Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Юлдарҙа һуғыш бара тиерһең...
Юлдарҙа һуғыш бара тиерһең...Рәсәйҙә автоһәләкәттәр һаны һис кенә кәмемәй

Рәсәй юлдарында бөгөн һуғыш бара тиерһең: автоһәләкәт ҡорбандары көнөнә генә тиҫтәләрсә, хатта йөҙҙәрсә ғүмерҙәр менән иҫәпләнә. Юл аҙабы – гүр ғазабы, тигән боронғолар, әммә был һүҙҙәр XXI быуатҡа аяҡ баҫҡанда ла әһәмиәтен юғалтмаған.

Ысынлап та, Рәсәй юлдарындағы фажиғәләр хаҡындағы хәбәрҙәр ниндәйҙер ҡан-ҡойош урынынан килгән яңылыҡтар сылбырын хәтерләтә. Быға күнегеп тә бөттөк шикелле: "аһ" итәбеҙ ҙә онотабыҙ. Әммә юлдар ҡорбан көҫәүен дауам итә: көн һайын тиерлек республикала ғына тиҫтәләгән водитель, пассажир, йәйәүле һәләк була, йәрәхәтләнә. Мәҫәлән, Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев май айында уҡ: "Юлдарҙа һәләк булыусылар һаны 2012 йылда 7,5 процентҡа артһа, быйылғы өс айҙа ғына – 6,5 процентҡа", – тип билдәләгәйне. Эйе, 2004 – 2010 йылдарҙа Рәсәй юлдарында ярты миллион кешенең ғүмере өҙөлгән. Шулай уҡ, рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, юл фажиғәләренән күргән зыян күләме йылына яҡынса 1 триллион һумға барып баҫа – был илебеҙҙә хәрбиҙәргә һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына тотонолған ҡаҙна сығымдарына бәрәбәр.
Үҙенән-үҙе һорау тыуа: ошондай авариялар һанын кәметеү өсөн бөгөн ил етәкселеге тарафынан нимәләр эшләнә? Күптән түгел Рәсәй Хөкүмәте юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген үҫтереү буйынса яңы ете йыллыҡ программа ҡабул итте. Был маҡсатҡа йүнәлтеләсәк аҡса күләме 32 миллиард һумға барып баҫасаҡ: федераль ҡаҙнанан 17 миллиард һум бүленһә, төбәктәрҙән – 14, башҡа сығанаҡтарҙан тағы ла бер миллиард йәлеп итеү күҙҙә тотола. Әммә был алдан күҙалланған һандан байтаҡҡа кәмерәк – ЮХХДИ тәҡдим иткән программаға башта 100 миллиард һум сарыф итеү планлаштырылған. Тимәк, хәҙер уның өстән бер өлөшө менән генә мөрхәтһенергә тура киләсәк. Сәбәбе аңлашыла – илдең иҡтисади хәле әллә ни маҡтанырлыҡ түгел: иғтибарҙы көткән башҡа тармаҡтар ҙа етерлек. Был күләм юлдарҙағы хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртергә ярҙам итерме? Сағыштырыу өсөн: уҙған ете йыллыҡта (2005 – 2012 йылдар) ошондай уҡ программаға 52 миллиард һум аҡса бүленгән.
Әлбиттә, аҡса бүленеүе генә юл фажиғәләре һанын "ауыҙлыҡлауҙа" төп шарт түгел. Быны башҡа илдәрҙең миҫалы ла иҫбатлай.
Германиялағы хәл менән сағыштырып ҡарау ҙа етә. Беҙҙә халыҡ һаны күберәк булһа ла (Рәсәйҙә 135 миллион кеше йәшәһә, Германияла – 82 миллион), унда автомобилдәр байтаҡҡа күберәк (беҙҙә 35 миллион еңел автомобиль теркәлһә, был илдә – 43 миллион). Шуға ҡарамаҫтан, унда юл фажиғәһе ҡорбандары беҙҙән ун тапҡырға әҙерәк – йылына 3-4 мең кешенең ғүмере өҙөлә.
Германияла ла үткән быуаттың 70-се йылдарында юл фажиғәһе ҡорбандары һаны йылына 20 мең кеше тәшкил иткән (әйткәндәй, ул ваҡытта уҡ юлдары беҙҙең бөгөнгөһөнән күпкә сифатлыраҡ булған тип иҫәпләй белгестәр). Әммә тиҙҙән ҡорбандар иҫәбен бер нисә тапҡырға кәметеүгә өлгәшәләр. Мәҫәлән, Германияла әле лә, Рәсәй менән сағыштырғанда, юл-транспорт ваҡиғалары күберәк теркәлә: 2011 йылда унда 305 мең авария булһа, беҙҙә – 200 меңгә яҡын. Әммә ошо һәләкәттәрҙә Германияла 4002 кешенең ғүмере өҙөлһә, беҙҙә 27 953 кеше һәләк булған. Ошо ҡәҙәре айырманың сәбәбе ниҙә һуң?
Яуап бик ябай: Рәсәйҙә бәләгә ҡалғандарға йыш ҡына тәүге ярҙам үтә һуңлап килә. Беҙ был йәһәттән Европа илдәренән байтаҡҡа ҡалышабыҙ: унда юл-транспорт ваҡиғаһына эләккәндәр өсөн айырым "тиҙ ярҙам" хеҙмәте эшләй. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, ауыр йәрәхәтләнгәндәрҙең 80 проценты, нигеҙҙә, күп ҡан юғалтыуҙан авариянан һуң өс сәғәт дауамында йән бирә. Шуға ла Германия, Бөйөк Британия, Италия, Швейцария кеүек илдәрҙә авария урынына полиция иң тәүҙә беренсе ярҙам күрһәтеү өсөн ашыға. Ә Рәсәйҙә – протокол төҙөргә...
Әйткәндәй, быйыл Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы полиция һәм ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен юл фажиғәләрендә һәм башҡа кисектергеһеҙ хәлдәрҙә тәүге ярҙам күрһәтеү оҫталығына өйрәтеү яуаплылығын үҙ өҫтөнә алған. Хәҙер был йәһәттән хәлдең яҡшыға үҙгәреренә өмөтләнергә ҡала.
Йәнә шул: төрлө сығанаҡтарҙан асыҡланыуынса, түрәләр өсөн затлы транспорт сараларына ғына ҡаҙнанан йылына 15 – 20 миллиард һум сығып "оса". Халыҡ күпме ризаһыҙлыҡ белдерһә лә, улар күптән үҙ итеп өлгөргән "Мерседес", "БМВ", "Ауди" менән "Лексус"тар һаны һис кенә лә аҙаймай шул. Ошо тиклем аҡсаны түрәнең түрә икәнлеген күрһәтеү өсөн тотонғансы, шуның яртыһын, хатта өстән бер өлөшөн булһа ла баяғы хәрәкәт хәүефһеҙлеген үҫтереү программаһына сарыф иткәндә, юлдарҙа саҡ ҡына булһа ла тынысыраҡ булмаҫ инеме икән?

ФЕКЕР
Ғайса АРЫҪЛАНОВ, автоһәүәҫкәр:
– Ҡышын төндә Белорет районының халыҡта "Ҡәйнә теле" тип аталған урынында аварияға эләктем – ҡаршы килгән йөк машинаһына бәрелдем. Аллаға шөкөр, ҡатыным да, үҙем дә тере ҡалдыҡ, шулай ҙа йәрәхәтләндек. Туғандарыбыҙға хәбәр итеү мөмкинлеге булманы – телефон бәйләнеше юҡ ине. Шулай ҙа "112"-гә шылтыраттыҡ. Әммә полиция хеҙмәткәрҙәре иртәнге туғыҙҙа ғына килеп етте. Машинабыҙ тимер өйөмөн хәтерләтә, үҙәккә үтерлек һыуыҡ, әлдә йөк машинаһындағылар хәлебеҙгә керҙе – алмаш-тилмәш шунда ултырып төн үткәрҙек. Ә ул машина ла эшлектән сыҡҡан булһа, беҙҙең менән ни булыр ине, уйлауы ла ҡурҡыныс. Тағы "йәрәхәтләнеүселәр бар" тип хәбәр итһәк тә, "Тиҙ ярҙам"дың килмәүе уйға һалды. Ярай, беҙҙең яралар еңелсә ине, ә хәлебеҙ ауырыраҡ булһа?
Эйе, беҙҙе ҡотҡарырға тейешле кешеләрҙең битарафлығы аптырата. Мәҫәлән, Әбйәлилдән берәүҙәрҙең, шулай ҡышын аварияға эләгеп, туңып үлмәҫ өсөн автомобиль тәгәрмәсе резиналарын, кресло ябыуҙарын яғып йылыныуҙарын ишеткәс, ғәжәпләнмәнем дә. Рәсәйҙә аварияға эләкһәң, йәрәхәттән генә түгел, ә ваҡытында ярҙам килеп етмәгәндән, һыуыҡтан туңып үлеүең бик ихтимал.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20