Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Буяуҙарҙың хикмәтле көсө
Буяуҙарҙың хикмәтле көсө...Бала саҡтан һүрәт төшөрөү менән мауыҡҡан Наилә Өфөләге 2-се педагогия колледжына уҡырға килә. Бында буяуҙарҙың сихри көсөнә, матурлыҡ серҙәренә тағы ла нығыраҡ төшөнгән йәш белгес белгәнен тыуған ерендә таратыу ниәтендә изге төйәгенә эшкә ҡайта.

Хеҙмәт юлын Аҡъярҙа башлай ул. Унан, яҙмышын Әбүбәкер ауылы егете Солтан Билалов менән бәйләп, эшен иренең тыуған ерендә дауам итә. Икеһе лә һөнәре буйынса уҡытыусы булғанлыҡтандыр, йәштәрҙең тормошо тәүге көндән үк бер уй-маҡсатҡа ҡорола. Солтан Билал улы уҡыусыларға технология, география фәндәрен "йөҙөп йөрөп" өйрәтһә, Наилә Рәхимйән ҡыҙы рәсем серҙәренә төшөндөрә. Ижади күңелле, тынғыһыҙ ҡатын "Оҫта ҡулдар" түңәрәген дә ойоштороп ебәрә. Тырышлыҡ үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай: һүрәт төшөрөүгә әүәҫ уҡыусыларҙың байтағы төрлө конкурста ҡатнашып, урындар ала башлай, ҡайһы берҙәренең ижади эштәре күргәҙмәләргә ҡуйыла.
Түңәрәктә шөғөлләнгән балалар һүрәт төшөрөү менән генә мауыҡмай: һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылған остаздары уларҙың һәләтен төрлө яҡлап асыу йәһәтенән маҡсатлы эш алып бара. Әйтәйек, ҡамырҙан, пластилиндан төрлө әйбер яһайҙар, кейем тегәләр. Әммә Наилә Рәхимйән ҡыҙының ижади күңеле тағы ла яңылыҡҡа тартыла: ул Интернет аша кейеҙ баҫыу серҙәренә өйрәнә башлай. Төрлө мәғлүмәт туплап, шулай уҡ Ғәлиәхмәт ауылында йәшәгән ата-әсәһенән дәрестәр алып, уҡыусылар менән бергә ниәтен тормошҡа ашырырға тотона. Эш мәлендә ваҡыт етмәй ҡалған осраҡта балаларҙы йортона саҡырырға ла тура килә.
Кейеҙ баҫыуҙы — халҡыбыҙҙың онотола барған шөғөлөн — тергеҙеү буйынса асыҡ дәрестәр ҙә күрһәтелә. Наилә Рәхимйән ҡыҙы уҡыусылар менән бергә яһаған ҡул эштәрен район күргәҙмәләренә сығара, конкурстарҙа ҡатнашалар. Былтыр, мәҫәлән, райондың балалар ижад йортонда уҙғарылған ярышта түңәрәктә шөғөлләнгән Нургизә Солтанғужина I урынды яулаған. Быйылғы конкурста ла еңәсәктәренә шикләнмәй әбүбәкерҙәр. Ярышҡа әҙерлек күптән башланған да инде.
Ғөмүмән, Билаловтар бөтөн яҡтан өлгө күрһәтеп йәшәй. Ғаилә конкурстарында, спорт, бейеү ярыштарынан ҡалмай улар. Һоҡланғыс йорт һалып сыҡҡандар, өс бала үҫтерәләр.
Үҙ-үҙенә талапсанлығы, ныҡышмаллығы, ихласлығы менән коллективта ҙур хөрмәт ҡаҙанған Наилә Рәхимйән ҡыҙының иңенә былтыр йәнә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән: уны Әбүбәкер урта мәктәбе директоры итеп тәғәйенләгәндәр. Бөгөн был белем усағы районда алдынғылар рәтендә. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, күптәргә өлгө булған, һөнәрен, балаларҙы мөкиббән яратҡан, халыҡ йолаларын дауам итеп, йәш быуын күңелендә матурлыҡ тәрбиәләгән педагогтың тормошоноң артабан да уңыштар, еңеүҙәр менән тулы булырына ышаныс ҙур.


Автор: К. ИШБУЛДИНА. Район: Хәйбулла районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә