Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡыҙыл миләш бешер алланып
Ҡыҙыл миләш бешер алланыпТирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында гәзитебеҙҙең үҙ аллеяһын булдырыу теләге менән күптән яна инек. Тик төрлө сәбәптәр арҡаһында был сара кисектерелә килде. Һауа торошо ла ҡыуандырмай: бер көндә ямғыр ҡойһа, иртәгеһенә ҡар йә борсаҡ яуа. Шулай ҙа тәбиғәттең һәр миҙгеле матур, ҡар ятмаҫ элек ағасты ултыртып ҡалырға кәрәк тип, тәүәккәлләргә булдыҡ. Беҙҙең теләкте Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте лә дәррәү күтәреп алды. Күмәкләгән — яу ҡайтарған, тип юлға сыҡтыҡ.

Ағас ултыртыу — сауаплы эш. Шуғалыр ҙа ай буйы яуған ямғыр туҡтаны, хатта болоттар артынан ҡояш йылмайып ебәрҙе. Ҡырмыҫҡалы менән Өфө араһы — бер сәғәтлек юл. Ибраһим ауылына “һә” тигәнсә барып еттек. Ауыл эргәһендә генә “Виктория” балалар лагеры урынлашҡан. Бында беҙҙе Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илмира Ғәлиәхмәтова, Ибраһим ауылы уҡыусылары һәм уҡытыусылар көтә ине инде. Әйткәндәй, ауылда мәктәп юҡ, шуға ла егерменән ашыу бала биш саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Һәүәләйгә йөрөп уҡый икән.Ҡыҙыл миләш бешер алланып
Беҙҙең маҡсат — илле төп миләш һәм саған ултыртыу. Өй эргәһендәге миләш сир-сырхауҙан, сихыр-зәхмәттән һаҡлар, тигән боронғолар. Саған да юҡҡа һайланмаған. Уның янғындан, дауылдан һаҡлауына ышана халыҡ, кеше организмына ыңғай тәьҫире иһә белгестәр тарафынан күптән тикшерелгән һәм иҫбатланған. Белмәмеш булып: “Ниңә миләш ултыртабыҙ икән?” – тип һораған булам. Балалар бер тауыштан: “Ҡоштарға аҙыҡ булыр. Бында төрлө-төрлө матур ҡоштар осоп килә”, – ти.
Тирә-яғы урман менән уратып алынһа ла, ҡояштан ышыҡ булырҙай ағастар ҡартайған икән. Ибраһим ауылы балаларының күбеһе был лагерҙа бер нисә Ҡыҙыл миләш бешер алланыптапҡыр ял иткән. Нәфисә Мирхәйҙәрова, Алина Ялсина, Айнур Сафиуллиндар бер тауыштан лагерҙы маҡтай. “Йәйгеһен бында күңелле. Рәхәтләнеп ҡыҙынабыҙ, һыу төшәбеҙ, балыҡ тотабыҙ. Икенсе йыл килһәк, әле ултыртҡан ағастарға күҙ һалып торорбоҙ. Төптәрен йомшартып, һыу ҡойорбоҙ”, – тип вәғәҙә бирҙе балалар.
Йыл һайын “Виктория”ла 450-гә яҡын бала һаулығын нығытып, яңы уҡыу йылына көс туплай. Ысынлап та, бындағы тәбиғәттең гүзәллеге һоҡландыра. Ҡыҙылғы күленә ҡыҙыҡтыҡ. Уның оҙонлоғо дүрт километр тирәһе. Йәйгеһен был урын, ысынлап та, ожмах мөйөшөн хәтерләтәлер.
Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Марат Вәкиловтың эргәһенән малай-шалай өҙөлмәй, сөнки юғары вазифалы ағайҙары ағас ултыртыу рәтен дә аңлатып бирҙе, һүҙ ыңғайы мәрәкәләп тә алды. Уйын-көлкөгә үрелеп барған эш йәһәт тамамланды. Ағас ултыртылды, ә беҙҙең таралышҡы килмәй. Балалар менән шундай күңелле ял минуттары үткәргәнбеҙ. Уларҙың дәрте, сәме менән һуғарылдыҡ.
Ҡыҙыл миләш бешер алланып— Быйыл байтаҡ экологик сарала ҡатнаштым. Ирмен тигән ир кеше үҙ ғүмерендә өй һалырға, малай үҫтерергә, ағас ултыртырға тейеш, тиҙәр. Өй һалдым, быйыл ғына утыҙ төптән ашыу ағас ултырттым. Ә бына малайлы булып булманы әлегә. Яңыраҡ ҡыҙым Фатима тыуҙы, – тип һөйләй бәхетле өс ҡыҙ атаһы Илдар Аҡъюлов.
— Ошондай осрашыуҙарҙа балалар менән аралашыу – үҙе бер бәхет, – тип һүҙгә ҡушыла хеҙмәттәшебеҙ Венер Исхаҡов. — Уларҙы нимә ҡыҙыҡһындыра, нимә борсой, ниндәй маҡсат менән яналар икәнен беләһең. Дәртләнеп бергә эшләү — үҙенә күрә бер үрнәк тә, тәжрибә лә. Иҫтәлеккә ултыртылған миләштәр гөрләп үҫеп китер, япраҡ ярыр, тәлгәшләнер. Шуныһы менән ҡәҙерле лә инде бындай саралар.
Артабан юлыбыҙ Бишауыл-Уңғар мәктәбенә төштө. Бында беҙҙең гәзиттең күптәнге авторы, тоғро дуҫыбыҙ Рим Исхаҡов эшләй. Тиҫтәгә яҡын журналисҡа ҡанат ҡуйған, үҙ эшен яратып башҡарған уҡытыусы ул. Мәктәп директоры Ильяс Вәлиев тә беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Әлбиттә, балалар әлегә “Йәншишмә”, “Аманат”, “Аҡбуҙат” кеүек баҫмаларҙы яратып уҡый. Ҡасандыр “Йәншишмә”лә эшләгән Венер Исхаҡов, Гөлдәр Бүләкбаева-Биргәнова менән осрашыу улар өсөн ҡыҙыҡлы булды. Был уҡыусыларҙың да, үҫкәс, ата-әсәләре һымаҡ, “Башҡортостан”дың тоғро дуҫтарына әүерелеүҙәренә өмөтләнәбеҙ.
Яҙғыһын был тарафтарға тағы ла юлланырбыҙ, беҙ ултыртҡан ағастарҙың хәлен белербеҙ әле!


Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА. Фото: Владимир Карабанов
Район: Ҡырмыҫҡалы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә