Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ира — Магнитогорск юлы яҡшыра
Ира — Магнитогорск юлы яҡшыраЮлдың сифаты тормош сифатына бәрәбәр тиһәң, моғайын, арттырыу булмаҫ. Ул ни тиклем тигеҙ, шыма икән, кәрәк урынға шунса тиҙерәк һәм хәүефһеҙерәк барып етәһең бит. Күгәрсен районының көҙгөләй ялтырап ятҡан юлдарын "Башкиравтодор" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Күгәрсен юл ремонт-төҙөлөш идаралығы филиалы тәьмин итә.

Идаралыҡтың мәшәҡәте бихисап. Уларға йөкмәтелгән яуаплылыҡ та ҙур: хеҙмәтләндерелгән юлдарҙың оҙонлоғо буйынса республикала өсөнсө урынды биләйҙәр. Күгәрсендәр ҡарамағында — 436,6 километр төбәк һәм муниципаль-ара (уның 105 километры "Магнитогорск — Ира" төбәк автомобиль бәйләнеше), 213 километр урындағы автомобиль юлы. Тик эш күләме ҙур булыуы уның сифатына бер ҙә зыян килтермәй. Киреһенсә, күгәрсендәр һәр саҡ заман менән бергә атларға тырыша һәм яңынан-яңы технологиялар ҡуллана.
Ошо һүҙҙәрҙе дәлилләп бер генә миҫал килтереү ҙә етә. Бөгөн улар Ира — Магнитогорск юлында 9 километр араға яңы асфальт түшәп, сафҡа индерәләр. Бында республика өсөн яңы технология — ҡырсын-мастикалы асфальт ҡулланылды. Заманса ысулдың ыңғай яҡтары күп: юлды файҙаланыу ваҡыты бермә-бер оҙая, уның йәбешеү һәләте юғары, дымды этәрә. Асфальтты бер нисә ҡатлап һәм арматурланған сетка ҡулланып һалалар. Һөҙөмтә иһә шунда уҡ күҙгә салына — Күгәрсен юл ремонт-төҙөлөш идаралығы техникаһы уҙған юлдарҙан барыу үҙе бер ҡыуаныс. Шыма, тигеҙ, бер генә түңгәк тә юҡ!
Йылдан-йыл уңышлы эшләгән идаралыҡ "Башкиравтодор" асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә. Матди-техник база ла ярайһы ныҡ һәм даими яңыртылып тора. Утыҙға яҡын махсус техника, ундан ашыу "КамАЗ" автомобиле иҫәпләнә. Һуңғы йылда ғына ошондай яңы йөк машинаһы, тейәүсе-экскаватор, махсус тракторҙар һәм сапҡыс алынған, биш "КамАЗ"ға капиталь ремонт яһалған.
Күгәрсендәрҙең уңышлы эше тураһында һандарға мөрәжәғәт итеп тә фекер йөрөтөргә була. Әгәр 2012 йылда үҙ көстәре менән 147 миллион һумлыҡ эш башҡарылһа (уның 125 миллионы төҙөлөш-монтажлау эштәренә тура килә), быйылғы йылдың һигеҙ айында ғына был күрһәткес 140 миллион һумға (128 миллион һумы — төҙөлөш-монтаж эштәре) еткән. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, йыл аҙағына тиклем был һан 200 миллион һумды тәшкил итәсәк.
Ҙур күләмле Ира — Магнитогорск юлы менән шөғөлләнеүҙән тыш, улар район эсендәге юл һәм урамдарҙы ремонтлауға ла иғтибар бүлә. Быйыл ғына Мораҡ һәм Мәҡсүт ауылдарында һәм күп фатирлы йорт ихаталарына асфальт түшәлгән. Шулай уҡ Мәҡсүт ауылындағы һыу алыу ҡоролмаһы биләмәһен, Исем ауылы мәктәбе тирә-яғын асфальтлау һәм төҙөкләндереү башҡарылған.
Тырыш, егәрле коллектив булмай тороп, бындай уңыштарға өлгәшеү мөмкин дә түгел. Бөгөн предприятиела 103 кеше эшләй. Бында иң-иңдәр, үҙ хеҙмәтенең оҫталары йыйылған. Араларында Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларына лайыҡтар бихисап, почет грамоталары һәм маҡтау хаттары менән бүләкләнеүселәр байтаҡ. Мәҫәлән, Башҡортостандың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре, машинист-бульдозерсы Юрий Загороднев, республикабыҙҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе, идаралыҡ начальнигы Ринат Фәрих улы Йәнбәтовтар. Рәсәй Транспорт министрлығының рәхмәт хаттары һәм почет грамоталары менән билдәләнгән водитель М. Ғиззәтуллин, токарь С. Сөләймәнов, инженер-нормалаусы Р. Йәнбәтова ла коллективтың ғорурлығы һанала. Тейәгес машинисы С. Байдәүләтов Башҡортостан Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Водителдәр А. Ҡаразбаев менән Э. Кинйәбулатов, тейәгес машинистары А. Усманов менән Д. Киленбаев һәм башҡа бик күптәр лайыҡлы эшләй.
Идаралыҡ үҙенең хеҙмәткәрҙәрен иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Коллектив килешеүендә һәр кемгә социаль ташламалар, гарантиялар ҡаралған. Дәртләндереү саралары һәм премиялар күләме предприятиеның эш һөҙөмтәһенә бәйле. Эш хаҡы ла шатландыра юлсыларҙы, уртаса — 23 мең һум самаһы. Ул йылдан-йыл арта һәм ваҡытында түләнә. Һөнәри һәм дәүләт байрамдары билдәләнә, хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың балаларына бүләктәр тапшырыла. Үҙҙәренең ветерандарын да онотмайҙар: һәр байрамға саҡыралар, мөмкин булғанса ярҙам күрһәтәләр.
Предприятие коллективы ағзалары һөнәри байрамын күтәренке кәйефтә ҡаршылай. Шулай булмай ни, тейешле эш күләме бар, тимәк, хеҙмәт хаҡы ла тотороҡло буласаҡ.


Автор: Ә. ЭТҠОЛОВА. Район: Күгәрсен районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә