Бер туҡтауһыҙ үҙгәреш кисергән, заман менән бергә “йүгергән” мәғариф тармағы төп көсөнә — уҡытыусыларға — тынғылыҡ бирмәй, һәр саҡ үҫеш талап итә. Булғанына ҡәнәғәт булып, бер урында тапаныу, ижади эҙләнмәүҙең эҙемтәһе йәш быуындың аңына аяҡ сала, педагогтың үҙенә лә кире йоғонто яһай. Ошондай осраҡтарҙы булдырмау өсөн уҡытыусының һөнәри оҫталығын даими камиллаштырыу, белемен генә түгел, күңелен хәстәрләү — кәңәш биреү, дәртләндереү — мөһим. Был бурысты Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институты элек-электән уңышлы атҡарып килә. Педагогтарҙың иң яҡын ярҙамсыһына, терәк-таянысына әйләнгән белем усағына быйыл — 80 йыл. Ул “түңәрәк” датаһын ниндәй ҡаҙаныштар менән ҡаршылай? Бурыстарҙың барыһы ла үтәләме? Бөгөнгө уҡытыусыларҙы нимә борсой? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил МӘЖИТОВ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының мәғариф комиссияһы рәйесе Фәнзил САНЪЯРОВ, Ҡырмыҫҡалы районының Һәүәләй мәктәбе директоры Наталья ӘХМӘТОВА менән бергә эҙләнек.
Ышаныс аҡланырға тейеш
— 80 йыл аҙ ваҡыт түгел. Кеше ғүмере менән үлсәгәндә, аҡһаҡалдар ҡорона ингән саҡ. Уҡыу йорто ла был ваҡыт эсендә ныҡлы аяҡҡа баҫа, белем биреү тармағында үҙ урынын таба. Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институты иһә ысын мәғәнәһендә тәжрибә усағына, республика уҡытыусыларының белемен камиллаштырыу сығанағына, фекер алышыу, кәңәшләшеү майҙанына әүерелде. Бындай ышаныс ниндәй юлдар аша яуланған — һүҙебеҙҙе институттың эшмәкәрлек баҫҡыстарынан, бурыстарынан башлайыҡ.
Рәмил МӘЖИТОВ:
— Иң тәүҙә шуны әйтеп үтәйем: Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институтының 80 йыллығы — педагогтарҙың ғына түгел, тотош йәмғиәттең уртаҡ байрамы. Уға әҙерлек барышында һәр яҡлап ярҙам тоябыҙ. Төбәктең киң мәғлүмәт саралары ла битараф түгел: йыл дауамында институт хаҡында төрлө мәҡәлә, тапшырыу донъя күрҙе һәм тағы әҙерләнә. Хеҙмәттәшлек, иғтибар өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.
Тарихҡа килгәндә, институт 1933 йылда педагогтарҙың белемен камиллаштырыу буйынса ғилми-методик үҙәк булараҡ асылған. Шул ваҡыттан бирле уның исеме төрлөсә үҙгәртелде, әммә маҡсаты шул килеш ҡалды.
Бөгөн институтта 200-ҙән ашыу кеше эшләй, улар араһында 150 самаһы уҡытыусы һәм профессор бар. Учреждениеның төп тәғәйенләнеше — педагогтарҙы ғилми-методик яҡтан тәьмин итеү йәһәтенән 14 кафедра, туғыҙ үҙәк, дүрт бүлек булдырылған.
Белеүегеҙсә, уҡытыусыларға аттестация үткәреү беҙҙең институтҡа йөкмәтелгән. Йөкләмәне айырым үҙәк бойомға ашыра. Ул республика төбәктәрендәге аттестация комиссиялары эксперттарының эшен көйләй. Һөҙөмтәлә йыл һайын 15 меңгә яҡын уҡытыусының һөнәри баҫҡысын күтәреүгә өлгәшелә.
Берҙәм дәүләт имтиханын әҙерләү һәм үткәреү эшен дә маҡсатҡа ярашлы тормошҡа ашыра киләбеҙ. Белемде камиллаштырыу курстарында педагогтарға ошо йүнәлештә дәрестәр бирелә. Мәғлүм булыуынса, БДИ 15 предмет буйынса үткәрелә. Урындарҙа һынауҙы ойошторған эксперттар йыл һайын беҙҙә белемен нығыта, семинарҙарҙа, конференцияларҙа ҡатнаша, ғөмүмән, ниндәй үҙгәрештәр көтөлөүе, бурыстар хаҡында хәбәрҙар була. Был эште институттағы Төбәк мәғлүмәт эшкәртеү үҙәге алып бара. Дөйөм алғанда, БДИ-ны үткәреүгә республиканан 1 500 самаһы кеше йәлеп ителә, улар беҙҙә әҙерлек үтә.
Институттағы һәләтле балалар менән эшләү үҙәгенең дә һөҙөмтәле хеҙмәтен билдәләргә кәрәк. Ул республикалағы барлыҡ мәктәп, өҫтәмә белем биреү учреждениеһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып бара. Үҙәктә һәләтле балаларҙың исемлеге, ҡаҙаныштары хаҡында тулы мәғлүмәт тупланған. Төрлө конкурс, олимпиада еңеүселәре ҡатнашлығында йыл һайын конференция уҙғарабыҙ, уларға бүләктәр тапшырабыҙ.
Бынан тыш, белеүегеҙсә, “Йыл уҡытыусыһы” конкурсын ойоштороу, милли мәктәптәргә дәреслектәр әҙерләүгә яуаплыбыҙ — уларға һуңыраҡ айырым туҡталып китербеҙ.
Ғөмүмән, институттың республиканың үҫешенә индергән өлөшөн инҡар итеү мөмкин түгел. Хөкүмәттең йөкләмәһе буйынса 14 мең самаһы уҡытыусының белемен камиллаштырырға тейеш булһаҡ та, был һанды 20 меңдән ашыуға еткереүебеҙ генә лә күп нәмә хаҡында һөйләй.
Фәнзил САНЪЯРОВ:
— “Үҫештән туҡтаған уҡытыусы һөнәрен юғалта” тигән һүҙ бар. Был айырыуса әлеге заманға хас. Белемен камиллаштырыуҙан туҡтаған педагогтың киләсәге юҡ, ул даими үҫештә булырға тейеш. Институттың барлыҡ эшмәкәрлеге ошо талапты тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итеүгә ҡоролған. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәғариф тураһындағы яңы закондары шундай бурыс ҡуя: педагог өс йыл һайын белемен камиллаштырып торорға тейеш.
Үҙемә килгәндә, уҡытыусы, директор булараҡ, һәр саҡ институт менән тығыҙ бәйләнештә эшләнем. Иҫәпләп ҡараһаң, 40 йылға яҡын хеҙмәт юлымдың дүрт йылын белемемде камиллаштырыуға арнағанмын. Элек тә төрлө курстар даими уҙғарыла торғайны — Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институты үҙ бурыстарын һәр заманда ҙур яуаплылыҡ менән атҡарҙы.
Әйтергә кәрәк: бөгөн бер педагогик йәмғиәт вәкиленә лә — уҡытыусыға ла, директорға ла, ректорға ла, министрға ла — һис еңел түгел. Әммә, нисек кенә булмаһын, иңебеҙгә йәш быуынды үҫтереү, тәрбиәләү бурысы ҡуйылған икән, уны һөҙөмтәле атҡарыу өсөн хәлебеҙҙән килгәнсә тырышырға, иң мөһиме — берҙәм эшләргә тейешбеҙ. Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институты быны яҡшы аңлай, ҙур тәжрибә усағы булып тора.
Наталья ӘХМӘТОВА:
— Ысынлап та, институттың уҡытыусыларға, директорҙарға ярҙамы ифрат ҙур. Мәҫәлән, яңы уҡыу йылының башы ғына булыуға ҡарамаҫтан, тарих фәненән курс булды. Әле физика уҡытыусылары белемен камиллаштыра. Дөйөм алғанда, һуңғы өс йылда барлыҡ педагогтарыбыҙ курс үтте. Мәғариф тураһындағы яңы Закон, федераль стандарттар буйынса уҡыуҙар фәһемле булды. Уҡып ҡайтҡандарҙан тармаҡтағы үҙгәрештәр, заманса алымдар тураһында һорашып, ҡыҙыҡһынып торабыҙ. “Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашырымды белгәс, уҡытыусылар һеҙгә күп сәләм юллап ҡалды, рәхмәт әйтеүемде һораны. Мәҫәлән, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, физика уҡытыусыларының дәрестәрен юғары баһаланылар.
Инклюзив, дистанцияла белем биреү буйынса курстар әһәмиәтле булды. Бығаса ундай уҡытыу алымдары ҡулланылмағас, күп нәмәне белмәй инек, хәҙер тәжрибә туплай башланыҡ. Берҙәм дәүләт имтихандарын ойоштороу йәһәтенән дә институттың ҙур ярҙамын тойҙоҡ.
Әммә, ваҡыт етмәйме, әллә әүҙемлек күрһәтмәйбеҙме — конференцияларҙа, Интернет-кәңәшмәләрҙә ҡатнашҡаныбыҙ юҡ. Үҙебеҙҙе ошо йәһәттән дә һынап ҡарарға теләк бар. Шулай уҡ бер тәҡдимемде лә еткерәйем: белеүегеҙсә, IХ класс уҡыусыларына Берҙәм йомғаҡлау аттестацияһын мәктәптә үҙаллы тикшерәбеҙ — БДИ кеүек үк, был эште лә дөрөҫ, аныҡ баһалау юлдарын өйрәтһәгеҙ ине.
Рәмил МӘЖИТОВ:
— Дөрөҫ тәҡдим. Был мәсьәлә хаҡында уйлашырбыҙ.
Курстарҙың ҡайҙа үтеүе яҡшыраҡ?
—Белеүебеҙсә, ҡайһы бер курстарҙы райондарға барып уҙғараһығыҙ. Уҡытыусылар быны ыңғай баһалай. Һеҙҙеңсә, уларҙың ҡайҙа үтеүе яҡшыраҡ?
Наталья ӘХМӘТОВА:
— Уҡытыусылар ыңғай баһалай, тинегеҙ. Мин дә уларға ҡушылам. Беҙҙең районда ла күсмә уҡыуҙар булды — бик ҡәнәғәт ҡалдыҡ.
Фәнзил САНЪЯРОВ:
— Күптән түгел Бөрйән районының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына ла шундай бәхет тейҙе — уларға бер аҙна дәрес биреп ҡайттыҡ. Лекциялар булды, ғәмәли эштәр башҡарылды. Ғөмүмән, был — бик һәйбәт күренеш, тип иҫәпләйем. Уҡытыусыларға Өфөгә килеп уҡыу өсөн финанс сығымы ла талап ителеүен иҫәпкә алғанда, икеләтә яҡшы.
Рәмил МӘЖИТОВ:
— Дөрөҫөн әйткәндә, райондарға барып уҡытыу күберәк шул финанс мәсьәләһе менән бәйле инде. Курстарҙы урында ойоштороуға район етәкселәре күп көс һала. Яҡында булғас, уҡытыусылар ҙа күберәк йыйыла. Әммә, минеңсә, Өфөгә килеү отошлораҡ, сөнки бында, уҡыуҙан тыш, мәҙәни сараларға, театрҙарға йөрөүҙе ойошторабыҙ, тимәк, педагог барлыҡ мәшәҡәттәренән арынып, ял итеп, ижади үҫешеп, яңы дәрт-дарман алып ҡайтыу мөмкинлегенә эйә.
Курстарҙың йөкмәткеһен байытыу маҡсатында Мәскәү, Санкт-Петербург һәм башҡа ҡалаларҙағы, сит илдәрҙәге уҡыу йорттарының тәжрибәһен өйрәнәбеҙ, институт уҡытыусыларының белемен камиллаштырабыҙ. Мәҫәлән, яңыраҡ һигеҙ кешенән торған делегация Германияға юлланды. Быйыл яҙ белгестәрҙән бер төркөм Францияла булып ҡайтҡайны. Осрашыуҙарҙа ҡатнашып, балалар баҡсаларының, мәктәптәрҙең, техникумдарҙың тәжрибәһен өйрәнеп, өс көнлөк курс үтеп, сертификат алып ҡайттыҡ. Сағыштырып ҡараһаң, беҙҙең уҡытыусылар менән ундағылар араһында бер ниндәй айырма юҡ: шул уҡ мәсьәлә, мәшәҡәт, уларҙы йырып сығырға, заманса эшләргә ынтылыш... Һөйөнөстәр ҙә иш. Ә беҙҙәге мәктәптәр, балалар баҡсалары сит илдәрҙекенә ҡарағанда зауыҡлыраҡ та.
“Үҫештән туҡтаған уҡытыусы һөнәрен юғалта”, — тине Фәнзил Бүләк улы. Ә беҙ, педагогтарҙы үҫтереүгә өлөш индереүселәр, башҡаларҙан алдараҡ барырға бурыслыбыҙ. Алдан әйтеп үтеүемсә, дистанцияла уҡытыу алымдарын арыу уҡ үҙләштерҙек. Былтыр был йәһәттән өс мең самаһы педагог белемен камиллаштырҙы. Әммә дистанцияла уҡытыу менән бигүк мауығырға ярамайҙыр, тип уйлайым. Ситтән тороп консультация бирергә, семинарҙар үткәрергә була, әммә дәрестәрҙе мөмкин тиклем яҡындан аралашып, күҙгә-күҙ ҡарашып алыу отошло. Заманса технологиялар нисек кенә үҫешмәһен, уҡытыусы үҙ урынында ҡала, асылын, әһәмиәтен бер ваҡытта ла юғалтмай. Шуның өсөн дә курстарҙы йыйылышып уҙғарыу, йәнле аралашыу мөһим.
Педагогтарҙы эшһеҙ ҡалдырмаҫ өсөн
— Ысынлап та, уҡытыусылар Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институтын эшендә терәк-таяныс итеп күрә. Һеҙ ҡулайлаштырыу сәбәпле эшһеҙ ҡалған педагогтарға ла ярҙам күрһәтәһегеҙ, уларға өҫтәмә белем бирәһегеҙ.
Рәмил МӘЖИТОВ:
— Институтта педагогтар хаҡында мәғлүмәт тикшерелеп тора. Уҡытыусы ниндәй предметты уҡыта, квалификацияһы тап киләме, дипломы буйынса белеме ниндәй — барыһын да ҡарайбыҙ, анализ яһайбыҙ. Ошо белешмәнән сығып, 17 йүнәлештә квалификацияны үҙгәртеү курстары астыҡ. Уларҙа йыл һайын 300-гә яҡын кеше белем ала. Курстарҙың ваҡыты төрлөсә: 550 — 1 200 сәғәткә тиклем. Белеүегеҙсә, ҡулайлаштырыуға күберәк ауыл мәктәптәре дусар ителә, эшһеҙ ҡалған уҡытыусыларға башҡа предметтарҙы уҡытырға тәҡдим ителә. Ә уларҙың һөнәри квалификацияһы күп осраҡта был фәнгә тап килмәй. Шуның өсөн дә беҙҙең институт биргән мөмкинлек уҡытыусылар өсөн ифрат ҡулайлы. Улар курс үтеп, икенсе диплом ала ла яңы эшкә тотона. Әммә барыһы ла шыма бара тип әйтеп булмай, хәл итәһе мәсьәлә бихисап. Мәҫәлән, күптән түгел башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу буйынса республика кәңәшмәһе үтте. Төбәктә был предметты 340-тан ашыу уҡытыусы белгес булмайынса өйрәтә. Кәңәшмәлә әйтеүҙәренсә, һөйөнөс тә, көйөнөс тә етерлек, башҡараһы эштәр күп.
Фәнзил САНЪЯРОВ:
— Предметты белгес түгел көйө өйрәтеүҙе кире күренеш тип иҫәпләмәйем: уҡытыусыны эштән мәхрүм итеү ғәйеп. Ә бындай мөмкинлек бирелгән икән, педагог яңы йүнәлеште эҙләргә бар тырышлығын һаласаҡ. Әле башҡорт телен уҡытыу алымдарын өйрәнгән бер төркөм уҡытыусыларға дәрес биреп йөрөйөм. География киң генә: Тәтешле, Салауат, Яңауыл, Илеш һәм башҡа райондарҙан килгәндәр. Ҙур теләк менән өйрәнәләр. Курс өс семестрға иҫәпләнгән. Контроль эш, зачет, имтихан — барыһы ла бар.
Рәмил МӘЖИТОВ:
— Курс үтеүселәрҙең бөтәһе лә – быға тиклем мәктәптә эшләгән, күпмелер тәжрибәгә эйә уҡытыусылар. Тимәк, нигеҙ бар, яңы предметҡа “инеп китеү” генә шарт. Теләк булһа, ыңғай һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәҫ.
Квалификацияһын үҙгәртергә килгәндәр документты еңел генә алып ҡайта, тип уйларға ярамай. Уларҙың белем кимәлен баһалау маҡсатында дәүләт комиссияһы төҙөлөп, тейешле кимәлдә имтихан ҡабул итә. Ошо өс семестр ваҡытында курс үткәндәр дәрес тыңлап ҡына ҡалмай, бер-береһе менән аралаша, театрҙарға, концерттарға, музейҙарға йөрөй, милли гәзит-журнал, китап уҡый. Ғөмүмән, уларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың барлыҡ үҙенсәлектәрен төшөндөрөргә тырышабыҙ.
Зарланып ултырһаҡ...
— Ошо урында башҡорт телен дәүләт теле итеп уҡытыу дәреслектәренең ҡатмарлы булыуы хаҡында фекерегеҙҙе ишетке килә. Белеүебеҙсә, Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институты әсбаптарҙы яңыртыу буйынса эш башланы.
Рәмил МӘЖИТОВ:
— Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу буйынса республика кәңәшмәһе ойошторолоуы хаҡында алдан әйтеп үткәйнем. Унда дәреслектәрҙе яңыртыу мөһимлеге тураһында күп фекер ишеттек. Мәғлүм булыуынса, республика Президенты Рөстәм Хәмитов та педагогик йәмғиәт алдына шундай бурыс ҡуйҙы. Төбәгебеҙҙәге төрлө милләт балаларына башҡорт телен йәнле аралашыу аша ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп өйрәтеү мөһим. Төп иғтибарҙы грамматика ҡағиҙәләренә бирмәйенсә, методиканы камиллаштырһаҡ, һис шикһеҙ, телде уҡытыу ҙурыраҡ һөҙөмтә бирәсәк. Был йәһәттән эш башланды. Мәҫәлән, күптән түгел V класс уҡыусылары өсөн электрон башҡорт теле дәреслегенә исем туйы уҙғарылды.
Фәнзил САНЪЯРОВ:
— Сарала уҡытыусылар әсбапҡа ҙур баһа бирҙе. Уның дәүләт телен өйрәтеүгә тос өлөш индерәсәгенә иманыбыҙ камил. Электрон дәреслектең авторҙары — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры, филология фәндәре докторы Миңһылыу Усманова менән филология фәндәре кандидаты Зәкиә Ғәбитова.
Ғөмүмән, башҡорт телен уҡытыу, әсбаптарҙың йөкмәткеһе буйынса ғалимдар һәм уҡытыусылар араһында элек-электән бәхәс бара. Оҙон текстар сит милләт балаһына ғына түгел, башҡортҡа ла ауыр бирелә. Шулай уҡ грамматикаға ҙур урын бүленгән. Мәҫәлән, V — VI класс уҡыусылары тик шул ҡағиҙәләрҙе өйрәнеү менән мәшғүл. Ошондай ҡоро грамматика, ҡатмарлы текстар менән, әлбиттә, телгә һөйөү тәрбиәләү мөмкин түгел. Киреһенсә, биҙҙереүебеҙ ихтимал.
Әле әйтелгән яңы электрон дәреслек бөтөнләй икенсе төрлө төҙөлгән. Унда текстар ҡыҫҡа, аңлайышлы, күп дәрестәр диалогтарҙан тора. Ғөмүмән, балаларҙы уйлатыу, һөйләтеү, үҙаллы эшләтеү алымына ҡоролған. Белеүегеҙсә, мәғарифтағы яңы стандарттар ҙа шуны талап итә: уҡыусы, әҙер материалды тыңлап, остазы өйрәткәнсә ҡабул итергә түгел, ә бирелгәнде асылына төшөнөп, уйлап, фекер йөрөтөп үҙләштерергә тейеш.
— Дөрөҫ яҙылыш ҡағиҙәләренә әйләнеп ҡайтҡанда, уларҙы нисек урап үтергә? Иғтибарҙы кәметеп, грамотаһыҙ быуын үҫтермәҫбеҙме?
Фәнзил САНЪЯРОВ:
— Аралашыуға өҫтөнлөк биреүҙе грамматиканы инҡар итеү тип аңларға ярамай. Икеһенә лә тейешле урын бүленергә тейеш.
Наталья ӘХМӘТОВА:
— Фәнзил Бүләк улы менән килешәм: һәр нәмәне нормаға һалыу зарур. Дөрөҫ яҙылышты ситкә “шылдырып” ҡуйһаҡ, телде өйрәтеүҙе тейешенсә алып бара алмаясаҡбыҙ. Унан килеп, грамоталылыҡ — кешенең белем, аң кимәленең сағылышы: йәш быуынды бындай өҫтөнлөктән мәхрүм итергә хаҡыбыҙ юҡ.
Дәреслектәр ҡатмарлы, тинегеҙ. Ризамын. Әммә ижади эшләгән уҡытыусы дәресте әсбапҡа “йәбешеп ятып” өйрәтергә тейеш түгелдер. Унда бирелгәндәрҙе нигеҙ итеп алып, үҙеңсә үткәрергә мөмкин бит. Бының өсөн мәғлүмәт күп хәҙер: Интернетта башҡортса ҡыҙыҡлы биттәр бар, милли гәзит-журналда файҙалы мәҡәләләр даими донъя күрә, тимәк, йыбанмаҫҡа, эҙләнергә кәрәк. Яңы дәреслектәр кәрәкмәй, тимәйем. Кәрәк. Әммә уларҙы тиҙ арала сығарыу мөмкин түгел бит, зарланып ултырһаҡ, әллә күпме ваҡыт бушҡа әрәм ителәсәк. Минеңсә, әле башҡорт телен дәүләт теле итеп уҡытыуҙың һөҙөмтәле алып барылыуы уҡытыусының ижади ҡарашына, тырышлығына бәйле.
Фәнзил САНЪЯРОВ:
— Ә туған телдәр нисек уҡытыла һеҙҙә, Наталья Мөслим ҡыҙы? Заманында Һәүәләй мәктәбендә был йәһәттән эш юғары кимәлдә алып барыла торғайны.
Наталья ӘХМӘТОВА:
— Әлбиттә, ҡануниәткә ярашлы барлыҡ мөмкинлекте булдырырға тырышабыҙ. Район хакимиәтенең мәғариф идаралығында ла: “Һәр бала мәктәптә туған телен өйрәнергә тейеш”, — тиҙәр, шарттар булдырыу мөһимлеген аңлаталар. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эште тейешле кимәлдә үтәй алмайбыҙ: ҡайһы бер ата-әсә риза түгел. Ә башҡорт телен дәүләт теле итеп уҡытыуҙа проблема юҡ, барыһы ла яйға һалынған, аҙнаһына өс сәғәт өйрәнелә.
Фәнзил САНЪЯРОВ:
— Һәүәләй мәктәбендә туған телдәрҙең улай тейешле кимәлдә уҡытылмауы борсоуға һала. Ата-әсә менән эште көсәйтергә кәрәк. Башҡорт балаһы — башҡорт, татар балаһы — татар, сыуаштыҡы — сыуаш, урыҫтыҡы урыҫ телен белеп үҫергә тейеш. Быны күңел, рух ҡына түгел, ҡануниәт талап итә.
“Татар теле уҡытыусыһы бик ҡәнәғәт булып ҡайтты!”
— Тел уҡытыусыларын дәртләндереү саралары ла етерлек. Шуларҙың иң ҙуры — “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы. Һөйләшеү башында уның хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт бирергә вәғәҙә иткәйнегеҙ, Рәмил Ғиниәт улы.
Рәмил МӘЖИТОВ:
— Беҙҙең институт — конкурсты ойоштороусыларҙың береһе. Сараны педагогтарҙың эшенә баһа биреү, уларҙы дәртләндереү, үҫтереү йәһәтенән иң уңышлы проект тип иҫәпләйем. Белеүегеҙсә, төп конкурстан тыш, башҡорт, татар, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн айырым бәйгеләр ойошторабыҙ. Сара йылдан-йыл камиллаша, номинациялар өҫтәлә. Был, әлбиттә, уҡытыуға заманса алымдар индерелә барыуы, педагогтарҙың ижадилыҡҡа өҫтөнлөк биреүе, эҙләнеүе, яңыса эшләргә ынтылыуына бәйле. Иң мөһиме — конкурста ҡатнашырға теләүселәр кәмемәй, киреһенсә, арта. Һуңғы бәйгелә миңә жюри рәйесе булараҡ ҡатнашырға тура килгәйне. Уҡытыуҙың яңы алымдарын шул ҡәҙәр оҫта ҡулланып, ижади эшләгән педагогтарҙың күплегенә һоҡландым. Был ынтылыш юҡтан ғына барлыҡҡа килмәй: беренсенән, уҡытыусы балаларҙы, эшен мөкиббән ярата; икенсенән, ул хеҙмәтенә иғтибар, үҙенә бағланған ышанысты тоя. Ауыл һәм ҡала мәктәптәре араһында хәҙер айырма юҡ тиерлек — шарттар бер үк, тимәк, педагогтарға берҙәй үҫеш мөмкинлеге бирелә.
Быйыл тәүге тапҡыр “Йыл тәрбиәсеһе” тигән конкурс уҙғарҙыҡ, унда 42 кеше ҡатнашты. Әлбиттә, әҙерәктер, әммә киләсәктә көсөн һынарға теләүселәр артыр тигән ышаныстамын.
Фәнзил САНЪЯРОВ:
— Минеңсә, “Йыл уҡытыусыһы”нда ҡатнашыусыларҙың кәмемәүе күберәк тел, әҙәбиәт өйрәтеүселәрҙең әүҙемлеге менән бәйле. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының мәғариф комиссияһы рәйесе булараҡ, республика мәктәптәренә йыш йөрөргә тура килә. Сәфәрҙә гел шуға шаһит булам: белем усаҡтарында иң әүҙеме — башҡорт, татар һәм башҡа тел, әҙәбиәт уҡытыусылары. Мәктәптәге ойоштороу эштәренең күбеһе уларға йөкмәтелә. Әлбиттә, бындай тәжрибә төрлө ярышта ҡатнашыуға булышлыҡ итмәйенсә ҡалмай. Ошондай педагогтарыбыҙ булғанда “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы, әлбиттә, йәшәйәсәк.
Бәйгенең йылдан-йыл юғары кимәлдә үтеүе уҡытыусыларҙың интеллектуаль йәһәттән үҫешенә бәйле. Заманса техника, интерактив таҡта менән эшләү, шәхси проектыңды иҫбатлау — быларҙың барыһы ла уҡытыуҙың яңы баҫҡысына күтәрелеүҙең билдәһе. Шулай ҙа, ниндәй генә үҙгәреш булмаһын, уҡытыусыға хас юғары төшөнсәләр юғалмай, киреһенсә, һөнәри ҡаҙаныштар менән бергә үҫешә бара.
Рәмил МӘЖИТОВ:
— Тағы ла шуны өҫтәп әйтергә кәрәк: “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашҡандар менән бәйләнеште өҙмәйбеҙ: институтта ойошторолған курстарға, конференцияларға, семинарҙарға саҡырабыҙ, методик ҡулланмалар әҙерләүҙә ҡатнашыу мөмкинлеген бирәбеҙ. Улар шулай уҡ райондарҙа алдан башлап йөрөүселәргә әүерелә: “оҫталыҡ дәресе” күрһәтә, төрлө комиссия эштәренә йәлеп ителә. Ғөмүмән, “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы педагогтарҙың үҫешен тәьмин итеү менән бергә заманса эшләргә өйрәткән тәжрибә майҙансығын киңәйтеү мөмкинлеген бирә.
Наталья ӘХМӘТОВА:
— Ысынлап та, конкурстың әһәмиәте ҙур. Иң мөһиме — ул уҡытыусыларҙы дәртләндерә, уларға бер-береһе менән кәңәшләшеп, фекер, тәжрибә уртаҡлашып эшләү мөмкинлеген аса. Мәҫәлән, уҙған уҡыу йылында беҙҙең Һәүәләй мәктәбенең татар теле уҡытыусыһы үҙ предметы буйынса конкурста финалға сығып, бик ҡәнәғәт булып ҡайтты. Бындай саралар кәрәк.
— Хөрмәтле ҡунаҡтар, мәғариф менән матбуғат һәр заманда ла бер үк бурыстарҙы башҡарған, тимәк, киләсәктә лә бергә, ярҙам итешеп эшләрбеҙ тигән ышаныста ҡалайыҡ.
Рәмил МӘЖИТОВ:
— Форсаттан файҙаланып, республиканың педагогик йәмғиәте вәкилдәрен, хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы Халыҡ-ара уҡытыусылар көнө менән ҡотлайым. Замандың ниндәй генә һынау ҡуйыуына ҡарамаҫтан, бирешмәгән, юғарылыҡта ҡалған, һәр саҡ үҫешкә ынтылып, киләсәк быуын мәнфәғәтендә фиҙакәр эшләгән хеҙмәттәштәремә һаулыҡ, яңы үрҙәр, уңыштар теләйем.