Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәлдәремә керһәгеҙсе...
Ҡот осҡос төш күреп, шыбыр тиргә батып уянып киттем. Юҡ, артымдан бер кем дә баҫтырманы, муйынымдан быуманы, үлтереү менән янаманы, бары тик ауыл ҡатынына әйләнгәнмен икән, тим.

...Их, ошо ҡәһәр һуҡҡыр будильникты. Башымды яңы ғына яҫтыҡҡа терәгән кеүек инем бит. Әҙерәк кенә ята биргәндә инде... Юҡ, ярамай, күпме һөт әрәмгә китәсәк. Әрәмгә үк түгел, әлбиттә, – быҙауҙар туйып ҡаласаҡ. Уның ҡарауы, өйҙәгеләрҙең һәр береһе сәй эсергә ултырған һайын “һөт юҡмы ни?” тип ҡабатлап, һарыуыңды ҡайнатасаҡ.
Уф, ҡайҙа яулығым? Ниндәй бит йыуыу ти ул! Көтөү көтөп тормаясаҡ. Һыйырҙарыңды сыбыҡлап артынан йүгергәнеңдә көтөүсеһе лә, үс иткәндәй, сыбыртҡыһын йылдамыраҡ шартлатасаҡ. Ә ауылдан бер саҡрымда көтөүҙе саҡ ҡыуып етеп, һәүкәштәреңде ҡушып, кире ыңғайлауыңа, ҡайһы бер ҡатындар инде быҙауҙарын сығарған була. Береһе мотлаҡ: “Әллә йоҡлап ҡалдыңмы?” – тип йәнеңде үртәйәсәк. Күренеп торғанды нишләп ҡабатларға инде?
Быҙауҙарымды әллә ҡайҙа ҡыуып тормайым, ҡапҡаның аръяғына яйлап үҙҙәре китер әле. Инәләре алыҫ хәҙер. Һарыҡтарҙы кәзәләр эйәртер. Юҡһа, әллә ҡасан бөтөрөр инем үҙҙәрен, шәл бәйләп ултырырға ваҡыт та, теләк тә юҡ. Аяҡ аҫтында темеҫкенеп буталған бесәй менән эткә өлөш сығарайым да, һөтлө биҙрәләрҙе соландың бикле яғына ултыртып тороп, ир менән балалар торғансы аҙ ғына ятып алайым.
“Шығыр-р-р!..” Ҡапҡа асылып ябылды. Яттың, ти, ятмай! Ҡоромағыр, ҡәйнәм инеп килә, ахыры. Таң һарыһынан йөрөмәһә ни булған...
“Атаҡ-атаҡ, әллә һаман оялмай йоҡлап ятаң инде, килен?” – Башымды түшәктән күтәреп, сәстәремде төҙәткеләгәнде күреп ҡалды бит. Юҡсы, тигән булып, йәнем көйгәнде күрһәтмәҫкә тырышып, сәй ҡуйырға тотонам. Бер юлы һөтлө биҙрәләремде лә йылытырға ултыртам. Сәйнүкте өс ҡайнатып эсереп, шартлар сиккә етһә лә, урынынан ҡуҙғалырға йыйынмаған ҡәйнәмдең киске, төнгө, иртәнге ауыл ваҡиғаларын тәфсирләгәнен иғтибар менән тыңлаған булам. Әллә бөтөнләй йоҡламай, тәҙрәнән тышты күҙәтеп ваҡытын уҙғара инде? Минең үлтереп йоҡом килә. Ә ул хәҙер күстәнәс һалып алып ҡайтып, ҡайнымды һыйлаясаҡ та ятып серем итәсәк, миңә иһә был бәхет тәтемәйәсәк.
Аптырап, сепаратымды ҡабыҙам. Исмаһам, бер эшем кәмей торор. Тауышҡа уянып, ирем сыға. Шуны ғына көткән кеүек, ҡәйнәм ҡабаланып ултырғысынан тора. Бер кинола ишетеп, хәтеремә уйылып ҡалған әйтемде иҫкә төшөрәм: “Мавр эшен эшләне. Мавр китә ала”. Ҡултыҡ аҫтына ҡоймаҡ, ҡаймаҡ ҡыҫтырып, ҡәйнәм ҡайтырға юллана. Эй, әттәгенәһе, иремә сәй яһағансы, айыртылған һөт ҡойолған биҙрәм тулып ташҡан! Өҫтәл, иҙәнде лә һөртөп алырға кәрәк хәҙер. Бысраҡ һыуҙы түгәм тип, солан тупһаһына ялан аяҡ баҫыуым булды, йомшаҡ, шыйыҡ бер нәмәгә буялдым. Аһ-аһ, ит изгелек – көт яуызлыҡ, тигәндәй, ҡәйнәм мал яғын айырған бәләкәй ҡапҡаны япмай ҙа киткән! Шул арала ас ҡош-ҡорт күтәрмәгә менеп-төшөп, тиҙәге менән таҡталарҙы бысратып бөткән.
Балалар уянғансы тип, сепаратымды йыуырға тотонам. Айыртылған һөттө сығарып, ялан кәртәләге кәритәгә ҡоям. Мине күреп, ҡош-ҡорт йүгереп килә. Тауыҡ-фәлән астан үлмәҫ тә ул, бынау өйрәктәренә ем бутап бирә һалайым. Нисә ашатһаң да, туймаҫ нәҫтәкәйҙәрҙе ниңә алғанбыҙҙыр? Үҙҙәрен ҡалдырып бер ергә китеп булмай. Улай тиһәң, быйылға тигән һуғым малы ябыҡ, ҡушып бешерергә өйрәк ите бик тә ярап ҡалыр. Ябыҡ булмай ни, йәйҙәр йә ҡоро, йә яуынлы – тәбиғәт тамам буталды. Бесәнде лә йыш ҡына һатып алырға тура килә әле.
Уйҙарымды бүлеп, күршеләрҙә ҡапҡа шығырланы. Уң яҡтағы Вәсилә силсәүиткә, һулдағы Гөлсимә мәктәпкә юлланды. Мин эшләмәйем әле, улар нисек бөтөнөһөнә өлгөрәлер? Вәсиләһе йәй буйы һайлауға әҙерлек, Гөлсимәһе мәктәп баҡсаһы тип йүгерә. Ярай, шуның менән улар ирҙәренең ауыҙҙарын яба ла ҡуя. Ә минеке, ғүмер буйы елкәмдә ултыраһың, тапҡан-таянғанымды туҙҙырып, тип кәмһетә. Әйтерһең дә, әллә кем уға өс бала табып биреп, үҫтерә лә бөтмәҫ-төкәнмәҫ донъя мәшәҡәттәрен елкәһендә йөкмәп алып бара.
Өйгә инеүемә, бәләкәсем тороп, өҫтәл артына инеп ултырған. Ауыҙына тыңҡыслап тыҡҡан икмәк валсыҡтары менән иҙән тулған. Эй, Аллам, ҡарһаланмаһаң ни була, һинән уны кем тартып ала? Эшем эйәһе, урыныңа ағайҙарың торһасы. Исмаһам, ваҡ-төйәк йомошҡа ярап ҡалырҙар ине. Ә уларын төшкә тиклем уятып булмаясаҡ. Әллә ни көйәләнмәй генә иҙәнде һепереп алам, кинйәкәүгә асыуланып ни файҙа? Арманһыҙ булған, йәнем әсенгән ваҡыттарҙа сабыйымды алдыма алып, башын күкрәгемә ҡыҫып, сәсен еҫкәп ултырһам, бар мәшәҡәт, һыҙланыуҙар онотола төшә.
“Еңгә! Еңгәү!” Быныһы кем тағы? Тәҙрәнән үрелеп ҡарайым, ҡәйнеш тә баһа. Кәнде бахмурҙан йөрөй. Ағаһын тап итмәҫ борон башын төҙәттерә һалып ебәрәйем. Йә инде, эс тә китә һал, бөтмәҫ һинең хәбәрең. Былай ҙа етерлек ваҡытты алдың.
Китте... Бая битте йыуырға ла онотҡанмын, йәһәтләп бер-ике һыпырайым да төшкөлөктө әҙерләй башлайым. Бер юлы кискелеккә ит тә һалайым, бешә торор. Сәй менән алдарһың алдамай минең ирҙе. Түбәлек аҫтында бер-ике таҡтаһын йышыр ҙа, асыҡтым, тип килеп тә инер.
Аш менән булышҡан арала малайҙарҙы торғоҙоп, йыуынғыстағы һыуҙы тикшереп, өҫтәп, урын-түшәктәрен йыйып, ашатып-эсереп, һауыт-фәләнде йыуып өлгөрәм. Кистән түгергә ярамай тип, биҙрәһе тулып киткән йыуынты һыуҙы алып сығам. Күнәкләп таҙаһын да индерер кәрәк, өйҙә феләктәгеһе бөтә лә ҡуя. Бөтмәй ни, аш бүлмәһендә аҙым һайын тотонола. Эй, малайҙар, күпме әйтергә була, һыу индерегеҙ, тим! Һеҙгә ҡысҡырып, нервымды бөтөргәнсе, үҙем генә эшләһәмсе...
Табала ризыҡ ҡурылғансы, телевизор ҡабыҙайым әле. Гәзит-журналды кис ҡарармын. Ваҡыт табылыр, бәлки. Әһә, “Уңған килен” башланырға тора. Юҡ, тапшырыуы бигүк ҡыҙыҡһындырмай, алып барыусыһы Гөлназ Басированы күргем килә. Шул һылыуҡайҙың наҙлы йылмайыуына, нәзәкәтле тауышына, ҡупшы алтын сәсенә, осло тырнаҡтарына хушланып ҡарап ултырып, күңелемә бер аҙ ял алам. Ул да ауылдан сыҡҡан, ә нисек үҙен ҡарап ҡына йөрөтә! Ҡалала йәшәй шул. Минең сәсте рәтләргә лә ваҡыт юҡ, ярай әле, баштан төшмәгән яулыҡ бар. Тырнаҡ үҫтереп, буяуҙан ни фәтүә, картуф әрсеп, ҡамыр баҫып, кер йыуһам, ярты көнгә лә етмәй бит ул.
Эй-й, кискеһен ҡулды майларға онотмаҫҡа әле, атыу ярылып, ҡатып бөткән...
Уй, ир өйгә инде! Хуш, Гөлназ!
Хәҙер, хәҙер, тим! Нишләп әҙер булмаһын, ти, әҙер. Нимәшләнең тип ни... Ҡатын-ҡыҙ эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Көлмә-көлмә, мә, ултыр әйҙә. Ә? Яңы нәски менән күлдәк? Шифоньерҙа үҙеңдең кәштәңдә инде. Нисек юҡ? Яҡшылап эҙлә. Эй, әттәгенәһе, ярай, үҙем ҡарап бирермен. Иҫкеләрен анау мөйөшкә ташла, ебетә һалырмын да, кискә мунса тоҡандырғас, йыуып алырмын.
Тамағы туйған, күңеле булған ирҙе оҙатып, бер юлы ашағыҙ, тип малайҙарҙы саҡырып алайым. Тағы бысраҡ тәрилкә-сәнске өҫтәлә инде. Уныһы тороп торор, йәнә йыйыла ул, бер юлы йыуырмын. Ит бешкәнсе, һалма йәйәйем. Уныһы кипкәнсе, өйрәк бәпкәләрен ҡарап, мунсаға утын, һыу ташып ҡуяйым.
И-и-и, хәйерһеҙ, йәймәм ҡатып та бара, киҫеп өлгөрөргә кәрәк. Булды. Картуф әрсейем дә... Малайҙар, һеҙ ҡайҙа, йәшел һуған өҙөп индерегеҙ! Ниңә оҙаҡлайһығыҙ, ә? Ул өс бөртөк кемгә етә? Күберәк итеп алығыҙ, бына ошолай. Китсәле, баҡсаны сүп баҫып киткән, йә, утап сығығыҙ әле. Йыбанып ҡына йолҡҡоламағыҙ, тамыры менән алып ташлағыҙ. Бына ҡарағыҙ, нисек итеп. Бер юлы кишер, сөгөлдөр түтәлдәренә лә тотонайыҡ. Иркен тын алып ҡалырҙар. Фу-у, шыбыр тиргә батылды. Арынығыҙ? Йә, уйнап алығыҙ һуң, тик ҡустығыҙҙы ла эйәртегеҙ, кисәге кеүек ҡасып китһәгеҙме?! Миңә әле кер йыуаһы бар. Атайығыҙ өйгә һыу торбаһы һуҙып, автомат-машинка алып бирһә, рәхәтләнер инем дә ул. Ҡайҙа-а-ан... Эшең булмай ҙабаһа, тиер.
Эй яратам керҙең ап-аҡ булып эленеп тороуын. Өҫтәүенә, еҫе тәмле... “Кәкере” ваҡыты ла еткән икән. Мәйтәм, ир ишек алдындағы эскәмйәлә көтөп ултыра. Әйҙә, сәй эсә һалып алайыҡ та. Быҙауҙар килдеме ул? Урамда кемдеке баҡыра һуң? Ҡапҡаны асып ҡуйып булмаймы? Ваҡыт юҡ? Ярай, хәҙер үҙем. Юҡ, беҙҙеке түгелдәр. Эҙләштереп киләйем, булмаһа.
Ә, Вәсилә күрше, эштән ҡайтышмы? Ҡайһылай ҙа сәсеңде матур итеп ҡуйып ебәргәнһең. Ҡайһы арала өлгөрәһеңдер. Килешә-килешә... Сәләм-сәләм, Гөлсимә, күлдәгең күҙ яуын ала, әй! Күпме тора?..
Аһ, көтөү килер ваҡыт та еткәнме ни?! Безәү! Һәүкә! Ҡайҙа бараһың алаҡандап?! Асығыҙ ҡапҡаны, быҙауҙар инәләренә ҡушылған! Нишләп ләстит һатып торайым, ти, сәләм биреп, алдым ғына. Һарыҡтарҙы ҡайырам, ҡурҡытмағыҙ. Бәр-бәр-бәр! Бәр-р-р!
Имеп үк бөтмәгәндәрҙер, һыйырҙарҙы һауа һалып алайым. Һеҙ, малайҙар, мунсаға бара тороғоҙ. Таҫтамал, таҙа кейем алырға онотмағыҙ. Шунда эскәмйәгә әҙерләп кенә һалғанмын дабаһа. Ҡарағанмын, һабыны ла, шампуне лә бар.
Оһо, нисә таҡта йыштым тиһең? Шулай уҡмы ни? Вәт, өлгөрһөң, вәт, шәпһең. Мин әллә ни эш ҡыйратманым бөгөн. Көндәгесә инде. Быҙауҙарҙы бикләргә онотма. Ҡана, инеп, һөт айыртып ҡына алайым да, йәшелсә-емешкә һыу һипкәс, мунса төшөп, ашарбыҙ ҙа ятырбыҙ. Арығанһыңдыр.
Ҡараңғы күптән төшһә лә, эш бөтөргә уйламай. Мунсанан һуң таш тумырғандай булып арығанымды һиҙәм. Өйҙәгеләрем бер ни белмәй мышнай-мышнай йоҡлай. Киске аштың һауыт-һабаһын йыуыуға, минең дә күҙ йомола. Аяҡты саҡ өҫтөрәп урынға барып йығылыуыма, ҡулымды майларға онотҡаным иҫкә төшә. Эй, ярай, хәлем юҡ, иртәгә... Иртәгә... Иртәгә...
Уйынлы-ысынлы күренһә лә, ҡатын-ҡыҙҙың көнитмеше яҡынса шулайыраҡ. Яҡындарыбыҙ ошоно аңлап, һанлап торһон ине. Алтындан-көмөштән һәйкәл ҡоймаһалар ҙа, хәлдән килгәнсә тормошобоҙҙо еңеләйтһәләрсе. Беҙгә шунан артығы кәрәкмәй, эйеме?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 098

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 452

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 988

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 896

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 657

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 244

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 463

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 965

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 516

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523