҙер бында юлдар ялтырап ята. Йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә һис ҡыйынлыҡһыҙ районды арҡыры-буй йөрөп сығырға була.
Асҡын һәм Балтас юл төҙөүселәре үҙҙәренең һөнәри байрамын яҡшы кәйеф менән ҡаршы ала. Нәҡ ошо көндәрҙә күптән көтөлгән Асҡын — Балтас республика трассаһы сафҡа инде. Күрше райондар халҡына ҙур бүләк булды был.

Төньяҡ төбәктең төп транспорт артерияһының күп өлөшөн Рафаил Әхмәҙиев етәкселегендәге Асҡын юл ремонт-төҙөлөш идаралығы коллективы тормошҡа ашырҙы. Әйткәндәй, Рафаил Мәүлитйән улының яҙмышы был тармаҡ менән тығыҙ бәйләнгән. Өфө нефть техник университетының төҙөлөш факультетын тамамлаған егет 1995 йылда башта иҡтисадсы, баш инженер булараҡ тәжрибә туплай, 2001 йылдан иһә — идаралыҡ начальнигы.
— Беҙ бөтәһе 437 километр юл төҙөлөшө өсөн яуаплы. Шуның 201 саҡрымы — республика әһәмиәтендәге юлдар. Бөтәһе 100 километр юлға асфальт түшәлгән. Мин эшкә килгәндә барлығы 20-һе генә шундай ине, — ти етәксе.
Башҡарылған эш күләме хаҡында һүҙ сыҡҡанда, бында "Танып" шифаханаһына тиклем ҡыҫҡа ваҡытта 50 километр сифатлы юл һалыныуын ғорурланып телгә алалар. Хәҙер унан төбәк халҡы ла, бөтә Рәсәйҙән дауаланырға килеүселәр ҙә файҙалана.
Быйыл иһә идаралыҡ үҙ көсө менән 101 миллион һумлыҡ эш башҡарған. Яугилде — Щучье Озеро йүнәлешендә, Иҫке Ҡаҙансынан Тәтешле районы сигенә ҡәҙәр юл, Ҡуяштыр, Ҡашҡа ауылдарында урамдар төҙөкләндерелгән.
Сифатлы юл һалыу өсөн ҡырсынташ, асфальт кәрәк. Бер нисә йыл инде идаралыҡтың таш онтау комплексы эшләй. Уның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ: юл төҙөүҙә тотонолған сифатлы материалға ихтыяж ҙур. Улар үҙҙәрен генә түгел, ә тирә-яҡ райондарҙағы идаралыҡтарҙы ла тәьмин итә.
Коллектив матди-техник базаны нығытыуға, уңайлы эш шарттары булдырыуға етди иғтибар бирә. Һуңғы йылдарҙа байтаҡ заманса техника һатып алынған. Мәҫәлән, быйыл бер “КамАЗ”, ике тейәгес эште еңеләйтә төшкән.
Йыл әйләнәһенә эш тынмай. Йәй юлдар һалынһа, ҡыш ҡар таҙартыла. Етәксенең төп таянысы — егәрле эшселәр, шоферҙар, машинистар. Мәҫәлән, машинистар Әлфир Хәлиуллин, Рәфит Имаметдинов, юл мастеры Ғәзимйән Мәрбиев, водитель Рөстәм Муллаяновтың фиҙаҡәр хеҙмәте төрлө маҡтау грамоталары менән билдәләнгән.
Ә инде 2010, 2012 йылдарҙа "Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы бухгалтеры" бәйгеһендә еңеп сығып, лауреат дипломы менән бүләкләнгән баш бухгалтер Венер Ғарифуллиндың да ошонда эшләүе күпте аңлата.
Идаралыҡ эшсәндәре ҡышты тулы әҙерлек менән ҡаршы ала. Юлдар асыҡ һәм тигеҙ, уңайлы булһын өсөн бар тырышлығын һалалар. Ә инде Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Рафаил Әхмәҙиевтең бай хеҙмәт тәжрибәһе киләсәктә лә райондың юл селтәрен үҫтереүгә, халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуға хеҙмәт итер.


Автор: Г. ӘМИНЕВА. Район: Асҡын районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә