Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » МЕҢ ХИКМӘТЛЕ ЙӘМЕҢ, БАШҠОРТОСТАН, ДӘҮЕР ТОЙОМЛАРҒА ӨЙРӘТТЕ!..
МЕҢ ХИКМӘТЛЕ ЙӘМЕҢ, БАШҠОРТОСТАН, ДӘҮЕР ТОЙОМЛАРҒА ӨЙРӘТТЕ!..Борон-борондан Башҡортостандың әүлиәләр иле икәне тураһында дин әһелдәре, рухиәт донъяһы хәбәрҙар булған. Улар еребеҙҙе, илебеҙҙе төрлө афәттән һаҡлап тора, тип иҫәпләнгән. Был хаҡта һуңғы йылдарҙа ваҡытлы матбуғатта йыш яҙыла, халыҡ араһында аңлатыу эше алып барыла, даими рәүештә радио, телевидение тапшырыуҙары эфирға сыға, китаптар нәшер ителә. Миәкә һәм Әлшәй райондары сигендә урынлашҡан Нарыҫтауҙа ерләнгән сәхәбәләр хаҡында замандаштарыбыҙ хәҙер ишетеп кенә түгел, күреп тә белә. Тау башында мәсет ҡалҡып сыҡты, борон замандан бында ағылған халыҡ хәҙер йәнә күпләп рухи көс алырға килә.

Ошондай әүлиәләрҙең береһе, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең илсеһе сәхәбә Усмандың Дәүләкән районының Дүртөйлө ауылы эргәһендәге Ярыштауҙа ерләнеүе тураһында ла халыҡ электән үк белгән. Халыҡ хәтере – мәңгелек тигән әйтем был осраҡта бик урынлы булыр ине. Нимә генә тимә, коммунистар партияһының идеологияһы дуҫлыҡты пропагандалауға ҡайтып ҡалһа ла, халыҡ борон замандан инанған иман төшөнсәһен юҡҡа сығарыу, Алла юҡ тип асыҡтан-асыҡ әйтеү тотош бер быуынды рухи терәкһеҙ үҫтерҙе тиһәк, моғайын, хата булмаҫ. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, халыҡтың ҡан хәтере, тәрән зиһене, рух хәтере әүлиәләр, сәхәбәләр, рухи маяҡтар тураһындағы мәғлүмәтте юғалтмаған, киреһенсә, борон-борондан быуындан быуынға изге мираҫ итеп тапшыра килгән. Таң ҡалырлыҡ бит: 600 йылдарҙа йәшәгән, Ислам динен таратыу маҡсатынан Ерҙәге һуңғы пәйғәмбәр Мөхәммәт тарафынан Башҡортостанға ебәрелгән сәхәбәләр тураһында риүәйәттәр, хикәйәттәр һаман йәшәй, тере.
МЕҢ ХИКМӘТЛЕ ЙӘМЕҢ, БАШҠОРТОСТАН, ДӘҮЕР ТОЙОМЛАРҒА ӨЙРӘТТЕ!..Был хаҡта Дәүләкәндең тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында ла уҙған быуатта замандаштарыбыҙҙан алынған мәғлүмәттәр һаҡлана. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем сәхәбә ерләнгән урында кәшәнә лә торған булған, әммә совет власы нығынған һайын дини йолалар менән бергә ҡоролмалар ҙа юҡҡа сығарылған.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, элекке уҡытыусы, 1924 йылғы Нурғәли бабай Мөхәррәмов сәхәбә Усман хаҡында атай-олатайҙары һөйләгәндәрҙән бына нимәләр хәтерләй: “1920–1930 йылдарҙа беҙ бала саҡта Ярыштауға йыш менә торғайныҡ, әммә һәр саҡ атай-әсәйҙәребеҙ, унда Әүлиә ерләнгән, уның тыныслығын боҙоп ҡуймағыҙ, тип иҫкәртә торғайны. Һуғышҡа китер алдынан мин тауға менеп, Әүлиәнән ярҙамынан ташламауын, ризалығын һораным. Ул мәлдә таш ҡоролма тора ине әле. Аллаға шөкөр, имен-аман йөрөп ҡайттым, әммә кәшәнә юҡ ине инде”. Музейҙа һаҡланған тағы ла бер хәтирә бөгөн иҫән-һау йәшәп ятҡан Нурғәли бабайҙың әйткәндәренә ауаздаш.
1910 йылғы Ғәбдрәхим Шафиҡов бына нимә тип һөйләп ҡалдырған: “Беҙҙең әүлиә тыныслығыбыҙҙы һаҡлай, ул Ярыштауҙың башында ерләнгән. Ә ул урын иң таҙа һәм изгеләрҙән һанала. Уның исемен дә беләм, Ҡөрьәндең һуңғы битенә яҙылғайны – Усман әүлиә”. Ошондайыраҡ иҫтәлек менән 1915 йылғы Басир Шафиҡов та уртаҡлашҡан булған: “Үткән йылдарҙа мосолмандар күңел ҡушыуы буйынса Әүлиәнең ҡәберен ҡараған. Унда таш кәшәнә, плитәле таштан эшләнгән ҡойма бар, ағас үҫә ине... Ә тау итәге – тотош урман. Хәҙер былар хаҡында һөйләрлек кеше лә юҡ”.
Бөгөн Ярыштау башында ҡәберҙең урыны ғына беленеп тора. Әммә милләтебеҙҙең арҙаҡлылары, халҡыбыҙҙың рухи көсөн нығытырға тырышыусылар – Дәүләкән районының “Салауат" хужалығы, Өфө, Дәүләкән ҡалалары, Әлшәй районы вәкилдәре ярҙамы менән сентябрь башында Дүртөйлө ауылында әүлиәләр, сәхәбәләр рухына бағышлап ҡорбан салынып, тау башында аҙан әйтеп, доғалар уҡылды. Ошо уҡ көндә сәхәбәнең ҡәбере урыны кәртәләп алынды, киләсәктә был ер халыҡҡа иманға ҡайтыу урынына әйләнер тигән өмөт менән таралышты килгән ҡунаҡтар ҙа, тирә-яҡ ауылдар халҡы ла.
Оло йәштәгеләр көнөн билдәләгәндә, Дүртөйлө ауылында йәнә лә күркәм саралар ойошторолдо. Урындағы “Салауат” хужалығы етәксеһе Йәмил Арыҫланов, хакимиәт башлығы Рима Рәхимова оло йәштәге әбей-бабайҙарҙы байрамдары менән ҡотланы, һуңғы йылдарҙа бик күп мәғлүмәт туплаған мәктәп музейы менән таныштырҙы, мәсеткә алып барып, доғалар уҡынылар. Ошонда йәнә лә өлкән быуын вәкилдәре араһында Ярыштауҙағы сәхәбә хаҡында һүҙ сыҡты. Аҡһаҡалдарҙы йәштәрҙең эскегә бирелеүе, эшһеҙлеге борсой, улар элекке замандарҙан уҡ халыҡты һаҡлап килгән Әүлиә рухына мөрәжәғәт итеп, доғалар ҡылды. Ауыл муллаһы Мөхәмәтғәли Әхмәтов аят уҡыны, Зөлфирә Ғәбделмәнова мөнәжәт әйтте. Хәҙер инде бер кемгә лә йәшерен-батырыны юҡ: йәштәрҙә рух ныҡлығы ҡаҡшаған. Тап әүлиәләр рухы һәр айырым кешелә, милләттә ышаныс тойғоһо уятыр ине. Бына ошо хәстәр менән йәшәй, башҡа ерҙәрҙәге кеүек үк, Дәүләкән районының Дүртөйлө, Көрмәнкәй, Ибрай, Аҡҡолай ауылдарының өлкән быуын вәкилдәре.
Дәүләкәндең тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре лә тарихи-тәбиғи һәм ғибәҙәт ҡылыу һәйкәле урынына сәйәхәт ҡылған. Улар райондың һаҡлауға, яҡлауға мохтаж урындарының береһе тип теркәгән был ерҙе. 630 йылда Мөхәммәт пәйғәмбәр тарафынан Башҡортостанға ебәрелгән Талха улы Усман сәхәбәнең, суфыйсы ғилем эйәһенең ҡәбере билдәле һәм билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан тарихи-мәҙәни ҡомартҡылар исемлегенә инмәгән. Ул исемлеккә “Көрмәнкәй ҡурғандары I”, “Көрмәнкәй ҡурғандары II” тип, Ярыштау һәм уның эргәһендәге ҡалҡыулыҡтар кергән-кереүен. Әгәр айырым атап, Әүлиәнең зыяратын да индерһәк, был төбәктә генә түгел, Оло Башҡортостан ерендә ҙур рухи ҡаҙаныштарҙың береһе булыр ине, сөнки әүлиәләребеҙ, сәхәбәләр, алда әйткәнемсә, еребеҙҙе төрлө афәттәрҙән, глобаль ҡыйралыштарҙан һаҡлап тора.
Иҫләйһегеҙме икән, 2001 йылда, Мәүлет исеме менән генә ҡултамға ҡуйып, берәү “Йәшлек”тә мәҡәлә баҫтырғайны. Унда ла тап рухи терәктәр – дин, иман, тел, әүлиәләр еребеҙҙе һаҡлап алып ҡалыр, уларға хеҙмәт иткәндәрҙең юлдары асылып, һәр эштәре уң булыр, милләтебеҙ һаны яҡын киләсәктә 5 миллионға етәсәге, тора-бара тағы ла артасағы тураһында әйтелгәйне. Ун йылдан ашыу ғына ваҡыт үткән, әммә Башҡортостанда Мөжәүир хәҙрәт, Ғабдулла Сәйеди, Йәғәфәр ишан, Зәйет, Усман һәм башҡа әүлиәләр ерләнгән урындар яңынан халыҡҡа ҡайтарылып, изге ғибәҙәтханалар булараҡ тергеҙелә башланы.
Мөхәммәт пәйғәмбәр заманынан алып Ерҙә Нәҡшбәндиә Тәриҡәтенең, йәғни Ислам динен, иман хикмәтен таратыусыларҙың 40-сы быуыны йәшәй. Кипрҙағы шәйех Нәзим әл-Хаҡҡани тураһында республика матбуғатында күп яҙылды тип әйтә алмайым. Уның ҡөҙрәтле көсөн ҡабул итеүсе, юлын дауам итеүсе улы шәйех Мәхмәт әфәнденең быйыл Башҡортостанда булып китеүе хаҡында күптәр хатта белмәй ҙә ҡалды. Ә бит заманыбыҙҙың был әүлиәләре тап Нарыҫтауҙа, Ярыштауҙа ятҡан сәхәбәләребеҙ хаҡында, уларҙың халҡыбыҙға ниндәй ҡөҙрәтле көс биреүе тураһында бик күп мәғлүмәт ҡалдырҙы. Төркиҙәрҙән тәүгеләрҙән булып Ислам динен ҡабул иткән башҡорттар — Аллаһтың яратҡан милләттәренең береһе, тип иҫәпләй улар. Бының өсөн халҡыбыҙ асылына мөрәжәғәт итеп, миҫалдар ҙа килтерә.
Башҡорттарға хас бер нисә сифат тураһында айырым туҡтап һөйләп китәйек. Урыҫтың бик ҡыҙыҡлы әйтеме бар: “Простота – хуже воровства”, ти улар. Ябайлыҡ уғрылыҡтан да яманыраҡ, тимәк. Әммә һуңғы йылдарҙа башҡорттарға хас ихласлыҡ сифаты үтә лә ныҡ ябайлыҡ, бер ҡатлылыҡ, ыштанһыҙлыҡ булараҡ ҡабул ителә башланы түгелме? Йөрәктәре асыҡ, Хоҙайға яҡындар, күңелдәре яҡты заттар ғына ихлас була ала, ти Кипрҙан килгән ҡунағыбыҙ. Был сифат үҙе үк милләттең юғары асылы, маҡсаты хаҡында һөйләй. Эйе, сит ил әүлиәһенең әйткәндәренә ышанмаусылар ҙа булыр, был тәбиғи, сөнки яңылыҡты беҙ бик ҙур ҡаршылыҡ менән ҡабул итәбеҙ, әммә башҡорттарҙың элек-электән матди байлыҡҡа ҡарағанда рухи ҡиммәттәргә өҫтөнлөк биреүен әҙәби китаптар ғына түгел, тарихи сығанаҡтар ҙа раҫлай. Ата-бабаларыбыҙ ере, иманы, теле тип яуға сыҡҡан, ә яулап алыу көрәше алып бармаған.
Башҡорттарға хас икенсе бер сифат тураһында ла әйтә улар: иманы, ере өсөн милләтегеҙ һыу эскән кеүек һәләк була, шәһит китә. Был хаҡта оҙон-оҙаҡ һөйләргә була. Ҡайһы яуҙы ғына алма, башҡорттар берәмләп түгел, полклап ҡатнаша, Париждарҙы, Берлиндарҙы ала, әйтерһең, Хоҙай ризалығы өсөн йәнен бирә. Ысынлап та, халҡыбыҙҙың аҫыл ир-егеттәренә ил, ер өсөн йәнен биреү – Аллаһ ризалығы өсөн бурыс үтәү менән бер. Ғүмер ҡәҙерле, әммә юғары ҡиммәттәр өсөн йәл түгел. Башҡорт яугиренең ҡанына һалынған – әлеге уның йөҙ-ҡиәфәте йәшәйештәге кейеме төҫлө генә, уның кемлеге йөрәгенә яҙылған! Хәҙерге заманға башҡорттарҙың ихласлығы, үҙҙәрен фиҙа ҡылырға әҙерлеге бик үк ҡулай ҙа түгелдер, глобаль үҙгәрештәр бара, матди байлыҡ культы пропагандалана. Ләкин тап миһырбанлыҡ, донъяға мәрхәмәт күҙе менән ҡарай белеү башҡорттарға тағы ла юғары миссия өҫтәй, тип иҫәпләй әүлиәләр заты.
Был әүлиәләр беҙҙе ҡайҙан килеп тапҡан һуң, тиерһегеҙ? Уларҙың өләсәләре – сығышы менән Башҡортостандан. СССР-ҙа атеизм көсәйгәс ир кеше ғаиләһе менән илдән сығып китә һәм Төркиәлә төпләнә. Бала сағын хәтерләп, шәйех Мәхмәт әфәнде тап шундай сифатлы халыҡты бөгөн Башҡортостанда күреп, олатаһын аңлауын йәшермәй. “Ҡунаҡ килһә, олатайым һуңғы ризыҡты ла сығарып бирә, беҙ, ниңә улай итә икән, үҙебеҙгә ҡалмай ҙаһа, тип аптырай торғайныҡ, сөнки бала саҡта төрлө нәмә ашайһы килә бит инде, әммә бөгөн башҡорттарҙың күҙенә бағып, ҡунаҡҡа йәндәрен бирергә әҙер тороуҙарын күреп, мин уны таныным! Был бит иҫ китмәле ихласлыҡ, Хоҙай бүләге, һәр кем ундай сифатҡа эйә була алмай!” — ти ул.
Бөгөн күптәр Хоҙай менән бәйләнешен юғалтҡан, әммә дингә килеү, иманға ҡайтыу бәндәләрҙе асылына йүнәлтә. ХIХ быуатҡа тиклем яҙылған китаптар миҫалындағы боҙолған шәриғәт закондарына нигеҙләнгән ҡәтғи тәртиптәрҙе күҙ уңында тоталар дин тураһында һүҙ сыҡҡанда. Бөгөн иманға ҡайтыусылар, намаҙға баҫыусылар башҡа сифатҡа эйә. Иман – Хоҙайҙың хикмәтле донъяһына юл, Аллаһҡа юл. “Башҡорттар – Хоҙайҙың тамғалы милләте, һеҙгә юғары бурыс йөкмәтелгән. Йөрәктәре бикле кешеләр генә түгел, Хоҙай менән бәйләнешен юғалтҡан милләттәр ҙә була. Һеҙҙең халыҡтың йөрәге асыҡ, был үҙе бурыс ҡына түгел, ҙур бүләк тә!” – ти шәйех Мәхмәт.
Ярыштауҙағы, Нарыҫтауҙағы сәхәбәләрҙән рухи көс алып, милләтебеҙ иман юлына ҡайтыр, шул юлында яңынан күҙҙәрен асыр, тип өмөт итәйек. Күңелдәребеҙҙә мәсеттәр, иман йорттары булһын, беҙ бит тәбиғәткә һыйынып, Хоҙай барлығын йөрәгебеҙ менән тойоп йәшәгән халыҡ. Башҡортостанға килгән һәр кем уның йәменә, тәбиғәтенә һоҡланып, ғашиҡ булып китә, был тап әүлиәләребеҙ һаҡлаған ерҙең хикмәтле хозурлығы хаҡында ла һөйләй түгелме һуң?!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872