Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Киләсәккә ҡарап эшләйбеҙ
Киләсәккә ҡарап эшләйбеҙЭнергияны һаҡлау, ошо йәһәттән һөҙөмтәле технологияларҙы үҫтереү – республика, тотош ил күләмендәге мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Башҡортостанда энергия ресурстарын файҙаланған объекттарҙы тикшереү, дәүләт һәм муниципаль милектәге биналарҙа иҫәпләү приборҙары ҡуйыу, ошо өлкәләге муниципаль программаларҙы эшләү, хеҙмәт килешеүҙәре төҙөү, уҡыуҙар ойоштороу, белемде камиллаштырыу бурысы Энергияны һаҡлау һәм энергетик яҡтан һөҙөмтәле технологиялар буйынса республика ғилми үҙәгенә йөкмәтелгән. Учреждение етәксеһе Шамил МӘҠСҮТОВ менән әңгәмәбеҙ ошо һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында.

— Шамил Раил улы, һеҙ Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы ҡарамағындағы ғилми үҙәккә етәкселек итәһегеҙ. Әйтегеҙ әле, энергияны һаҡлау һәм энергетик һөҙөмтәлелек мәсьәләләрен хәл итеү юлын тап иҡтисад өлкәһенән эҙләргә кәрәкме?
— Иң элек энергияны һаҡлау төшөнсәһенең нимәне күҙ уңында тотоуы хаҡында уйланайыҡ әле. Тәү сиратта ресурстарҙы, аҡсаны һаҡсыл тотоноуҙы, бушҡа сарыф итмәүҙе аңлата ул. Шуға күрә иҡтисади һөҙөмтә, сығымды кәметеү һәм килемде арттырыу энергияны һаҡлау сараларының төп үҙенсәлеген тәшкил итә. Мәҫәлән, сит илдәрҙе алайыҡ: уларҙың 80 процентында был мәсьәлә өсөн иҡтисади сектор яуап бирә, уны сәнәғәткә тапшырыу хаҡында һүҙ ҙә юҡ. Америкала, тотош Европала иҡтисадсылар был эште уңышлы башҡара икән, ниңә беҙҙә лә ошо тәжрибәне үҙләштермәҫкә?
— Был йүнәлешкә Рәсәйҙә ҡасан иғтибар бирелә башланы һәм иң мөһиме – ни өсөн?
— Нимә этәргес биргәндер, беҙҙә был эш 2000 йылдар башынан алып барыла. Сәбәбе – тәбиғи үҫеш, аң эволюцияһы, дөйөм донъя сәйәсәтелер, моғайын. Беҙ заман менән бергә атлай башланыҡ. Әйткәндәй, тап шул осорҙан илдәге ҡорамалдарҙың иҫкереүе, туҙыуы хаҡында әүҙем һөйләй башланылар. Күпселеге 1990 йылға тиклем үк сафҡа индерелгән ҡулайламалар оҙаҡ ваҡыт алмаштырылманы. Ғәйәт ҙур юғалтыуҙар ҙа, юғары тарифтар ҙа ошоға бәйле.
— Ә ниндәй юғалтыуҙар кисерҙек? Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү йәһәтенән республикала быйыл ниндәй мөһим саралар ойошторолдо. Уларҙа һеҙҙең белгестәр ҡатнаштымы?
— Ҡайһы берҙә юғалтыуҙар 50 проценттан ашып китә ине. Был хәл йылылыҡ селтәрҙәренә лә, электрға ла ҡағыла. Быйыл июндә “Башҡортостан Республикаһында энергияны һаҡлау һәм энергетик һөҙөмтәлелекте арттырыу тураһында”ғы 687-се республика Законының ҡабул ителеүен алға табан ҙур аҙым булды тип әйтергә мөмкин. Ул байтаҡҡа иртәрәк, 261-се Федераль закон һәм ошо өлкәләге республика комплекслы программаһы ғәмәлгә ингәс тә донъя күрергә тейеш ине.
— Был документты төҙөүгә һеҙҙең ойошманың ниндәй мөнәсәбәте бар?
— Уны тулыһынса үҙебеҙ төҙөнөк, башҡа төбәктәрҙең тәжрибәһен, ыңғай һәм кире яҡтарҙы иҫәпкә алдыҡ. Закон тексы менән http:/www.energosber02.ru сайтында танышырға мөмкин. Әле уны тормошҡа ашырыу өсөн ресурстар бүлеү менән шөғөлләнәбеҙ.
— Ә ғәмәлдә ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәштегеҙ?
— Беҙҙең учреждение иң элек дәүләт өлкәһенә, бюджет ойошмаларына йүнәлтелә. Мәғлүмәттәр йәһәтенән беҙ, әлбиттә, барыһына ла асыҡбыҙ. Былтыр ноябрҙә генә төҙөлгән үҙәккә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ғәйәт ҙур эш башҡарырға, байтаҡ мәсьәләләрҙе хәл итергә тура килде.
— Ошо эш хаҡында ентеклерәк һөйләп үтһәгеҙ ине...
— Тәү сиратта энергетик тикшереү кеүек мотлаҡ саралар буйынса бурысты үтәнек. “Ростехнадзор” паспорт булмаған өсөн штраф һалды һәм артабан да һаласаҡ. Былтыр йыл аҙағына тиклем барлыҡ бюджет учреждениелары энергетик тикшереү үтергә тейеш ине. Асылда иһә, уларҙың 60 проценты ғына был эште башҡарҙы, ҡалған 40 процентын беҙ үҙ иңебеҙгә алдыҡ. Ярты йыл эсендә ошо ойошмаларҙың бөтәһенә лә паспорт тапшырҙыҡ. Баҙарҙа бындай документтың уртаса хаҡы 50—70 мең һумға етһә, беҙҙең үҙәк уны 17 мең һумға эшләй.
— Тимәк, паспорттарҙы ла үҙегеҙ төҙөйһөгөҙ?
— Юҡ, һеҙ мине дөрөҫ аңламанығыҙ. Был мәсьәләне көйләйбеҙ, эште ойошторабыҙ, сифатын, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлылығын, шул иҫәптән норматив документтарҙа билдәләнгәнсә теркәлеүен тикшерәбеҙ. Ялған паспорттарға бәйле шау-шыу тыуҙырған ваҡиғаларҙы хәтерләйһегеҙҙер әле. Ә беҙҙең документтар Иҡтисади үҫеш министрлығына тапшырылған. Уларҙың ҡабул ителеүе үҙе үк билдәләнгән ҡағиҙәләргә яуап биреүе хаҡында һөйләй. Өҫтәүенә, хаҡы ла Рәсәй буйынса уртасанан бер нисә тапҡырға арзаныраҡ.
— Эшмәкәрлектә тағы ла ниндәй ауырлыҡтар, кәртәләр менән осрашырға тура килде?
— Муниципалитеттар менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек әлегә тиклем яйға һалынманы. Беҙ министрлыҡтар, агентлыҡтар, ведомстволар кеүек башҡарма власть органдары, шулай уҡ муниципалитеттар менән дә эшләйбеҙ. Шуға күрә муниципалитет башлыҡтары менән осрашып, энергияны һаҡлау, уның һөҙөмтәлелеген арттырыуҙың мөһимлеге хаҡында һөйләшергә тура килде. Берәүҙәр был идеяны шунда уҡ хуплап сыҡты, икенселәре ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Ундайҙарҙы ғәйепләп булмай, сөнки беҙгә тиклем республикала был мәсьәлә Үҙәктән көйләнмәне, Рәсәйҙең Энергетика министрлығы менән эшләүсе ойошма булманы.
— Башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда ошо йәһәттән республикабыҙҙы нисек баһалайһығыҙ? Уларҙа ла хәл Башҡортостандағы кеүекме?
— Беҙҙә 65 муниципалитеттың һәр береһе үҙенсәлекле булғандай, Рәсәйҙәге 84 төбәктең барыһы ла айырым характерға, һыҙаттарға эйә. Силәбе, Ҡазан, Һамар, Ырымбур, Ижевск кеүек яҡын ғына күршеләр ҙә бер-береһенән ҡырҡа айырыла.
— Ә һеҙ быны ҡайҙан беләһегеҙ?
— Үҙәккә етәксе итеп тәғәйенләнгәнгә тиклем Мәскәүҙә, Энергетика министрлығы ҡарамағындағы Рәсәй энергетика агентлығында эшләнем. Беҙҙең бүлеккә – бөтә илдәге, миңә иһә бер нисә төбәктәге хәлде күҙәтеү бурысы йөкмәтелде. Шуға күрә уларҙың һәр береһендәге хәл-шарттар менән яҡшы танышмын.
— Тупланған тәжрибәне эштә ҡулланаһығыҙмы?
— Әлбиттә. Ошо тәжрибә ярҙамында беҙҙең үҙәк ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәште лә инде. Республикала энергияны һаҡлау һәм уның һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса мониторинг системаһы төҙөлдө. Йыл башында ошо йүнәлеш өсөн яуаплы кешеләргә бушлай уҡыуҙар ойошторҙоҡ. Сараларҙың ҡайһыларын үҙебеҙҙең тырышлыҡ менән үткәрһәк, икенселәренә федераль, республика ҡаҙнаһынан аҡса бүленде.
— Энергияны һаҡлау һәм энергетик яҡтан һөҙөмтәле технологиялар буйынса республика ғилми үҙәге Башҡортостанда инвестиция йәлеп итеүҙе ойоштороу йәһәтенән ниндәй әһәмиәткә эйә?
— Бик мөһим һорауҙы бирҙегеҙ, сөнки Рәсәйҙә генә түгел, донъяның иң имен дәүләтендә лә энергияны инвестицияһыҙ һаҡлау мөмкин түгел. Бюджет аҡсаһы иҫәбенә генә уңышҡа өлгәшеп булмай, инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу зарур. Энергияны һаҡлау тураһындағы законда тап ошолар ентекле билдәләнә. Инвестор Башҡортостанда хоҡуҡи база, ресурстар булыуына, хәүефһеҙ эшләү, табыш алыу мөмкинлегенә инанырға тейеш. Төбәккә инвестиция йәлеп итеү бурысының Иҡтисади үҫеш министрлығына йөкмәтелеүе осраҡлы түгел. Беҙ яңы технологияларға, яңы компанияларға, яңы инвесторҙарға юл асабыҙ. Әлегә республикала энергияны һаҡлау, уның һөҙөмтәлелеге өлкәһендә ныҡлы эшләнгән проект юҡ. Шул уҡ ваҡытта һәр инвесторға, банкка проекттың паспорты кәрәк. Ә уны бик һирәктәр генә тейешенсә төҙөй ала.
— Белеүемсә, энергетика-сервис компанияһы ойошмаға үҙенең проекты менән килә...
— Әле мин тик аҡса бүлгән инвесторҙар хаҡында әйтергә теләйем. Уларҙың эше ярайһы уҡ уңышлы бара. Һөйләшеүҙәр үткәрәбеҙ, республикабыҙҙы ыңғай яҡтан күрһәтергә тырышабыҙ, энергияны кемдең күпме тотоноуы, ҡайҙа ниндәй ҡорамал ҡуйылыуы тураһында мәғлүмәт бирәбеҙ. Бурысыбыҙ – инвестор менән предприятие вәкилдәрен ҡулай ваҡытта һәм ҡулай урында осраштырыу.
— Һеҙҙең менән нисек иҫәпләшәләр?
— Беҙ муниципалитеттарҙан бер тин дә алмайбыҙ. Берлектә финанслау шарттарында республика һәм федераль ҡаҙна аҡсаһы файҙаланыла. Башҡортостан энергияны һаҡлау, һөҙөмтәлелекте арттырыу мәсьәләләрен хәл итеүгә аҡса бүлергә әҙер икән, Рәсәйҙең Энергетика министрлығы ла өҫтәмә бирә. Әлбиттә, дотация алыу өсөн билдәле бер ғәмәлдәр аша үтергә, ғаризалар әҙерләргә кәрәк. Әйткәндәй, республика ике йыл 300 миллион һумдан ашыу субсидия алып, ошо күрһәткес буйынса тәүге биш төбәк иҫәбенә инде. Әле уны биреү шарттары бер аҙ үҙгәрҙе. Быйыл субсидия тәү сиратта һуңғы йылдарҙа уны алмаған һәм дотациялы төбәктәргә бүленде. Белеүегеҙсә, Башҡортостан был төркөмгә ҡарамай.
— Киләһе йылға республика бюджетын төҙөүҙә ҡатнашаһығыҙмы?
— Әлбиттә. Киләсәккә ҡарап эшләмәү мөмкин түгел. Республика энергияны һаҡлауға иғтибарын арттырған һайын, һөҙөмтәлелек тә, килем дә оҙаҡ көттөрмәйәсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872