Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостан — аҡ тирмәләр иле, бар Ватанға тора күренеп...
Башҡортостан — аҡ тирмәләр иле, бар Ватанға тора күренеп...Өфө. Ленин исемендәге майҙанда “Өфө — дуҫлыҡ һәм берҙәмлек ҡалаһы” исемле фестивалдә ҡатнашыусыларҙың гала-концерты баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн ысын байрам бүләге булды. “Аҡбуҙат” ипподромында иһә ат ярышы уҙҙы. Унда шулай уҡ “Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре” предприятиеһының йәрминкәһе, “Оҫталар ҡалаһы” күргәҙмәһе ойошторолдо.
Республика көнөндә Башҡортостан Президентының грантын алған проекттар күрһәтелде. “Аманат” студияһының “Урал батыр” эпосы буйынса ҡуйған анимациялы тамашаһына халыҡ күпләп йыйылды. Ошондай уҡ грант алған йәш музыкант Злат Хәбибуллин Ленин майҙанында сағыу байрам концерты тәҡдим итте.

Краснокама. Район үҙәге Николо-Березовка ауылында заманса йыһазландырылған физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыу байрам сараларының төп ваҡиғаһы булды. Уны сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡытта юғары сифатлы итеп сафҡа индереү – Краснокама ерендә тыуып үҫкән арҙаҡлы ир-уҙаман Әлфәт Нәзмиев етәкләгән “Интеграл” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең хеҙмәт һөҙөмтәһе. Комплексты төҙөү уның тирәһендәге йорттарҙа йәшәүселәр өсөн икеләтә шатлыҡ булды: өс урамға яңынан асфальт түшәлде, канализация үткәрелде.
Төҙөлөш барышында сығымдарҙы һәм эш ваҡытын һиҙелерлек ҡыҫҡартырға мөмкинлек биргән һәм тарихҡа инерлек бер яңылыҡ тураһында айырым әйтергә кәрәк. Был – һыу үткәргес торбаларын һалғанда горизонталь быраулау ысулын ҡулланыу. Ленин, Еңеү, Нефтселәр, Юл, Инициативалы һәм Төҙөүселәр урамдары буйлап килгән 2,5 саҡрымлыҡ һыу үткәргесте ғәмәлгә индереү нәҡ шулай башҡарылды. Бынан тыш, эргәләге парк биләмәһе тәртипкә килтерелде. Яҡын көндәрҙә физкультура-һауыҡтырыу комплексы янында хоккей һәм футбол майҙансыҡтарын йыһазландырыу тамамланасаҡ.
Артабан район мәҙәниәт һарайында был көндәрҙә үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләүсе уҡытыусыларҙы һәм ауыл хужалығы эшсәндәрен тәбрикләнеләр, хеҙмәт алдынғыларына маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырылды.
Баймаҡ районы. Район хеҙмәтсәндәрен ҡотларға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов етәкселегендәге делегация килде.
– Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешендә Баймаҡ районы мөһим роль уйнай, – тип билдәләне үҙенең сығышында Илшат Азамат улы. – Төбәк райондары араһында Баймаҡтың бөгөнгө үҫеше — күпләп объекттар төҙөлөүе, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы ҙур үҙгәрештәр, яңы производстволар асылыуы маҡтауға лайыҡ. Бөгөн Баймаҡ ҡалаһының – 75, ҡойоу-механика заводының 100 йыллыҡ юбилейҙарын лайыҡлы ҡаршы алыу буйынса эштәр киң ҡолас алған.
Баймаҡтар өсөн байрам икеләтә ҡыуаныслы булды. Ҡалала 250 урынға иҫәпләнгән “Миләш” балалар баҡсаһы, үҙәк дауахана ҡаласығында яңы бина – инфекция бүлеге, Иҫәнбәт ауылында башланғыс мәктәпте һәм фельдшер пунктын үҙ эсенә алған социаль комплекс файҙаланыуға тапшырылды.

Йылайыр районы. Байрамда республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, хеҙмәт алдынғылары, төрлө ойошма, учреждение, предприятие етәкселәре, ауыл хакимиәте башлыҡтары, киң йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты.
Район хакимиәте башлығы йәштәргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сертификаттар тапшырҙы. Райондың биш мәғариф учреждениеһы уҡыусыларҙы йөрөтөү өсөн “ГАЗель” микроавтобуслы булды. Борис Мелкоедов үҫеп килгән быуынды уҡытыуҙа һәм тәрбиәләүҙә уңышҡа өлгәшкән бер төркөм мәғариф алдынғыһына маҡтаулы исемдәр тапшырҙы. Шулай уҡ йәш граждандарға паспорт, иҫтәлекле бүләктәр бирелде.
Йылайырҙың үҙәк майҙанында ауыл хужалығы йәрминкәһе гөрләне.

Әбйәлил районы. Төбәк халҡын байрам менән Башҡортостандың Туристик индустрия союзы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Кинйә Күскилдин, ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фларис Шәйхетдинов ҡотланы. Бер төркөм хеҙмәт алдынғыһы һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашыусылар район Советы һәм хакимиәтенең, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, тармаҡ министрлыҡтарының маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
Шулай уҡ Асҡар һәм Хәлил ауылдарын тоташтырыусы яңы юл файҙаланыуға тапшырылды. Хәлилдәр быны оҙаҡ көткән. Ниһайәт, август – сентябрь айында эш башлана, барлыҡ сығымдар федераль ҡаҙнанан ҡаплана. Киләсәктә Әбйәлилдең юл төҙөүселәре Сибай ҡалаһына тиклем асфальт түшәүҙе планлаштыра.
Әбделмәмбәт һәм Яңауыл ауылдары халҡы өсөн дә байрам иҫтәлекле булды. Икеһендә лә капиталь ремонттан һуң клуб ҡайтанан үҙ ишектәрен асты.

Сибай. Сибайҙар өсөн Республика көнө икеләтә байрамға әйләнде, улар Ҡала көнөн дә билдәләне. Сарала Башҡортостан Республикаһының Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлығы етәксеһе Илдар Ямалов һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов халыҡты байрам менән ҡотлап, хеҙмәт алдынғыларына почет грамоталары, рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Иртә менән үҙәк майҙанда “Этнография ҡаласығы” барлыҡҡа килде. Һәр кем береһенән-береһе сағыуыраҡ, төрлө экспонаттарға бай тирмәләр күргәҙмәһе менән таныша алды, милли йолаларҙы ҡараны.
Урал аръяғының баш ҡалаһына әүерелгән Сибайҙа шиғри күңелле, әҙәбиәтте яратҡан халыҡ йәшәй. Шиғриәт байрамы милли геройыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәле янында үтте.
Был юлы сибайҙарҙың байрамын уртаҡлашырға Силәбе ҡалаһының “Бомонд” вокаль һәм “Көҙгө” бейеү төркөмдәре килгәйне. Халыҡ уларҙың шоу-программаһын ҡарап күңел асты.

Стәрлетамаҡ. Республика көнөнә арналған саралар бында бер нисә көн алдан башланды. Ҡалала ла, районда ла үткәндәргә, тарихҡа хөрмәт менән ҡарау һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Мәҫәлән, ҡала халҡы яңыртылған «Мәңгелек ут» һәйкәлен күреп ҡыуанды. Уны асыу тантанаһында БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Изотов һәм ветерандар советы вәкилдәре ҡатнашты. Артабан ҡунаҡтар Республика көнөнә арналған байрам сараһына барҙы. Унда алдынғы хеҙмәтсәндәр, оҙаҡ йылдар бергә ғүмер кисереүсе ғаиләләр тәбрикләнде.
Был көндәрҙә бер төркөм үҫмерҙәргә тантаналы рәүештә паспорт тапшырҙылар.
Ә Республика көнөн район төрлө урындарҙа ойошторолған концерттар, ауыл хужалығы продукцияһын тәҡдим иткән йәрминкәләр менән ҡаршы алды. Ауыл эшсәндәре рәхәтләнеп ял итте, төрлө конкурс-ярыштарҙа ҡатнашты.
Артабан уйындар дзюдо майҙанында дауам итте. Бында ошо спорт төрө буйынса асыҡ ҡала беренселеге үтте.
Байрам саралары салют менән тамамланды.


Автор: А. НУРЕТДИНОВ, К. Усманова, Р. МАНСУРОВ, Д. ИШМОРАТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә