Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күңелдән сыҡҡан күңелгә етә
Күңелдән сыҡҡан күңелгә етәМәғариф учреждениеһының эске һәм тышҡы күренеше ифрат күркәмләнде хәҙер: беҙҙең балалар уҡыған осор — уҙған быуаттың 80 — 90-сы йылдары — менән сағыштырыу мөмкин түгел. Ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең йылы, яҡты бүлмәләрҙә, заманса шарттарҙа белем алыуына һөйөнөп бөтә алмайым.
Тантаналар, байрамдар, тәрбиәүи, мәҙәни кисәләр иһә элеккеләй матур, күңелле, әһәмиәтле үтә. Сараларҙы тәжрибәле педагог, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Менәүәрә Мәҡсүтова һәр саҡ ҙур оҫталыҡ менән ойоштора һәм алып бара. Быйылғы Белем байрамының юғары кимәлдә уҙыуы ла уның һәләтенә, тынғыһыҙлығына, егәрлелегенә бәйле.
Балҡып торған мәктәптең сәскәгә күмелгән ишек алдына иртәнән үк яңғыраған ҡурай моңо оҙатыуында ҡупшы кейемдәге уҡыусылар тантаналы линейкаға йыйылды. Тулҡынландырғыс минуттар... Күңеленән ихласлыҡ, йөҙөнән нур сәселеп торған Менәүәрә Ғәбделхәй ҡыҙы тантаналы сараны аса. Бер ниндәй тотҡарлыҡ, сыуалыш юҡ: барыһы ла алдан уйланылған, һәр нәмә үҙ урынында, тантана ентекле әҙерләнгән сценарий буйынса бара.
Бына шулай башлап ебәрә лә уҡыу йылы дауамында арыу-талыу белмәйенсә ныҡышмалы эшләй Менәүәрә Ғәбделхәй ҡыҙы. Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһына килеүенә инде 30 йылдан ашыу ғүмер уҙған. Өлгөр педагог, директор урынбаҫары вазифаһын башҡарыу менән бер рәттән, өлкән кластарҙа математиканан да уҡыта. Атлап түгел, ә "осоп" йөрөгән, осҡон сәсеп торған ҡарашлы, моңло тауышлы Менәүәрә Ғәбделхәй ҡыҙын хеҙмәттәштәре ихтирам итә, терәк-таяныс итеп күрә. "Йәш быуынды телһөйәр, илһөйәр итеп тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән шәхес" тип баһалайҙар уны.
Менәүәрә Мәҡсүтованың тырыш, фиҙакәр хеҙмәтен республика Хөкүмәте лә иғтибарһыҙ ҡалдырманы: педагог "Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы", "Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды.
Башҡорт гимназияһында балаларҙың һәләтен асыу һәм үҫтереү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған, драма, бейеү, ҡурай һәм башҡа музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнеү мөмкинлеген биргән түңәрәктәр эшләй.
— Уҡыу йылы башланып ҡына тора, башҡараһы эш бихисап. Әле Фатима Мостафинаның 100 йыллыҡ юбилейына әҙерләнәбеҙ, — ти Менәүәрә Ғәбделхәй ҡыҙы.
Һоҡланғыс педагог, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, ғаиләһендә уңған хужабикә, һөйөклө ҡатын, хәстәрлекле әсәй, өләсәй булараҡ танылған Менәүәрә Мәҡсүтоваға ата-әсә, өләсәйҙәр, олатайҙар исеменән рәхмәт әйтеп, уны Уҡытыусылар көнө менән ҡайнар ҡотлайым.


Автор: Лилиә ЯХИНА, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Район: Шишмә районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә