Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сифатлы, заманса магистраль
Сифатлы, заманса  магистральЙәй аҙағында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Һамар – Өфө – Силәбе автомобиль магистрале идаралығы ҡарамағына ингән юлдарҙан үтте. Әлбиттә, бында сәйер бер нәмә лә юҡ кеүек: ул ҡала һәм райондарға эш сәфәре барышында ошо трассанан даими йөрөй. Ләкин был көндө төбәк башлығы М-7 “Волга” юлындағы ҡайһы бер участкаларҙы шәхсән тикшерер өсөн килгәйне. Рөстәм Зәки улын федераль трассаларҙы реконструкциялау һәм төҙөкләндереү, эш барышында ғәмәлгә индерелгән яңы технологиялар, инновациялар, киләсәккә уй-ниәттәр, юлсылар алдында торған бурыстар ҡыҙыҡһындырҙы.
Төбәк башлығы менән ошо осрашыуҙы юл тармағы хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан федераль ҡаҙна учреждениеһы етәксеһе Радмир Ваһаповтың хәтеренә төшөрҙөм һәм республика биләмәһе аша үткән федераль трассаларҙағы үҙгәрештәр хаҡында ентекләберәк һөйләүен үтендем.

— Президент беҙҙәге эштәр менән даими ҡыҙыҡһына, юл темаһын яҡшы белә, — тине Радмир Зәвил улы. — Әүәлге осрашыуҙа журналистар ҙа булды. Шуға күрәСифатлы, заманса  магистраль ул хәбәр йәмәғәтселеккә лә барып еткән.
Республика башлығы менән М-7 "Волга" автомагистралендәге Кушнаренконы урап үтә торған юлда осраштыҡ. Проектта һәр йүнәлештә ике хәрәкәт һыҙаты булған автомобиль юлын, биш транспорт айырсаһын төҙөү ҡарала ине. Юл айырсаларының өсәүһе — республика юлдары менән киҫешкән урында, тағы икәүһе яңы трасса автомобиль юлы менән тоташҡан ерҙә буласаҡ. Бынан тыш, ауыл хужалығы техникаһы, мал ҡыуыу өсөн махсус үткәүелдәр булдырыу күҙаллана.
Район үҙәген урап уҙа торған юлдың төп бурысы — транспортты үткәреү һәләтен арттырыу. Был республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә лә ыңғай йоғонто яһаясаҡ, транспорттың тирә-яҡ мөхиткә зыянын да кәметәсәк. Һөҙөмтәлә автомагистралдәргә ҡуйылған бөтә норматив талаптарға яуап биргән, инфраструктураһы, Сифатлы, заманса  магистральюл яны хеҙмәте үҫешкән, файҙаланыусыларҙың бөтә теләктәрен ҡәнәғәтләндерерлек заманса трасса барлыҡҡа киләсәк. Тиҙлек режимы артасаҡ, ваҡыт та бушҡа сарыф ителмәйәсәк. Өҫтәүенә, юл-транспорт фажиғәләре кәмейәсәк, хәүефһеҙлек артасаҡ.
— Һөҙөмтәле технологияларҙы, яңы материалдар, конструкциялар, машиналар һәм механизмдарҙы ғәмәлгә индереү йәһәтенән ниндәй саралар күрелә?
— Транспорт комплексындағы төп бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн проект документтарында, Федераль юл агентлығы күрһәтмәләренә ярашлы, заманса технологияларға, материалдарға айырым иғтибар бирәбеҙ.
— Ә практикала был эш нисек сағыла?
— Идаралыҡта Федераль юл агентлығында раҫланған яңылыҡтарҙы ғәмәлгә индереү планы эшләнде. Иң элек үҫештең төп йүнәлештәрен билдәләнек. Уларға яһалма ҡоролмаларҙы, юл япмаларын файҙаланыу ваҡытын арттырыу, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, автомагистралдәрҙе тәртиптә тотоу технологиялары инә.
Киләһе этапта М-5 "Урал", М-7 "Волга", Р-240 "Өфө — Ырымбур" автомобиль юлындағы реконструкция һәм төҙөкләндереү объекттарында ошо технологиялар Сифатлы, заманса  магистральҡулланылды. Мәҫәлән, ПБВ-90 полимер-битум элементынан торған бөртөклө стабилизатор ("Хризотоп" йәки "ТОРСЕL") файҙаланылған асфальт-бетон япма түшәлде.
Р-240 "Өфө — Ырымбур" юлындағы күперҙәрҙе төҙөкләндергәндә Sika Wrap-530С/105 углеродлы сүстән торған туҡыма ҡулланылды. Был материалдар тимер-бетон конструкцияларҙың, кирбес рәттәренең, шулай уҡ ағас ҡоролмаларҙың ныҡлығын арттыра. Трассаларҙа сифатлы япма менән ҡапланған юл билдәләрен ҡуйыуҙы ла ошо исемлеккә индерергә мөмкин. Улар юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыуға булышлыҡ итә. Билдәләр төндә лә, насар һауа шарттарында ла яҡшы күренә.
Юл участкаларын реконструкциялағанда һәм төҙөкләндергәндә "Рено" матрасы ярҙамында тупраҡты нығытабыҙ. Ул ярайһы уҡ арзан һәм ябай, әммә ышаныслы. Был матрастар һыу үткәрмәй, экологик яҡтан таҙа, тутығыуға бирешмәй, һығылмалы. Юлдың төҙөклөгөн тәьмин итеү, файҙаланыу ваҡытын арттырыу өсөн Сифатлы, заманса  магистральбетонһалғыс ярҙамында буйға һуҙылған лотоктар (тартмалар) һалына. Шуға күрә М-5 "Урал" магистралендә киләһе ремонт эштәре ун йылдан ғына үткәрелер тигән өмөттәбеҙ.
— Радмир Зәвил улы, тиҙҙән ҡыш етә. Уға әҙерлек йәһәтенән идаралыҡта ниндәй эштәр башҡарыла?
— Мәшәҡәттәр етерлек. Ҡыш автотрассаларҙа хәрәкәтте тәьмин итеү өсөн "План-бурыс" һәм федераль әһәмиәттәге М-5 "Урал", М-7 "Волга", Р-240 "Өфө — Ырымбур" автомобиль юлдарын әҙерләү буйынса төп саралар исемлеге ебәрелде.
Сифатлы, заманса  магистральҠыш юлды тәртиптә тотоу буйынса эште йылдам башҡарыу өсөн һәр производство участкаһында боҙлауыҡҡа ҡаршы материалдар әҙерләү, уларҙы һаҡлау базалары ойошторолдо. 1 октябргә идаралыҡта ҡом менән тоҙҙоң 90 проценты тупланды.
2015 йылдан юлды хеҙмәтләндереүгә 100 процент күләмендә финанслау ҡарала. Әлегә был һан тейешленең өстән ике өлөшөнә лә етмәй. Тиҙҙән боҙлауыҡҡа ҡаршы ҡулланылған ҡом-тоҙ ҡатнашмаһынан тулыһынса баш тартып, гидрохлоридҡа күсергә ниәтләйбеҙ. Бының өсөн заманса техника ла һатып алабыҙ.
— Идаралыҡ заказсы-төҙөүсе сифатында юл эштәре программаларын төҙөй, "Росавтодор" менән уларҙы яраштыра, яҡлай. Шулай уҡ проектлауға техник бурыстар әҙерләй, иҫкәрмәләр индерә, подряд ойошмалары араһында эш башҡарыуға дәүләт килешеүе төҙөү өсөн сауҙалашыу ойоштора, заказдар сифатын тикшерә, подрядсыларҙы эшкә ала. Ә бына подрядсыларҙа инновацияларҙы ғәмәлгә индереү нисек бара һуң? Иҫке булһа ла, төҙөк, эшкә һәләтле техниканы ҡиммәтле яңыһына алмаштырырға әллә ни атлығып тормағандар ҙа бар бит әле.
— Идаралыҡ даими мониторинг үткәрә, контролде тормошҡа ашыра. Беҙ автомобиль юлдарын, уларҙағы яһалма ҡоролмаларҙы проектлағанда, төҙөгәндә, реконструкциялағанда, төҙөкләндергәндә инновациялар реестрын ойошторабыҙ, шулай уҡ яңы техниканы, технологияларҙы һәм материалдарҙы үҙләштереү планын талап итәбеҙ.
— Уҙған осорҙа эшегеҙҙәге төп күрһәткестәр ниндәй?
— Былтыр инвестициялар ярҙамында М-5 "Урал" федераль юлының 1 375 — 1 401, 1728, 1 466 — 1 480, М-7 "Волга" юлының 1 270 — 1 290, 1 310 — 1 321 километрындағы участкаларҙа эш дауам итте. Тиҙҙән Өфө, Шишмә, Благовар, Кушнаренко райондарында заманса трасса сафҡа инәсәк.
Төп объекттарҙың береһе М-5 "Урал" юлында урынлашҡан. Бында һәр йүнәлештә өс һыҙаты булған 1-Б категориялы юл һалына, Ағиҙел йылғаһы аша күпер реконструкциялана. Быйыл беҙ юлдың уң яғын, шул иҫәптән күперҙе файҙаланыуға тапшырабыҙ. Яҡында ғына тағы ла бер шундай объект һалына.
М-7 "Волга" трассаһында 20 саҡрымлыҡ участка төҙөкләндерелә. Биләмәне урап уҙған юлдың үткәреү һәләте артасаҡ. Һөҙөмтәлә Кушнаренко ауылының социаль-иҡтисади үҫешенә ыңғай йоғонто яһаласаҡ, транспорттың тәбиғәткә зыяны кәмейәсәк. Подрядсылар планға ярашлы тырышһа, объект йыл аҙағына файҙаланыуға тапшырылыр тип уйлағайныҡ. Ләкин ниәтебеҙ тормошҡа ашманы. Етди штраф саралары күрелһә лә, подряд ойошмаларының береһе йәй буйы һөҙөмтәһеҙ эшләне. Шуға күрә етешһеҙлектәрҙе төҙәтеү бурысы киләһе йылға ҡала. 11,7 саҡрымлыҡ юлды нисек булһа ла сафҡа индерәсәкбеҙ.
М-5 "Урал" юлының 1 375 — 1 401 километрында реконструкция башланды. Тәүге этап өс объектты үҙ эсенә ала. Шуларҙың тәүгеһендә участканы 1-Б техник категорияһына еткереү, ике юл үткәргес һәм ике юл айырсаһы төҙөү ҡарала. Өсөнсө участкала тиҙҙән Иҫке Һынны һәм Первомайск ауылдарын урап уҙыусы юл һаласаҡбыҙ. Икенсе этапта Сәрмәсән һәм Һынны йылғалары аша күпер төҙөү планлаштырыла. Бынан тыш, дүрт юл үткәргес, өс юл айырсаһы барлыҡҡа киләсәк.
Быйылға федераль әһәмиәттәге 274,1 саҡрымлыҡ автомобиль юлын төҙөкләндереү бурысы ҡуйылғайны. Әле ул тулыһынса үтәлде тиерлек.
Юл селтәрендә фажиғәләр һанының былтырғыға ҡарағанда байтаҡҡа кәмеүе лә — эшебеҙҙәге һөҙөмтәлелек күрһәткесе. Быйыл һигеҙ ай эсендә был һан 27,8 процентҡа түбәнәйгән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872