Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡағыҙҙа һәм ғәмәлдә
Төп Закон менән таныш кеше унда нығытылған “РФ – демократик федератив хоҡуҡи дәүләт” (1-се статья), “суверенитеттың һәм властың берҙән-бер сығанағы – күп милләтле халҡы” (3-сө), “РФ – социаль дәүләт, уның сәйәсәте кешегә лайыҡлы тормош һәм ирекле үҫеш тәьмин итеүгә йүнәлтелгән” (7-се), “РФ-та дәүләт власы уны закон сығарыу, башҡарма һәм мәхкәмә (суд) органдарына бүлеп атҡарыла” (9-сы), РФ-та идеологик күп төрлөлөк таныла” (13-сө) һ.б. положениеларҙың ғәмәлгә тап килмәүен күрмәй ҡалмайҙыр.

Төп Закондың преамбулаһындағы “дөйөм танылған халыҡтарҙың тиң хоҡуҡлылығы һәм үҙбилдәләнеше (“хоҡуҡ” төшөнсәһе төшөрөп ҡалдырылған. – М. Х.) принциптарынан сығып, Рәсәйҙең суверенлы дәүләтселеген тергеҙеп һәм уның демократик нигеҙенең ҡаҡшамаҫлығын раҫлап” кеүек ил тәбиғәтенә ғүмерҙә хас булмаған раҫламалар яһалма яңғырай. Күрәһең, РФ Конституцияһы авторҙары Ер шарындағы иң “ҡарт” Төп Закон – АҠШ Конституцияһын яҙыусыларҙың береһе Томас Джефферсондың “закондар ябай кешеләр өсөн яҙыла, шуға күрә улар айыҡ аҡылдың ғәҙәти ҡағиҙәләренә нигеҙләнергә тейеш” тигән кәңәшенә ҡолаҡ һалмаған.
Әлбиттә, РФ Конституцияһы положениеларының ғәмәлгә ашмауының тарихи, сәйәси, социаль, иҡтисади, психологик һ.б. сәбәптәре күп. XIX — XX быуаттарҙа йәшәгән күренекле урыҫ тарихсыһы Василий Ключевскийҙың түбәндәге фекере уларҙы бер епкә теҙә кеүек. “Рәсәйҙә урта таланттар, ябай оҫталар юҡ, яңғыҙ генийҙар һәм бер нимәгә яраҡһыҙ миллион кешеләр генә бар, — тигән ул. – Генийҙар бер ни ҙә ҡыла алмай, сөнки ярҙамсылары юҡ, ә миллиондар менән бер ни ҙә эшләп булмай, сөнки улар араһында оҫталар күренмәй. Тәүгеләренән файҙа юҡ, сөнки улар бик аҙ, икенселәре эшлекһеҙ, сөнки улар самаһыҙ күп”.

Дәрәжәһенә күрә – баһаһы

Быйыл декабрҙә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы ҡабул ителеүгә 20 йыл тула. Ошо айҡанлы йәй урталарында уҡ илдең Төп Законының авторҙарынан Сергей Шахрай “Газета. ру” интернет-гәзитендә “Совесть политического класса” тигән тәрән мәғәнәле мәҡәләһен сығарҙы. Автор РФ Конституцияһы үҙ миссияһын уңышлы атҡара тигән дөйөм фекер үткәреүгә ҡарамаҫтан, хеҙмәтендә бәхәсле урындар байтаҡ. “Конституцияны ҡайтанан ҡарау өлгөрөп етте тигән иҫәпһеҙ-һанһыҙ хәбәрҙәр үҙенең һөҙөмтәһен бирә, — ти автор, — йәмғиәт Төп Закондың баһаһын белмәй һәм ихтирам итмәй”. Был тезисты ике өлөшкә бүлеп ҡарарға кәрәк: 1) “ҡайтанан ҡарау” яҡлылар фекерен тос дәлилдәр менән нығыта, сөнки РФ Конституцияһы саманан тыш декларатив; 2) уның баһаһы һәм ихтирамлылығы, күрәһең, тәүге фекерҙең логик дауамы, йәғни эҙемтәһе булып тора.
“Конституция яңы дәүләтселек, яңы федератив мөнәсәбәттәр, яңы иҡтисад, яңы социаль ысынбарлыҡ өсөн концептуаль нигеҙ һәм инструмент булды”, — тип дауам итә Шахрай. Уның фекеренсә, кооператив федерализм өлгөһө 38 процентҡа ғәмәлгә ашырылған. Ни өсөн “кооператив” һәм 38 процент? Был һорауҙарға мәҡәләлә яуап юҡ. Үрҙә телгә алынған 1-се статьяла РФ-тың “демократик федератив хоҡуҡи” булыуҙан тыш, “республика формаһы буйынса идара ителеүсе” тигән мөһим билдәләмәһе лә бар. XVIII быуатта уҡ ҡабул ителгән АҠШ Конституцияһында (4-се статья) был положение түбәндәгесә бирелә: “Ҡушма Штаттар идара итеүҙең республика формаһын һәм ситтән һөжүмдән яҡлауҙы барлыҡ штаттарға ла гарантиялай”. РФ Конституцияһында иһә Федерация субъекттарына республика формаһы буйынса идара ителеү гарантияланмай ғына түгел, ул хаҡта телгә лә алынмай. Был принципиаль күренеш һәм РФ-тың Төп Законында артабан эҙмә-эҙлекле үҫтерелә: “Республика статусы РФ Конституцияһы һәм республикалар конституциялары менән билдәләнә (Ҡара: 3-сө бүлек. Федераль ҡоролош). 71-се, 72-се статьялар (унда һүҙ Федераль үҙәк менән Федерация субъекттары араһында вәкәләттәрҙе бүлешеү тураһында) менән танышып сығыу “күп милләтле халыҡ”тың тормошона идара итеүҙең башлыса Үҙәк ҡулында тупланыуына инандыра. Дәүләт функцияларын атҡарыу өсөн мөһим булған ҡаҙна, тышҡы һәм финанс сәйәсәте, оборона кеүек вәкәләттәрҙән тыш, Мәскәү мәғариф, мәҙәниәт, мәхкәмә һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары өсөн кадрҙар һ.б. мәсьәләләрҙә лә үҙ ихтыярын алдан билдәләй. 76-сы статьяның 5-се пунктында, мәҫәлән, РФ субъекттарының закондары һәм норматив хоҡуҡи акттары федераль закондарға ҡаршы килә алмай, ҡаршылыҡ тыуғанда федераль закон ҡулланыла, тиелә.
Был йәһәттән мәсьәлә Германия Федератив Республикаһы Конституцияһында нисек ҡуйылған? “Дәүләт вәкәләттәре һәм дәүләт мәсьәләләрен хәл итеү Ерҙәргә (ГФР-ҙа территориаль берәмектәр – М.Х.) бирелгән, — тиелә 30-сы статьяла, — сөнки Төп Закон башҡаны билдәләмәй һәм башҡаса көйләүгә юл ҡуймай”. Тимәк, Рәсәйҙә федерация принцибы урындағы күҙлектән сығып ҡабул ителә. XIX быуатта йәшәгән инглиз философы Бенджамин Дизраэлиҙың түбәндәге фекере уға аңлатма бирә кеүек: “Колониялар бойондороҡһоҙлоҡ алыу менән генә колония булыуҙан туҡтамай”. Хәйер, АҠШ Конституцияһы бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәшеүселәр тарафынан, ГФР-ҙыҡы Икенсе донъя һуғышынан һуң Ҡушма Штаттар белгестәре баҫымы аҫтында яҙылһа, Рәсәйҙеке, РФ парламентының 90-сы йылдарҙағы етәксеһе Руслан Хасбулатовтың һүҙҙәре менән әйткәндә, “Гарвардтың алһыу ыштан кейгән малайҙары” тарафынан тыныс кабинеттарҙа ижад ителде. Унда, билдәле, әсе ысынбарлыҡтан бигерәк, татлы хыялдар өҫтөнлөк алған.

Империя еҫе аңҡый

Дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы буйынса дәүләт ҡоролошоноң ике төрө айырыла: унитар һәм федерация. Унитар дәүләттә ерле берәмектәр дәүләт ҡороу статусынан мәхрүм, сөнки унда бер үк конституция, закондар, хоҡуҡ һәм мәхкәмә системаһы эш итә. Федератив дәүләттә субъекттар (дәүләттәр) сәйәси һәм юридик үҙаллылыҡҡа эйә, үҙ конституциялары, власть органдары, үҙ гражданлығы бар. Федератив дәүләттә парламент ике палатанан тороп, юғарыһы федерация суъекттарының мәнфәғәтен күҙәтә. Рәсәйҙә иһә ике ҡоролоштоң да сифаттары күҙәтелә. Үҙ Конституцияларын ҡабул итеп, үҙенең дәүләт власы органдарын ҡороуға ҡарамаҫтан, федерация субъекттары сәйәси һәм юридик үҙаллылыҡтан мәрхүм, үҙ гражданлыҡтары ла юҡ. Рәсәй республикалары һәм автономияларының парламент-ара ассамблеяһы рәйесе Владимир Тахтомышев яңы быуат башында был күренешкә ҡарата мөнәсәбәтен белдереп былай тип яҙҙы: “Рәсәйҙең федератив тәбиғәтен өлкәләр һәм крайҙар түгел, ә милли республикалар һәм автономиялар билдәләй, һәм был — Рәсәйҙе федератив ҡоролошло дәүләттәр араһында айырып торған принципиаль күренеш”. Көнбайыш башҡорттарҙың Мәскәү дәүләтенә шарт ҡуйып, үҙ еренә хужа булып, үҙ традициялары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре буйынса йәшәү хоҡуғы алып ҡушылғаны киң билдәле хәл. XVI быуат тарихы өсөн бындай автономия — берҙән-бер күренеш. Үкенескә ҡаршы, бөгөн Федераль үҙәк менән мөнәсәбәттәрҙе көйләгән саҡта был мөһим акт бөтөнләй күҙ уңында тотолмай. Тағы ла сит ил тәжрибәһенә мөрәжәғәт итәйек. Италия республикаһының 1947 йылда ҡабул ителгән конституцияһында дәүләт “берҙәм һәм бүленмәҫ” тип иғлан ителеүгә ҡарамаҫтан, 114-се статьяға ярашлы автономия таныла, уларҙың үҫешенә булышлыҡ ителә. Илдең Төп законында коммуна, провинция, баш ҡалалар һәм өлкәләр айырып йөрөтөлә, исемдәре лә атала. Мәҫәлән, Сардиния һәм Сицилия утрауҙары автономия хоҡуҡтарынан файҙалана.

Төбәк субъект түгел

“1993 йылғы Конституция, — тип дауам итә Шахрай, — Рәсәй өсөн киләсәк планына әүерелде. Ул иҡтисади, федератив мөнәсәбәттәрҙә, сәйәси системала киләсәк өлгөһөн күрһәтте”. Ләкин яңы быуат башында РФ Президентының Указы нигеҙендә илде федераль округтарға бүлеү һәм улар башына тулы хоҡуҡлы вәкилдәр тәғәйенләү федерация принцибы боҙолоуҙың сираттағы акты булды. Ошо йәһәттән Волга буйы федераль округында РФ Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Сергей Кириенконың (ул 90-сы йылдар уртаһында хөкүмәт рәйесе булып та алды) “Независимая газета” һорауҙарына яуабына күҙ һалайыҡ. “Беҙ өс мәсьәләне хәл итәбеҙ: 1) власть вертикален нығытыу, илдең бөтөнлөгөн һаҡлау һәм төбәктәр (“Федерация субъекттары” тигән төшөнсә телгә алынмай. – М.Х.) закондарын федераль закондар менән яраштырыу; 2) кризисҡа ҡаршы һәм 3) инвестицион эшмәкәрлек, ҡарарҙар әҙерләү, проблемаларҙы анализлау”. Тәүге пунктҡа аңлатма биреп тормайыҡ, ә бына ҡалған ике пункт буйынса тулы хоҡуҡлы вәкилдәрҙең эшмәкәрлеге тойолмай. “Илдең бөтөнлөгөн һаҡлау”ҙа был институт ниндәй роль уйнаған һәм уйнайҙыр – айырым тема, тик конституцион булмаған күренештең Европа советы ағзаһы һаналған илдә һаман да йәшәп килеүе аҡылға һыймай.
Хәҙерге Рәсәй Федерацияһында федерализм принцибынан бер ни ҙә ҡалмауына РФ Президентының төбәк башлыҡтарын (иғтибар итегеҙ, “Федерация субъекттары” түгел) урындағы парламент аша раҫлатыу һуңғы аҙым булды. Был Указдың РФ Конституцияһы менән ярашмауын раҫлауҙы һорап, Конституцион мәхкәмәгә мөрәжәғәт итеү файҙа килтермәне. Суд Указды Төп Законға ҡаршы килмәй тип тапты һәм 77-се статьяның 2-се пунктына бәйләп билдәләмә сығарҙы. Имеш, берлектәге вәкәләттәр буйынса берҙәм башҡарма власть ойошторола һәм уның башында төбәк башлығы тора, үҙ вәкәләттәренә ярашлы Федерация субъекты тағы бер башҡарма власть ҡора ала. Ошо хәл урындарҙа федераль властың бихисап идаралыҡтары ойошторолоуға алып килде, һәм кризистың һалҡын еле лә уларҙы урап үтте.
“Федерация субъекты” тигән төшөнсә урынына хәҙер “төбәк” кенә ҡулланыла. Хатта ҡайһы бер милли республикалар президенттары, Мәскәүҙең ҡырын ҡарашынан өркөп, ябай башлыҡ, рәйес булып китте. Идара итеүҙең республика формаһын иҫкә төшөрөү ҡайҙа, вазифаһынан ҡолаҡ ҡағыуҙан ҡото осоп ҡурҡҡан чиновник быға ла күнде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Рияз Мәсәлим
    Рияз Мәсәлим от 14.10.2013, 06:09
    Мәхмүт Хужин - талантлы журналист һәм яҙыусы ғына түгел, ә ифрат тәрән фекерләүсе аналитик та ул. Быны уның ошо иҫ киткес туры һүҙле, тәрән объектив анализы ла яҙмаһы ла хуплай.
    Минең өсөн уның мөһим төшөнсәләре: "бер-нисә яңғыҙ генийҙар һәм миллионлаған наҙандар"; "федерализм принциптары боҙолоу дауам итә". Был факт, Мәхмүт Хужин - һис шикһеҙ зирәк, һиҙгер күҙәтеүсе!
    Миллионлаған массалар наҙан булмаһа, улар демократия ҡанундарын, федерация әсастарын боҙолоуға юл ҡуйырҙар инеме? Күрәләтә бурҙар һәм монафиҡтар өсөн тауыш бирерҙәр инеме? Бына, шул шул.
    Ә Мәхмүт туған, Һеҙ - афаринһығыҙ! Һеҙҙең яҙмаларығыҙҙы көтөп алам. Оло рәхмәт!






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872