Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәбиғәт йырсыһы
Тәбиғәт йырсыһыИшелеп уңған сейә баҡсабыҙҙа,
Юҡһың, әсәй, ауыҙ итергә.
Күрше инәйҙәргә кереп сыҡтым
Өлөшөңдө хәйер итергә.

Радионан үҙәктәрҙе өҙөрлөк моңло йыр яңғырай. Авторҙары — шағирә Миңлегөл Хисамова менән композитор Альбина Имаева. Был йырҙы тыңлағанда әсәһен юғалтҡан һәр кеше һағышлы хәтирәләргә бирелә, үткәндәге бәхетле мәлдәренә ҡайта, тормош тураһында уйлана, ғүмерҙең фани ғына икәнлеген, ҡәҙерен белергә кәрәклеген йөрәге аша үткәрә.

Ошо йырға бәйле бер ваҡиғаны телгә алмай булмай. Ул тәүге тапҡыр башҡарылғанда, авторҙарын яҙа-йоҙа ишетеп, башта Миңлегөл Хисмәтуллина апайға рәхмәтемде белдерҙем. Шундай матур йыры менән ҡотланым. Баҡһаң, был ифрат һәйбәт йөкмәткеле, Туҡайса әйткәндә, "ысын беҙҙеңсә матур милли" әҫәрҙең авторы Миңлегөл Хисамова икән дә. "Собханалла, күҙ теймәһен!" — тип ҡыуандым ул саҡта.
Әсәйҙәргә арналған йәнә бер шиғри юлдарға күҙ һалайыҡ:
Ҡояш тотоп бирер инем,
Ҡояш һине терелтһә,
Йәйғор элеп ҡуйыр инем,
Йәйғор нуры йөрөтһә.
Үҙе лә бәләкәй саҡта әсәһен юғалтҡан композитор Айгөл Ихсанова шағирәнең шиғырына шулай уҡ иҫ китмәле моңло йыр яҙған. Уны ла тыныс ҡына тыңлап булмай. Башҡорт шиғриәтендә, ысынлап та, ике бер туған шағирәләр — Миңлегөл Хисамова һәм Зөһрә Ҡотлогилдиналар — әсәйҙәр тураһында иң хисле, иң тетрәткес, һағышлы шиғырҙар ижад итеүе менән күптән билдәле. Шуға күрә лә уларҙың шиғриәте күп композиторҙарҙың иғтибарын йәлеп итә.
Миңлегөл Хисамова шиғырҙарына Салауат Низаметдинов, Айрат Ҡобағошов, Рәшит Йыһанов, Ғәзиз Дәүләтбирҙин кеүек күренекле моң эйәләре менән бергә Венер Абдуллин, Муса Смаҡов, Руслан Ҡарасурин, Бәхтейәр Байморатов, Дамир Солтанов һымаҡ үҙешмәкәр композиторҙар ҙа байтаҡ йыр ижад иткән. Руслан Ҡарасурин яҙған "Йондоҙ яуа" йыры менән 2004 йылда Ямал-Ненец автономиялы өлкәһенең Губкинский ҡалаһында "Музыкаль полюс" эстрада йырҙары фестивалендә композитор менән бергә шағирәнең дә Рәсәй кимәлендә лауреат исеменә лайыҡ булыуы юҡҡа түгел.
Миңлегөл Хисамованың ижады, миңә ҡалһа, урман төпкөлөнән тиртеп сығып, шым ғына ағып ятҡан, көмөш тәңкәле йылдам бәрҙеләр уйнаҡлаған саф һыулы шишмәне хәтерләтә. Уға юлыҡҡандар шифалы һыуын мотлаҡ эсеп, яңы көс-ҡеүәт, сихәт алып китә.
Үҙенең 65 йәшлек юбилейын Миңлегөл Хисамова өлкәндәргә һәм балаларға тәғәйенләнгән "Тыуған тупраҡ яҡтыһы", "Сейәлек йыры", "Һары мәтрүшкә", "Тынлыҡтарҙа ҡалам", "Утлы һуҡмағым", "Әсәйем нәҙере", "Ҡайҙа ҡастың, ҡояшым?" китаптары менән ҡаршылай.
Шағирәгә ижад ҡомары тальян гармунда оҫта уйнаған, өс ҡалын дәфтәр тултырып шиғырҙар яҙып ҡалдырған атайҙары, йәрәхәтле яугир Сәлимйән ағай менән халыҡ йырҙарын моңло итеп башҡарған, халыҡ ижадын, телде иҫ китмәле яҡшы белгән, йор һүҙле, мәҡәлдәр, әйтемдәр ҡулланып ҡына һөйләшкән әсәйҙәре Миңһылыу апайҙан күсеүе бәхәсһеҙ. "Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр", ти бит халыҡ мәҡәле лә.
Миңлегөлгә тыуған йорт йылыһынан бик иртә айырылырға тура килә. Ул Өфөләге 1-се мәктәп-интернатҡа уҡырға бара. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң белемен үҫтереү теләге ныҡ булһа ла, артабан бер йыл эшләп, өҫ-башын бөтәйтеп алырға ҡарар итә һәм Өфөләге быяла-сүс заводына оператор булып эшкә урынлаша. Тап ошонда ул хеҙмәт кешеләренең тормошо менән яҡындан таныша, мотлаҡ юғары белем алырға кәрәклегенә инана. Киләһе йылына Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә.
Студент йылдарында буласаҡ шағирә "Шоңҡар" әҙәби түңәрәге эшендә әүҙем ҡатнаша. Мәктәптә үк "Башҡортостан пионеры" гәзитендә тәүге шиғырҙарын баҫтырған Миңлегөл үҙ ижадына ҡарата ҡәләмдәштәренең дә, өлкән әҙиптәрҙең дә фекерен ишетеп, тәүге һабаҡтарҙы күңеленә һеңдерә. Шаулы әҙәби кисәләр уны әҙәбиәт донъяһына ныҡлап алып инә.
Әлбиттә, башта ғаилә ҡороп, бер-бер артлы тыуған улын һәм ҡыҙын, тиҫтә йылдар буйына түшәктә ятҡан ауырыу әсәһен тәрбиәләп, әхирәт тиҫтерҙәренән ижадта бер аҙ арттараҡ ҡалһа ла, йөрәгендәге шиғри осҡон бер ваҡытта ла һүнмәй. Йыйынтыҡҡа тупланып, бер-бер артлы шиғыр китаптары донъя күрә.
Ҡатын-ҡыҙ шағирәләрҙең күбеһе яҙышыу менән генә йәшәй алмай. Ғаилә усағын йылытыу, балалар тәрбиәләү менән бергә, ҡайҙалыр эшләргә лә мәжбүр. Миңлегөл Хисамоваға университеттан һуң "Совет Башҡортостаны" гәзитенең хаттар бүлегендә эш башларға тура килһә лә, артабан күп йылдарын мәғарифҡа арнай. Күмертауҙа, Үрге Ҡыйғыла мәктәптә эшләһә, аҙаҡ яҙмышын Өфөләге махсус мәктәп-интернат менән бәйләй. Яҡты донъяны күреүҙән мәхрүм бәләкәстәрҙең, ата-әсәләренән айырылып, сит мөхиткә өйрәнеп китеүендә, үҙаллы тормошҡа әҙерләүҙә ярҙамсы, терәк-таяныс, күңелен аңларлыҡ өлкән дуҫ булыр өсөн ни тиклем ҙур сабырлыҡ, түҙемлек һәм һөйөү талап ителгәнен аңлатып тороу кәрәкмәйҙер. Шағирә, уҡытыусы оҙаҡ йылдар ошонда бөтә күңелен биреп эшләй. Шуға ла мәктәп-интернатты тамамлаған, хәҙер инде үҙаллы йәшәп ятҡан элекке күп уҡыусылары Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙын яҡты хәтирәләр менән иҫкә ала, алыҫ-алыҫ яҡтарҙан сәләмдәр ебәрә, ихлас рәхмәттәрен еткерә. Яратҡан тәрбиәселәренең үҙҙәрен йыш ҡына өйҙә бешереп килтергән ҡоймаҡ, бәлеше менән һыйлауын иҫтәренә төшөрәләр. Миңлегөл Хисамова хаҡлы рәүештә "Рәсәйҙең почетлы мәғариф хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.
Ә ижадҡа ҡасан ваҡыт таба һуң беҙҙең эшләп йөрөгән әҙибәләребеҙ? Әлбиттә, үлемһеҙ әҫәрҙәр йыш ҡына төн йоҡоһо иҫәбенә яҙыла.
Әсәйҙәре Миңһылыу апайҙы иҫән сағында уҡ күрешеп, аралашҡанға күрә, бер туған шағирәләр менән әле лә бәйләнеш өҙөлгәне юҡ. Тыуған ауылдарында булып, ата-әсәһе рухына аяттар уҡырға ла тура килде. Шуға уларҙың ижадтары ла, үҫеш-уңыштары ла күҙ алдында бара. Бер көн йомош менән Миңлегөлгә юлым төшөп ингәйнем, ҡыҙы Айгөл: "Әсәйем төнө буйы яҙышып ултырҙы, таң атҡас ҡына ятты. Бер аҙ хәл алһын инде, юғиһә балалар уяна башлаһа, уға тынғы юҡ", — тип ҡаршыланы. Әҙибә хәлен әҙибә аңламаймы? Үҙем дә йәшерәк саҡта, ваҡытты өҙөп-йолҡоп тигәндәй, төнгө йоҡо, сәләмәтлек иҫәбенә яҙышҡан кеше булараҡ, был халәтте, ижад кешеһенең тормошон яҡшы беләм.
Күңеле менән шиғриәт донъяһында йәшәһә лә, Миңлегөл Хисамова — әҙибәләребеҙ араһында иң тыйнаҡ, иң сабыр ҡәләмдәшебеҙ, тиер инем. Уның йыйылыштарҙа ярһып-сәсәп телмәр тотҡаны ла, ҡайнар бәхәс-низағтарҙа ҡатнашҡаны ла, дан эйәләре менән исем-шәрифе аталмауға рәнйеп, һыҡтап йөрөгәне лә юҡ. Хатта бер китабының "Тынлыҡтарҙа ҡалам" тип аталыуы ла юҡҡа түгел.
Эйе, ижад ығы-зығыны яратмай. Уға бар мәшәҡәттән йыраҡ тороп, ҡөҙрәтле һүҙ донъяһында аҡ ҡағыҙың һәм илһамлы ҡәләмең менән яңғыҙ ҡалыуың шарт. Әммә был тынлыҡта ҡалыу шағирә өсөн үҙе йәшәгән тормоштан айырылыу тигәнде аңлатмай. Ул үҙ өлөшөнә төшкән утлы һуҡмағынан атлай. Әйткәндәй, шағирәнең бер китабы "Утлы һуҡмағым" тип исемләнгән.
Миңлегөлдөң был йыйынтығындағы шиғырҙарын уҡығас, ул яратҡан тынлыҡтың төрлө биҙәктәре менән нурланып балҡыусы илаһи ҙа, шул уҡ ваҡытта үҙебеҙ йәшәгән серле лә, ғәжәйеп тә донъя булыуы асыҡлана. Беҙ ул күренештәргә шағирә күҙҙәре менән бағып, бығаса абайламай йөрөгән мөғжизәләрҙе асабыҙ, һоҡланабыҙ, һағышланабыҙ, шатланып, күңелдәрҙе сафландырабыҙ. Тыңлай һәм аңлай белһәң, тынлыҡта ла ҡолаҡ ярыр, йөрәк тетрәтер хәүеф барлығын күрһәтә шағирә.
Йән ғазабым йәндән осҡанында
Күҙ нурҙарым күккә таралыр,
Аҡ донъямдың мөлдөрәгән моңо
Берәй йәндә үкһеп яралыр...
Шағирәнең ошо юлдарын уҡығас, йән тетрәнеп, ирекһеҙҙән, күҙҙәргә йәш эркелә, шымып ҡалып, уйҙар даръяһына сумаһың. Бындай шиғри юлдар бары тик тынлыҡта, хистәр ташып, фекер ҡеүәһе уттай баҙлағанда тыуалыр. Ошондай сағыу, һәр беребеҙҙең кисерештәренә тиң шиғырҙарын уҡығас, Миңлегөл Хисамова Хоҙай Тәғәлә хозурындағы бәхетле шәхестер, моғайын, тигән фекер тыуа.
Шағирә битараф булмаған күңеле йәнен ғазаплаған күренештәр, кисерештәрҙе уҡыусылары менән уртаҡлаша:
Остоҡ бәхетемә ҡыуанам да
Шөкөр итәм.
Күпте һорамайым Хоҙайымдан,
Түҙем көтәм.

Сабыр итәм, йәнем өҙгөләнһә,
Үҙ өйөмдә.
Атылырға торған саҡта йөрәгем дә,
Көйгәнемдә,
Һорармын мин тик именлек
Төйәгемә.
Шағирә ана шулай үҙенекенән ил именлеген өҫтөн ҡуя, ил, йорт, тыуған ер хәстәре менән йәшәй.
Миңлегөл Хисамова — тәрән хисле лирик шағирә. Нисә йәшендә лә тәбиғәт балаһы булып ҡала. Уның балалар өсөн сыҡҡан "Һары мәтрүшкә" исемле китабы үҙе бер энциклопедик мәғлүмәткә эйә дәреслеккә әйләнә. Шағирә, үткер күҙле, һиҙгер йөрәкле кеше булараҡ, һәр үлән ҡыштырлауында, япраҡ шауында, йондоҙ-ҡар яуыуында, ямғыр шыбырлауында үҙенсә моң тоя.
Миңлегөл Хисамованың тәүге "Тыуған тупраҡ яҡтыһы" исемле китабына уҡ күренекле әҙибебеҙ Хәким Ғиләжевтең һәйбәт баһа биреүе юҡҡа түгел. Башлап яҙыусыға ҙур өмөт бағлап, киләсәгенә ышаныс белдергәйне ул. Оло шағирҙың был изге фатихаһына хәҙер байтаҡ йыл үтте инде. Йыйынтыҡтан-йыйынтыҡҡа уның шиғырҙарындағы фекерҙәр тәрәнерәк, тосораҡ була бара, шағирә тәбиғәт хозурлығы һәм тәрән кисерештәр йырсыһы булып ҡала бирә.
Миңлегөл Хисамованың үҙ-үҙенә талапсан булыуы ла ҡыуандыра. Уның бер китаптан икенсеһенә күсеп, эйәреп йөрөгән шиғырҙарын күрмәҫһең. Һәр йыйынтығы өр-яңы өлгөләрҙән тупланған. Йәл, ошоға тиклем әҙибә ижадына тулы байҡау яһалғаны юҡ. Ә бит ул быға күптән лайыҡ. Шулай уҡ — "Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" тигән исемгә лә. Был исемде күптәргә таратҡанда беҙҙең юбилярыбыҙ "онотолоп" ҡалған. Ни ҡыҙғаныс, беҙҙең әҙәбиәттә лә үҙ-ара мөнәсәбәттәр "байрам ашы — ҡара ҡаршы" тигәнсәрәк ҡоролған шул. Ә баҫалҡы шағирә бер ҡасан да үҙе өсөн һоранып йөрөүселәрҙән түгел, ул исем-дәрәжәләр өсөн ижад итмәй.
Торғаны бер уҙыш — йәшәйеш тә,
Кемдәр генә лайыҡ уңышҡа?
Һығылып һыҡтағанды күрмәгеҙсе,
Йүгереп киләм әле уҙышта, —
тип башын юғары тотоп ижад һуҡмағынан атлауын белә. Сөнки замандаштарына әйтер һүҙе бар. Ана шуға ла үҙенең күркәм юбилейын Миңлегөл Хисамова өр-яңы шиғырҙарынан тупланған тос ҡулъяҙмаһы менән ҡаршыланы. Бирһен Хоҙай, уның китап булып сығыуын күрергә яҙһын, ижадын үҙ итеүселәргә бына тигән бүләк булһын!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872