Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » «Башҡортостан» — Салауат районында
«Башҡортостан» — Салауат районындаХалыҡ әүҙемләште, шуға тормош та яҡшыра

2011 — 2015 йылдарға төньяҡ-көнсығыш райондарҙың социаль-иҡтисади үҫешенең комплекслы программаһы ҡабул ителгәйне. Билдәләнгән сараларҙы тормошҡа ашырыуға байтаҡ ваҡыт бар әле. Шулай ҙа был төбәктә халыҡтың йәшәйеше нисек, ыңғай үҙгәреш күҙәтеләме? Салауат районына юл тотоуыбыҙҙың сәбәбе ошолар менән ҡыҙыҡһыныуҙан ине.
Төбәктең мөмкинлектәре барланып, һәр мәсьәләне төрлө яҡлап өйрәнеп, тәбиғәт шарттары иҫәпкә алынып эшләүҙең һөҙөмтәһе, әлбиттә, бар. Район иҡтисадының үҫеше әле үк күҙәтелә. Мәҫәлән, ғинуар — август айҙарында иҡтисади эшмәкәрлек менән мәшғүл булған барлыҡ ойошмаларҙың тулайым финанс әйләнеше 1 миллиард 756 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән. Был иһә, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 109,6 процентҡа тиң.
Һандар менән мауыҡмаҫҡа тырышһаҡ та, хәлде тулыраҡ күҙ алдына баҫтырыу өсөн йәнә күрһәткестәргә мөрәжәғәт итергә тура килә. Мәҫәлән, быйылғы һигеҙ айҙа иҡтисади эшмәкәрлек күләме 1 миллиард 551 миллион һумдан ашыу булған. Был күрһәткес тә былтырғынан юғарыраҡ.
Районда эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә айырым иғтибар бүленә. Әле төбәктә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр һаны 783-кә еткән, йәғни 10 мең кешегә 307,47 берәмек тура килә.Үҙ эшен асырға ынтылған ҡыйыу, тәүәккәл йәштәр байтаҡ, улар хәҙер заман талабын яҡшы аңлай. Шулай уҡ крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары арта. 2009 йылда уларҙың һаны ни бары 40 булһа, хәҙер — 140. Төбәктәге 20 ауыл хужалығы предприятиеһы ла ит-һөт етештереүгә ҙур өлөш индерә. Һуңғы йылдарҙа малсылыҡ та үҫеш кисерә.
Район 16 ауыл биләмәһенә бүленгән. Һуңғы осорҙа халыҡтың әүҙемлеге күҙәтелә, һәр кем йорт-ерен, ҡаралтыһын төҙөкләндерергә ынтыла. Һөҙөмтәлә ауылдарҙың йөҙө күҙгә күренеп үҙгәрә. Йәштәрҙең тыуған ерендә төпләнергә тырышыуы ла шатландыра. Шуға ла демографик хәл насар түгел. Районда газ индереү тамамланыуға табан бара. “Йәнле ауыл” программаһына инеүҙәре лә ауылдарға өр-яңы һулыш өҫтәү маҡсатында.
Районда һөрөнтө ерҙәр 35 мең гектарҙан ашыу тәшкил итә. Бойҙай һәм ҡуҙаҡлы культуралар 10529 гектар майҙанда игелә, мал аҙығы 19601 гектарҙа әҙерләнә.
Торлаҡ төҙөү буйынса ла әүҙемлек һүрелмәй. Мәҫәлән, быйылғы һигеҙ айҙа файҙаланыуға тапшырылған торлаҡтың дөйөм майҙаны 4065 квадрат метр тәшкил иткән.
Ғөмүмән, район үҫеш юлында. Алда, әлбиттә, салауаттарҙы тағы ла мөһимерәк эштәр көтә. Иң мөһиме — халыҡ иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡарай.

Эшсе булырға теләүселәр арта...
«Башҡортостан» — Салауат районындаҺуңғы осорҙа ил башлыҡтарының эшсе һөнәрҙәренең абруйын нисегерәк күтәрергә, йәштәр уҡырға һөнәрселек училищеларына килһен өсөн ниндәй саралар күрергә тип баш ватыуы юҡҡа түгел. Мәктәптән һуң унда юл тотоусылар ҡырҡа аҙайҙы. Ә һөнәрле кеше ҡайҙа ла кәм-хур булмай. Бигерәк тә хеҙмәт баҙарында ихтыяж ҙур икән, эш эҙләп йонсойһо түгел.

Малаяҙҙағы 113-сө һөнәрселек училищеһы менән танышыуҙы әҙерләп сығарған белгестәренең артабанғы яҙмышы менән ҡыҙыҡһыныуҙан башланыҡ. Директор урынбаҫары Валерий Гәрәев әйтеүенсә, һәр береһе эшкә урынлаша, урамда ҡалыусы юҡ. Мәҫәлән, быйыл училищеның көндөҙгө бүлеген 101 үҫмер тамамлаған, уларҙың 24-е армияға алынған, 11-е уҡыуын дауам иткән, ҡалғандары эшләп йөрөй.
Төбәктәрҙә крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының, агрофирмаларҙың артыуы ла һәйбәт. Улар ҙа әҙерлекле йәштәрҙе ҡуш ҡуллап ала. Уҡыу йорто "Янғантау" шифаханаһы менән килешеү төҙөгән, белгестәр унда ла бара.
Әйткәндәй, һөнәрселек училищеһына көслө конкуренция шарттарында көн итергә тура килә, сөнки ауыл хужалығы өсөн кәрәкле һөнәр эйәләре яҡын-тирә райондарҙа ла әҙерләнә. Шуға ла тәү сиратта бында уҡытыу сифатын яҡшыртыу бурысы ҡуйылған. Бынан тыш, йәштәрҙе көнкүреш һәм уҡыу өсөн уңайлыҡтар ҙа, йылы мөнәсәбәт тә йәлеп итә.
— Оҫтаханаларҙа, лабораторияларҙа күргәҙмә материал трактор һәм машиналарҙан тора, башҡа төр ҡорамалдарға ла байбыҙ. 220 уҡыусыға иҫәпләнгән дөйөм ятаҡ, бынамын тигән ашханабыҙ бар. 280 гектар майҙанда иген игәбеҙ, биш гектарҙа йәшелсә үҫтерәбеҙ. Шуға ла икмәк һәм башҡа ризыҡты үҙебеҙҙең ондан бешерәбеҙ. Йәшелсәне лә ҡыш буйына етерлек итеп һаҡлауға һалабыҙ, — ти Валерий Сәрүәр улы.
Буласаҡ һөнәр эйәләре хеҙмәт практикаһын фәҡәт хужалыҡтарҙа үтә. Шуға сәсеү, урып йыйыу осоронда ярҙамдары ла ҙур. Әле училищела егет-ҡыҙҙар слесарь, техник хеҙмәтләндереү мастеры, тракторсы-машинист, автомеханик, ашнаҡсы-кондитер, һатыусы-контролер-кассир һөнәре алып сыға.

«Башҡортостан» — Салауат районында2010 йылда кадет төркөмө булдырылған. Үҫмерҙәрҙе шулай хәрби-патриотик һәм физик әҙерлек алып барылыуы ла йәлеп итәлер, моғайын. Йыл да уҡыусылар артығы менән ҡабул ителә. 19 түңәрәк эшләй, алты төр спорт секцияһына йөрөйҙәр. Һөҙөмтәлә һәр уҡыусы дәрестән һуң ваҡытын файҙалы үткәрә.
Училищеның киске бүлегендә лә уҡыусылар күп. Әйткәндәй, йылдан-йыл киске төркөмдәр ҙә арта. Былтыр 634 кеше ошондай мөмкинлектән файҙаланған. Хәҙер күптәр ауыл хужалығы техникаһы һатып ала, шуға ла 60-70 йәшлектәр ҙә водитель һәм тракторсы һөнәре алырға килә.
Киләсәктә ауыл хужалығында ихтыяж ҙур булған һөнәрҙәргә уҡытыуҙы күбәйтмәкселәр. Әле умартасы, иретеп йәбештереүсе һәм үҫемлектәр үҫтереү оҫталары әҙерләүсе яңы бүлектәр асырға йыйыналар.
Уҡыу йортона ошо көндәрҙә 30 йыл тула. Шул ваҡыттан алып, ауыл хужалығы һәм йәмәғәт туҡланыуы өсөн 6 мең самаһы белгес әҙерләнгән. Юғары белемле уҡытыусыларҙан һәм эштәрен күңел һалып атҡарған башҡа хеҙмәткәрҙәрҙән тупланған коллективҡа ғалим-агроном, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Рәфис Ғибәҙуллин етәкселек итә.

Юлдары йырлап йөрөрлөк

«Башҡортостан» — Салауат районындаСалауат юл ремонт-төҙөлөш идаралығы — районда иң ҡеүәтле предприятиеларҙың береһе. Унда 78 кеше эшләй. Махсус техникаһы, асфальт-бетон заводы бар. 400 саҡрым юл, 16 күпер, 200 һыу үткәргес торбаларҙы, 16 саҡрым барьер ҡоймаларҙы хеҙмәтләндереү — улар ҡарамағында.
Ҡыҫҡаһы, предприятие тулы ҡанлы тормош менән йәшәй: төҙөй ҙә, һалымы менән эш хаҡын да ваҡытында түләй.
Алдарына ниндәй бурыс ҡуйғандар, коллектив яңы үрҙәр яуларға әҙерме? Идаралыҡ етәксеһе Ришат САФИН менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

— Быйыл Кропачево — Мәсәғүт йүнәлешендә 1700 саҡрым асфальт түшәнек. Шулай уҡ Миәшәгәр ауылына илткән ике саҡрым юл төҙөкләндерелде.
Миәшәгәр — Торналы — Мөрсәлим йүнәлешендә 10 саҡрым асфальт түшәлде, Кропачево — Мәсәғүт — Әсет һәм Малаяҙ — Ункурда йүнәлешендә 5-әр саҡрым юл төҙөкләндерелде.
Туғыҙ ай һөҙөмтәләре буйынса 92 миллион һумлыҡ эш атҡарылған. Былтыр бөтәһе 103 миллион һумлыҡ эш күләме башҡарылһа, быйыл был күрһәткес күпкә артығыраҡ булыр тип көтөлә.
Матди-техник базаны нығытыуға, уңайлы хеҙмәт шарттары тыуҙырыуға етди иғтибар бирәбеҙ. Быйыл ике прицеплы “КамАЗ”, “ГАЗель” микроавтобусы, сит ил экскаваторы алдыҡ. Әле гаражда, битум һаҡлағыста төҙөкләндереү эштәрен теүәлләйбеҙ. Былтыр сафҡа индерелгән ҡунаҡхана заман талаптарына ярашлы булыуы менән район үҙәген йәмләп тора.
Әлбиттә, идаралыҡ оҙаҡ йылдар юл төҙөлөшө тармағында фиҙакәр хеҙмәт иткән кадрҙары менән көслө. Әйтәйек, механизаторҙар Айрат Әсмәндиәров, Валерий Подборнов, Кинзин Әхмәтйәнов, Раян Закиров көндө-төнгә ялғап, ямғырлы миҙгелдә лә, буранлы ҡышта ла юлдан ҡаршылыҡһыҙ үтеп булһын өсөн көс һала. Ә водителдәребеҙҙең ҡайһыһын ғына алһаң да тырыша. Етештереү-техник бүлеге инженеры Клара Решетова, баш механик Андрей Мошкин һәм мастер Рафаэль Шәрәфетдиновтың бурысын еренә еткереп башҡарыуына ла бәйле һөҙөмтәле эшләүебеҙ.
Хеҙмәткәрҙәр социаль яҡтан да иғтибар менән солғап алынған. Йорт төҙөүселәргә техника менән ярҙам итәбеҙ, шифаханаларҙа һаулыҡтарын нығыталар. Оло йәштәге ветерандарыбыҙҙы ла онотмайбыҙ, — тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Ришат Ғафар улы.

* * *
Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған төйәгенә, уның исеменә бәйле тарихи урындарға, Рәсәйҙә киң танылыу алған “Янғантау” шифаханаһына юлланыусылар күп. Ә юл төҙөүселәр фиҙакәр хеҙмәте менән уңайлы юлдар һалып, данлы төбәктең абруйын тағы ла күтәрә.

Ауыл тормошона йәм биреп

«Башҡортостан» — Салауат районындаҒаилә башлығы — юғары белемле инженер, йорт хужабикәһе — инженер-төҙөүсе. Ә ҡураларынан көн һайын... 40-лап мал сыға. Ғәжәпләнерлекме? Филүзә Сәйет ҡыҙының ҡалала тыуып үҫкәнен дә әйтһәк, күптәр, моғайын, аптырарлыҡ икән дә шул, тиер.
Бер уйлаһаң, ғәжәпләнергә лә түгел. Булдыҡлы, эштән ҡурҡмаған кеше, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, юл яра, донъя көтөү әмәлен таба. Нәсибаш ауылында мал-тыуар ишәйтеп, тырышып көн иткән Хәкимовтар менән таныштырмаҡсыбыҙ.
Ташламалы кредит юллап, аяҡҡа баҫып килә эшҡыуарҙар. Күпләп һыйыр малы аҫрайҙар, "КамАЗ", "Урал" машиналары ла бар, 2011 йылда 50 гектар ер алғандар. Унда хәҙер күп йыллыҡ үлән үҫтермәкселәр, фураж да кәрәк. Юғиһә барыһын да һатып ала башлаһаң, мал аҙығы үтә ҡиммәткә төшә.
— Ярай әле һуңғы осорҙа ил хөкүмәтенең ауыл хеҙмәтсәндәренә ҡарашы ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Программаларға инеү, субсидия, ташламалы кредит биреү күптәрҙе дәртләндерҙе, — ти Филүзә Хәкимова.
"Ғаилә һөтсөлөк фермаһы программаһы"на инергә кәңәшләшеп, һәр мәсьәлә хаҡында ҡат-ҡат уйлап ҡарар иткәндәр. Артабан бизнес-план төҙөп яҡлағандар. Кемдер, икеһе лә белемле, уларға еңелерәк, тиер. Уныһы ла хаҡ, әлбиттә.
Ғаилә ағзаларының барыһын бергә тап итә алманыҡ. Сәбәбе билдәле: эштең уттай ҡыҙыу мәле ине. Улдары һаламға киткәйне, ғаилә башлығы Фәнил Табил улының, мал һарайын ҡышҡа өлгөртөргә тип, ҡырҡмаһа ҡырҡ эште хәстәрләп йөрөгән сағы. Филүзә Сәйет ҡыҙының ғына бер аҙ буш ваҡытына тура килдек.
— Көн дә һауын аппараты менән 12 һыйырҙы һауып, көтөүгә оҙатам. Һөттөң бер ни ҡәҙәрен тапшырам, ҡалғанынан ҡаймаҡ-май яһайым. Өлгөрәм инде, өйрәнелгән дә. Беребеҙҙең дә эшһеҙ торғаны юҡ. Улдарыбыҙға ла тегене башҡар, быныһын атҡар, тип фарман биреп тороу юҡ, үҙҙәре белә нимә кәрәклеген, — ти ул.
Ауылдан ситтәрәк урынлашҡан аҙбарҙы ла барып күрҙек. Быйыл ҡышҡа малдарҙы шунда — иркенгә — күсермәкселәр. Эсендә хәтһеҙ генә эше ҡалған. Күсенгәс, һөттө үҙҙәре эшкәртмәксе, бәләкәй цех өсөн урын әҙерләнгән дә инде.
Маҡсаты ҙур һәм матур Фәнил Табил улының. Тыуған ауылында тормошто һүндермәҫкә теләге. Район хакимиәте яғынан ярҙам бар, ти ул. Ә бына ауылдаштарының ғәмһеҙлеге аптырата. "Эш юҡ тип өйҙәрендә ятырға ризалар, саҡырһаң, килергә атлығып тормайҙар. Үҙҙәре сапмағас, бесәнлектәрендә ҡарағура үҫә, ерҙең йәмен ебәрә, ә шунда бесән эшләргә рөхсәт итмәйҙәр. Күбеһендә битарафлыҡ көслө", — ти ул, әсенеп.
Хәкимовтар тәүәккәлләп тотонған эштәренән ваз кисергә уйламай. Өс улдары ла ҡул араһына ингән. Тимур, Артем һәм Максим бәләкәйҙән ярҙамлашып, өйрәнеп үҫкән. Икәүһе ситтән тороп юғары белем ала. "Беҙҙә Каринаға ғына эш эләкмәй, бәләкәй әле", — ти әсә.
Ауылдағы магазиндарҙың береһе — уларҙыҡы. Йәнәшәһендә генә кафе ла урынлашҡан. Уны ла төҙөкләндерергә кәрәк, тик әлегә ҡул теймәй, тиҙәр.
— Гел эш менән генә булалар икән тимәгеҙ, уйнарға ла ваҡыт табабыҙ. Кис йәштәр эргәһенә туп тибергә сығам. Футбол майҙансығын күмәкләп яһаныҡ, тик яҡтылыҡ үткәрә алмай торабыҙ, ваҡыт етеңкерәмәй, — тип йылмая Фәнил Табил улы.
Ҡаршылыҡтарҙы бергәләп еңә Хәкимовтар. Үҙҙәренән тыш, тағы өс кешене эшле иткәндәр. Тимәк, ошондай эшҡыуарҙар барында, ауылдар тарҡала, тормош һүнә тип борсолорға түгел.

Шарттар һәйбәт, ниңә ҡайтмаҫҡа?!

«Башҡортостан» — Салауат районындаРайон үҙәк дауаханаһы — бер юлы ике теш табибына, ә хирург Салауат Фәрхетдинов миллион һум аҡсаға эйә булған. Тимәк, "Ауыл табибы" программаһы ике яҡ өсөн дә отошло.

Тәү ҡарауға Салауат Радик улын шундай тәүәккәл һөнәр эйәһе тип уйламаҫһың да. Алсаҡ, яғымлы, һөйләшеүе лә йомшаҡ. Әммә төрлө ашығыс ярҙам кәрәккәндә уға мөрәжәғәт итәләр. Тыуған төбәгенә "Ауыл табибы" программаһы буйынса ҡайтҡан йәш белгестәрҙең береһе ул. Етмәһә, балалар стоматологы, Баймаҡ ҡыҙы Әлфиәне лә алып килгән. Өмөтлө белгес тип иҫәпләп, баш табип Валерий Шапочкин Малаяҙға ҡайтырға димләгәс, дәртләндереү сараһы ла булғас, ниңә ҡайтмаҫҡа ти!
Йәштәр шулай ең һыҙғанып эшкә тотонған. Салауат Радик улы элегерәк шәхси төҙөлөш өсөн урын юллаған булған, әле шунда йорт һалыу менән мәшғүл.
— Эш, әлбиттә, күп, тик барыһын бер юлы атҡарырға ваҡыт ҡына самалы, — ти хирург. — Зарланыуҙан әйтмәйем, һөнәремде яратып һайланым, мәктәптә уҡығанда уҡ хәл итеп ҡуйғайным. Бер инглиз яҙыусыһының хирургия тураһында китабы ҡулға эләккәйне, шул этәргес бирҙе. Хатта ял көндәрендә лә һалдат кеүек әҙер торорға тура килә-килеүен, ләкин беҙҙең һөнәр эйәләре быны аңлап, ғәҙәти хәл булараҡ ҡабул итә. Саҡырһалар, дауаханаға 15 минут эсендә килеп етергә тейешһең. Коллектив һәйбәт, ниндәй генә мәсьәлә менән мөрәжәғәт итһәң дә, береһе лә ярҙамдан баш тартмай. Хеҙмәт юлын яңы ғына башлап тороусылар өсөн был бик мөһим.
Ҡатыным Әлфиә — балалар стоматологы. Беҙҙең кеүек, эшкә программаға ярашлы килгән йәш ғаиләләр ҙә байтаҡ, бергәләп саңғыға баҫабыҙ, футбол уйнайбыҙ. Ҡыҫҡаһы, сәләмәт йәшәү өлгөһөн күрһәтәбеҙ, — ти Салауат Фәрхетдинов.

Ул бында кәрәк

«Башҡортостан» — Салауат районындаНевролог Илшат Уральский эргәһенә тиҙ генә инербеҙ тип уйлағайныҡ, әммә табипҡа сират шаҡтай оҙон булып сыҡты. Поликлиника неврологы ауыл кешеләрен ҡабул итергә киткән, шуға уны алмаштыра икән.

— 17 йыл эшләү осоронда ауырыуҙарҙың төрлөһөн күрелде. Ишекте шартлатып ябыуҙарынан стеналарҙың дер һелкенгән сағын да кисерергә тура килә. Район халҡының, яртыһы уҡ булмаһа ла, байтағы миндә дауаланды тип әйтә алам. Эшһеҙ ултырмайбыҙ, ауырыуҙар күп. Элек юғары ҡан баҫымы өлкәндәрҙә генә күҙәтелә ине, хәҙер 20-25 йәшлектәр ҙә яфалана. Дауаларға тырышаһың да ул, тик пациенттарҙың һауығырға ынтылмауы аптырата. Ҡайһы берәүҙәр, сәләмәтләндереү — табип бурысы, тип иҫәпләргә күнеккән. Хатта тейешле дарыуҙы ла алмайҙар. Үҙҙәренә ҡарата шундай битарафлыҡ борсой. Ә алтмыш йәштән үткәндәр ғүмерҙең ҡәҙерен белә, һәр ҡушҡанды үтәргә ынтыла, — ти Илшат Байрас улы.
Малаяҙҙа тыуып үҫкән ул. Медицина юлын һайлауы көтмәгәндә була, һис тә бәләкәйҙән хыялланған һөнәре түгел. Мәктәптән һуң бер төркөм дуҫы менән дауаханала санитар булып эшләп ала. Артабан егеттәр, дәртләнеп, медицина институтына уҡырға инергә ҡарар итә.
— Уларҙан ҡалғым килмәне, барайыҡ тигәстәр, риза булдым да ҡуйҙым. Инә алырмынмы тип, үҙемде лә һынарға уйланым, шикелле, — ти ул, шул осорҙо хәтерләп.
Хәрби табип дипломы алып сыға уҡыу йортонан. Әммә ошо йүнәлештә ике йыл ғына эшләй ҙә тыуған төйәгенә ҡайта.
Әйткәндәй, Илшат Уральский шәхси клиникаларҙа йәки башҡа урында ла үҙен табыр ине. Неврологтар ҡайҙа ла талап ителә. "Совет осоронда тәрбиәләнгән белгесмен бит, аҡса тәү урынға ҡуйылған эш минең өсөн түгел", — ти тәжрибәле табип.
Шөкөр, хеҙмәтен күрәләр ҙә, баһалайҙар ҙа. Башҡортостандың Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Валерий Шапочкин да үҙ эшен яҡшы белгән хеҙмәткәренән ҡәнәғәт. Ә ул дауалаған ауырыуҙарҙың рәхмәте бер ниндәй бизмәнгә һалып та үлсәрлек түгел. Көн һайын ишетә ул йөрәктән сыҡҡан йылы һүҙҙәрҙе.

"Бишенсе тәгәрмәс" хужалары

«Башҡортостан» — Салауат районындаБер автомобиль ҡуҙғалырға торһа, икенсеһе выжлап килеп туҡтай, өсөнсөһө лә был яҡҡа ыңғайлай. Эш көнө булһынмы, ялмы — айырма юҡ, бында һәр саҡ шулай йәнлелек.
Һүҙебеҙ эшҡыуар Зөлфиә менән Артур Закировтарҙың "Бишенсе тәгәрмәс" оҫтаханаһы һәм автомагазины хаҡында. Хәҙер уларға юлды Малаяҙҙың ғына түгел, ә яҡын-тирә райондар халҡы ла еңел таба. Закировтарҙың үҙ эштәрен асырға тәүәккәлләүенә әллә ни ғәжәпләнәһе лә түгел: икеһе лә юғары белемле, Өфө нефть техник университетын тамамлағандар, Себерҙә эшләп ҡайтҡандар. Уныһы ла файҙаға ғына, сөнки тәжрибә тупланған, тормошҡа ҡараштары үҙгәргән, үҙ көстәренә ышанысы артҡан. Икеһе бер төптән, бер һүҙҙән булғас, уй-маҡсат та тиҙерәк тормошҡа аша, эштәр ҙә ырамлы бара.
Шина монтажлау менән ун бер йыл элек шөғөлләнә башлағандар. Үҙҙәре төҙөткән ҙур бинала хәҙер оҫтахана менән автомагазин урынлашҡан. Артур Риф улынан эште башлауы ауыр булды тигән һүҙ ишетмәнек. Ә ул ваҡыттарҙа эшҡыуарлыҡҡа тотоноусыларға, сер түгел, аҙым һайын әллә күпме бюрократик кәртәне үтергә тура килде. Тәүге мәлдәрҙә конкуренция бик үк булмаһа, әле, әлбиттә, көсәйгән. Әммә был Закировтарҙы ҡурҡытмай, ышанысты күптән яулағандар. Магазинды ла киңәйткәндәр, быйыл тракторҙар өсөн запас частар һатыу бүлеге асҡандар. Хәҙер күптәрҙең ихатаһында төрлө маркалы ауыл «Башҡортостан» — Салауат районындахужалығы транспорты бар бит, шуға ла ихтыяж ҙур. Тимәк, улар өсөн дә уңайлы: кәрәк әйберҙе әллә ҡайҙан эҙләйһе түгел.
Иң мөһиме — эшҡыуарҙар үҙҙәренән башҡа 12 кешене эшле иткән. Хеҙмәт хаҡы ла түбән түгел. Әйткәндәй, ҡыҙҙары Айгөл менән Әлиә лә ошонда, икеһе лә — юғары белемле иҡтисадсы.
— Атай-әсәй эргәһендә эшләүе нисек, еңелме? — тип ҡыҙыҡһынабыҙ Әлиәнән.
— Эшҡыуар булыу еңелдән түгел. Ситтән, бәлки, улай күренмәйҙер ҙә ул. Яуаплылыҡ ҙур, һәр нәмәгә үҙең күҙ-ҡолаҡ тигәндәй. Тейешле белеме булмаған кеше өсөн финанс, кредит һәм һалым мәсьәләләре ҡатмарлы. Әле был мәшәҡәттәрҙе Айгөл менән бергә атҡарабыҙ. Атайыма килгәндә, изге йөрәкле һәм йомарт кеше ул, — ти ҡыҙ.
Закировтарҙың эштәре ырамлы барыуынан барыһына ла файҙа. Нәсибаш ауылындағы балалар приютына ла юлдары йыш төшә, реабилитациялау үҙәгенә лә ярҙамдары тейә, мәктәптәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Яңыраҡ ҡына Артур Риф улы үҙе уҡыған белем усағына тимерҙән ҡойолған ҡапҡа бүләк иткән. "Ошондай йүнселдәр күберәк булһа икән", — тигән яҡты уйҙар тыуҙы эшҡыуар Закировтар менән хушлашҡанда.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 701

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 105

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 180

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 780

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 830

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 619

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874