Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үҫештән туҡтағаны юҡ
Үҫештән туҡтағаны юҡИлде социаль-иҡтисади йәһәттән нығытыу, заман мөмкинлектәре булған ҡоролош төҙөү маҡсаты тәү сиратта мәғариф тармағына ҙур бурыстар ҡуя. Шул сәбәпле белем биреү өлкәһенең бер ваҡытта ла үҫештән туҡтағаны юҡ.

Иң тәүҙә шуны билдәләп үтергә кәрәк: Башҡортостанда һуңғы ике тиҫтә йылда бик күп мәғариф учреждениеһы төҙөлдө. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуымдың кәмеүе сәбәпле әле ҡайһы бер белем усаҡтарының эшмәкәрлеге туҡтатылды, байтағы филиалға ҡалдырылды. Мәҫәлән, республикала 2005 йылға тиклем 3 200–3 300 мәктәп булһа, 2010 йылда был һан 1 800-гә төшкән. Президент Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, мәғарифҡа бүленәсәк сығымдарҙы тыуым күрһәткестәренә ярашлы планлаштырырға кәрәк. Республика етәксеһе шулай уҡ Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан билдәләнгән “15 уҡыусыға — бер уҡытыусы” тигән талапты төбәк шарттарына ярашлы үҙгәртеү мөһимлеген билдәләй. “Был йәһәттән алып барылған эш күпмелер кимәлдә һөҙөмтә бирҙе, — тине Рөстәм Зәки улы педагогтарҙың быйылғы кәңәшмәһендә. — Башҡортостанда раҫланған маҡсатлы төшөнсәләр буйынса әле беҙҙә бер педагогка 11 бала тура килергә тейеш. Федераль министрлыҡ был һанды 2018 йылға 13-кә еткерергә ниәтләй. Беҙ иһә критерийға тыуымға ярашлы үҙгәреш индерергә әҙер”. Президент бөгөнгө хәлде генә иҫәпкә алып, һандарҙы ғына күҙ уңында тотоп, мәктәптәрҙе уйһыҙ-ниһеҙ ябыуҙың дөрөҫ түгеллеген билдәләне.
Быйыл 1 сентябрҙә көсөнә ингән “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Федераль закон да ошо яҡлы. Унда әйтелеүенсә, мәктәптәрҙе япҡанда урындағы халыҡтың фекере иҫәпкә алынырға, тәү сиратта кешеләрҙең мәнфәғәте ҡайғыртылырға тейеш. Ҡануниәттә шулай уҡ ата-әсәнең, йәмәғәтселектең белем биреү эшмәкәрлегендә яҡындан ҡатнашырға тейешлеге, тәрбиәгә ҙур иғтибар биреү зарурлығы, педагогтарҙың хеҙмәтенә, йәшәү шарттарына урынлы баһа биреү мөһимлеге билдәләнде, дәүләт телдәрен, туған телдәрҙе уҡытыу гарантияланды.
Республикала яңы закон ҡуйған талаптарҙы үтәү йәһәтенән маҡсатлы эш алып барыла. Мәҫәлән, педагогтарҙың уртаса эш хаҡын һуңғы ике йылда 14 мең һумдан 23 мең һумға ҡәҙәр күтәреүгә өлгәшелгән. Власть етәкселеге вәғәҙә итеүенсә, был һан 2015 йылда — 30, ә 2017 йылда 35 мең һумға етәсәк. “Әлбиттә, барыһы ла хеҙмәт стажына, квалификацияға бәйле булырға тейеш, — ти республика Президенты. — Намыҫлы эшләгән кеше күберәк хаҡ, тимәк, тейешле баһа, алырға хоҡуҡлы”.
Педагогтарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға килгәндә, быйылғы уҡыу йылы башында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев 35 йәшкә тиклемге уҡытыусыларға ипотека буйынса ставканы кәметеү һәм тәүге иғәнәгә аҡса биреү хаҡында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Был башланғыс, әлбиттә, йәштәрҙе мәктәпкә күпләп йәлеп итәсәк.
Республика педагогтарын һәр яҡлап дәртләндереп тороу, уларҙа заман талаптарына ярашлы ижади, яңы технологияларҙы ҡулланып эшләргә ынтылыш тыуҙырыу йәһәтенән “Йыл уҡытыусыһы” конкурсының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Уҙған быуат аҙағында башланып, әлегәсә уңышлы барған һәм киләсәктә лә дауам итәсәк күркәм сараның ғүмерле булыуы, һис һүҙһеҙ, төбәк етәкселегенең, педагогик йәмғиәттең маҡсатлы эшмәкәрлек алып барыуына, тырышлығына бәйле.
Мәғариф тармағына һәр заманда ла иғтибар ҙур булған, сөнки унда киләсәккә нигеҙ һалына. Республика көнөн заманса, матди хәле яҡшы белем биреү учреждениелары, педагогтарҙың яңылыҡҡа ынтылышы менән ҡаршылайбыҙ икән, быны йылдар дауамындағы дөйөм хеҙмәт һөҙөмтәһе тип баһаларға кәрәк.


Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә