Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәшәп ҡара бер көн икмәкһеҙ!
Йәшәп ҡара бер көн икмәкһеҙ!Икмәк бешереү оҫталары борон-борондан оло хөрмәт ҡаҙанған. Әгәр элек ауыл кешеләре әпәкәйҙе үҙе һалһа, хәҙерге тормош рәүеше һәм көсөргәнешле хеҙмәт был шөғөлгә ваҡыт ҡалдырмай. Магазин кәштәләрендә аҙыҡ-түлек тулып ятһа ла, икмәккә хөрмәт һис кәмемәй.

Әлшәй районында икмәк бешереү оҫтаһы Ринат Зариповты һәр кем белә. Уның тауарын күрше Дәүләкән, Миәкә райондары эшҡыуарҙары ла ҙур теләк менән һатып ала. Әлшәйгә килгән һәр кеше "Зариф" икмәкханаһында бешкән күмәстәрҙе мотлаҡ тәмләп ҡарарға тырыша.
Бөгөн Ринат Мөхәммәтғариф улы етештереүсе абруйына, бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәре араһында танылыуға, баҙарҙа үҙ урынын булдырыуға өлгәшкән. Башта 25 йыл буйы физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән уҙамандың эше ыңғай ғына бармай. Шафран ауылында мәктәп кухняһын ҡуртымға алып, тәүге хеҙмәт аҙымдарын башлай. Баштараҡ төндәр буйы йоҡламай үҙе икмәк бешерә. Ләкин эш ырамай, ҡырҡ буханка көс-хәл менән һатыла.
Уңышһыҙ тәжрибә лә — үҙенә күрә бер һабаҡ, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ярыш сәме һәм еңеү рухында тәрбиәләнгән Зарипов, ҡаршылыҡтарға ҡарамай, икмәк бешереүен район үҙәгендә дауам итә. Һатып алыусылар ҙа көндән-көн арта. Иң мөһиме, кешеләр икмәкте ҡайҙа һәм кем бешереүе менән ҡыҙыҡһына башлай.
Бөгөн Ринат Мөхәммәтғариф улының заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған икмәкханаһы бар. Ике ҡатлы бинала ҡырҡ кеше эшләй, икмәк-күмәс ризыҡтары тәүлек әйләнәһенә бешерелә. Тәүлегенә 50 төрлө изделие, бөтәһе ике тонна продукция етештерелә.
— Икмәк бешереү оҫталығында бер ниндәй ҙә сер юҡ, — ти Ринат Зарипов. — Беҙ элекке йолаларҙы — ҡомалаҡ әсеткеһен йәки сүпрәне, яңы технологияларҙы ҡулланабыҙ. Ә ҡалғаны оҫтаның маһирлығына бәйле. Икмәк кешенең ҡулдарын ғына түгел, хатта кәйефен дә яҡшы "тоя", үҙе тураһында хәстәрлек ярата. Ошо үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алмағанда, ул уңмаясаҡ. Шуға күрә беҙҙә осраҡлы кешеләр юҡ.
Йәшәп ҡара бер көн икмәкһеҙ!25 йыл хеҙмәт стажына эйә уҡытыусы, спортсы 50 йәшендә ни өсөн һөнәрен алмаштырған һуң? Ринат Мөхәмәтғариф улы Чайкин ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Атаһы һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡас, ат ҡараусы булып эшләй. Ринат — ғаиләлә кинйә малай, ун беренсе бала. Ҙур ғаилә өсөн аҙнаһына бер нисә тапҡыр икмәк һалырға тура килә. Ә хужабикәнең ҡамыры һәр саҡ күмәсе уңа, уңдырышлы, күмәсе телеңде йоторлоҡ тәмле! "Әсәйемдең ҡулдарынан һәр ваҡыт икмәк еҫе килә ине", — тип иҫкә ала бала сағын эшҡыуар. Бәлки, бала саҡтағы ошо сағыу миҙгелдәр уның булмышына йоғонто яһағандыр? Ә инде әсәһе яҡлап олатаһының тирә-яҡта билдәле тирмәнсе булыуын иҫәпкә алһаң, ғәжәпләнергә лә түгел.
— Ғөмүмән, ғалимдар икмәктең 60 төрлө тәмен асыҡлаған. Ысынлап та, һәр оҫтаның продукцияһы үҙенсә тәмле. Хеҙмәтебеҙ ни тиклем ауыр булмаһын, кешеләр йылмайып рәхмәт әйтһә, бөтә ауырлыҡтар ҡул менән һыпырып алғандай юҡ була, — ти Ринат ағай.
Зариповҡа Раевка балалар йортонда, "Шафран" шифаханаһы мәктәп-интернатында тәрбиәләнеүселәр һәм педагогтар ҙа сикһеҙ рәхмәтле. Әлшәй спортсылары ла Ринат Мөхәмәтғариф улына даими ярҙамы өсөн рәхмәт әйтә.
Булдыҡлы эшҡыуар хеҙмәткәрҙәренең ҡәҙерен белә. Улар өсөн иҫ киткес уңайлы шарттар, дуҫтарса мөнәсәбәт булдырылған, шунлыҡтан икмәкханаға эшкә урынлашыу ҙур уңыш һанала.
"Раевка икмәге" бренды хужаһы Р. Зарипов һатып алыусыларҙы йәнә шатландырмаҡсы. Бында үҙенсәлекле магазин асыласаҡ. Кулинарҙар һәм ашнаҡсылар клиенттар өсөн тәмле ҡамыр ризыҡтары менән иртәнге сәй, ҡоймаҡ һәм пицца бешереп, төшкө аш әҙерләйәсәк. Бындай һый башҡа райондарҙан һәм ҡалаларҙан килгән ҡунаҡтарға айырыуса оҡшар, тип уйлайбыҙ.


Автор: Фәнүзә СУФИЙӘНОВА. Район: Әлшәй районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә